28 МАЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ


05.00 “Доброе утро”
09.00 Новости
09.05 “Контрольная закупка”
09.40 “Женский журнал”
09.50 “Жить здорово!”
10.55 “Модный приговор”
12.00 Новости
12.20 “Женский доктор”. Сериал
Ком: 0 // Уҡынылар: 955 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙҙең  еңеү – беҙҙең  дә байрам“Салауат Юлаев” командаһы миллионлаған көйәрмәндәрен ҡыуандыра алмаған мәлдә, Нефтекаманың “Торос”ы тәүге тапҡыр юғары лига чемпионы булыуы барыбыҙ өсөн дә оло байрамға әүерелде. Ошо айҡанлы Президент Рөстәм Хәмитов “Торос”тың бер төркөм спортсылары менән осрашты.

Республика башлығы, хоккейсыларҙы ҡотлап, һоҡланыуын белдерҙе, уларҙың был еңеүе хоккей тарихында яңы бит асыуы хаҡында һөйләне.
– Һеҙҙең барлыҡ финал уйындарын ҡарап барҙым һәм, ысынлап әйтәм, ныҡ борсолдом. Әммә һеҙ баштан уҡ ышаныслы уйнанығыҙ, шуға ла чемпион булыуығыҙға шикләнмәнем. Йәнә бер тапҡыр билдәләйем: был — команданың, көйәрмәндәрҙең, бөтә республика халҡының байрамы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулланыусылар ҡәнәғәтБала саҡта ауыл магазинына инеп, кәштәләрҙә һығылып ятҡан төрлө хуш еҫле кәнфиттәрҙе, печенье-перәниктәрҙе, күҙҙең яуын алырҙай уйынсыҡтарҙы, болондағы сәскәләргә тиң кейем-һалымды күреп хайран ҡала инек. Тәмлекәстәрҙән ауыҙ итергә теләп, беҙ йыш ҡына шешә йыйып тапшырып, тәм-том һатып ала инек. Эйе, бала саҡтағы кәнфит-перәниктәрҙең тәме әле лә тел осонда. Мәгәр, бөгөн дә бер кемде лә кәштәләге әйбер һәм тәм-том менән аптыратаһы түгел. Бында инде район ҡулланыусылар йәмғиәте, шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген билдәләргә кәрәк. Балаҡатай районында 2002 йылда ҡабаттан ойошторолған "Нарат" ҡулланыусылар йәмғиәте лә — республикала тотороҡло эшләп килеүсе ойошмаларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 954 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңламағыҙ, йыйығыҙ!Дегәнәк

Дегәнәк — шифалы үҫемлектәрҙең береһе. Уның үҙенсәлектәрен барлап, халыҡтың дауа аяҡ аҫтында ғына тиеүенә йәнә бер инанаһың.
Дегәнәктең тамыры ла, япрағы ла, орлоғо ла ифрат файҙалы. Тамырын май йәки сентябрҙә йыялар. Туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа уны биш йыл һаҡларға мөмкин. Япраҡтарын ғәҙәттәгесә киптерәләр һәм бер йыл һаҡларға була.
Дегәнәк япраҡтарының һуты ҡанды яҡшы таҙарта. Бигерәк тә фурункулездан, һытҡы сабыртмаларынан ҡотолоуҙа яҡшы сара. Аллергияға ҡаршы үҙенсәлеге булыуы менән айырыуса ҡиммәтле. Шулай уҡ тирене һәйбәтләүгә, инсулин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, һыу һәм тоҙ алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай. Тамырының төнәтмәһен сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һәр кем эсә ала, сөнки ул һауыҡтырыу үҙенсәлегенә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – БЕЛОРЕТҠорос һынлы батыр булып, алға ғорур бағаһың...
Башҡортостандың тәүге металлургия үҙәге булған Белорет быйыл 250 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Крәҫтиәндәр һуғышын да, капитализм «сәскә атҡан» осорҙо ла, Октябрь инҡилабын да, башҡаһын да кисергән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистарҙың ҡотон алған «катюша»лар өсөн снаряд гильзалары етештергән, йыһан аппараттары өсөн махсус ҡорос сымдар яһаған, әлегәсә хаҡлы рәүештә Рәсәй сәнәғәтенең терәге һаналған ҡала бихисап ҡаҙаныштары ғына түгел, хеҙмәт һөйөүсән, аҡыллы, татыу халҡы менән дә ғорурлана ала.
Белорет районы иһә, ошоларға өҫтәп, хозур тәбиғәте менән дә дан тота. Бында йыл һайын тиҫтәләрсә мең кеше ял итә, һаулығын нығыта. Республиканың иң ҙур биләмәле, урманға иң бай төбәген күреү өсөн Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә йыш киләләр.
Ком: 2 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илнур Юламанов миллионер булмауына үкенмәйУҙған йәкшәмбе Илнур Юламанов ҡатнашлығындағы "Комикты көлдөр" ("Россия" каналында бара) тигән тапшырыу күрһәтелде. Күптәребеҙ яратып өлгөргән пародист шуның иртәгәһенә бар илгә билдәле көлкө оҫтаһы булып уянды!
Маймыл, һарыҡ, тутыйғош булып ҡыланып, танылған шәхестәргә пародия күрһәтеп, талантлы яҡташыбыҙ шоуҙа бер миллион һум ота яҙҙы. Ҡағиҙә буйынса, конкурсанттар алып барыусылар Максим Галкин менән Владимир Зеленскийҙың береһен булһа ла көлдөрөргә тейеш. Дүрт баҫҡыстан үтеп, миллионер булырға ғына торғанында, Илнурҙың сығышынан көлмәнеләр ҙә ҡуйҙылар. Аҡсаны ҡыҙғанып, хистәрен тыйырға тырыштылар тиһәк, дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Һәр хәлдә, тамашасылар менән алып барыусылар пародисты сәхнәнән оҙаҡ ебәрергә теләмәне, 14 минут буйы уның ауыҙына ғына ҡарап ултырҙы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1175 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүләк һайлау ҙа еңел түгел...Ҡунаҡҡа, тыуған көнгә йәки туйға барыр булһаҡ, нимә алырға, бүләккә нимә һайларға тип баш ватабыҙ. Кәңәш итһәң дә, аныҡ ҡына итеп әйтеүсе һирәк. Ғөмүмән, яуап бер төрлө генә түгел. Кемдер, иң яҡшыһы аҡса инде, тип иҫәпләй. Икенсе берәү, иҫтәлеккә бүләк һәйбәт, ти. Уны нисек тапшырырға белмәй аптыраусылар ҙа бар. Ысынлап та, нимә бүләк итергә һәм ҡайһылайыраҡ бирергә?

Аҡса бүләк итеү-итмәү һәр айырым осраҡта хәл ителергә тейеш. Мәҫәлән, туйға, өй туйына, яңы өйләнешеүселәргә (ғөмүмән, матди хәле ныҡ булмағандарға), ғәҙәттә, аҡса бүләк итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 887 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ һулышынан илһам алыпҠасандыр Сибай яҙыусылар ойошмаһында яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ойошторған “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталған уҡыусыларҙың ижад бәйгеһен быйыл Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова уҙғарҙы.
Һуңғы йылдарҙа был конкурс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова призына үтә. Ижад байрамында әҙибәнең ҡатнашыуы, еңеүселәргә мәшһүр “Бөйрәкәй” китабын бүләк итеүе бәйгенең мәртәбәһен арттырҙы, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә ижад ҡомары өҫтәне. Шулай уҡ Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың махсус бүләген институт хеҙмәткәре Рәүилә Хәсәнова ярышта ҡатнашҡан дүрт сығарылыш уҡыусыһына тапшырҙы, йәш яҙыусы Рәмилә Торомтаева үҙенең китабын “Ирәндек” лицейы уҡыусыһы Айгизә Вәлишинаға, ә “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләге гимназия-интернат уҡыусыһы Нурия Фәтҡуллинаға бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҙан булып оса Урал ҡаялары...Учалы районында тау-ташты онтап һатып байырға тырышалар
Гәзитебеҙҙең 31 март һанында “Саңғалыҡтың саңын ауыҙлыҡлап буламы?” тигән мәҡәлә баҫылғайны. Унда Учалы районындағы ҡот осҡос хәл тасуирлана: Мансур ауылы эргәһендәге “Саңғалыҡ” диорит карьерында ташты ҡырсын итеп ваҡлау арҡаһында тирә-яҡҡа ныҡ саң тарала, тәбиғәткә лә, кеше һаулығына ла зыян килә... Был – ямғыр яуғас та ергә һеңерлек тупраҡ саңы түгел, ә таш туҙаны. Ысынлап та шулай тәбиғәтте һәләк итергә тотонғандармы бында, әллә кемдәрҙер диорит карьерына ҡаршы эш алып барамы?
Карьер идаралығы эргәһенә килеп туҡтау менән саң-туҙан батшалығына эләктек: автомобилдән төшөп бер нисә аҙым атлауға салбар тубыҡҡа хәтлем ап-аҡ булды. Тәүҙә ҡағып маташтым да, файҙаһыҙ икәнен күреп, ҡул һелтәнем.
Ком: 1 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хыял"ға эләгеү хыялУрбанизацияның йәшәйешебеҙгә тәрән үтеп инә барыуы берәүгә лә сер түгел. Ауыл кешеһе район үҙәгендә төпләнеүҙе хуп күрә, ә ундағылар ҡалаға китеү яғында. Ауылдарҙың насар ғына янған ут шикелле быҫҡыуына, аҙаҡ килеп һүнеүенә юл ҡуймау өсөн нимә эшләргә? Сетерекле был һорауға яуапты алыҫтан эҙләйһе түгел. Ошо хаҡта Бәләбәй районының Бажен ауыл хакимиәте башлығы Зилә ЯХИНА һөйләй.

– Клуб менән мәктәп – ауылдың тотҡаһы, быны бер нисек тә инҡар итеү мөмкин түгел, – тип башланы һүҙен Зилә Рәшит ҡыҙы. – Мәҙәниәткә иғтибар көслө булған һайын әҙәм балаһы рухлы, илһөйәр була. Бажен ауылында был тәңгәлдә төрлө уй-ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 697 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына