Иң ҙур баһа —рәхмәт һүҙеҺаулығыбыҙ һағында тороусы аҡ халатлылар алдында баш эймәй булмай, сөнки сәләмәтлек — ҙур байлыҡ.
Ҡужбаҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гөлназ Гәрәеваның медицина өлкәһендә эшләүенә ике тиҫтәнән ашыу ғүмер үткән. Яғымлы, сабыр һәм үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн уны ауылдаштары ла, коллегалары ла ихтирам итә.
Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы, 1991 йылда Өфө медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Хәҙер инде ул үҙ һөнәренең оҫтаһы, ҙур тәжрибәле белгес. 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән Тәжәй һәм Ҡужбаҡты ауылдарын хеҙмәтләндерә. Яңы тыуған сабыйҙарҙан алып иң оло йәштәге инәй-олатайҙарға тиклем барыһына профилактик дауалау саралары үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 861 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусылыҡ — мәңгелек темаЯҡташым Рәмзиә Йомағолова — ысын уҡытыусы. Ул 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Дәрестәре шул тиклем йәнле үтә торғайны. Уҡыусыларының һәләтен үҫтереүгә, уларҙың белем сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирҙе.
Класында тәртип тә яҡшы булды. Рәмзиә Йомабай ҡыҙының педагогик тәжрибәһе — күптәргә өлгө. Ул бер ваҡытта ла булған менән генә тынысланып ҡала белмәне. Һәр ваҡыт өйрәнде, эҙләнде, камиллашты. Иң мөһиме — белгәнен башҡаларға ла өйрәтте. Ул үткәргән "асыҡ" дәрестәрҙе ҡарарға күрше ауылдарҙан, Инйәр зонаһына ҡараған мәктәптәрҙән килә торғайнылар. Ә бит ул замандарҙа интерактив таҡтаһы ла, компьютеры ла, электрон дәреслектәре лә, Интернеты ла юҡ ине. Төп ярҙамсы китап һәм гәзит-журналдар булды. Ғөмүмән, эш ниндәй заманда йәшәүеңдә түгел, ә нисек эшләүеңдә, минеңсә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 990 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?Татар милли мәҙәниәтен һәм әҙәби телен тыуҙырыуға, үҫтереүгә тос өлөш индергән ғалим, мәшһүр яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов хәҙерге башҡорт әҙәби телен булдырыуға ыңғай йоғонто яһаған. Ул уҙған быуаттың егерменсе йылдар башында башҡорт, татар донъяһының төрлө төркөмдәре араһында әҙәби тел тураһында киҫкен бәхәс барған саҡта, “башҡорт иптәштәрҙең айырым башҡорт әҙәбиәте тыуҙырыуҙарына ҡаршы тормау ғына түгел, быға коммунистарса ярҙам итергә кәрәк”, — тип яҙып сыҡты.
Башҡорт һәм татар әҙәби телдәре тарихтарынан билдәле булыуынса, уларҙың яҙма әҙәби теле ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем дөйөм һәм уртаҡ булған.
Октябрь революцияһы төрки халыҡтарының барыһына ла тип әйтерлек яҙма һәм туған әҙәби тел бирҙе. Коммунистар партияһы үҙенең идеологияһын төрлө халыҡ массаһына үҙ туған телендә еткерергә тырышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5081 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аванс түләү мәжбүри түгелХеҙмәт ветераны Ю. Вәлиевтең редакцияға ебәргән хатына “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән яуап алдыҡ.
“1271582-се шәхси иҫәп буйынса элемтә хеҙмәтенә 184 һум күләмендәге һуңғы түләү ошо йылдың 28 ғинуарында башҡарылған. Был сумма 2011 йылдың декабрендә күрһәтелгән элемтә хеҙмәте өсөн түләнгән. Февралдә ғинуар айы өсөн 170 һум 6 тин түләргә тейеш булғанһығыҙ, әммә иҫәпкә аҡса күсерелмәгән. Шулай итеп, март айында түләүҙәр суммаһы, февралдекен дә ҡушҡандан һуң (170,06 һум һәм 184,17 һум), 354,23 һум тәшкил иткән.
2011 йылдың сентябренән элемтә хеҙмәттәренә түләүҙә аванс индереү юлы ла ҡулланыла. Был ысул ирекле, шуға күрә элемтә хеҙмәтенә элеккесә түләй алаһығыҙ”.
“Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р. Сафиев абонентҡа абонент линияһын даими файҙаланыуға тапшырған өсөн түләү буйынса ла төплө аңлатма биргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 917 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ҡайһыбыҙ йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж. Аҙ ғына иғтибар тойоп, ҡош телендәй генә яҡшы хәбәр ишетһәк тә, күңелдәребеҙ ирәйеп, кәйефтәребеҙ күтәрелеп китә. Айырыуса сабыйға һөйөү, наҙ кәрәк. Ә ата-әсәһенән йылылыҡ таба алмағандарға ни эшләргә? Ярай ҙа, киң күңелле, миһырбанлы кешеләр табылһа...
— Улдарыбыҙҙы тәрбиәгә алғанға биш йыл булды инде. Үҙебеҙҙекеләр гел ҡыҙ булғас, малайҙарға һыуһағайныҡ. Файназ ағайығыҙға ла күңелле — балта, сүкеш менән мәж киләләр. Улдарыбыҙ тәртипле, аҡыллы, Аллаға шөкөр, — тип Рәсим менән Денисты һөйөп туя алмай Зилә Мансаф ҡыҙы.
Зилә менән Файназ Мөхәмәтшиндар — Оҙондар ауылындағы өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Дүрт ҡыҙ балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп, үҙаллы тормош юлына баҫтырғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 978 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа “Башҡортостан”дың йөкмәткеһе үҙгәреүенә ғаиләбеҙ менән ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. “Юрист кәңәштәре”, “Халыҡ тауышы” кеүек яңы рубрикалар асып, ҡайһылай шәп иттегеҙ! “Өлгөрбай яҙмалары”н да көлә-көлә уҡыйбыҙ. Һәр шәмбе сыҡҡан ял бите лә фәһемле.
Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәс, “Башҡортостан” гәзитен алдырмаған ваҡытты хәтерләмәйем. Үҙем дә гел яҙышып торҙом, хатта төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бер нисә тапҡыр еңеп тә сыҡтым.
Бына йәнә гәзит һәм журналдарға яҙылыу осоро башланды. Ҡәҙерле уҡытыусылар, яҙылайыҡ, уҡыйыҡ үҙебеҙҙең гәзитте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 898 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитен ҡулыма алған һайын томан эсендә ҡалған бала сағыма әйләнеп ҡайтам. Атайым Әхмәтшәрип Шәйғиғәлләм улы Йәғәфәров (эш урынында фажиғәле мәрхүм булды) йәшәгән ғүмер дәүерендә Почет таҡтаһынан төшмәне, район ауыл Советы депутаты итеп һайланды.
Көноҙоно малсылыҡ эшенән һуң ҡайтып, ҡулына иң беренсе “Башҡортостан” гәзитен алыр, һәр мәҡәләне ентекләп өйрәнер, ҡайһыларын ҡысҡырып уҡып ишеттерер булды. Өйөбөҙгә ҡарт-ҡоро килеп, илдәге хәл-ваҡиғалар, бигерәк тә сәйәсәт өлкәһендәге яңылыҡтарҙы һорашырҙар ине. Миңә 10 йәштәр самаһы булғандыр, һуғыш ветераны Сәхәм Ғәлиуллин ағайҙың урындығыбыҙ өҫтөнә аяҡтарын бөкләп һөйләшеүе хәтеремдә ҡалған:
— Әхмәтшәриф, Хрущев кәзәләрҙе бөтөрөргә ҡушҡан, ти, ни эшләтәйек, шул дөрөҫмө?
— Эйе, дөрөҫ. Ҡайһы берәүҙәр бөтөрҙө лә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 864 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтәбеҙ ҙә ер-әсә ҡуйынынан яралғанбыҙ. Сәңгелдәктән төшкәс, ҡаҙ себештәре кеүек, беҙ ҙә бәпкә үләненә баҫып атлап киткәнбеҙ. Күптәребеҙҙең тәүге аҙымдары шулай башланған бит. Тик һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ һуҡмағы...
Әсәйҙәрҙең күкрәк һөтөн татып ҡарамағандар, уларҙың наҙын бөтөнләй тоймағандар ҙа йәшәй был донъяла. Әлбиттә, ҡуҡырайып, атай йортон сүпкә лә һанамаған, миһырбанһыҙ, атай-әсәйҙәрен йә иһә үҙен ҡараусылары хаҡында онотҡан, һауаланып йөрөгән бәндәләр ҙә бар әле. Миңә ул турала ваҡытлы матбуғатта ла, китаптарымда ла яҙырға насип булды. Венер Исхаҡовтың “Бында “артыҡ йәндәр” йәшәй” (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 20 апрель) тигән күңел тетрәткес мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым.
Ком: 1 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ ҡалаһындағы “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатовтың иҫтәлегенә арнап милли көрәш буйынса бәйге уҙғарылды.
Сара Баймаҡта йыл да үтә, унда спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса секциялары тәрбиәләнеүселәре һәм был спорт төрөн үҙ иткәндәр ҡатнаша.
Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы Учалы ҡалаһында 1996– 1998 йылғы үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса чемпион булған Таулыҡай егете Дим Ҡоланбаевҡа бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 771 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еребеҙгә шаулап-гөрләп һәр кем көтөп алған йәмле яҙ килде. Ул үҙе менән бергә Рәсәй халҡы өсөн иң мәртәбәле, шул уҡ ваҡытта һағышлы байрамын — Еңеү көнөн алып килде. Көн һайын сафы һирәгәйә барған һуғыш ветерандарына иҫән саҡта тейешле ихтирам, ярҙам күрһәтеп өлгөрҙөкмө?
Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүҙең 67 йыллығы яҡынлашҡан көндәрҙә редакцияға Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе 90 йәшлек һуғыш ветераны Ғәзиз Хәлит улы Мөхәмәтовтан хат килде. Ул үҙенең һәм 87 йәшлек ҡатыны — тыл ветераны Зәкиә Сәйфулла ҡыҙының бөгөн ниндәй шарттарҙа көн күреүҙәре хаҡында аңлатып, дәүләт тарафынан һуғыш ветерандарына күрһәтелгән ярҙамға — бөтә уңайлыҡтары булған фатирға — сертификат бирмәүҙәренә әсенеп яҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлшәй районынан Гөлнара менән Азат Хажиәхмәтовтар “Атайым, әсәйем һәм мин — полицейскийҙар ғаиләһе” конкурсында еңеү яуланы.
Бындай конкурс беренсе тапҡыр 2010 йылда үткәрелгәйне. Быйылғы ғаилә байрамы иһә яңы статус алды. Һайлап алыу этабы эске эштәр органдарында һәм бүлексәләрендә уҙҙы. Икенсе этапта 40-ҡа яҡын ғаилә ҡатнашты, улар араһынан һигеҙ финалсы — Өфө, Салауат, Дүртөйлө, Белорет, Ауырғазы, Мишкә һәм Әлшәй райондарынан ғаилә парҙары һайлап алынды.
Хажиәхмәтовтарҙың икеһе лә — хоҡуҡ тәртибе һаҡсылары. Азат — Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең дежур часы инженер-электронсыһы, өлкән лейтенант, Гөлнара — участка уполномоченныйы, полиция лейтенанты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 850 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Башҡортостандың ҡәҙерен белер өсөн сит-ят яҡта йәшәп ҡарарға, кәмендә йөрөп күрергә кәрәк, — ти Силәбе өлкәһе Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһының “Дуҫлыҡ” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Хәлиҙә Рәүил ҡыҙы Фәхретдинова.
Бында башҡорт һәм татар ойошмаһы булдырылыуға — 20 йыл. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерә ул.
— Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе белеү, үҫтереү буйынса эш алып барабыҙ. Ҡәрҙәштәребеҙ менән йыйылышып, һөйләшеп, аралашып, һабантуйҙар, шиғыр, йыр кисәләре үткәреп торабыҙ. Үҙәктең советы, йәғни кәңәшселәр ҡоро бар. Бик әүҙемдәр милләттәштәребеҙҙе йыйып, ҡоролтай ҙа үткәрҙек. Бер-беребеҙҙе таптыҡ, күрештек, аралаштыҡ, хәл-әхүәлен белештек, иртәгәһе көнөбөҙ, киләсәгебеҙ тураһында фекер алыштыҡ, пландар ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙгә Благовар районының “Таң” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре хат яҙа. 2009 йылда беҙҙең йәмғиәт банкрот тип табылды. Арбитраж суд булғандан һуң колхозға конкурс идарасыһы итеп Рәмил Хәйбуллов тигән кешене ҡуйҙылар.
Ул колхозсыларҙы йыйып: “Минең беренсе бурыс — һеҙҙең колхозды инвесторға һатҡас та, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү”,— тине. Был хәл 2009 йылдың йәйендә булды. Колхоз бөттө тип тик ултырманыҡ, һәр кем үҙ эшен башҡарҙы. 2009 йылдың авгусында колхозға Өфөнән Азат Вәлиев тигән кеше килеп: “Мин һеҙҙең директор булам”, — тип таныштырҙы. Был кешене нисек етәксе итеп ебәргәндәрҙер, уныһы билдәле түгел, әммә район хакимиәтендә хәбәрҙар булғандарҙыр бит.
Күршелә тәүҙә таралып бөткән “Сәрмәсән” совхозы бар ине. Хәҙер беҙҙе шунда ҡуштылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл үҙенең 95 йыллығын билдәләргә йыйынған “Башҡортостан” гәзите барлыҡҡа килгәне бирле республикабыҙ тормошо, илебеҙ яҙмышы менән йәнәш атлай. Гәзит уҡыусыларҙың
уй-ынтылышын сағылдырып, уларҙың мәҙәни һәм рухи тормошонда ҙур роль уйнай. Шуға ла уҡыусыларыбыҙҙың теләктәренә, үтенестәренә ҡолаҡ һалып эш итеү матур йолаға әүерелгән.
Апрель почтаһы ла хаттарға бай булды. Берәүҙәр яратҡан баҫмаһының йөкмәткеле, уҡымлы сыға башлауына ҡыуанып рәхмәтен белдерә, икенселәр тәҡдимен еткерә, өсөнсөләр уй-кисерештәре менән уртаҡлаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлебаш районында “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивале тамамланды. Төп бүләкте Бәләбәй ҡалаһы мәҙәниәт һарайының “Браво” урыҫ халыҡ йәштәр театр студияһы яуланы.
“Алтын тирмә” фестивале өс йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм иң яҡшы театр коллективтарын, уңышлы спектаклдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелә. Фестивалгә ярашлы, үҙешмәкәр театр коллективтарына “халыҡ” исеме бирелә. Быйылғы сарала Хакасиянан, Татарстан Республикаһынан һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан коллективтар ҡатнашты.
Республикала бөтәһе 128 халыҡ һәм өлгөлө театр коллективы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 32 Алға
Бит башына