Редакция почтаһындағы хаттарға байҡау яһар алдынан гәзитебеҙҙең даими авторҙарына, йәғни тоғро дуҫтарыбыҙға, рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Уларҙың әйләнә-тирәләге хәл-ваҡиғаға битараф ҡалмауы һоҡландыра, эшсән һәм өлгөлө ғаиләләр менән таныштырып тороуҙары шатландыра. Шулай уҡ хат-хәбәрҙәре менән гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуға һәм баҫмабыҙҙы таратыуға ла тос өлөш индерәләр.
Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла МИҺРАНОВ ағайҙың әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Нисәмә йыл ул беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә! Үҙ төбәгенән оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәр һәм ябай эшселәр хаҡында йылы һүрәтләмәләр яҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 912 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихаталар ҙа күркәмләнер...Их, беҙҙең Өфө матур һәм төҙөк тә һуң! Айырыуса “ҡыҙыл һыҙат”та урынлашҡан урамдар менән ихаталар күркәм. Әммә саҡ ҡына төпкәрәк инә башлаһаң, ватыҡ асфальт, күп йылдар ремонт күрмәгән ихаталар, хөрт кенә балалар майҙансығы һәм былай ҙа ҡыҫынҡы урамда тығылып ултырған шәхси гараждар...
Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында йәшәүселәр өсөн был таныш хәл. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән бергә ошоноң кеүек бер нисә ихатала булды. Беҙ төбәк башлығын СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 45/1 адресы буйынса ҡаршы алдыҡ. Ихатала асфальт бөтөнләй юҡ ине. Бәлки, ул ҡасандыр булғандыр... Юлдағы тишек-тошоҡто күп мәртәбә ямағандар, тик бынан ни фәтүә! Кешеләр абына, машиналарҙың аҫты бәрелә. Ә йорт алдына ҡуйылған автомобилдәр араһынан йөрөүе лә ҡыйын. Йорт комитеты рәйесе Лидия Меньшова әйтеүенсә, уларға ихатаны киңәйтергә шәхси гараждар ҡамасаулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 997 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батмайым тиһәң, әмәлен тапСалт аяҙ көн ҡапыл ғына ҡараңғыланды ла китте. Әллә ҡайҙан ялбыр ҡара болот сығып ҡаты ғәрәсәт ҡупты. Иҫ киткес ғәйрәтле өйөрмә Киҫәкҡайын ауылы тирәләй ыжғырып әйләнгеләне лә ауыл ситендәге теплица комбинаты өҫтөндә “бейергә” кереште.
— Ғәрәсәт ҡоролманың 1 мең квадрат метрҙан ашыу ҡыйығын селпәрәмә килтерҙе, — тип һөйләй “Нефтекама” теплица комбинаты етәксеһе Риф Зарипов. — Бер миллион һумлыҡ зыян һалды. Ҡыйыҡты тиҙ арала йүнәтмәһәң, йылыға күнеккән йәшелсә үҫентеләренең асыҡ һауала һә тигәнсе юҡҡа сығыуын көт тә тор! Матди ярҙам һорап урындағы хакимиәткә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Ауыл хужалығы министрлыҡтарына мөрәжәғәт иттек тә ул... Һөйөнөскә күрә, кәрәге тейер әле тип һаҡлап тотҡан быяла бар ине, ә етмәгәнен тиҙ арала Салауаттан ҡайтарттыҡ. Киҫәкҡайын, Янбарис ауылы халҡына мең рәхмәт — ярҙамға йүгерешеп килделәр, биш көндә теплицаны ипкә килтерҙек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 860 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талпан һөжүм итәБашҡортостандан 6752 кеше талпандан зыян күреп, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.
Былтыр республикала ошо бөжәктән 3775 кеше зыян күргән. Ярҙам һораусыларҙың 29 проценты — балалар. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 58,6 процентына профилактика үткәрелгән.
Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 апрелдән 3122 талпан тикшерелгән, шуларҙың 206-һында (6,6 %) талпан энцефалиты вирусы асыҡланған. Әммә быйыл халыҡтың был ауырыу менән сирләү осрағы теркәлмәгән.
Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, талпан апрель уртаһынан июнь аҙағына тиклем әүҙемләшә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре прививка яһатыуҙы сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы сараһы тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 902 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Икенсе Баҡы” ғына түгел...Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе егерменсе тапҡыр үтә
Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар-2012” күргәҙмәһе эш башланы. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Күргәҙмә ойошторолған “Өфө-Арена”ла алма төшөрлөк тә урын ҡалмағайны, буғай, сөнки был – Рәсәйҙең нефть һәм химия тармағының иң ҙур сараларының береһе. Унда йыл да илебеҙҙең 33 төбәгенән 400-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Улар араһында “Башнефть”, “Сода”, “Транснефть”, “Татнефть”, “Полиэф”, “Сибур” һәм башҡа сәнәғәт “бәһлеүәндәре” бар. Күргәҙмәлә шулай уҡ Беларусь Республикаһы, Украина, Австрия, Германия, Израиль, Испания, Италия, Ҡытай, Корея, АҠШ, Швейцария кеүек илдәрҙең предприятиеларының экспозициялары менән танышырға мөмкин.
– Бөгөнгө күргәҙмә – Рәсәйҙә ошо тармаҡ белгестәрен туплаусы иң ҙур майҙандарҙың береһе. Газ буйынса беҙ донъяла – беренсе, нефть сығарыу буйынса ла иң эре унау иҫәбендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар үҙәгендә – Нефтекама ҡалаһыИлүс Ғарифуллин, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Эшләһәң, эш ҡарышмай”

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге Нефтекама ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихы был яҡтарҙа “ҡара алтын” ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлауға туранан-тура бәйле. 1959 йылда Кәсәү ауылы янында нефтселәр һәм төҙөүселәр ҡасабаһы ҡалҡып сыға, ә 1963 йылда ул Нефтекама ҡалаһы исемен ала. Волга-Вятка иҡтисади биләмәһендә урынлашҡан ҡаланы Өфө, Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел, Октябрьский, Ижевск, Пермь, Ҡазан, Һамар менән автомобиль юлдары тоташтыра. Тимер юлы аша Мәскәү-Ҡазан-Владивосток яҡтарына сәфәр ҡылыу мөмкинлеге бар. Нефтекамала әле 130 меңдән ашыу кеше йәшәй. Киләһе йыл үҙенең 50 йыллығын билдәләйәсәк ҡаланың социаль-иҡтисади хәле, проблемалары хаҡында һөйләүен һорап, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Фәғит улы ҒАРИФУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1204 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмғиәттең күңел һаулығы техника ҡаҙаныштарынан ҡиммәтерәкИтәғәтле, инсафлы кеше — философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин менән аралашыуҙан ҙур кинәнес алаһың.
Ул булмышы менән аралашыусан, ихлас шәхес. Хеҙмәттәштәре лә ошо хаҡта раҫлай. Уның күңел байлығы, ғәҙәттәре уйламағанда әңгәмәсенең үҙенә лә күсә.
Ф.С. Фәйзуллин — илебеҙҙә дөйөм танылған ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы, социаль философия һәм социология өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың береһе. Уның 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 48 монографияһы, техник вуздар өсөн философия дәреслектәре баҫылып сыҡҡан. Фәнил Сәйет улы етәкселегендә 50-нән ашыу уҡытыу-методик ҡулланма әҙерләнгән. Техник вуздар өсөн дәреслек улар араһында айырым урын биләй.
Милләттәрҙең һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫешендәге социаль мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хәл итеүҙә академик Ф.С. Фәйзуллиндың индергән өлөшө ғәйәт ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғата Сөләймәновтың исеме мәңгеләштереләОктябрьскийҙа Ҡурай байрамы булды
Нарыштау итәгендәге гүзәл ҡала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Мари Иленән килгән һәүәҫкәр музыканттарҙы, талантлы ҡурайсыларҙы ҡабул итте.
Ҡала мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенән ике көн буйы илаһи ҡурай моңо яңғыраны.
Тәүҙә сәхнә түренән йәш башҡарыусылар халыҡ көйҙәрен яңғыратты. Уларҙың сығышына конкурста ҡатнашыусы иң өлкән музыкант, Йошкар-Ола ҡалаһынан килһә лә, сығышы буйынса Баймаҡ районынан булған Муса Нурдәүләтов та яҡшы баһа бирҙе.
— Мин үҙем ҡурайһыҙ йәшәй алмайым, — тине ул. — Яҙмыш елдәре мине сит яҡтарға ташлаһа ла, Башҡортостан менән бәйләнеште өҙгәнем юҡ. Мари Илендә ҡурай моңон бик йылы ҡабул итәләр, күп концерттарҙа сығыш яһарға саҡыралар. Бындай саралар милләтебеҙҙең рухын байыта, телебеҙҙе, быуындан быуынға күсә килгән изге йолаларыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1087 тапҡыр // Тотош уҡырға
СелькорАуыл сумған
ҡара, йәмһеҙ төнгә,
Бөтә халыҡ
тыныс йоҡола.
Ара-тирә
эттәр һау-һау
килеп
Өрәләр ҙә
тағы тын була.
Ауыл йоҡлай, ләкин ситендәге
Бәләкәс кенә бер өй йоҡламай,
Аҡ ҡарланып туңған тәҙрә аша
Йылт-йылт итеп зәғиф ут ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көслө аппарат — “Башҡортостан” газетаһынаБашҡорт ярлыларының үҙ әҙәбиәттәре, үҙ телдәре менән аң-белемгә ынтылып, “Башҡортостан” газетаһы менән пролетариат матбуғатына сығыуҙарына бөгөн теүәл биш йыл тулды.
Бына был биш йыллыҡ эш, башҡорт ярлыларының батшалар миҙгелендә йөҙ йылдар буйынса рус түрәләре һәм башҡорттоң ваҡ буржуалары ҡул аҫтында тарихи иҙелеп килгәнлектәрен асыҡ күрһәтеп, башҡорт ярлыларына көтөлмәгән дәрәжәлә аң-белем бирҙе. Йөҙ йылдар буйынса үҙ телдәре менән рәхәтләнеп бер һүҙ һөйләргә һәм үҙенең моң-зарҙарын аңлатырға мохтаж булған башҡорт ярлылары “Башҡортостан” газетаһының ғәмәли эштәре менән барыһынан да айырылды. Совет хадимдәре1 менән үҙенең әсә телендә һөйләшеп, аңлашып, үҙенең әсә телендә эш йөрөтә башланы.
Ҡыҫҡаһы, “Башҡортостан” газетаһы башҡорт телен хөкүмәт теле итеп үткәреүгә берҙән-бер һәм көслө аппарат булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр-моңға маһир ТаһирАуырғазы районының Әхмәр ауылында тыуған Таһир Кәримов алты йәшенән тальянда өҙҙөрөп уйнарға өйрәнә. Уның олатаһы батша армияһында полк оркестрында музыкант була, әсәһе матур йырлаған һәм ҡумыҙҙа оҫта уйнаған.
Башланғыс класс уҡыусыһы Таһир, район смотрында беренселекте алып, гармун менән бүләкләнә. Алтынсыны тамамлағанда уға тальян һатып алалар. Ә 1929 йылда сик һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ағаһы янына Ашхабадҡа китә. Бер үк ваҡытта уҡый ҙа, эшләй ҙә, ебәк туҡымалар техникумын тамамлай. Эшкә Үзбәкстандың Ҡаған ҡалаһына ебәрәләр. Буш ваҡытында ҡулына баян ала, үҙаллы нота танырға өйрәнә.
Бер ваҡыт уны Фәйзи Ғәскәров күреп ҡала һәм Өфөгә эшкә саҡыра. Шулай итеп, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыка бүлеге етәксеһе вазифаһында хеҙмәт юлы башлана. Фәйзи Ғәскәров менән Таһир Кәримов икәүләп яңғыҙ, парлы, күмәк бейеүҙәр ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 609 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға — 80 йыл
Әлхасил, быуаттар үтеп, мең бәләләргә тарып, батырлыҡты ла, бахырлыҡты ла күреп, Башҡортостан нефте үҙенең барлығын иҫбат итте. Нефть нимә, иң мөһиме — уға йән өргән нефтселәр тоҡомоноң үҫә башлауы үҙе бер тарихи күренеш ине.
Быраулау мастеры С.М. Андрияновтың хәтерләүҙәренән өҙөк килтерәм. Ул үҙе Башҡортостанға Баҡынан килгән булған икән: “Ишембай яҡындағы һәм алыҫтағы ауылдарҙан күмәкләп ағылған меңдәрсә башҡорт, татар, сыуаш егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн эшсе мәктәбенә әүерелде. Уларҙың күптәре урыҫса аңламай ҙа ине, әммә нефтселәр һәм төҙөүселәрҙең дуҫ ғаиләһендә урыҫ теленә тиҙ үк өйрәнеп алдылар. Нефть барыбыҙҙы ла берләштерҙе, аралашырға һәм бер-беребеҙҙе аңларға, эшсе һөнәрен йәһәтләп үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән аҙна саммиттарға бай булыуы менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Мәскәүҙә БДБ дәүләттәренең, АҠШ-та “Ҙур һигеҙ” илдәре һәм НАТО саммиты уҙҙы.
Күптәнге бәйләнеш дауам итә
Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Әрмәнстан етәкселәренең 15 майҙа Мәскәүҙә уҙған рәсми булмаған шарттарҙағы саммитында хәрби-техник яҡтан хеҙмәттәшлек итеү, үҙ-ара хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре һөйләшеүҙең үҙәгендә торҙо. Сәйәси сара Рәсәйҙең яңы Президенты рәйеслегендә үтте. Дөрөҫ, быйыл БДБ илдәре саммитында рәйеслек итеү Төркмәнстанға йөкмәтелгән. Уның президенты Ғорбанғале Бердымөхәммәдов Рәсәй Президенты итеп Владимир Путиндың һайланыуы һөҙөмтәһендә ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең артабан нығынасағын билдәләне. Сөнки Төркмәнстан тәбиғи газ ятҡылыҡтарына бик бай һәм Рәсәй төркмән газын күпләп һатып алыусы булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр йыл Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Хамматов һабаҡтары” тигән кисә уҙғарыла. Матур йолабыҙға әүерелгән был сарала уҡыусылар әҙиптең тормош һәм ижад юлына арнап гәзит сығара, альбом эшләй, викторина һорауҙарына яуап бирә, ғилми-эҙләнеү эштәрен яҡлай, әҫәрҙәрен тасуири уҡый, һүрәт төшөрә, инсценировка ҡуя. Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова уны йылдан-йыл мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн күп көс һала.
Был юлы ла асыҡ дәрестәр, кластан тыш тәрбиәүи саралар ҡаралғандан һуң, “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Яныбай Хамматовтың ауылдашы, Исмаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Ҡужаҡова слайдтар аша яҙыусы һүрәтләгән ер-һыуҙар менән таныштырҙы, Яныбай Хамматов ижадын үҙ күргән эшҡыуар Радик Мәхмүтовтың йылдың төрлө миҙгелендә уҡыусыларға сәйәхәт ойоштороуын һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асылыкүл! Һинең асылдарың
Ниҙә икән? Аңлап булһасы!
Ҡырҡ йыл уҙғас, һинең тарафтарға
Килтерҙе бит тормош-ҡуласа.

Көтмәгән дә инем, тағы ла бер
Килермен тип һинең ярыңа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына