Сифат, сифат һәм тағы ла сифатБөгөн тауарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты мөһим роль уйнай. Шуға күрә республикала Башҡортостан Президентының тауарҙарҙың сифаты өлкәһендәге премияһына лайыҡ булыу предприятиелар өсөн ҙур мәртәбә. Кисә уҙған йылда еңеүсе тип табылған һигеҙ предприятие етәксеһе ошо премия менән бүләкләнде. Уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе тапшырҙы, тантанала шулай уҡ Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы президенты Геннадий Воронин менән Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Зажигалкин ҡатнашты.
— Конкурстың маҡсаты — етештергән тауарҙың сифатын юғары кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итеү. Беҙ баҙарҙа заманса, хәүефһеҙ, кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр булыуын теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Штрафтар менән сифатты күтәреүгә өлгәшеү мөмкин түгел. Башҡа юлдарҙы табыу кәрәк, премия биреү — шуның бер ысулы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1022 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ сәсәненә һәйкәлӘйткән һүҙ — атҡан уҡ, тиҙәр. Былтыр Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында үткән “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” II Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәрҙән яҙып алған Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл асыу хаҡында тәҡдим яңғырағайны. Институт етәкселеге һүҙендә торҙо — Батырҙар аллеяһын тулыландырып, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың мөһабәт һыны ҡалҡып сыҡты. Һәйкәлдең авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле скульптор Хәйҙәр Ғарипов.
Үҙ халҡын һөйгән һәм уның ижадына ғашиҡ булған Мөхәмәтша Буранғолов беҙҙең көндәргә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының аҫыл ҡомартҡыларын — “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” кеүек мәшһүр ҡобайырҙарҙы, һоҡланғыс легенда-риүәйәттәрҙе яҙып ҡалдырыуы һәм шуның ярҙамында быуындар бәйләнешенең, тарихи хәтер сылбырының бөтөнлөгөн тәьмин итеүе менән бөйөк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1034 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалдырма, әсәй!Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...
— У-у-у... У-у-у... — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, терт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.
— Бү-р-р-е... — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.
— У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек кешеләрҙең бүреләр тураһында һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә барҙы.
— Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.
— Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...
Ком: 1 // Уҡынылар: 1395 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күк иңләргә тауҙар өйрәтте...”Гүзәл Ситдиҡованың тәүге шиғри шәлкеме “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, әҙәбиәткә тос фекерле, ҡайнар хисле шағирә килә, тип ҡыуанды күптәр.
Кәтибә Кинйәбулатова апай шул шәлкемдәге “Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың” шиғырынан
...Ҙурлар ерем булһа — әсәйемдән,
Хурлар ерем булһа — үҙемдән!
— тигән юлдарҙы оҙаҡ йылдар яттан һөйләп: “Үәт бит, Гүзәл, ниндәй шағирә!” тип һоҡланып йөрөнө. Ә минең “Һигеҙенсе шинель” тигәне ныҡ хәтерҙә тороп ҡалған. Йәш шағирә әллә ни ҙур булмаған шиғырында тотош ил тарихын асып һалырлыҡ ике образ тапҡан: имән сөй менән шинель. Ил һағына алмашлап барып ҡайтҡан алты улан шинелдәрен өйҙәрендәге имән сөйгә элеп ҡуя. Аталарына бындай бәхет эләкмәгән — ул яуҙа ятып ҡалған. Шиғыр яҡты юлдар менән тамамлана:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлилдәр гәзиткә ихлас яҙылаӘбйәлилдәр республикабыҙҙың милли матбуғат вәкилдәрен үҙ ерендә ҡабул итеп, районда йәшәүсе дуҫтарыбыҙ менән йылы осрашыу үткәрҙе. Ә бындай сараға редакция хеҙмәткәрҙәре лә, гәзит-журнал уҡыусылары ла күптән һыуһағайны. Күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, матбуғат дуҫтары менән осрашыу ике яҡ өсөн дә отошло һәм файҙалы булды. Кемдер яратҡан гәзит-журналына яҙылһа, икенселәре бүләк алып ҡыуанды.
Сараны асып, район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйлә Солтанова райондың мәктәп китапханасыларына бүләк тапшырҙы, әбйәлилдәрҙең милли матбуғатты таратыуҙа тос өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, артабан да яратҡан баҫмаларынан айырылмаясаҡтарын белдерҙе. Күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа үҙенең сығышында редакция хеҙмәткәрҙәренә хуплау ҙа, тәнҡит һүҙҙәрен дә йәлләмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 861 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсия мәсьәләһе кемде ҡыҙыҡһындыра? Шылтыратығыҙ!Пенсия системаһында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ни өсөн дәүләт әсәлек капиталын ҡулаҡса менән биреүгә ҡаршы? Сертификатты ни өсөн ғаиләгә бик кәрәкле техника, мәҫәлән, автомобиль алыуға тотонорға ярамай? Йәштәр киләсәктәге пенсияһын нисек арттыра ала? Дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарына ышаныс бармы? Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә борсоған социаль мәсьәләләрҙең аҙ ғына өлөшө былар.
Уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарын, үтенестәрен иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ менән туранан-тура һөйләшеү ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫтаға эш ҡарышмайРайонда йыл һайын яҙғы сәсеү тамамланғас, механизаторҙарҙың һөнәри оҫталығын асыҡлау маҡсатында “Һабансылар ярышы” ойошторола.
Быйыл сара “Нурлы” агрофирмаһында үтте. Унда төрлө хужалыҡтарҙан 12 механизатор һынау тотто.
Һабансылар йәрәбә һалып, билдәләнгән тәртип буйынса “МТЗ-82” тракторҙарында тәғәйен участкаларға йүнәлде. Ғәмәли күнекмәләр бураҙнаның тәрәнлеге, киңлеге, тигеҙлеге, һөрөнтө ерҙең тышҡы күренеше, тупраҡты әйләндереп һалыу сифатын тикшереүгә ҡоролғайны. Ваҡытҡа һөрөү талабы ҡуйылманы. Ярыш көсөргәнешле барҙы, һабансылар һәр талапты теүәл үтәргә тырышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1054 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниһайәт, ике тиҫтә йылға яҡын көткәндән һуң, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә өлгәште. Ил етәкселәре был яңылыҡтың иҡтисадыбыҙ үҫеше өсөн этәргес булыуына ышандырырға теләһә, икенселәр ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар өсөн күңелһеҙ эҙемтәләрҙе фаразлай. Ысынлап та, нисек булыр: Рәсәй уңырмы, әллә туңырмы? Был ойошмаға инеүҙән ил иҡтисады ниндәй үҙгәреш кисерер, ул халыҡтың йәшәү кимәленә ниндәй йоғонто яһар? Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә Башҡорт дәүләт университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ менән Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад теорияһы кафедраһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы, Украина иҡтисад фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Вил Ҡасим улы НОСРАТУЛЛИН яуап эҙләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 922 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлбиттә, Башҡортостан Президентының власты кешеләргә, кешеләрҙе власҡа яҡынайтыу ниәтенән яһаған был аҙымы икенсе яҡтың да ихлас яҡлауын тапты, проблемаларҙы власть ярҙамында хәл итеүгә өмөт, ышаныс уянды. Был әле беҙ һүҙ алып барған темаға бәйле айырыуса асыҡ сағылыш тапты. “Беҙ бөтәбеҙ ҙә уй-хистәребеҙҙе һөйләргә тип уның блогына ылыҡтыҡ”, — тип яҙҙы шул саҡта Интернетта Лина Серегина. “Миңә уның үҙ блогында кешеләр менән шундай ихлас аралашыуы оҡшаны... Һүҙҙәренән күҙгә йәш килә (хатта иремдең дә шундай сағын күрҙем). Быға ни хәтлем мохтаж булғанбыҙ”, — тип уртаҡлашты Лина Серегина үҙенең тәүге тәьҫораттары менән. Ул, шундай мөмкинлек тыуыуынан ҡанатланып, үҙенең дә Президент блогына урыҫ телле дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итеүе хаҡында яҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат районының Малаяҙ ауылында, шулай уҡ “Янғантау” шифаханаһында, Үрге Ҡыйғыла һәм Оло Ыҡтамаҡта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре үтте.
Республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалалары тамашасыһы алдында театр йыл дауамында сығыш яһай. Яңы спектаклдәр күрһәтеү, халыҡ менән осрашыу, хәл-әхүәл белешеү, тамашасыны рухландырыу сәхнә эшмәкәрҙәренә лә рухи яҡтан байыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә мәҙәниәтте һәм театрҙы хөрмәт иткән тамашасы менән осрашыу артистар өсөн генә түгел, ике яҡҡа ла берҙәй үк әһәмиәтле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1011 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо йыр һүҙҙәре коллегам, әхирәтем Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы Мәхмүтова хаҡында кеүек.
Таулы-урманлы Белорет районының Берештамаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫеп, бала сағын шунда үткәргән ҡыҙ 1972 йылда ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1976 йылда училищены уңышлы тамамлай һәм Ғафури районына эшкә йүнәлтмә ала, хеҙмәт юлын уҡытыусыһы булып Уҫман башланғыс мәктәбендә башлай. 1977 йылда Имәндәш ауылы егете Жәннәт Мәхмүтовҡа тормошҡа сығып, Имәндәш урта мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып күсә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 765 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәбәрсене — эше, бүрене аяҡтары туйҙыра, тигән әйтемдән кәм түгел: бер йомош менән юлға сыҡһаң, икенсеһе осрап ҡына тора. Был көндө Ибрайға тип юлланғайным. Ул элекке Чапаев исемендәге колхоздың, хәҙер иһә Байдәүләт ауыл хакимиәте биләмәһенең иң төпкөл ауылы һәм унда юл юҡ, шуға ла Сирғол аша үтергә кәрәк. Әммә элекке колхоз кәнсәһе алдына йыйылған халыҡты урап үтеп булманы.
— Район хакимиәте башлығын көтәбеҙ. Әле район делегацияһы Ибрайға үтеп китте, ә башлыҡ улар араһында булмай сыҡты. Мәктәпте ябыу мәсьәләһе ныҡ киҫкенләште, шуға уның менән осрашып-һөйләшеп ҡалайыҡ тип урамға сыҡҡайныҡ, — тип аңлатты ир-егеттәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән “Солитон” ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Зайдман Александр Яковлевич, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Тимербулатов Вил Мамил улы — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре Сөләймәнов Риф Сафа улы — Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Мағазов Риза Шәйехйән улы “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде;
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июнь — Рәсәй көнө — байрам һәм ял көнө.
Рәсәй Хөкүмәтенең “2012 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, ял көнө шәмбе — 9 июндән дүшәмбе — 11 июнгә күсерелә.
9 июндәге эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында байрамға бәйле Башҡортостанда 10, 11 һәм 12 июнь — ял көндәре.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә 12 июндәге байрам көнө йыллыҡ төп йәки өҫтәмә отпуск иҫәбенә индерелмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай “Башҡортостан Республикаһындағы социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Проект Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет тарафынан эшләнгән.
Ул ошондай ойошмаларға дәүләт ярҙамының хоҡуҡи нигеҙҙәрен, принциптарын, шулай уҡ эшмәкәрлек төрҙәрен билдәләй. Закон проектына ярашлы, бындай эштәргә халыҡҡа бәлә-ҡазаларҙа, экологик, техноген йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, уларҙың эҙемтәләрен еңеп сығыуҙа булышлыҡ итеү, хайуандарҙы, тирә-яҡ мөхитте, тарихи, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һәм биләмәләрҙе һаҡлау, бушлай йәки льготалы юридик ярҙам күрһәтеү, хәйриәлек һәм башҡалар инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына