Гүзәллеге ғашиҡ итә2008 — 2017 йылдарға "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" дәүләт программаһы илдең төрлө төбәгендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә Өфө менән танышыу мөмкинлеген бирә. Күптән түгел баш ҡалабыҙҙы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе 13 бала күреп ҡайтты.
— Йәмәғәт эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтеүсе һәләтле уҡыусыларҙы сәйәхәткә алып килдек, — тине төркөмдөң етәксеһе, Мейәстәге Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсия үҙәге директоры Бүләкәй Шафиҡова. — Алтауһы "Уралым" халыҡ бейеү ансамблендә бишәр йыл шөғөлләнә. Етәүһе "Тамыр" берекмәһенә йөрөй, тыуған яҡ һәм башҡорт халҡы тарихын өйрәнә, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәберен тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Сит тарафта йәшәүсе башҡорттарҙы Өфө һәм республика менән таныштырыу йәһәтенән ҙур тәжрибә туплаған "Башкурорт" компанияһы (директоры — Альберт Лоҡманов) балаларға мауыҡтырғыс программа әҙерләгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 892 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!“Рус түгелмен, ләкин россиянмын...” Беҙҙең нисә быуын инде бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошо юлдарын ятлап үҫте. Тарихы буйынса ғына түгел, ә халҡының, географияһының, климатының һ.б. күп төрлөлөгө буйынса ла ҡатмарлы дәүләт ул, мәҙәниәттәр гөлләмәһе ул – Рәсәй Федерацияһы. Быйыл беҙ уның бөтөн милләттәренең төп байрамын – Рәсәй көнөн егерменсе тапҡыр билдәләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға