Стәрле беҙгә өлгөСтәрлетамаҡта Ҡала көнө билдәләнде. Егәрле, эшсән стәрлеләр байрамды күңел асыуға ғына ҡороп ҡалманы. Был көндө логистика үҙәгенең беренсе сираты эшкә ҡушылды.
Тантаналарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Советы депутаты Ирек Зарипов, яҡын-тирәләге район һәм ҡалалар башлыҡтары, предприятие етәкселәре ҡатнашты.
Логистика үҙәгенең асылыуы — республика кимәлендәге мөһим ваҡиға. Стәрлетамаҡтар беренселәрҙән булып Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡуйған бурысты үтәне. Президент, аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтарҙың “бәйһеҙ” булыуына хафаланып, мәсьәләне тикшерергә һәм хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 793 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынмаһын “Урал моңо”!“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында халыҡ шығырым тулы ине. Ғәҙәттә, ял көнөндә бөтәһе лә баҡсаға йә иһә ауылға ашҡына, шуға ла концерт ойоштороусылар залды тултыра алмай. Ә бөгөн халыҡ туҡтауһыҙ мәҙәниәт һарайына ағыла. Сәбәбе ниҙә?..
“Урал моңо” төрки йәштәренең конкурс-фестивале хәҙер ун алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был осорҙа ул әллә күпме ижадсыға ныҡлы ҡанат ҡуйҙы. Ике йылға бер үткәрелгән күркәм сараны республикабыҙ халҡы көтөп ала. Ни тиһәң дә, фестиваль төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡабатланмаҫ сығышы менән күптәрҙең күңелен әллә ҡасан уҡ арбап өлгөргән.
Быйыл мәртәбәле фестивалдә 50 конкурсант ҡатнашырға теләк белдерҙе. Йыр-моңға ғашиҡ булғандарға алыҫ ара нимә инде?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 796 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһыМилли батырыбыҙға иң ҙур һәйкәл йәки Pухи ярлылыҡтан арынырбыҙмы?

Мәрхәмәтһеҙ ваҡыт алға ҡарап йән-фарман елдереүен генә белә. Уны, ҡаты ҡуллы хужа булып, бер мәлгә туҡтатыу ҙа, бойороу ҙа мөмкин түгел. Һиҙҙермәй генә үткән ваҡытты ҡайтарып та, ҡабатлап та булмауы үкенесле. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аҙ ғына ваҡыт арауығында ҡола яланда барлыҡҡа килгән Салауат ҡалаһы ла, гүзәл йәшлек осорон артта ҡалдырып, бөгөн олпатлыҡ, өлгөргәнлек дәүеренә аяҡ баҫты. Хәйер, тарих үлсәмдәре буйынса 63 йәш “малайлыҡ” осоро ғына әле ул.

Исеменә тура килһен есеме

156,1 мең кеше йәшәгән, халыҡ һаны буйынса республикала өсөнсө урында торған, сәнәғәт етештереүе өлкәһендә алдынғылыҡты бирмәгән йәшеллек ҡалаһының ҡасандыр беҙ белмәгән әллә күпме тереклек эйәһе мыжғып торған диңгеҙ төбө булыуын күҙ алдына килтереп ҡараһаң, ваҡыттың йәнә ниндәй аяуһыҙ, үҙгәреүсән икәненә инанаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өс бәләкәс аяҡ осонда йоҡлай...”Ете баланы тәрбиәгә алған Әхмәтвәлиевтәргә торлағын киңәйтеүҙә кем ярҙам ҡулы һуҙыр?
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: әле һүҙ барасаҡ ғаилә кеүектәр тормошобоҙҙа һирәгерәк осрай. Шаран районындағы Әхмәтвәлиевтәр, ике балаға ғүмер бүләк итеүҙән тыш, яҙмыш ҡосағына ташланған, ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙарға йөрәк йылыһын да еткерә. Уларҙың ете етемде тәрбиәгә алыуы, минеңсә, үҙе бер батырлыҡҡа тиң.
Күркәм ғаилә менән тәүге тапҡыр өс йыл ярым самаһы элек танышҡайныҡ. Люзиә Рауил ҡыҙы менән Фәнис Нәжип улын ҡыуаныслы ваҡиғалары айҡанлы ҡотлағайным. Өфөлә Конгресс-холда ойошторолған тантанала күмәк балалы Әхмәтвәлиевтәрҙе сәхнә түренә саҡырып ҙурлағайнылар. Уларға “ГАЗель” автобусы асҡысы тапшырғайнылар.
Оҙаҡламай ғаилә йылыһына тилмергән балаларҙы ҡурсалаған миһырбанлы ата-әсәнең исем-шәрифе тағы алыҫ тарафтарға яңғыраны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1003 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә”Йырлы-моңло “Юлдаш” каналының популяр алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йырсы, тиҫтәләгән йырҙар авторы Нурия Абдуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Ул яғымлы, ихлас, алсаҡ, моңло тауышы менән халыҡ күңелендә күптән инде урын алған. Бигерәк тә “Ҡунаҡ өй” тапшырыуы аша ул меңәрләгән радио тыңлаусының дуҫына, кәңәшсеһенә, тәрбиәсеһенә әүерелде. Уның төрлө яҡлы ижады ҙур баһаға лайыҡ.
Талантлы моң эйәһе Нурия Нәсибулла ҡыҙы Әлшәй районының Баязит ауылында алты балалы йыр-моң яратҡан ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһенең колхозда ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡайҙандыр аҡса йүнләп, балаларына гармун һатып алып биреүе моң иленә нигеҙ һалған тиергә була. Эйе, күп балалы колхозсы ғаиләһе былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1154 тапҡыр // Тотош уҡырға
Театр рухты уятырБашҡортостанда тыуып үҫеп, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләп йөрөгән талантлы яҡташтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе — Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры, билдәле режиссер Булат Батыр улы Хәйбуллин.
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Туфан Миңнуллиндың әҫәре буйынса “Алты ҡыҙға бер кейәү” спектаклен сәхнәләштергәйне яҡташыбыҙ, эшен тамашасы йылы ҡабул итте. Бынан тыш, Ф. Саҙрыевтың “Тәҙрәгә егет килгән”, А. Ғиләжевтең “Тау аҫтында ҡайнар шишмә”, К. Гольдониҙың “Хәйләкәр тол ҡатын” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәре лә театр һөйөүселәр күңеленә хуш килде. Башҡорт драматургтарының да әҫәрҙәрен Ырымбур тамашасыһы менән таныштырып тора ул.
Бөгөн Булат ХӘЙБУЛЛИН — Өфө ҡунағы. Форсаттан файҙаланып, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 876 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика делегацияһы етәксеһе сифатында “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIII съезы эшендә ҡатнашты.
Партияның съезына өс меңгә яҡын кеше йыйылды. Дмитрий Медведев бер тауыштан “Берҙәм Рәсәй”ҙең рәйесе итеп һайланды. Рәсәй Хөкүмәте башлығы үҙенең кандидатураһын яҡлағандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп, артабан да берлектәге һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуға ышаныс белдерҙе. ХIII съезд делегаттары шулай уҡ партияның яңы редакциялағы уставын раҫланы.
“Рәсәй төбәктәренең яңы эшмәкәрлек этабына күсеүе, иҫке механизмдарҙың һөҙөмтә бирмәүе аңлашыла, эште замансалаштырырға, шул иҫәптән тактиканы һәм стратегияны үҙгәртергә кәрәк, — тине журналистар менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыңланым тау түбәһендә тынлыҡты көпә-көндөҙ...Бәхтейәр

Әрем

Тыуған өйҙөң урынында
Башын эйә күк әрем.
Ул әле баш эймәҫ борон
Бында башым күтәрҙем.

Анау сөрөк ятҡан ерҙә
Тора ине утъяҡҡыс.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлшәй, Ауырғазы, Балтас, Бүздәк, Бөрйән, Ейәнсура һәм Мәләүез райондарында һабантуйҙар үтте. Ауыл эшсәндәре халҡыбыҙҙың милли байрамына күтәренке кәйеф һәм дәрт менән йыйылды, сөнки ҡыр эштәре ваҡытында тамамланды, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды. Малсыларҙың да йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел. Мал уңышлы ҡышлаған, аҙыҡҡа ҡытлыҡ булманы. Һыйыр малы һанының кәмеүенә юл ҡуйылманы. Әле малдар йәйләүгә сығарылған.
Һәр йылдағыса, һабантуйҙа яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарған, малдарҙы имен-аман ҡышлатҡан хужалыҡтар, баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән механизаторҙар, малсылар дипломдар, Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндөҙгө эре энәлек күбәләгенең ҡанатында ҡара һыҙаттар бар. Осҡанда ҡанаттары 7 сантиметрға тиклем йәйелә. Беҙҙең яҡта улар, ғәҙәттә, ҡурсаҡтан июнь айында сыға. Энәлек күбәләгенең ҡарышлауығы алмағас, груша, муйыл, энәлек, миләш, сейә һәм башҡа емеш ағастарының япрағын ашай.
Болон күбәләгенең ҡарышлауығы көндөҙ әүҙемләшә. Болотло көндә һәм төндә улар аҙ хәрәкәт итә. Был күбәләктәр һутлы япраҡлы үҫемлектәргә — көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, борсаҡ, люцерна, картуф, кукуруз, йәшелсә һәм ҡауын-ҡарбузға өҫтөнлөк бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына