Рөстәм Хәмитов: “Волга буйын берҙәм нефть һәм газ химияһы кластерына берләштерергә тырышасаҡбыҙ”Башҡортостанға "Ҙур химия" килде: ошо исем менән Өфөлә халыҡ-ара форум асылды, быйыл ул икенсе тапҡыр ойошторола. Абруйлы сарала Рәсәй төбәктәре етәкселәре, Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм башҡа рәсми кешеләр, сит ил вәкилдәре, химия һәм нефтехимия сәнәғәте белгестәре – йәмғеһе 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Форум төбәктең индустриаль парктары һәм донъя химия баҙарының төп тенденциялары нигеҙендә дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү, Башҡортостандың нефть-газ химияһы комплексының үҫеш проблемалары һәм йүнәлештәре хаҡында фекер алышыу йәһәтенән ойошторолған. Стратегик программаға ярашлы, форумда республика компаниялары үҙҙәренең 2030 йылға тиклемге инвестиция проекттары менән таныштыра. Шулай уҡ технология һәм материал етештереүселәр заман талаптарына яуап биргән нефть һәм газ табыу, эшкәртеү ҡорамалдарын тәҡдим итте – Рәсәйҙең сәнәғәт комплексында уларға ихтыяж ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алимент түләнмәһәСуд приставтарына һорауҙарығыҙ бармы? “Башҡортостан” гәзите ярҙамға килә: редакцияла Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров гәзит уҡыусылар менән тура бәйләнеш ойошторасаҡ, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирәсәк.
“Ҡыҙыу линия” 25 майҙа сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем эшләйәсәк, 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратыуҙар көтәбеҙ. Алдан һорау әҙерләп “суд приставына” тамғаһы менән bashgazet@mail.ru электрон адресына ебәрә йәки 8 (347) 272-86-29 телефонына шылтырата торһағыҙ, тағы ла отошлораҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Намыҫына тоғро ҡалдыОшо көндәрҙә республика йәмәғәтселеге, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары республикабыҙҙың уңышлы социаль-иҡтисади үҫешенә күп көс һалған күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әнәс Ғәббәс улы Хәсәновты иҫкә ала.
Замандаштары уны юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған сағыу талантлы, үҙенсәлекле, көслө шәхес тип хәтерләй. Ошо һыҙаттарының барыһын да Әнәс Ғәббәс улы дөйөм эш мәнфәғәтендә файҙаланды. Тыуған яҡҡа ихлас һөйөүе, кешеләрҙең социаль именлеге хаҡында даими хәстәрлек күреүе һөҙөмтәһендә ул лайыҡлы абруй һәм ихтирам ҡаҙанды. Әнәс Хәсәновтың юғары профессионализмы һәм тырышлығы граждандар файҙаһына, республикала тотороҡлолоҡто нығытыуға хеҙмәт итте.
Миңә Әнәс Ғәббәс улы Хәсәнов менән йыш аралашырға тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләте өсөн йәшәнеӨфөнөң 136-сы башҡорт лицейы 2007 йылдан Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөтә. Шәхестең 85 йыллыҡ юбилейы уңайынан ошо белем усағында Мөхәммәт Исҡужин айлығы үтте.
Туған халҡы, иле, теле өсөн янып йәшәгән Мөхәммәт Ғәли улы үткән быуаттың 90-сы йылдарында Сипайлово биҫтәһенең урыҫ мәктәптәрендә башҡорт кластары асыуға башланғыс һала. Бындағы белем усаҡтарында эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары, өйҙән-өйгә йөрөп, ата-әсәләр араһында аңлатыу эше алып бара, ғариза йыя. Төрлө етәксенең ҡаршылығына осрауына, кәмһетелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, ныҡышмалылығы, тырышлығы арҡаһында маҡсатына өлгәшә Мөхәммәт Исҡужин. Уның илһөйәр, телһөйәр, халҡының киләсәге өсөн ысын йөрәктән борсолған көслө рухлы шәхес булыуына һоҡланмаған кеше булмағандыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йән сихәтеКөлөүҙең файҙаһы тураһында бөтәһе лә яҡшы белә, бигерәк тә ҡысҡырып, ысын күңелдән көлгәндә.
Уның кеше һаулығына яҡшы тәьҫир итеүен өйрәнеүсе медицинаның айырым бүлеге лә бар — ул гелотология тип атала. Көлгән саҡта беҙҙең бөтә йөҙ мускулдары хәрәкәткә килә. Тын алышы үҙгәрә: ҡәҙимге тын алыуҙан һуң, бер нисә тапҡыр өҙөк-өҙөк тәрәндән һауа сығарабыҙ. Шуның һөҙөмтәһендә организмда төрлө процестар башлана. Медицина йәһәтенән ҡарағанда оҙаҡ һәм ҡысҡырып көлөү түбәндәгеләргә һәләтле.

Ауыртыуҙы баҫа ала


Көлөү һөҙөмтәһендә шатлыҡ гормондары (эндорфин) күп бүленеп сыға, ә стресс гормондары кимәле түбәнәйә (адреналин).
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көлкө тоҡсайыУл сәхнәгә сығып ауыҙ асып һүҙ әйтергә өлгөрҙөмө-юҡмы, залдағылар шарҡылдап көлә башланы.
— Ха-ха-ха-ха!
— Хи-хи-хи-хи!
Был көндә лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, данлыҡлы кәмитсе Рәүис Заһитов халыҡтың һушын алды. Барыһы ла рәхәтләнеп, һыны ҡатҡансы көлдө.
— Вәт, исмаһам, әртис тәк әртис! Хоҙай талантты ҡуш услап, өйөп биргән.
— Әйтмә лә, башҡалар кеше көлдөрәм тип ниндәй генә сүрәткә инмәй. Ә бының бер һирпелеп ҡарауы етә...
Тормошта ниндәйерәк кеше икән ул?
— Рәүис ағай, сәхнәлә һеҙҙе күреү менән көлкө килә башлай. Һеҙ бәләкәйҙән шулай шаян кеше инегеҙме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер тарихҡа ике ҡарашҺуңғы йылдарҙа көнбайыш секталары Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Азербайжан һәм Төркиә мосолмандарын үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн ҙур көс түгә. Был йәһәттән айырыуса “свидетели Иеговы”, “адвентисты седьмого дня”, мормондар һәм үҙҙәрен “Ғайса сиркәүе” тип атаусылар, йәнә лә бер нисә неопротестант сиркәүе тырышлыҡ күрһәтә.
Мосолмандың Инжилға мөнәсәбәте
Неопротестанттар 2000 йылда Мәскәүҙә “Авраам балалары” тигән үҙәк төҙөй, уның маҡсаты — Мәскәүҙәге һәм уның эргәһендәге төркиҙәрҙе христианлаштырыу. Ҙур тираждар менән татар, башҡорт, төрөк, авар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә Тәүрат нәшер ителә башлай.
Үҙ инаныуыңды вәғәҙәләү — һәр кемдең хоҡуғы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Былтыр ошо мөһим сара тәүге тапҡыр үткәрелде һәм киң танылыу яуланы, Рәсәйҙең, шулай уҡ башҡа илдәрҙең нефть химияһы баҙарында эшләүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте, йөкмәткеле докладтар, фекер алышыу, осрашыуҙар байтаҡ булды, форумдың абруйлы майҙансыҡҡа әүерелә барыуы бик мөһим, тип билдәләне ул.
— Илдә химия сәнәғәтенең оҙайлы үҫеш өҫтөнлөктәре билдәләнгән осорҙа был айырыуса мөһим, тине республика башлығы. — Беҙ донъя баҙарында урыныбыҙҙы һәм әһәмиәтебеҙҙе белдерергә, алдыбыҙға химия державаларының тәүге тиҫтәһенә инеү маҡсатын ҡуйырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бөгөн хәл ябай түгел. Химия һәм нефть химияһы продукттары баҙары махсуслашҡан һәм монополияланған. Һуңғы йылдарҙа уның үҙәге йылдам үҫеш кисергән илдәр яғына күсә бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бахыр— Уй, бахы-ы-р! Эй, Хоҙайым! Ниндәй көнгә ҡалған!
Ҡабалана-һөрһәләнә эшкә китеп барған Хәҙисә ханым магазин янында хәйер һорап ултырыусыны күргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән ытырғанып, шулай тип ҡуйҙы. “Һуңғы арала нишләптер төшөм сыуалған һымаҡ, форсат сыҡҡанда хәйер бирәйем әле”. Хәҙисә меҫкендең алдындағы теүәтәйенә унлығын төшөргән ыңғайға уларҙың ҡараштары осрашты. Ҡатын уның саманан тыш таҙалығына берсә ғәжәпләнде, берсә йәлләне. Уй, бисара. Хәйер аҡсаһына ғына кеше шул тиклем бүҫелерҙәй булып һимерә тиме. Берәй яман сирҙән яфалана торғандыр. Тиккә генә кешенең эйәге әллә икәү, әллә өсәү булып һалынып төшмәй ул. Ана бит, бите лә ҡауын кеүек бына-бына ярылырға торған һымаҡ. Хатта башына кейгән бүрке лә лепкәһен генә ҡаплаған...
Ауырыуҙы йәлләүҙән ҡатындың сикәһе буйлап күҙ йәштәре йүгерҙе. Бигерәк нескә күңелле шул.
Ком: 1 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал тамыҙһаң, балл өҫтәлә
Оҙаҡламай ил мәктәптәрендә шаулап-гөрләп һуңғы ҡыңғырауҙар үтәсәк. Иртәгәһенә ҡалаларҙағы урам һепереүселәргә эш етерлек буласаҡ: араҡы, һыра шешәләре, тәмәке төпсөктәренең ғәҙәттәгенән өсләтә күберәк булыуы, таң атҡансы яңғыраған шатлыҡлы һәм бик үк айныҡ булмаған ауаздар тағы ла ҙур төркөм кисәге балаларҙың өлкәндәр сафына ҡушылыуын аңғартасаҡ. Бер тәүлеккә бәйҙән ысҡынып алғас, сығарылыш класс уҡыусылары йәнә өҫтәл артына ултырып, дәреслектәренә сумасаҡ. Хәҙер инде Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға кәрәк. Төплө белемең булмай тороп, һәйбәт юғары уҡыу йортона инерлек балл йыйыуы ҡыйын. Илле баш умартаһы булған, улы ла ҡыҙы ла университетта уҡыған күршем генә башҡасараҡ уйлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына