Ҡаҙнаның һәр һумы иҫәптәКисә Өфөгә вазифалы ҡунаҡтар килде. Улар Рәсәй Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Павел Крашенинников ине. Сәбәбе: баш ҡалалағы Конгресс-холда Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы президиумының ултырышы булды.
Ултырышты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән сәләмләне. Константин Борисович фекеренсә, бөгөн ассоциация бюджет аҡсаһын тотоноуға финанс контроле яһау бурысын бик уңышлы үтәй.
— Ҡаҙнанан урлаусылар менән ныҡлы көрәш алып барырға, идарасылыҡ ҡабул иткән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға тейешбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр урамында яңы өй ҡалҡтыЙәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Һабаш районда элек-электән матур ауылдарҙан һанала. Бөгөн дә халыҡ төйәген таҙа, бөхтә һәм төҙөк тоторға тырыша. Урамдар иркен, сағыу төҫкә буялған баҡсала төрлө емеш-еләк үҫә, сәскәләре тирә-яҡҡа йәм бирә. Эш һөйөүсән халыҡ йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.
Күп кенә төбәктәрҙә һуңғы йылдарҙа ауылдың ҡото китте, емерелеп, хужаһыҙ етемһерәп ултырған йорттар күбәйҙе. Ә бына Һабаш ауылы, киреһенсә, яңыра, йәшәрә һәм матурая. Һәр ерҙә төҙөлөш киң ҡолас менән бара. Бында хатта тотош йәштәр урамы ла барлыҡҡа килгән. Хәҙер ҡала тормошон өнәмәй, ауылды яҡын иткән йәштәр бихисап.
– Ауыл малайы булғас, ҡалаға ылыҡманым да, күңелем дә тартманы. Мәктәптән һуң, техник белем алғас, Ергән элеваторына эшкә килдем, – ти Рәшит Усманов. – Әле ауылымда йорт бөтөрәбеҙ, көҙгә өй туйлаясаҡбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар өсөн эшләргә тейешбеҙСалауатта мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Ҡала халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға РФ Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, республика Президенты Рөстәм Хәмитов килде.
Әйткәндәй, парк ҡалала 1965 йылда барлыҡҡа килә. Барыһының да яратҡан урыны була ул, бихисап скульптура һындары тирә-яҡты биҙәй, бейеү майҙансығы эшләй. Әммә 2000 йылдарҙа ул бөтөнләй ташландыҡ хәлгә төшә. Былтыр “Салауат Нефтехим Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте паркты төҙөкләндереү эшенә тотона.
Ҡунаҡтар мәҙәниәт һәм ял паркының матурлығына хайран ҡалды. Велосипед, йүгереү, йәйәүлеләр өсөн юл, ике спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Быуа ла төҙөкләндерелгән, балыҡтар ебәрелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Михаил ТАРАСЕНКО: "Енәйәттәрҙең, бәхәстәрҙең милли һәм дини йөҙө юҡ""Хөкөмгә тарыма", тиҙәр. Тарыһың – арыма: суд юлын тапау, ғәҙеллек көҫәү еңелдән түгел... Ә үҙең хөкөмдар булһаң? Бөйөк философ Сенека әйтмешләй, ғәҙел судья енәйәтсене түгел, енәйәтте хөкөм итә. Тимәк, намыҫлы булыу, хаҡлыҡҡа инаныу, дөрөҫлөктө яҡлау кеүек төшөнсәләр был һөнәр эйәһенең булмышының төп сифаттары булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе, Почет ордены кавалеры Михаил Иванович ТАРАСЕНКО менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ҡатмарлы, яуаплы эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, суд миҫалдарында йәмғиәт һулышының сағылыш табыуы, кешеләрҙе ниндәй проблемалар борсоуы, енәйәтселектең ниндәй төҫ ала барыуы, кешелек ҡиммәттәренең тамырынан үҙгәреүе һәм башҡа ғәмәлдәр хаҡындағы йәнле, фәһемле һөйләшеү килеп сыҡты. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли батырыбыҙҙың тарихы дауам итә16 июнь — Салауат Юлаевтың тыуған көнө

2009 йылда донъя күргән “Шежере Салавата” тигән китабым
ХХ быуаттың 50-се йылдарына тиклемге ваҡыт арауығын үҙ эсенә алып, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың
шәжәрәһен яҡтыртыуға арналды.
Хеҙмәтемде яҙғанда байтаҡ һорау тыуҙы. Был, әлбиттә, тәбиғи. Асыҡланып етмәгәндәре лә китапта урын алманы түгел. Шулай ҙа ижад емешемде баҫтырырға биргәндә, Салауат төйәгендә көн күргән халыҡтың эҙләнеүҙәремә ҡарашы, ҡабул итеү-итмәүе мине борсоған иң мөһим мәсьәлә булып торҙо.
2010 йылда Салауат районында Әлкә, Шағанай, Яңы Ҡаратаулы, Иҙрис ауылдары халҡы йәмле Йүрүҙән буйында шәжәрә байрамы уҙғарҙы. Яландың уртаһында батырҙың шәжәрәһе урын алғайны. Мин уны бөгөн йәшәгән кешеләр менән тулыландырҙым.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1365 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыш алдында теҙләнмәгән...Ҡулына әрмегә саҡырыу ҡағыҙы алған Фәнгиз һөйгән ҡыҙы менән осрашырға Сибайға юллана. Их, шунда яҙмышының селпәрәмә килерен, барлыҡ хыялдарының бер минутта юҡҡа сығырын белһә, шул тиклем атлығыр инеме икән шул ҡалаға?!
Ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, сөм-ҡара күҙле, ҡарағастай ныҡ, һомғол буйлы, һинд артистарына тартым һөйкөмлө егетте күреп, уның коляскала йөрөүен белгәс, албырғап ҡалдым. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп Салауат, Ҡаһым түрә, Батырша образдарын тыуҙырырлыҡ егет тә бит, тигән уйҙар йүгерҙе. Ысынлап та, Сибай гимназия-интернатында уҡып йөрөгән сағында Фәнгиз Нуретдиновтың сәхнәлә нисек уйнағанын күрергә тура килгәйне, күптәр унан бынамын тигән артист сығасаҡ тип тә юрағайны. Әммә яҙмыш тигәнең һин уйлағанса ғына бармай икән шул...
Ком: 0 // Уҡынылар: 996 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ваҡыт бирә ғәҙел баһаныУның исемен белмәгән кеше юҡтыр. Балет сәнғәтендә сағыу йондоҙ булып балҡыған шәхесте әле лә онотмайҙар. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың иҫтәлегенә халыҡ-ара фестиваль үткәрелеп тора. Быйыл инде ун һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған күркәм сара Адольф Адандың “Корсар” балеты менән башланып китте. “Корсар”ҙы сәхнәләштергән легендар хореограф,
Башҡортостандың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы,
Социалистик Хеҙмәт Геройы Юрий Григоровичтың да бейеү байрамына килеүе фестивалдең бәҫен бермә-бер күтәрҙе.
Юрий Николаевич балет сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған. Рудольф Нуриев менән ул яҡындан аралашҡан. Өфөлө булғанда ул яҡты хәтирәләргә бирелеп, йылы һүҙҙәр менән ижадташ дуҫын иҫкә алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көтөп алынған ҡунаҡҒәбиҙә Ғирфатова почта хеҙмәтендә 23 йылдан ашыу эшләй. Ҡасандыр Нуриман яҡтарынан килен булып төшкән ҡатын тап ошо вазифаны һайлауына һис үкенмәй.
— Эшемде һәр саҡ яратып башҡарҙым. Ауылдаштарымдың һине ҡәҙерле ҡунаҡтай көтөп алыуы, әллә нисәмә мең саҡрымда ятҡан туғандарҙы хат юлдары аша булһа ла "осраштырыу", халыҡҡа һуңғы яңылыҡтарҙы еткереү ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәтемде еңеләйтә, күңелгә дәрт өҫтәй. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа хат ташыусының сумкаһы йоҡарҙы. Әммә был һис кенә лә халыҡ гәзит-журнал уҡымай тигәнде аңлатмай. Уҡыйҙар, ҡыҙыҡһыналар, яҙҙыралар, — ти Ғәбиҙә ханым.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн ябай халыҡтың почта тармағына мөнәсәбәте, йомшаҡ итеп әйткәндә, бер яҡлы ғына түгел. Харап икән, почта! Өс гәзит тә ике хат! Әммә барыһы ла шулай ябай ғына булһа икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
БородиноМәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
“Любизар” йырынан.

I
Тотош ере ҡанға батҡан,
Данға батҡан Бородино.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйге каникул осоронда республикала 385 мең бала ял итеү, һауыҡтырыу һәм мәшғүллектең төрлө формаларына йәлеп ителәсәк. 1 июндән төбәктең дөйөм белем биреү учреждениеларында көндөҙгө лагерҙар эшләй башланы ла инде. Дөйөм алғанда, быйыл мәктәп янындағы 1916 үҙәктә 106 мең бала ял итәсәк.
— Мәктәп янындағы лагерҙарҙың смена оҙайлылығы — 21 көн. Бер кешегә йүнәлтмә хаҡы көнөнә 75 һумға тура килә. Балаларҙың ялы төбәк бюджеты иҫәбенә финанслана. Ата-әсәләр мәҙәни программалар өсөн генә түләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 899 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Хөкүмәте йортонда "Башҡортостан Республикаһында “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды” дәүләт корпорацияһының программаһын тормошҡа ашырыу" тигән кәңәшмә үтте.
Күп фатирлы йорттар менән бөгөн 388 ойошма идара итә, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу, ремонт эштәре башҡарыу улар иңендә. 375 ойошма иһә шәхси һанала. Башҡортостанда идара итеүсе компанияларҙың һәм торлаҡ милекселәре ширҡәтенең эшмәкәрлеген тикшереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Әлеге ваҡытта эш графигы республика Прокуратураһы менән килешелгән, 1091 протокол-тикшереү үткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
10, 11 июндәге ял көндәре һәм 12 июндәге Рәсәй көнө байрамы айҡанлы республикалағы почта элемтәһе ойошмалары пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе махсус график буйынса килтерәсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Ҡалтасы, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында 7 июндә — социаль түләүҙәр, 8 июндә пенсия аласаҡтар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Өфө-Арена" боҙ һарайында "Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш-2012" халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә эшләй башланы. Ул 5 июндән 8-енә тиклем дауам итәсәк.
Уның менән Башҡортостанға килгән Дәүләт Думаһының Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитеты депутаттары Алексей Русских, Владимир Парахин, Андрей Маркин, Марсель Йосопов та танышты.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән 150-нән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Уларҙың яртыһынан күберәге төҙөлөш материалдары, махсус ҡорамалдар һәм башҡа продукция тәҡдим итә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Пермь, Ҡазан, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙең, Швеция, Германия, Италия компанияларының был тауарҙары Рәсәйҙә йылдан-йыл киң танылыу таба.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты көҙгө сессияла “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законды камиллаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Комитет рәйесе Александр Дегтярев онлайн-әңгәмә барышында ошо хаҡта һөйләне. Уның фекеренсә, закон сығарыу эшмәкәрлегендә мәғариф системаһына йоғонто яһаған заман талаптарына иғтибар артырға тейеш.
— Был талаптарҙы глобаль һәм эске сифаттар буйынса айырып ҡарарға мөмкин, — ти Александр Дегтярев. — Глобаль талаптар — илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе, Болон конвенцияһында ҡатнашыу. Улар белем биреү эшмәкәрлеген билдәләгән норматив базаның халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлылығын талап итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар, һеҙҙең өсөн!
2010 йылдан Рәсәйҙә Берҙәм балалар ышаныс телефоны эшләй. 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата уға илдең төрлө төбәктәрендәге 226 махсус ойошма беркетелгән. Был номерға теләһә ниндәй ауылдан йәки ҡаланан, стационар, кеҫә телефондарынан шылтыратып, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, уларҙың ата-әсәләренең һәм башҡа граждандарҙың тиҙ психологик ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Ышаныс телефонының төп үҙенсәлеге – анонимлыҡ һаҡлау һәм хеҙмәтте бушлай күрһәтеү. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Ғаиләлә, мәктәптә, тормошта ҡатмарлы хәл-ваҡиға килеп тыуған осраҡта, төплө кәңәшкә, йылы һүҙгә, ярҙамға мохтажлыҡ кисергәндә түбәндәге һандарҙы йыя алаһығыҙ:
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына