“Асыҡлыҡтың һөҙөмтәһен күрә башланыҡ”Бөгөн — Азамат Илембәтовтың республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүенә бер йыл. Ошо уңайҙан “Комсомольская правда” гәзитендә Хөкүмәт башлығы журналистар менән осрашыу ойошторҙо.
Азамат Фәттәх улы башта “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумы хаҡындағы фекере менән уртаҡлашып, сараның ойошҡан рәүештә, уңышлы үтеүен билдәләне.
— Властың барыһы өсөн дә асыҡ булырға ынтылышы шарттарында республикала иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө форум, инвесторҙар менән осрашыуҙар йыш ойошторола, — тине ул. — Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, башҡарған төп бурыстарыбыҙҙан тыш, республиканың иҡтисадын демократлаштырыуға күп көс һалынды. Инвестицияны йәнләндереү маҡсатында бер нисә закон ҡабул ителде. Эшмәкәрлегебеҙҙең аныҡ һөҙөмтәһе күренә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтыуың менән, остазыбыҙ!Республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп, лицей, гимназия директорҙары күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәт Исҡужиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды. Ғүмере буйы тел, милләт, киләсәк тип йән атҡан шәхестең иҫтәлегенә үткәрелгән әлеге сара мәңгелек ҡиммәттәргә ауаздаш булды: конференцияның исеме үк — "Заман шарттарында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә йәмәғәт ойошмалары менән дөйөм белем биреү учреждениеларының берҙәм эшмәкәрлеге" — бик күп мәсьәләләрҙе асып һалды.
Көндөң тәүге яртыһында ҡунаҡтар М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында асыҡ дәрестәр ҡараны. "Евразия халҡы һәм илдәре" (география дәресе), "Сифат" (башҡорт теле дәресе), "Музыканың төҙөлөш формалары" (музыка дәресе), Р. Өмөтбаевтың "Атлы башҡорт", Н. Нәжмиҙең "Урал" поэмаһы буйынса әҙерләнгән дәрестәр белгестәр тарафынан юғары баһаланды һәм ошо йүнәлештә эшләүсе уҡытыусыларға өлгө итеп күрһәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асҡындарҙы “асып” ҡайттыҡ“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың нисек тормошҡа ашырылыуы республика Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының даими иғтибар үҙәгендә. Республика мәктәптәрендә дәүләт телдәре һәм туған телдәр нисек уҡытыла? Педагогтар етешәме? Дәреслек, методик әсбаптар яңыртыламы? Кабинеттар ни хәлдә? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты күптән түгел ойошторған бер рейдта беҙгә лә ҡатнашырға тура килде.
“Ҙ”, “ҫ” өндәре милләтте тарҡатһынмы?
“Рейд” тигәс тә, маҡсат мәғарифтан “сүп” эҙләү түгел, ә уға баһа биреү, уҡытыусыларға методик һәм рухи ярҙам күрһәтеү, милли рухты тойомлау ине. Беҙ юл тотҡан Асҡын районы — башҡорттар борондан төйәк иткән төбәк. Милли еребеҙҙә бөгөн кемдәр үҫә икән, тип ҡыҙыҡһыныу ҡатыш тулҡынланыу менән сыҡтыҡ сәфәргә.
Ком: 3 // Уҡынылар: 1893 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡара алтын” бында тыуған“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда нефть табыла башлауҙың күркәм юбилейын киң билдәләй. Нефть сығарыуға ҡағылышы булған һәр төбәктә тантаналар үтә. Улар араһында иң мөһиме һәм сағыуының Ишембайҙа ойошторолоуы бер кемде лә ғәжәпләндермәйҙер. Тап ошо бәрәкәтле ерҙә, 1932 йылдың 16 майында, көндөҙгө ун икенсе яртыла данлыҡлы 702-се скважинанан фонтан булып нефттең тәүге тонналары бәреп сыға.
Салт аяҙ, йылы һәм ҡояшлы иртәлә Ишембайҙа нефткә ҡағылышы булған барса халыҡ ошо тарихи “өләсәй-скважина” янына йыйылды. Әйтергә кәрәк, тап “ҡара алтын” табыла башлауы Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалды һәм күптәрҙең яҙмышы ошо тармаҡҡа бәйләнде. Хәҙер был скважина янында матур тарихи урын барлыҡҡа килгән.
Сараға тулҡынланып килеүселәр, әлбиттә, ветерандар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙҙың ҡиммәтле бүләгеӨфө ҡалаһында Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы уңышлы эшләп килә. Ниңә ул Нестеров исемен йөрөтә тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Был һорауға тулы яуап бирер өсөн ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларға туҡталып китәйек.
Фәйзрахман Исмәғилев — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры:
— Быйыл музейыбыҙҙа оло байрам — уға нигеҙ һалған, танылған рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаны ҡаршылау өсөн инде өс йыл дауамында әҙерлек бара. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән беҙҙең теләк-тәҡдимдәребеҙҙе республика Хөкүмәте лә, Мәҙәниәт министрлығы ла хупланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 972 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙҙәремә ҡара — шул да етәКүҙҙәр — күңел көҙгөһө, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Күҙҙәрҙең төҫөнә ҡарап, кешенең холҡон билдәләп була.
Мәҫәлән:
Йәшел күҙҙәр. Улар наҙлы (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙа), тоғро, ышаныслы һәм һөйөүгә һөйөү менән яуап бирергә әҙер кешеләрҙә була.
Ҡара-һоро күҙҙәр. Уйлап түгел, ә үҙенә ябырылған хистәргә йәки кәйефенә ҡарап эш иткән кешеләргә хас.
Ҡара күҙҙәр. Улар бик һирәк осрай һәм ныҡ ҡыҙыу кешеләрҙә генә була. Ҡара күҙле кешеләр бойорорға ярата, үҙенең маҡсатына өлгәшеү өсөн бер нәмә алдында ла туҡтап ҡалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштән ҡайтҡанда... йылмайығыҙЭштән һуң өйгә йәйәү ҡайтырға тырышығыҙ. Нервы көсөргәнешлеге бөтөр, кәйефегеҙ күтәрелер. Юлығыҙ йыраҡ булһа, шул араның бер аҙын йәйәү үтегеҙ. Әлбиттә, ҡулығыҙҙа ауыр сумкағыҙҙың булмауы шарт. Аҙыҡ-түлекте йәшәгән урынығыҙға яҡыныраҡ ерҙән алығыҙ.
- Йөрөгәндә аяҡ табанына, ҡул хәрәкәтенә иғтибар итегеҙ, уларҙы мөмкин тиклем йомшартыу зарур. 4-5 аҙым дауамында һулыш алығыҙ. 6-7 аҙым үткәс, һулышты сығарығыҙ. Аҙымды һанау, эстән генә йыр көйләп барыу ҙа кешене тынысландыра.
- Әгәр юлығыҙ баҡса, сәскәләр янынан үтә икән, аҙға ғына булһа ла туҡтап, тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ. Был ваҡытта күҙегеҙ ял итер.
- Бер аҙҙан аҙымығыҙҙы тиҙләтеп атлағыҙ, мускулдарығыҙ нығыраҡ хәрәкәтләнһен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өҫтәлең һыйлы булһынУл ғаиләһен тәмле ризыҡ менән һыйларға ярата. Иртән тороп ҡамыр ҡуйһынмы, буҙа һөҙөп алһынмы, барыһына ла өлгөрә уңған хужабикә. Таныштары, егәрлелегенә һәм оҫталығына һоҡланып, дәрт-дарманына аптырап та ҡуя ҡайһы саҡ.
Сибай ҡалаһында йәшәгән Венера Йәнбәкова менән танышыуыма тиҫтә йыл ваҡыт уҙған. Ул эшләгән китапханаға йыш йөрөйөм. Эшен яратып башҡарыуынан тыш, алтын ҡуллы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Күптән түгел ҡалала үткән сараларҙың береһендә Венера апайҙың үҙе әҙерләгән буҙаны һатыуын күргәс, янына бармайынса түҙә алманым. Уның татлы ризыҡ әҙерләү өлгөһөн гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итергә ине теләгем.
Йортона индем дә шаңҡып ҡалдым. Өҫтәлдә ниндәй генә ризыҡ юҡ?! Аптырауҙан: “Туй буламы әллә? Ҡамасауланым, буғай”, — тип әйтеп тә өлгөрмәнем, “Һинең килеүеңә табын әҙерләнем”, – тип яуапланы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1018 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәгән Юлай Ғайса улы Ғәйнуллинды күркәм юбилейы — 60 йәше тулыуы айҡанлы ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ.
Атайым 1952 йылдың 20 майында хозур тәбиғәтле Белорет районының йәмле Инйәр йылғаһы буйындағы Уҫманғәле ауылында тыуып үҫеп, артабанғы тормошон баш ҡалала дауам итә.
Улар әсәйем менән беҙгә, һеңлем Гөлназ менән миңә, яҡшы тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам иттеләр, үҙаллы оло тормош юлына баҫтырҙылар. Беҙ уларға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ. Киләсәктә тә беҙгә таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, бергә-бергә бәхетле йәшәргә яҙһын. Күңел күҙең һәр саҡ аяҙ, эштәрең уң, донъяң түңәрәк, ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы парламенттың киләһе ултырышының көн тәртибен раҫланы. Уға 50-гә яҡын мәсьәлә индерелде.
Икенсе уҡыуға йәмәғәтселектә киң тикшерелгән “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт күрһәтеүгә хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында”ғы закон проекты сығарыла. Дәүләт Йыйылышының комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин уны тәҡдим итеп, фекер алышыуҙа, депутаттарҙан тыш, йорт комитеттары союзы, юристар ассоциацияһы вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнашты, тип хәбәр итте. Һөҙөмтәлә 24 төҙәтмә әҙерләнде. Уларҙы ҡабул итергә тәҡдим индерелде.
“Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына