Нигеҙе ҡотло булһын!14 майҙа Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Игорь Сечин килде. Өфө аэропортында уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Баш ҡалала Игорь Сечин гидротехник ҡорамалдар етештереү буйынса берлектәге “АльстомРусГидроЭнерджи” Рәсәй-Франция заводы нигеҙенә тәүге ташты һалыу тантанаһында ҡатнашты.
Предприятие Өфө районында, “Өфө — Аэропорт” юлының уң яғында урынлашасаҡ. Төҙөлөшкә 100 миллион евро самаһы аҡса һалыу күҙаллана. Тәүге продукция 2014 йылда етештереләсәк. Ул саҡта 400-500 самаһы кешегә эш урыны буласаҡ. Оҙаҡламай бында төҙөлөш эштәре башланасаҡ, кәрәкле ҡорамалдар килтереләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игенсе күңеле — баҫыуҙаҺуңғы көндәрҙә яуған шифалы ямғырҙар, әйтерһең, Әбйәлил баҫыуҙарына Йәншишмәнең тере һыуын һипте: игенселәр һәр ҡәҙерле минутты файҙаланып ҡалырға тырыша, дымлы ергә орлоҡ һала.
— Райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла яҙғы сәсеү ойошҡан бара, — ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов.
Республика Хөкүмәте хәстәрлеге менән һәр йылдағыса районға льготалы хаҡҡа яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарылған, хужалыҡтар үҙ иҫәбенә минераль ашлама һатып алған.
Ғәлим Солтанов һәм райондың баш агрономы Арсен Илһамов менән “Заветы” ауыл хужалығы кооперативына юл алдыҡ. Баҫыуҙа беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Ғамир Ғәлләмов, баш агроном Рим Ҡолмөхәмәтов ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1016 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеү оҫтаһына — лайыҡлы баһаБейеү сәнғәтенең сағыу йондоҙо — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты танылған бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында 70 йәшлек юбилейы уңайынан үткән концертта халыҡ күп ине. Юбилярҙы ҡотларға республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов та килгәйне.
— Бөгөн беҙ оло байрамға — бейеү тантанаһына йыйылдыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Башҡортостан сәнғәте өсөн был бик шатлыҡлы ваҡиға. Барыбыҙ ҙа Һеҙҙе, хөрмәтле Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы, ихлас тәбрикләйбеҙ. Һеҙ — башҡорт халҡының балҡып торған йондоҙо. Танылған сәхнә оҫтаһы булараҡ, бейеү теле аша башҡорт халҡының күңел матурлығын, аҡылын һәм күркәмлеген еткереүгә өлгәштегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1143 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сочи Олимпиадаға әҙерме?2014 йылда үтәсәк Олимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочи беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Күктә болот әҫәре юҡ, әйтерһең дә, июль айы – ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә лә һибә. Самолет аэропортҡа төшә башлағанда уҡ офоҡтан түбәләре ағарып ятҡан бейек тауҙар күҙгә ташланды.
Ә аҫта диңгеҙ – иге-сиге булмаған, офоҡтарғаса йәйрәп ятҡан зәңгәрһыу диңгеҙ...

Уй-фекерҙәр, борсолоуҙар менән уртаҡлашыу майҙаны


Сочиға килеүебеҙҙең төп маҡсаты, әлбиттә, диңгеҙ буйында ял итеү түгел ине. Хәйер, апрелдә бында диңгеҙ һыуында ҡойонормон тимә. Көндөҙгө эҫе июль айын хәтерләтһә лә, барыбер һыуығыраҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1010 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеүсе илдең балаларыЯҙ. Еңеү. Тыныслыҡ. Был өс төшөнсә күпме йылдар инде күңелдәрҙе берсә шатландыра, берсә һағышҡа сорнай, берсә үткәндәргә алып ҡайта.
Баш ҡаланың 21-се лицей уҡыусылары ла был көндәрҙе күтәренке рухта ҡаршыланы.
— Беҙ — Еңеүсе илдең балалары. Ошо аяҙ күкте, тыныс тормошто бүләк иткән атай-олатайҙарыбыҙға, әсәй-өләсәйҙәребеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ. Уҡыусылар бындай байрамдарҙы һәр саҡ тулҡынланып көтөп ала — һуғыш тураһындағы хәтирәләр, ветерандар менән осрашыуҙар, хәрби смотрҙар уларҙы тарихҡа яҡынайта, — ти белем усағының директоры Елена Короткова.
Лицейҙа хәрби-патриотик тәрбиә юғары кимәлдә ойошторолған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төштәремә инә һаман һуғышДауахана палатаһында бишәүбеҙ. Тәүге тамыҙғыстан һуң хәлһеҙ булып ятам. Ҡаршымда, сынаяҡ тотоп, өлкән йәштәге апай тора.
— Ҡыҙым, ҡайнар сәй эсеп ал, шәбәйеп китерһең, — тине ул.
Мөләйем йөҙлө ҡатын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәйнәп Килдейәрова булып сыҡты. Ул 1924 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Кәшеүән ауылында тыуған. Әсәһе Сәхипьямал да, атаһы Бәхтиғәни ҙә тотош ғүмерен шул райондың Совет исемендәге колхозында эшләп уҙғара. Татыу ғаиләлә ун бер бала үҫә. Зәйнәп IХ класты тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ғаиләләренән Шакирйән, Ихсан, Фәйзрахман, Ҡәүи үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Күп тә үтмәй, йөрәктәргә шом-хафа һалып, ауылға “ҡара ҡағыҙ”ҙар килә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешенең һәләте – ХоҙайҙанҠайһы берәүҙәрҙә, ябай халыҡ опера менән балет сәнғәтен үҙ итмәй, театр һәм концерттар менән генә хушһына, тигән фекер нығынған. Бындай хата ҡараш күптән килә. Ә ысынында һис тә улай түгел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Раил Кучуков менән осрашҡанда быны айырыуса яҡшы тойҙоҡ.
Раил Фазыл улы һүҙҙе үткәндәргә байҡау яһауҙан башланы. “Мине Силәбе егете тип беләләр. Тыуған төйәгем Ҡоншаҡ районының Ҡолой ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: шишмәләре сылтырап аға, тулы һыулы йылғалары балыҡҡа бай, ҡуйы урмандарына, күркәм болонлоҡтарына ҡарап туйғыһыҙ. Халҡым менән дә маҡтана алам – уңған, егәрле, ихлас”, – тине йырсы. Ул бигерәк тә киләсәк тураһында әҫәрләнеп һөйләне. Маҡсаты – башҡорт сәнғәтен донъя кимәленә сығарыу, теләге – мәҙәниәтебеҙ бүтән халыҡтарҙыҡы шикелле һәр саҡ алғы сафта булһын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырыулының уғы юғалмаҫРайон мәҙәниәт һарайында Иҫке Күктау ауылында йәшәгән Фидан Мәрүәровтың “Иҫке Күктау ауылы тарихы. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары шәжәрәһе” китабының исем туйы үтте.
Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Рудольф Әвсәхов, Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рубин Ғәлимов, ауылдаштары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Һигеҙ бүлектән торған был китап — баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт. Бындағы яҙмалар танып белеү һәм тәрбиәүи яҡтан бик әһәмиәтле.
Китапҡа автор тарафынан төҙөлгән ҡырғыҙ башҡорттары, Иҫке Күктауға күсеп килгән типтәрҙәр һәм мишәрҙәрҙең шәжәрәләре индерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өмөт өҙмә, дуҫҡай, был донъянан”“Ватандаш” журналының былтырғы декабрь һанында күренекле яҙыусы һәм драматург, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы ҒАРИПОВАНЫҢ “Урал батыр” эпосы нигеҙендә яҙылған “Урал менән Шүлгән” исемле драматик әҫәре донъя күрҙе. Әҫәр журнал битендә баҫылып сыҡҡас, педагогия фәндәре докторы, профессор Рафаэль Аҙнағоловтың шул уҡ журналдың март һанында “Изгелектең яуызлыҡты еңгәне” исемле рецензияһы ла сыҡты. Эпоста барған ваҡиғалар һәр башҡортҡа билдәлелер, әммә был осраҡта автор әҫәрҙең идея-эстетик асылын өр-яңы фәлсәфәүи күҙлектән яҡтырта һәм бөгөн кешелек донъяһын борсоған проблемаларҙы күтәрә. Ошо хаҡта яҙыусы менән иркенләберәк һөйләшеп алырға булдыҡ.
— Таңсулпан апай, быға тиклем драма әҫәрҙәре ижад иткәндә, заман проблемаларын күтәргән пьесалар менән бер рәттән, фольклорға мөрәжәғәт итеүегеҙ билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ә донъя бит ҡуласа...“Үгәй” тигән һүҙ бәләкәй саҡтан уҡ әкиәттәр аша йән өшөткөс төшөнсә булып зиһенебеҙгә һалына. Шуға ла ысынбарлыҡта “үгәй” һүҙенә ҡарата изгелекте, яҡшылыҡты аңлатҡан һүҙ ҡушып әйтеү ҡолаҡҡа ят һымаҡ. “Яҡшы үгәй”, “кешелекле үгәй”, “изгелекле үгәй” тигән һүҙбәйләнештәр ҡапма-ҡаршы мәғәнә биргән һүҙҙәр кеүек. Шунлыҡтан ғаиләгә “үгәй” атамаһы менән өҫтәләсәк яңы кешегә ҡарата алдан уҡ кире мөнәсәбәт тыуа һәм уға иң элек, бәлки, хатта йылдар буйы үҙенең “үгәй” түгеллеген, ә фәҡәт атаһын йәки әсәһен алмаштыра торған кеше икәнлеген аңлатырға тура килә.
Иң элек беҙ “үгәй” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлайыҡ. Үгәй ул үҙ ҡаның түгел, ә сит ҡан, ят бауыр тигәнде аңлата. Үгәй атай, үгәй әсәй, үгәй бала тигән төшөнсәләргә үҙенсәлекле мәғәнә һалынған. Һинең үҙ атайың, үҙ әсәйең, үҙ балаң бар, ә үгәй үҙ ҡаның түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 913 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетле булып үҫһендәр ерҙә барлыҡ бәпәйҙәр!Тап ошо йырҙың һүҙҙәре хәтергә төштө Вәлиевтәрҙең бәхетле һәм татыу ғаиләһе менән танышҡас. Сәскә кеүек балҡып торған ике ҡыҙ, бер-бер артлы ярышып үҫкән өс баһадир ул ғаиләне бер бөтөн итә.
Сәхнәлә Вәлиевтәр үҙҙәре бер мөғжизә тыуҙырҙы. Өс йәшлек кенә Гөлдәрҙең апаһы менән ағаларынан ҡалышмай үҙенсә йырларға тырышыуы һоҡландырһа, көй ыңғайына тыпырҙатып бейеүе барыһын да хайран итте.
Вәлиевтәр Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәй. Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән Гөлгөнә тап башҡорт ауылына килен булып төшөүенә һис үкенмәй. Ғәлинур Ғәни улы “Йылайыр” совхозында тир түккән. Әммә һуңғы йылдарҙа, хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас, эшһеҙ ҡалған. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгән, ауыл халҡының малына көтөүселекте алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туй күлдәге кеймәһәк тә...Ҡаушабыраҡ, кейемдәрен ҡат-ҡат һыпырғылап, шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ҡабыҙып аяҡ баҫты “Родина” кинотеатрына баш ҡаланың Киров районында йәшәүсе һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандары һәм ғаилә юбилярҙары. Тантанаға йыйылыусылар 10 — 20 йылға йәшәргәндәй тойолдо: кәйефтәре күтәренке, йөҙҙәре балҡый, таныштарын, яуҙаштарын күреү шатлығы ҡараштарында ҡояш нурындай сағыла. Был мәлдә һыҙланыуҙар ҙа онотолоп торҙо, йөрәк тә “шаярманы”, бығаса йөҙәткән ҡан баҫымы ла “һикерергә” ашыҡманы... Ҡыҫҡаһы, кәрәк була ҡалһа тип дежурҙа торған ике медицина хеҙмәткәренә ял итеп ултырырға ғына тура килде.
9 Май — Еңеү көнө һәм ғаилә юбилярҙарын тәбрикләү уңайынан сағыу был тамашаны оло йәштәгеләр өсөн Киров районы хакимиәте менән райондың ЗАГС бүлексәһе ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1402 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл һайын 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Был байрам да, иҫтәлекле көн дә түгел, ә 1993 йылда БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын ғаилә проблемаларына йәлеп итеү маҡсатында булдырылған.
Бөгөн медицина, мәғариф йәки торлаҡ-коммуналь өлкәлә, йә булмаһа иҡтисадта тауҙай өйөлгән мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк икән, уларҙың һәр береһен ғаиләләргә ҡағылған проблемалар тип әйтергә мөмкин. Һуңғы осорҙа ғаиләләргә барлыҡ кимәлдә лә мөнәсәбәттең үҙгәреүе, яҡлау сараларының көсәйеүе һөйөндөрә. Шулай ҙа ғаилә ҡиммәттәренең әкренләп юғала барыуы, элекке матур йолаларҙың һүнеп ҡалыуы, балаларҙың үҙ йортонда тәрбиәләнмәүе кеүек күренештәр айырыуса борсой һәм киләсәгебеҙҙе хәүеф алдына ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ололарҙың һүҙенә ҡарағанда, Ибраһим ауылы зыяраты үткән быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән. Уның йөҙ йылдан ашыу тороуына ҡәберҙәрҙең күплеге генә түгел, әле генә япраҡҡа төрөнгән ҡайындарҙың ҡартлығына ҡарап та самалап була. Ни хәл итәһең, унда һирәкләп
булһа ла ҡара тупраҡ өйөмдәре өҫтәлә бара...
Яҙҙың ҡап уртаһында, ер өҫтө тәүге наҙлы сәскәләр менән ҡаплана башлаған мәлдә ибраһимдар зыярат янына дәррәү йыйылды. Быға ауылда тыуып үҫеп, сит тарафтарға таралышҡан яҡташтарҙы матбуғат аша ҙур өмәгә саҡырыу ҙа булышлыҡ иткәндер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ХV шахмат фестивале булып үтте
1998 йылда Ҡауарҙы ауылының бер төркөм зыялылары ауылда шахмат фестивале үткәрергә ҡарар итә. Ниәт иткән — мораҙына еткән, тиҙәр. Шул йылда шахмат фестивале ойошторолоп, унда өс — Ҡауарҙы, Красноусол һәм район йыйылма командалары ҡатнаша һәм хужалар беренсе, Красноусол — икенсе, район йыйылма командаһы өсөнсө урынды ала. Шунан бирле Ҡауарҙыла шахмат фестивале даими үткәрелә. 2001, 2002 йылдарҙа был спорт байрамына Архангел районы ҡушылһа, 2006 йылдан башлап Ҡырмыҫҡалы районы командаһы бер йыл да ҡалдырмай ҡатнашып килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына