Кәкүк саҡыра башлау менән һыу төшөргә була, тигән һынамыш бар. Тик әлегә һыу йылынмаған. Шуға ҡарамаҫтан, көндәрҙең эҫе тороуына һылтанып, күптәр ял мәлендә яр буйына ашыға. ...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башынан һыуҙа дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала, һәләк булған.
Йылға, күл буйына сыҡҡан өлкәндәр йыш ҡына иҫерткес эсемлек тә ала. Эскән килеш һыу инеү күп ваҡыт фажиғәгә сәбәпсе була ла инде. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһы эргәһендәге күлдәрҙең береһендә ике ир һыу төшөп, ял итергә булған. Эҫе ҡояш нуры менән араҡы ирҙәрҙең береһен тиҙ арала “йыға һуҡҡан”, ул йоҡлап та киткән. Уянһа, эргәһендә дуҫының кейеме генә ята. Ир шунда уҡ ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан, ләкин һуң булған…
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәте, оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра профессоры Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы — II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы; балаларҙы тәрбиәләүҙәге һәм ғаилә традицияларын нығытыуҙағы хеҙмәте өсөн Ауырғазы районы Юламан ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ивановой Алексей Яковлевич, Ауырғазы районынан Иванова Вера Александровна — “Ата-әсәлек даны” ордены; Мәләүез районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гавва Николай Алексеевич, Мәләүез районының “Проект-смета төркөмө” муниципаль унитар предприятиеһының төп инженер-төҙөүсеһе Гавва Ольга
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 – 28 майҙа Истанбулда Башҡортостан Республикаһы көндәре үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселек иткән рәсми делегациябыҙҙың сәфәре Истанбулдың Фәтих районы башлығы Мостафа Демир менән осрашыуҙан башланды.
Сарала туғандаш райондар араһында ғына түгел (Өфөнөң Киров районы менән Фәтих районы бер нисә йыл элек дуҫлыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны), шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы менән боронғо Константинополь араһында тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырыу хаҡында һүҙ барҙы.
Төркиәләге коллегалар тарихи урындар, мәҙәниәт менән танышыу, шулай уҡ биатлон буйынса донъя чемпионатында һәм “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыу өсөн республикаға саҡырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһы ойошторолдо. Был коллегиаль кәңәш биреү органы дәүләт, дәүләт граждан хеҙмәте, республика ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнәсәк.
Дәүләт, урындағы үҙидара органдарына кадрҙар мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, республикалағы кадрҙар сәйәсәтенең башҡа мөһим мәсьәләләрен ҡарау комиссияның бурысы булып тора.
Был эшкә ғалимдарҙы, йәмәғәтселек вәкилдәрен, бойондороҡһоҙ эксперттарҙы йәлеп итеү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ үҙенең икенсе Указы менән Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы составын раҫланы, уға 18 кеше инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында эшләргә теләүселәр күпСит илдә прогрессив үҫешкән малсылығы булған дәүләтте алдынғы тип һанайҙар. Шул уҡ ваҡытта сусҡасылыҡ, малсылыҡ файҙаһыҙ тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә бына Дыуан районының "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге малсылыҡты отошло тармаҡҡа индерә. Бында әле ике меңгә яҡын баш һыйыр малы, 4500 сусҡа, 400-шәр һарыҡ һәм йылҡы бар.
Хужалыҡтың сусҡа комплексы алдынғы, юғары технологиялы предприятиеларҙан һанала. 57 кеше сусҡа үрсетеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнә. Бер инәнән кәмендә 12-13 сусҡа балаһы алалар. Тәжрибәле оло мастерҙар менән бер рәттән әле генә уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр ҙә бында тырышып эшләй. Мәҫәлән, Регина менән Йәмил Абдуллиндар Башҡортостан дәүләт аграр университетының зоотехния факультетын тамамлап, Дыуанға эшкә ҡайтҡан. Икәүһенә лә эш оҡшай, уларҙың торлаҡ мәсьәләһе лә тиҙҙән хәл ителәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 962 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаймаҡтарын “һә” тигәнсе алып бөтәләрХәҙер ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек ризыҡ эшләп сығарыу менән кемдәр генә һәм ҡайҙа ғына шөғөлләнмәй. Ләкин “Тәтешле май заводы” муниципаль унитар предприятиеһы етди конкуренция шарттарында ла юғалып ҡалмай, үҙ йүнәлешенән тайпылмай.
Бөгөн һатып алыусылар даирәһе шаҡтай ҙур һәм талапсан. Шуға ла сифатҡа айырыуса ныҡлы иғтибар бирелә. Май заводының үҙ лабораторияһы бар. Унда һөттөң таҙалығын, майлылығын ғына билдәләп ҡалмай, ә продукция эшләгәндә ҡулланыла торған өҫтәмәләрҙең сифатын да тикшерәләр, етештереү технологияһының теүәл һаҡланыуын күҙәтәләр. Һөт ризыҡтары һыуытҡыс камераларҙа туҡталып тормай, шунда уҡ ҡулланыусыларға оҙатыла. Өфө, Нефтекама, Яңауыл, Бөрө, Балтаста һәм башҡа урындарҙа завод продукцияһын “һә” тигәнсе алып бөтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын — ерҙән, ғалим илдән сығаҺуғыштан һуңғы йылдарҙа яуҙан ҡайтҡан ағайҙарҙың бер нисә йыйылыр урыны булыр ине. Был урындар — ауылдың уңайлы берәй ҡалҡыу ере, бәләкәй генә магазин йәки клуб алды. Тәмәке төрөп көйрәтәләр, көндәлек эш хаҡында әңгәмәләшәләр, күргән-кисергән һуғыш мажараларын хәтерләүгә төшөп китәләр, үҙ-ара төрлө мәҙәктәр ҙә һөйләп алалар.
Беҙ — малайҙар — шул ағайҙар тирәһендә уралышабыҙ. Юҡ-юҡта, күҙ ташлап, беҙгә лә берәй һүҙ әйтеп ҡуялар. Шундай “йыйылыш”тарҙың береһендә, яныбыҙҙан үтеп барған ҡара ҡаҡса малайҙы күреп, яугир, һынамсыл ҡарашлы Сәйфетдин ағай:
— Күрерһегеҙ, ошо егеттән рәт сығасаҡ, ҙур кеше буласаҡ ул, — тип ҡуйҙы. Тиңдәштәренән берәү:
— Күрәҙәсе инде һин, бөтәһен дә алдан беләһең дә ҡуяһың, — тип мыҫҡыллы йылмайҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 828 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташтарыбыҙ — Парижда1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышына тиклем башҡорт халҡы, Рәсәй дәүләтенең һуғышсан ҡатламы исемлегенә индерелеү сәбәпле, был дәүерҙә бөтә төр яһаҡтарҙан азат ителә.
Һәр һуғышсы тәүлек эсендә әҙерләнеп, ҡылыс, ағас һаплы һөңгө, йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, бер айлыҡ аҙыҡ-түлек алып, поход старшинаһы етәкселегендә, ике яҡшы аттың береһенә атланып, икенсеһен йәнәштән эйәртеп, билдәләнгән урынға килеп етергә тейеш булған.
Тарихтан билдәле булыуынса, 7-се кантон бүленешенән, хәҙерге Ғафури, Ишембай райондары биләмәһенән 1811 йылдың майында, Ишәй ауылы янында, Йомағолов тигән поручик тарафынан бер мең һыбайлы казактан торған резерв командаһы төҙөлә. Командаға, минең фараз буйынса, тыуған ауылым Яугилденән туғыҙ уҙаман эләгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1135 тапҡыр // Тотош уҡырға
Масаҡ тауын артылғас...Ғүмереңдең дәртле яҙҙары, сыуаҡ йәйҙәре, алтын көҙҙәре, сал ҡыштары тураһында ғорурланып һөйләр хәтирәләрең булыуы — үҙе бер бәхеттер. Байғаҙы ауылында йәшәүсе Шаһимырҙан Рәхмәтуллиндың ундай шатлыҡтары, шөкөр, мул. Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған уҙаман, яҙмыш артыҡ иркәләмәһә лә, уның һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бөгөн дә бына тигән итеп, балаларына, ейәндәренә терәк булып ғүмер итә.
Шаһимырҙан апаның (атай-әсәйҙән өлкән ир кешене бында шулай атайҙар) атаһы, колхоз рәйесе Аллабирҙе Рәхмәтуллин, 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа юллана. Китә лә... тыуған яҡтарына юлы өҙөлә — 1943 йылдың аҙағында “ҡара ҡағыҙы” килә.
Ауыр һуғыш йылдарында барлыҡ балалар татыған етемлек, аслыҡ, юҡлыҡ һурпаһын һемереп, эштә бешегеп үҫкән Шаһимырҙан, ауылда IV класты тамамлағас, ике йыл Ҡыпсаҡ мәктәбендә белем ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мохтаж булып йәшәмәйекДәртле, тырыш, әүҙем ханым Наилә Дамир ҡыҙы үҙенең бөтөн булмышын иң изге һөнәргә — уҡытыусылыҡҡа — арнаған, әммә тормошо мәғариф өлкәһе менән генә сикләнмәй, йәмәғәт эшмәкәрлеге, үҙешмәкәр сәхнә менән үрелеп бара.
Наилә Буранғолова — Салауат районы ҡыҙы. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, Илеш районында йүнәлтмә буйынса башланғыс класс балаларын уҡыта, шул саҡтан уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, концерттар, кисәләр ойоштора, уларҙы үҙе алып бара. Бейеү менән шөғөлләнгәнлектән, ул балалар өсөн түңәрәк тә асҡан.
Бынан 25 йыл самаһы элек Өфөнөң Дим районындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се мәктәпкә килеп урынлаша. Унда беренсе тапҡыр башҡорт телен предмет булараҡ уҡыта башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 48 Алға
Бит башына