Бураҙна йолаһы  борондан киләБыйылғы яҙ ғәҙәттәгесә килмәне. Оҙаҡ ҡына инәлтеп торҙо ла ҡапыл йылытып ебәрҙе. “Бындай яҙҙан төрлөһөн көтөргә була”, — тигән фекергә килде игенселәр. Сәсеү эштәрен ни тиклем тиҙерәк тамамлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ.
“Заря” йәмғиәте — Әлшәй районында алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Уның 5 мең гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Бында иген, техник һәм мал аҙығы культуралары үҫтерелә. Быйыл иген баҫыуҙары 2 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. 650 гектарға ужым арышы сәселгән. Ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған.
...Агрономдың “Нива”һы артынан сәсеү эштәре барған баҫыуға табан боролабыҙ. Килеп еткәс, аптырап ҡалдыҡ, сөнки механизаторҙар, сәсеүселәр араһында ауыл муллаһы йөрөй! Баҡһаң, сәсеүҙең беренсе көнөн бында йылдағыса боронғо матур йола менән башлайҙар икән. Бына нимәлә икән “Заря”ларҙың мул уңыш үҫтереп алыуының сере! Ер эшкәртеү технологияһын теүәл үтәүҙән, ашлама һәм элиталы орлоҡ ҡулланыуҙан тыш, игенселеккә бәйле йолаларҙы ла атҡарыу мөһим шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1104 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан — сәйәси яҡтан өлгөргән төбәкИлдә бер-бер артлы федераль кимәлдәге ике ҙур һайлау үтте. Һәр ваҡыттағыса Башҡортостан был сәйәси кампанияларға әҙерлекле килде, һәм улар юғары кимәлдә ойошторолдо. Был, һис шикһеҙ, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының һәм республиканың барлыҡ кимәлдәге етәкселегенең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Шундай һорау тыуа: һайлауҙар үтте, ә артабан? Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк, эшмәкәрлеген ниндәй юҫыҡҡа йүнәлтәсәк? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлауҙар артта ҡалды, бөгөн ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
— Республикабыҙ һәм ил халҡы өсөн һайлау 4 мартта тамамланды. Ә иртәгәһенә уларҙың һөҙөмтәләре билдәле булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынғыһыҙ ғалимУл һөнәрен 60-сы йылдарҙа, илебеҙҙә физика фәне юғары баһаланған ваҡытта, һайлай. Хәтерегеҙҙәлер, тап ошо осорҙа беренсе булып, донъяны таң ҡалдырып, һоҡландырып, Йыһанға совет космонавы Юрий Гагарин оса. Ошо заманда кемдәр генә космонавт булырға теләмәй ҙә кемдәр генә Айҙа яланаяҡ йөрөргә хыялланмай икән! Тыныс тормошта термоядро энергияһын ҡулланыу беренсе булып илебеҙҙә үҙләштерелә, телемеханика ҙур үҫеш ала. “Йыһанлы” мөхит йәштәргә лә тәьҫир итмәй ҡалмай. Күптәр космос карабында Марс планетаһына барып етеп, унда алмағастарҙы сәскә аттырам, илем данын артабан күтәрәм тигән алһыу хыялдар эсендә йөҙөп үҫә. Ә бының өсөн иң элек физика закондарын ныҡлап өйрәнеү мотлаҡ. Шуға физик булыу Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуып үҫкән Роберт Яҡшыбаевтың да иң саф, иң нурлы хыялына әйләнә һәм ошо изге маҡсат уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табын иленең изге ҡыҙы“…Кескенә сағынан Ҡаранйылға ауылында йәшәгән, Ҡөрьән сүрәләренең күбеһен яттан белгән Хәйерниса өләсәйем тәрбиәһендә булғанғалыр, бала саҡтан төрлө мөғжизәләргә, дини хөрәфәттәргә, сер донъяһына ышаныусан булып үҫтем. Сәйетбабанан Ҡаранйылғаға — өс саҡрым. Шул араны өләсәйем менән икәүләшеп үтәбеҙ: ике йылға, ике шишмә кисәбеҙ. Һаман иҫемдә, ул миңә, алты-ете йәшлек кенә балаға, төрлө хәлдәр тураһында эй һөйләй, аңлата.
— Аллаһы Тәғәлә бынау тауҙарҙы, йәнә кешене үҙенә зекер әйтһен өсөн яралтҡан. Күрәһеңме, Мәндем аҫҡа ҡарай аға? Түбәнгә башын эйеп, ана шулай, Аллаһыға сәждә ҡыла ул. Йәнә Еҙем йылғаһына барып ҡушылғансы юл буйы көйләй-көйләй зекер әйтеп бара. Тыңлайыҡ әле, ҡыҙым, Мәндем тәсбихен!”
Ана шундай юлдар бар әҙибә Лира Яҡшыбаеваның күптән түгел генә нәшер ителгән “Табын иле изгеләре “ китабында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йән биреп киләсәк кешегә, беҙ ҙә бер йәншишмә бөркөрбөҙ”Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Ғәҙеллек
Ҡоролмаған донъя ғәҙеллеккә.
Тәбиғәттә ундай төшөнсә юҡ.
Нимә сәсһәң, үҫә тейешенсә!
Сәсмәниһәң, үҫмәй! Бүтәнсә — юҡ!

Бара донъя үҫеш ҡанундары,
Үрсем ҡанундары буйынса тик.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс күләме кәмене, тип билдәләй республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.
1 майға 15 эш биреүсенең хеҙмәткәрҙәре алдында бурысы булған. 3393 кеше эш хаҡын ваҡытында ала алмаған. Бурыс күләме, йыл башынан алып өс тапҡырҙан ашыуға кәмеп, 34,1 миллион һум тәшкил иткән.
— Күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының, профсоюздар һәм власть органдарының эш хаҡы буйынса бурысты кәметеү буйынса эше республика Хөкүмәте тарафынан контролдә тотола, — тине хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Цибизов. — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаттар төркөмө бурысты бөтөрөү саралары хаҡындағы отчетты даими тыңлай. Эш хаҡы буйынса совет ағзалары ла был эшкә ҙур тырышлыҡ һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 614 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡасандыр яратышып өйләнешеп тә, тормош юлы буйлап бергә атлай алмаған, ғаиләләре тарҡалған кешеләр бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә фажиғәһендә иң ҙур зыян күреүселәр – балалар: беренсенән, үҙ мәшәҡәттәренә батҡан өлкәндәр уларға иғтибар бүлмәй, икенсенән, ғәҙәттә, әсә ҡарамағында ҡалған сабыйҙы матди яҡтан тәьмин итеүҙә ҡайһы бер атайҙар бөтөнләй ҡатнашмай. Алимент юллау ҙур алышҡа әүерелә, кешеләрҙең шәхси тормошона суд приставтары ҡыҫыла...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта яуапһыҙ атайҙың бурысын ҡайтарыуҙы тап ошо юл менән башҡарырға тура килә – был һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров матбуғат конференцияһында үҙенең фекерен белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 926 тапҡыр // Тотош уҡырға
2012 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың иң ҡыҙыу мәле етте. Редакция “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһын быйыл да дауам итә.
Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан гәзиткә (индексы — 50600) иң күп яҙылыусы коллективтарға ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыласаҡ. Бының өсөн 30 июнгә тиклем яҙылыу тураһында квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Быйыл 95 йыллығын билдәләйәсәк “Башҡортостан”ды таратыуҙа берҙәм ҡатнашайыҡ, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеҫә телефондарына “Һеҙҙең банк картаһына блок ҡуйылды. Пин-кодығыҙҙы боҙорға ниәтләгәндәр. Мәғлүмәтте Үҙәк банктың “ҡыҙыу элемтә”һе буйынса алырға мөмкин” тигән sms-хәбәр килә һәм бәйләнешкә инеү өсөн 11 һандан торған телефон һаны күрһәтелә.
Башҡортостандың Милли банкы бындай мутлашыу төрөнөң республикала киң таралыуына һәм уның Рәсәй банкы исемен файҙаланып ҡылыныуына иғтибарҙы йүнәлтә.
Ошондай хәбәр килә ҡалһа, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмау маҡсатында күрһәтелгән һанды йыйыуҙан ҡәтғи тыйылығыҙ!
Дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн банк картаһында һәм төҙөлгән договорҙа күрһәтелгән телефон аша йә иһә картаны биргән банктың офисына мөрәжәғәт итегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пьер Хельг менән осрашты. Ул Өфөгә “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән.
Осрашыуҙа Швейцария менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлектең яҡшы кимәлдә булыуы һәм республикабыҙҙың күп кенә өлкәләрҙә бәйләнештәрҙе киңәйтергә ниәтләүе билдәләнде.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостандың ошо ил менән тышҡы сауҙа әйләнеше 102 миллион АҠШ долларынан ашыу тәшкил иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 823 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан менән сит илдәр араһындағы хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйгәндән-киңәйә. Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә үтәсәк II Халыҡ-ара “Ҙур химия” кәңәшмәһенә килгән ғәрәп дәүләттәренең Рәсәйҙәге бер төркөм илселәре менән осрашты.
— Ошондай ҙур делегаттар төркөмө республикаға тәүге тапҡыр килә. Быны беҙ тәрән ихтирам билдәһе, ышаныс күрһәтеү һәм артабанғы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә мөһим аҙым тип ҡабул итәбеҙ, – тине ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп Рөстәм Хәмитов. – Ғәрәп илдәре менән Башҡортостанды тарихи тамырҙар, мәҙәниәт, дин бәйләй. Халҡыбыҙҙың яртыһынан ашыуы – мосолмандар, республикала меңгә яҡын мәсет бар. Башҡорт-ғәрәп дуҫлыҡ йәмғиәте эшләп килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә һәм малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләренә арналған селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сара Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев рәйеслегендә үтте.
Дмитрий Медведев губернаторҙарҙың иғтибарын ауыл етештереүселәрен страховкалауҙың яңы системаһын ғәмәлгә индереүгә йүнәлтте һәм, дәүләт ярҙамы күрһәтелеп, уңышты страховкалауҙың яңы системаһы быйыл эшләй башларға тейеш, тип хәбәр итте.
“Дөйөм алғанда, беҙ ҙур ташлама яһаныҡ, сөнки дәүләт страховка премияһының 50 процентын түләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларыбыҙҙы рухи йәһәттән дә, физик яҡтан да һау-сәләмәт итеп нисек үҫтерергә? Уларҙың хоҡуҡтарын боҙмайынса, урам йоғонтоһонан, ымһындырғыс насар ғәҙәттәрҙән аралап, яҡшыға, яҡтыға ынтылыш тәрбиәләүҙең ауыр, әммә бик көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген аңлайбыҙ. Һәр быуын уны төрлө иҡтисади, сәйәси шарттарҙа үҙенсә хәл итеп килгән. ХХI быуат үҫмере үҙен нисек тоя? Һәр саҡта ла уның ынтылышын, ихтыяжын, борсолоуҙарын аңлау дәрәжәһендәме беҙ? Ни өсөн уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән ҡанундар йыш ҡына йоғонтоһоҙ? Балалар араһында агрессия, көнсөллөк, рәхимһеҙлек кеүек йәмһеҙ күренештәрҙең сәбәптәрен ҡайҙан эҙләргә?
Бөгөнгө һөйләшеү бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса башҡарылған һәм йыш ҡына күҙ уңынан ысҡынған ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр хаҡында. Еңел булмаған һорауҙарға яуапты оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән, ҙур тәжрибә туплаған белгестәр менән бергә эҙләнек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1925 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға — 80 йыл
Башҡорт халыҡ ижадында тупланған хазиналарҙың, әҙәм күҙенән йәшерелеп, ете ҡат ерҙең ҡуйынында һаҡланыуы һәм уларҙы кәртәләүсе ҡапҡаларҙың фәҡәт изге ниәтле кешеләр алдында ғына асылыуы тураһында әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр бихисап. Шулай, “Тау сере” тип аталған риүәйәттә йыуылған алтын тулы һандыҡты тау ҡуйынынан күп кешеләрҙең эҙләп яфаланыуы, әммә хазинаның һис кемдең дә ҡулына эләкмәүе тураһында бәйән ителә.
“...Ҡурғанды күптәр ҡаҙып ҡарай. Бер бай киржак казагы, тотош әртиле менән килеп, йәй буйы ҡаҙынһа ла, бер эш тә ҡыра алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 979 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлебаш районында “Алтын тирмә” өлкә-ара милли театрҙар фестиваленең йомғаҡлау туры бара. Сара 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған.
Фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Стәрлебаш район хакимиәте һәм Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ойоштора. Ул үҙешмәкәр театр сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бәйгелә Башҡортостандан тыш, Татарстан, Дағстан, Хакас республикаларынан һәм Силәбе өлкәһенән килгән ижади коллективтар ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына