Өфөнөң үҙ “Арбат”ы буласаҡ— Был ни хәл?
— Ленин урамына нимә булған?!
— Гөжләп торған машиналарҙы ҡайҙа иткәндәр?
Байрам көндәрендә Өфөнөң үҙәк урамына килгән һәр кем ғәжәпләнеүен йәшермәне. Ғәҙәти ваҡытта машиналар елдергән Ленин урамы ике тәүлеккә “ҡырмыҫҡа иләүе”нә әйләнде. Өфөлә быға тиклем булмаған хәл — йәйәүлеләр өсөн урам асылды. Мәскәүҙәге Арбат тиерһең!.. Ҡала халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов килде.
Был урамда рәхәтләнеп ял итеү өсөн ни генә юҡ! Теләһәң,тирмәгә инеп сәй эс, күңелеңә оҡшаған ҡул эштәрен дә һатып алырға була. Балаларға уйнау урындары ла бихисап. Һәр ерҙә йөрәкте елкендереп дәртле йыр-моң ағыла. Хатта Өфө башлығы Ирек Ялалов та ҡоласын йәйеп бейергә төшөп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам итте баш ҡала!Салт аяҙ көн бүләк итте республика халҡына был байрамдар. Мәскәүҙә Рәсәй көнө уңайынан авиация ярҙамында болотто ҡыуһалар, беҙҙә Хоҙай ҡөҙрәте менән һауа шарттары яҡшы булды. Өфөлә кисә бер юлы өс байрам — Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат Юлаев көндәре — билдәләнде.
Тантаналар таң менән башланды. Йола буйынса Дуҫлыҡ монументына сәскә һалынды. Республиканың юғары етәкселеге килеп еткәнсе үк унда йәнлелек тойолдо. Бер яҡ ситтә хәрби тынлы оркестр ватансылыҡ тойғоһо уятыусы дәртле көйҙәр уйнаны. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалынған монумент янында, ошо дуҫлыҡты һынландырып, башҡорт һәм урыҫ милли кейемендәге егет-ҡыҙҙар өйөрөлдө. Сағыу сәскә гөлләмәһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һалды. Тынлы оркестр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндарын башҡарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 971 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Любезники, любизар...”Күк менән ерҙең сиге тоташып, унда йәшәүсе әкиәт заттары, әйтерһең, бер-береһенә ҡаршы һуғыш асҡан: толпарҙарының тояҡ аҫтарынан ғәрәсәт ҡупты — ағас ботаҡтарын һындырып, үләндәрҙе йолҡорҙай булып ел-дауыл ҡоторҙо, ҡылыстарынан сәсрәгән осҡон — йәшен телдәре һауаны ярҙы, туп тауыштары — күк күкрәүе киске тынлыҡты боҙҙо, гөрһөлдәп тирә-йүнде тетрәтте, батырҙарҙың маңлайынан бәргән әсе тир — ямғыр булып ергә ҡойҙо. Быларҙың барыһы иртәгәһе көндө Ҡырмыҫҡалы ерендә үтәсәк һабантуй-уйын, көрәш, таһыллыҡ байрамы менән бергә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына тәбиғәттең дә әҙерләнеүе һымаҡ ине. Аңлай, күрә белгән кешегә хәтәр алыштың өҙөк-өҙөк күренештәрен һүрәтләй төҫлө: илебеҙгә дауыл булып ябырылған француз яуына Ҡотдос ғәскәре ҡылыс болғап ҡаршы сыҡҡан, батырҙарҙың әсе тире шифалы ямғыр булып сарсаған ергә яуған тиерһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1177 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡса күктән яумайРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләһенә айырым туҡталып: “2011 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ түләгән һалым, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күберәк тәшкил иткән. Йылына 17 процент үҫеш биргән сығанаҡтар айырым ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж. Ошондай һөҙөмтә биргән эште дауам итергә кәрәк”, — тигәйне.
Эйе, тотош ил буйынса ла, республикала ла эшҡыуарлыҡҡа иғтибар артыуына, ғөмүмән, “йәшел ут” ҡабыҙылыуына шаһитбыҙ. Ҡасандыр баҙнатһыҙ ғына, икеләнеп, аҙым һайын тигәндәй бюрократик кәртәләргә абынып үҙ кәсебен башлаусыларға хәҙер ең һыҙғанып эшләү өсөн шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, субсидия алыуҙа ла ҡытыршылыҡтар аҙайҙы, ер мәсьәләһен хәл итеүҙә лә аңлау табыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1042 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәли Хәйретдинов, Салауат районы хакимиәте башлығы: “Яҡты өмөт уянды”Республика халҡы, ҡунаҡтар беҙҙең райондың гүзәллегенә һоҡланып бөтә алмай. Ысынлап та, төбәгебеҙ тәбиғәттең хозур мөйөшөндә урынлашҡан. Йүрүҙән, Әй йылғалары нәҡ беҙҙән аға, Күҫәләр көкөрт-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Боксит ятҡылығы, эзбизташ, цемент балсығы, балсыҡҡа ҡушыла торған ләм, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы, агрономик руда, торф кеүек ҡаҙылма байлыҡтар ҙа бар.
Шулай ҙа төньяҡ-көнсығыш райондар республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән сәнәғәт, социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән артта ҡалышып килде. Өҫтәүенә ҡырыҫ тәбиғәт шарттары ла үҫемлекселек менән уңышлы шөғөлләнергә форсат бирмәй. Яҙ һуңлап килә, көтөлмәгән ҡырауҙар, һалҡындар барлыҡ өмөттө селпәрәмә килтергән саҡтар ҙа булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 980 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләйҙән килгән көсКиләй ауылы ҡыҙы Светлана Лобанова тормошон спорт менән бәйләүенә үкенмәй. Ете йәшендә штанга күтәреү менән шөғөлләнә башлаған ҡыҙ бөгөн ауыр атлетика буйынса “Халыҡ-ара класлы спорт мастеры” исемен йөрөтә.
Киләй ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә шөғөлләнгәндә спортсының тәүге тренеры һәм рухландырыусыһы атаһы Павел Лобанов була. Тырыш, ныҡышмал Светлана йәштән үк төбәктә генә түгел, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ла сәмләнеп ҡатнаша. Былтыр Пенза ҡалаһында үткән ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионатында 69 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап, 100 килограмлыҡ штанганы кинәт күтәреүҙә — көмөш, ә этәреп күтәреүҙә (118 килограмм) бронза миҙал яуланы. Унан, ике күнегеүҙе бер юлы башҡарып, пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
— Миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары түгел, ә спорттың йәшәү рәүешенә әүерелеүе мөһим, — ти Светлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 943 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беребеҙ — сыуаш, икенсебеҙ — башҡортӘлмөхәмәт мәктәбе уҡыусыларының Надежда Саяховаға “Надя апай!” тип башҡортсалап өндәшеүен ишеткәнем бар. Бер нисә тапҡыр, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, ысынлап та уның башҡортса аңлаймы-юҡмы икәнлеген белергә теләп ситтән генә күҙәттем.
Уның балаларға башҡортсалап яуаплауы, әйткән һүҙҙәрен аңлап, йомоштарын үтәп, төрлө кәңәштәр биреүе Надежда Васильевнаға ҡарата ихтирамымды арттырҙы, ә инде иренең һуҡыр ҡалып, яҡтылыҡтан мәхрүм булғас, уны балалар кеүек ҡарауын ишеткәс, һоҡланыуым икеләтә үҫте.
Ҡатнаш никахта тыуған балалар күпселек әсәһенең телендә аралашыусан, ҡайһы ғаиләләрҙә ике милләттең телен дә яҡшы үҙләштергәндәре лә осрай. Был күренеш һәр ғаиләлә үҙенсә һалына. Ә башҡорт егетенә тормошҡа сығып, башҡорт улдары үҫтергән Надежда һәм Әсләм Саяховтарҙың ғаиләһендә милли рух өҫтөнлөк алыуы, улдарының халыҡ моңон яратыуы, ҡатынының башҡортса таҙа һөйләшеүе тик хуплауға ғына лайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1211 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Редакцияға 65 кешенең ҡултамғаһы ҡуйылған борсоулы хат килеп төштө. Аңлайышлы булһын өсөн уны тулыһынса баҫабыҙ.
“Хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! 80 йыллыҡ тарихы булған мәктәбебеҙҙе үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итеүҙәрен ишетеп, барыбыҙ ҙа таң ҡалдыҡ. 1928 йылда эш башлаған Мөхәмәт ауылы мәктәбе фажиғәле һуғыш йылдарын, ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороу осорон, төрлө реформаларҙы башынан кисереп тә үҙен һаҡлай, йәш быуынды лайыҡлы тәрбиәләй алды. Бөгөн ҡулайлаштырыу еленә ышыҡланып, бюджет аҡсаһын һаҡсыл тотоноу маҡсатында балаларыбыҙҙың, уҡытыусыларҙың, тотош ауылдың яҙмышын бер һелтәүҙә хәл итмәкселәр.
Ғөмүмән, мәктәпте үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ата-әсәләр ҡатнашлығындағы дөйөм йыйылышта хәл ителергә тейеш. Бер ниндәй ҙә көсө, әһәмиәте булмағас, ни өсөн һуң мәктәп уставын ҡабул итәбеҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙ тарихын өйрәнеүҙә Ватан һуғышы һаман да көнүҙәк темаларҙың береһе булып тора. Ғилми-тикшеренеү эштәре барышында уның күп кенә өлкәләре иғтибарҙан ситтә ҡалып килде, тигән фекер белдерҙе Өфөлә үткән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар. “Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүенә Башҡортостандың индергән өлөшө” тигән форум республика Хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге тарафынан ойошторолғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙҙәге иң ҙур тантаналарҙың береһен – Рәсәй көнөн — халыҡ, һис шикһеҙ, көтөп ала. Ҡояшлы, аяҙ, йәшеллек тантана иткән, тотош тәбиғәт күкрәп сәскә атҡан күркәм осор кемгә генә оҡшамаһын — йәйге эштәргә ныҡлап тотонор алдынан халыҡ ял итә, яҙ башҡарылғанына йомғаҡ яһай. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың 12 районында һабантуйҙар, Өфө, Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларында, милли байрамыбыҙға өҫтәп, ҡала көндәрен дә үткәреү үҙенә күрә бер биҙәк булды.
Асыйылға ярындағы киң аҡланға йөҙ ҡыҙартып килмәне ауыл хужалығы эшсәндәре. Ҡырыҫ тәбиғәтле район тиһәләр ҙә, бында яҙғы баҫыу эштәре сифатлы башҡарылды һәм ваҡытында тамамланды: бөтәһе 18 мең гектарҙа иген сәселде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының халыҡ-ара саралар планына ярашлы, 12 – 22 майҙа ЮНЕСКО-ның “Көнбайыш Европа диалогы” тигән халыҡ-ара экспедицияһы үтте. Башҡортостан делегацияһы Франция, Германия, Бельгия, Нидерландтар, Люксембург һәм Төркиәлә булды.
21 кешенән торған делегацияға Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфөнөң 3-сө, 39-сы, 34-се, 97-се, 13-сө мәктәптәре, Салауат ҡалаһындағы педагогия колледжы һәм Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбе вәкилдәре инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сит илдәрҙән республикабыҙға танышыу маҡсатында килгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларға Башҡортостандағы иҡтисади хәл, үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Сарала “Әл-Әләм” Иран телеканалы, Кувейттың дәүләт телевидениеһы, Сәғүд Ғәрәбстанының МВС Group телеканалы, “Российская газета”ның испан ҡушымтаһы, шулай уҡ The Economist журналы вәкилдәре ҡатнашты. Биш көнлөк сәфәр мәлендә сит ил журналистары республикалағы ҙур предприятиелар, музей, шифаханалар һәм ғилми учреждениелар, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, 1812 йылғы һуғыш ваҡиғаларының хәрби-тарихи реконструкцияһы менән танышты, һабантуй байрамында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда “Көньяҡ-көнсығыш райондар-2012” инвестиция форумы үҙ эшен йомғаҡланы. Ике көнлөк төбәк-ара сарала ҡатнашыусылар аҙаҡ һабантуйҙы ҡараны.
Баймаҡ районындағы Граф күле буйында ойошторолған халыҡ байрамында республика Президенты Рөстәм Хәмитов, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, ғалимдар, йәмәғәтселек вәкилдәре, журналистар ҡатнашты. Сараға башҡа төбәктәрҙән дә вәкилдәр килгәйне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хужалыҡтарҙың тирмәләрен, милли көрәш ярышын ҡараны, шулай уҡ район эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
— Бөгөн Баймаҡ ерендә оло байрам — һабантуй! Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә һабан эштәрен бөтөрҙөк тип әйтергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләбәй
Һабантуй һәм Ҡала көнөн берләштергән сара "Ватан һаҡсыларына" мемориаль комплекс эргәһендә башланып китте. Райондың сауҙа предприятиелары – йәрминкә, төбәк оҫталары үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәрен күркәм күргәҙмә ойошторҙо. Ул арала халыҡ әллә ҡайҙан ылыҡтырып торған, байрамға йәм һәм йән өҫтәгән тирмәләр янына ашыҡты: унда "Ата-бабалар ере" халыҡ ижады фестивале башланып тора ине. Ғөмүмән, был көндө саралар ифрат күп булды: һәүәҫкәр артистар һәм балалар коллективтары "Ер балалары" исемле театрлаштырылған тамаша менән шатландырһа, шәжәрә байрамы менән яңы тыуған бәпестәрҙе ҡотлау тантанаһы айырыуса йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дауаханаларҙа ҡанға ҡытлыҡ булмаһын өсөн мең кешегә 40 — 60 донор тура килергә тейеш. Алға киткән илдәр был кимәлгә күптән өлгәшкән. Рәсәйҙә ул күрһәткес — 11, 8, Башҡортостанда 19 кешегә тиң. Мәсьәләнең мөһимлеген тәрәнерәк аңлатыу, ауыр хәлдәгеләргә үҙ ҡанын бүләк итеүселәрҙе ишәйтеү йәһәтенән Бөтә донъя донор көнө мөһим сара булып тора.
Донор булыу ҡанығыҙ тура килгән кешенең ғүмерен ҡотҡарыу тигән һүҙ. Тимәк, ҡан — ул барлыҡ бүләктәрҙең иң ҡиммәтлеһе. Уға мохтаждар иһә донъяла көндән-көн күбәйә. Тапшырылған ҡан юл-транспорт һәләкәтенә тарыусыларға, ауыр сир менән донъяға килгән сабыйҙарға, операция яһатырға мәжбүр булыусыларға һәм башҡаларға һауа һымаҡ кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына