Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡмы?

Иң оҙон мыйыҡлы кеше Һиндостанда йәшәй икән. Рам Сингх Чаухан атлы был ирҙең мыйығының оҙонлоғо — 4,27 метр.

Теленән бал тамамы икән?


Иң оҙон телле кеше Калифорнияла булып сыҡҡан. Гиннесс рекорды китабында был ханымдың теленең оҙонлоғо 9,65 сантиметр тип теркәлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Илнур Юламанов ижад иткән йыр)

Мөхәббәт йәшәһә йөрәктә,
Наҙ булып моң тула күңелгә.
Сихри йыр йырлата, бейетә,
Һағыштарҙы юҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1011 тапҡыр // Тотош уҡырға
1. Ҡул бармаҡтарын йоҙаҡлап йомарлағыҙ.
Һул ҡулығыҙҙың баш бармағы иң өҫтә ҡалһа, ҡағыҙға "Һ" хәрефен яҙығыҙ. Уң ҡулдыҡы булһа, "У" тип билдәләгеҙ.

2. Сәпкә атаһығыҙ тип хис итегеҙ.
Сәпкә һул яҡ күҙегеҙ менән ҡараһағыҙ — "Һ", уңы асыҡ ҡалһа, "У" тип яҙығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 691 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юҡ, шаяртыу түгел был. Ысынлап та,
1-2 июндә Сибай ҡалаһында уҙасаҡ “Ирәндек батыры-2012” I республика спорт фестивале еңеүсеһен арғымаҡ көтә. Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына, 1812 йылғы Ватан һуғышының
200 йыллығына арналған бәйге милли көрәш, йүгереү һәм мылтыҡтан атыу кеүек конкурстарҙы үҙ эсенә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ҡортоноң аҙығы, туҡланыуы
Бал ҡорттары үҫемлектәрҙән татлы һут һәм сәскә һеркәһе йыя. Уны аҙыҡҡа — балға һәм һитәгә — әүерелдерәләр. Ҡорттарға йәшәү, эшләү һәм үрсеү өсөн, башҡа бөжәктәр һәм хайуандар кеүек, аҙыҡ талап ителә. Һитә аҡһымдарҙы, майҙарҙы, углеводтарҙы үҙ эсенә ала. Быларҙан тыш, бал ҡорттарына күп булмаған миҡдарҙа минераль матдәләр (тоҙҙар), витаминдар кәрәк.
Аҡһым айырым матдәгә — азотҡа бай, ул инә ҡорт һөтө составына инә. Углеводтар, майҙар, минераль матдәләр, витаминдар ҡорттарға энергияның төп сығанағы булып хеҙмәт итә, ә ҡорттарҙың бөтөн эшмәкәрлеге ошо энергия арҡаһында башҡарыла. Умартаға ҡорттар, татлы һуттан, һеркәнән тыш, һыу ҙа килтерә.
Татлы һут — углеводлы аҙыҡ, шәкәрҙән (сахароза, глюкоза, фруктоза), һыуҙан, бер аҙ күләмдә аҡһымдан, минераль тоҙҙарҙан ғибәрәт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙҙарға ҡарағанда, аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы булмаҡсы. Күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф һәр саҡ юлдаш булыр. Айырыуса йыраҡ юлға сығыусылар уңыр. Ҡайҙалыр сәйәхәт ҡылыу өсөн бик ҡулайлы мәл. Тик был аҙнала хәл-ваҡиғаларға баһа биреүе, уларҙы алдан күҙаллау, мөмкинлектәреңде, һәләттәреңде баһалау ҡыйын булыр. Артыҡ хыялдарға бирелмәгеҙ, сөнки улар тормошҡа ашмаясаҡ, киреһенсә, ҡамасаулаясаҡ ҡына. Күпкә өмөт итеп, алдана күрмәгеҙ. Ниндәйҙер яңылыҡ белеп ҡалырға тырышығыҙ, бөтөн көсөгөҙҙө уҡыуға, белемегеҙҙе камиллаштырыуға йүнәлтегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында дуҫтарығыҙ менән күберәк аралашырға тырышығыҙ.
Дүшәмбе мөһим эштәргә тотоноғоҙ, улар уңышлы тамамланыр. Шишәмбе эшлекле даирәләрҙә барыһы ла уңай барасаҡ. Шаршамбы эш башлағанһығыҙ икән, ташламағыҙ. Уны ахырына тиклем еткерә алһағыҙ, шәп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 708 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәү өлкәһенең Щелково ҡалаһында уҙған “Мини-футбол — мәктәпкә” дөйөм Рәсәй проекты финалында тренер Винарис Минһажевтың республикаға билдәле “Меридинки” ҡыҙҙар командаһы чемпион булды.
Команда бынан биш йыл элек туплана. Винарис Ғәлимулла улының һәм уҡыусыларҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы менән улар төрлө кимәлдәге еңеүгә өлгәшә. Өс йыл рәттән “Меридинки”лар төбәк-ара ярышта чемпион булып, Мәскәүҙә финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. Былтырғы уйында уларға призлы урынға етергә бер аҙым ғына ҡалғайны. Тренер һәм уның футболсылары бының менән генә сикләнмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дүшәмбе, 28 майҙа, Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Белорет ҡалаһының 250 йыллығы уңайынан ҙур байрам ойошторола.
Мәҙәниәт һарайы фойеһында көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡаланың тарихын һәм социаль-иҡтисади хәлен сағылдырыусы “Белорет: кисә, бөгөн, иртәгә” тигән күргәҙмә эшен башлаясаҡ. Унда Белорет металлургия комбинаты, “СТИН” етештереү компанияһы, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы кеүек сәнәғәт компаниялары, социаль өлкә ойошмалары үҙ экспозицияларын ҡуя. Шулай уҡ сувенирҙар һатып алыу, ҡаланың аҙыҡ-түлек һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының продукцияһын ауыҙ итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Федераль урман хужалығы агентлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
“Рослесхоз” сайтында хәбәр ителеүенсә, документҡа агентлыҡ етәксеһе Виктор Масляков һәм республика Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған. Килешеү яҡтарҙың урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә үҙ-ара эш итеүенә ҡағыла. Һүҙ тәү сиратта 2012 йылда урманды һаҡлау һәм тергеҙеү тураһында бара. Бынан тыш, документ урман хужалығы белгестәрен уҡытыуға, уларҙың квалификацияһын күтәреүгә һәм ҡайтанан әҙерләүгә булышлыҡ итеүҙе күҙаллай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәбәр итеүебеҙсә, 29 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышы үтә. Ошо уңайҙан сараны үткәреү мәсьәләләренә, унда ҡараласаҡ тематик һөйләшеүҙәргә йүнәлтелгән махсус үҙәк эш башланы. Белгестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем 8-937-499-59-11 телефоны аша һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика Советы ултырышы булды. Ул бәләкәй бизнесҡа ҡыйынлыҡ тыуҙырған административ кәртәләрҙе бөтөрөү мәсьәләләренә арналды.
Хөкүмәт башлығы, Совет рәйесе Азамат Илембәтов, һөйләшеүҙе асып, бәләкәй бизнес алдында торған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүҙең көнүҙәклеген билдәләне, иҡтисадтың ошо тармағын үҫтереүҙә дәүләттең ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 680 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндия Республикаһы Милли Парламенты финанс комитетының сәнәғәтте һәм хеҙмәтте финанслау бүлеге рәйесе, “Финляндия — Рәсәй” парламент төркөмө етәксеһе Йоуко Скиннари менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Парламентарий Башҡортостанға танышыу маҡсатында килгән Финляндия Милли Парламентының рәсми делегацияһына етәкселек итә.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов менән Йоуко Скиннари иҡтисад, сәнәғәт, фән һәм мәғариф, мәҙәни хеҙмәттәшлек өлкәһендәге эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 830 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фельетон
— Марина кер йыуа торған машина һатып алған, — тигән хәбәр ни арала Өфө районындағы ауылдарға таралды. Был яңылыҡты ишетеүгә “ах” итештеләр, “ух” итештеләр. Берәүҙәре, әллә яңылыш ишетәмме, типтер инде:
— Ысынмы, анау Яковлевамы? — тип ҡабат-ҡабат төпсөндө.
— Эйе-е-е! Шул инде. Машинаның да ниндәйен ти бит әле, 40 мең һум торғанын, ти, вәт.
— Китсәле! Хатта шунса һумлығынмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт шишмәһе һайыҡмаһынБашҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ринат Хәйбрахманов — малсылыҡ тармағында күп көс, тырышлыҡ һалған, ҙур тәжрибә туплаған кеше. Ун туғыҙ йыл Борай һөтсөлөк фермаһына етәкселек иткән. Баш зоотехник эшен алып барған. Ете йыл инде “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе вазифаһын башҡара.
Йылдар дауамында ҡанына, ғәҙәтенә һеңеп ҡалған ахыры Ринат Лотфи улының: уның һәр таңы, көнө тиерлек элеккесә мал һимертеү комплексы, ферма эше менән танышыуҙан башлана. Бына бөгөн дә Р. Хәйбрахмановты эш бүлмәһендә осрата алманыҡ.
— Әле генә фермаға китте, — тине хисапсы ҡыҙҙар. Беҙ ҙә шунда юлландыҡ. Рәйес малсылар йортонда йылмайып ҡаршыланы.
Иртәнге һауым яңыраҡ ҡына тамамланған. Эштәрен теүәлләһә лә, малсылар өйҙәренә таралышырға ашыҡмай ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 979 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уның да бар ғилләһе

Күҙәткәнегеҙ барҙыр, моғайын, ҡайһы берәүҙәр телефондан һөйләшкәндә йә булмаһа әңгәмәләшкән саҡта үҙҙәре лә һиҙмәй ручка йәки ҡәләмгә үрелеп, алдындағы ҡағыҙға йәки гәзит битенә ни ҙә булһа һыҙғылай-сыймаҡлай башлай. Психологтарҙың әйтеүенсә, бындай ғәҙәт кешеләрҙең өстән ике өлөшөндә күҙәтелә икән. Осраҡлы ғына хасил булған һүрәттәр кеүек ҡабул ителһә лә, улар хужаһының характер һыҙатын фашлай. Ысынбарлыҡтағы халәтен, һағышын йәки теләген, йәшерен асыуын йәки битарафлығын асып һала, тиҙәр. Етмәһә, нимә төшөрөлөүе генә түгел, ә уның нисек эшләнеүенең дә ғилләһе бар. Һыҙыҡтарҙың өҙөк-өҙөк һәм батырылып яҙылыуы ла ниҙелер аңлата. Йыш осрай торған бер нисә һүрәттең асылы менән һеҙ ҙә танышығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына