СудокуСудоку сисеп ҡарағыҙ әле. Бына уның шарты: буш шаҡмаҡтарҙы 1-ҙән 9-ға тиклемге һандар менән тултырығыҙ. Һәр юлда горизонталь буйынса ла, вертикаль буйынса ла, шулай уҡ ҡалын һыҙыҡтар менән билдәләнгән барлыҡ туғыҙ блокта ла бер иш ике һан булырға тейеш түгел. Ябай һәм ауырыраҡ ике вариант тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һау бул, мәктәп!Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Көмөш ҡыңғырау сыңы XI класты тамамлаған 27 меңдән ашыу һәм IX класты бөткән 43 меңдән ашыу уҡыусыны оло тормош һуҡмағына сығара. Ялҡытҡыс оҙон дәрестәр, күңелле тәнәфестәр, талапсан уҡытыусылар... Һуңынан бик һағындырасаҡ, күңел түрендә онотолмаҫ хәтирә булып һаҡланасаҡ әле был мәлдәр!
Кинйәбулат урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары ла был көндө һағыш һәм тулҡынланыу аша кисерә.
— Күңелем менән оло тормошҡа аяҡ баҫҡанымды аңлаһам да, хистәрем тынғы бирмәй. Мәктәбемде бик һағынырмын инде. Уҡытыусыларым, дуҫтарым, класташтарым... Көн дә һинең яныңда булған, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәрем менән айырылышыуы ауыр. Уҡытыусыларыма мең рәхмәт, уларҙың йөҙөндә һәр ваҡыт яҡлаусыбыҙҙы, һаҡлаусыбыҙҙы күрҙек, — ти XI класс уҡыусыһы Эльвина Ғәниева.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1243 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабый күңелен аңлайыҡКисә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың илле икенсе ултырышы булды.
Көн тәртибенә барлығы 68 мәсьәлә сығарылды.
Тәүҙә Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың сығышы тыңланды. Ул 2011 йылда Башҡортостанда бала хоҡуғын, азатлығын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау темаһына арналды. Вәкил етемдәрҙең артыуы, ҡайһы бер учреждениеларҙа сабыйҙарҙың хоҡуҡтары боҙолоуы, шулай уҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы уҡытыу йәһәтенән хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.
Депутаттар “Башҡортостан Республикаһының закондар мониторингы”, “Эсәр һыу тураһында”ғы закондарға үҙгәрештәр индереү, сит илдәрҙең инвестиция эшмәкәрлеге кеүек 12 закон проектын ҡабул итте, бер нисә ҡала буйынса мировой судьяларҙы раҫланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларҙың яҙмышы менән кем уйнай?Күптән түгел Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында “Пусть говорят…” тапшырыуында Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән ғаиләне күрһәттеләр. Тапшырыуҙан һуң редакцияға шылтыратыусылар күп булды. Кемдер ғаиләнән тартып алынған балаларҙы йәлләне, кемдер олатай-өләсәй өсөн көйөндө, ҡайһы берәүҙәр опека хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләне. Был борсоулы хәлдең сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында Ғафури тарафтарына юл тоттоҡ.
Әлбиттә, күпме кеше, шунса фекер тыуа. Башҡортостан халҡын ғына түгел, Рәсәйҙе лә шаңҡытҡан был хәл Красноусол ауылын да ике “фронт”ҡа бүлгән. Ауыл ерендә хәбәр йәшен тиҙлегендә тарала. Йыбанмаған һәр кем әлеге ваҡиғаны тәфсирләп тикшереп сыҡҡандыр.
Хәл былай була. Бынан 12 йыл элек Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе шатлыҡлы ваҡиға кисерә: килен тейеш кеше (йәштәр яҙылышмай ғына атай-әсәй була) игеҙәк малайҙар алып ҡайта.
Ком: 1 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамырыбыҙ —тыуған ерҙәУҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһында ирле-ҡатынлы Сирғәле Ишемғолов менән Рәхилә Ғөбәйҙуллина, бер нисә айлыҡ улдары Буранбайҙы һәм бер сумаҙандарын күтәреп, Сорғот ҡалаһына юллана. Ике тиҫтә йылдай ваҡыт үткәс, ояларынан дүрт ҡошсоҡто кире Башҡортостанға осорорҙар тип кем уйлаһын!
— Баймаҡ районында тыуып үҫтек. Өй һалып бөткән ерҙән, иптәштәребеҙгә эйәрептер инде, Себер яғына сығып киттек. Бер нисә йылдан ҡайтырбыҙ тип уйлағайныҡ, бер-бер артлы дүрт бала үҫтергәс, шунда төпләндек, — тип ғүмер йомғағын һүтә яҡташтарыбыҙ.
Сирғәле Мөхәмәтғәле улы менән Рәхилә Әбделғәлим ҡыҙы, башҡорт мөхитенән ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ул һәм ҡыҙҙарын милли рухлы итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән, туған телдең тәмен белеп һөйләшергә өйрәткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 896 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай аманатына тоғролоҡ“Тормош ҡанундары буйынса беҙгә шул билдәле: кешеләр нәҫел ҡалдырыу өсөн йәшәй. Мин шуға шат: фронтта үлеп ҡалһам да, нәҫелем дауам итәсәк. Хәҙер беҙҙең өс балабыҙ бар. Шулай итеп, беҙҙең быуын киләсәктә лә йәшәйәсәк...”
“...Үҙемә тапшырылған эште намыҫ менән башҡарырға тырыштым. Ләкин кешелек донъяһы өсөн файҙа килтерерлек эш ҡалдыра алманым”.
Ябай ғына һүҙҙәр. Уларҙы әйтеүсенең һуғыш яланында ятып ҡалған миллиондарҙың берәүһе икәнен аңлағас та, һәр һүҙҙең тормош программаһының ҙур-ҙур бүлектәренә торошло икәненә инанаһың. “Балаларҙы уҡыт. Мин үҙем дә уҡый алманым, ә улар уҡыһын, кеше булһын”. Йәғәфәр Сәйетбаттал улы Ғәлин (Әбделғәлимов) балаларына аманатын тормош иптәшенә яҙған хаттары аша тапшыра алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң көслө кеше дәртләндергәс...Арғаяш районының Аҡбаш ауылында Эльбрус Ниғмәтуллиндың армспорт буйынса IX турниры булды. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының спорт буйынса комиссияһы етәксеһе, стронгмен буйынса донъяның вице-чемпионы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирында дүрт тапҡыр еңгән бәһлеүән тап ошо ерҙә тыуып үҫкән.
Урындағы урта мәктәптә ойошторолған ярышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Хәкимов менән физик культура һәм спорт идаралығы етәксеһе Руслан Әлимов бәйгеселәргә таһыллыҡ, юғары ҡаҙаныштар теләне. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосоповтың ҡотлау сәләмен йәмәғәт берекмәһе ағзаһы Наил Шәйҙуллин еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сиҙәмселәр ҡасабаһындаЫрғыҙ — Һамар өлкәһендә иң яңы, шул уҡ ваҡытта иң ҙур, төҙөк башҡорт ауылы. Яңы, сөнки илдә колхоз-совхоздар ойошторола башланғас ҡына нигеҙ һалынған уға. Колхоздар башлыса ауылдарҙа төҙөлһә, совхоздар, дәүләт предприятиелары булараҡ, ҡола яландарҙа тиерлек ҡалҡа. Һуңынан ғына, көс туплағас, уларға ауылдарҙы ҡуша башлайҙар. Һәр хәлдә, Ырғыҙ менән дә шулай була.
— Тәүгеләрҙән булып килгән ҡаҙаҡ бабай былай тип һөйләй торғайны: “1932 йылда ҡаҙыҡ ҡаҡтыҡ та землянкалар ҡаҙҙыҡ. Һуңынан яйлап саман һуҡтыҡ...” — тип бәйән итә ауыл тарихын “Украинка” совхозында оҙаҡ йылдар идарасы булып эшләүсе Заһретдин Туғыҙбаев. — Ырғыҙ — өлкәлә тәүге сиҙәмселәр ауылы. Илленсе йылдарҙа төрлө тарафтан сиҙәм күтәрергә килделәр. Беҙ 1954 йылда төпләндек. Ул саҡта халыҡтың 40 проценты тирәһе башҡорт ине, ҡалғаны төрлө милләт вәкилдәре булды. Хәҙер иһә Ырғыҙ — саф башҡорт ауылы, сөнки башҡалар совхоз үҙәге Украинкаға, бүтән яҡтарға күсеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ күңелдә яралаБашҡа милләттәр менән татыу, килешеп йәшәү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәләре һуңғы йылдарҙа артҡы планға күсә, онотола бара. Онотолоу ғына түгел, тарһыныу, бер халыҡты икенсеһенән өҫтөн ҡуйырға тырышыу ҡайһы бер экстремистик, шовинистик ҡарашлы кешеләр тарафынан алға һөрөлә. Йөҙҙән ашыу милләтле Рәсәйҙең теге йәки был ҡитғаһында ҡайта-ҡайта тоҡанып торған, бихисап бәлә-ҡаза килтергән низағтар ҙа йәнгә әсенеүле, шомло шик-шөбһә өҫтәй.
Ике йыл элек Мәскәүҙең Манеж майҙанында булған ғауғалы, ҡорбанлы сыуалыш юғарыла әйтеп үткәндәремә асыҡ бер миҫал. Ҡайҙа бара илебеҙ, был ҡурҡыныс тартҡылаштарҙың нигеҙендә нимә ята, һыйышып, аралашып йәшәргә беҙгә нимә ҡамасаулай? Милләттәрҙең тигеҙлеген һанға һуҡмаған битараф ҡараш киләсәктә лә йәшәһә, бер күрше икенсеһен күрә алмау сигенә етһә, Рәсәйебеҙҙең ҡабаттан яҙғы боҙҙай ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеүен көт тә тор.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеү түгел, тормош өсөн көрәшБашҡортостандағы иң айыҡ кешеләр Салауат районының Көҫәпәй, Әбйәлил районының Ҡырҙас һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылдарында йәшәй икән. Был — уҙған йыл дауамында республикала барған “Айыҡ ауыл” конкурсының рәсми йомғаҡтары. Еңеүсе ауылдарҙың һәр береһенә 200-әр мең һумлыҡ премия бирелде. Аҡса ауылдарҙа физкультура менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар төҙөүгә, спорт ҡорамалдары һатып алыуға, ҙур мәҙәни саралар ойоштороуға йүнәлтелергә тейеш.
Бәйге еңеүселәрен уҙған аҙнала Өфөләге Конгресс-холда тәбрикләнеләр. Залда буш урындар булманы тиерлек — конкурста ҡатнашҡан барлыҡ ауылдарҙан вәкилдәр йыйылғайны унда. Белеүебеҙсә, бәйгелә республиканың 41 районынан 99 ауыл ярышты. Шарттар үтә лә ябай: ни бары иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай. Тәү ҡарашҡа ауыр кеүек тойолһа ла, күп кенә ауылдарҙа эсмәҫкә өйрәнә башланылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 48 Алға
Бит башына