Кәйеф көр булғас, эш тә ырай“Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторҙары Ирек Сәғитов менән Садиҡ Мөхәмәтов өсөн тынғыһыҙ көндәр дауам итә. Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеүҙе тамамлағас, улар үҙҙәренең “ҡорос аттар”ында көнбағыш орлоғо сәселгән майҙанды икенсе тапҡыр культивациялай башлаған. Тракторсыларҙың бурысы — ике-өс көн эсендә 140 гектарҙағы культура араларын сүп үләненән таҙартыу.
— Быйыл сырмалсыҡ ҡотороп үҫкән, шунлыҡтан йыш ҡына туҡтап, культиваторҙың тешен таҙартып алырға тура килә — был иһә эште тотҡарлай, — ти Ирек Сәғитов. — Көнбағыш араһын утауҙы тамамлағас, кукуруз баҫыуына төшәсәкбеҙ.
Хужалыҡ етәкселеге механизаторҙар өсөн төшкө һәм киске ҡайнар аш ойоштороуҙы хәстәрләгән. Ә эш көндән-көн ҡыҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пирамидалар мәңгелек булмай сыҡты“Бөгөнгө йәмғиәттә кеше түгел, ә финанс капиталы мәнфәғәте өҫтөнөрәк ҡуйыла, — тигән фекерҙә Юғары банк мәктәбе профессоры Ивар Бриверс. — Дәүләттәр, дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер юҡ инде, сөнки сит ил инвесторҙары — рәсми властан йоғонтолораҡ кешеләр. Фәлән ил банкротҡа төштө, тигән һүҙҙәр хәҡиҡәткә тура килмәй, ни тиһәң дә, ойошманың ғына бөлөүе мөмкин. Барлыҡ донъя иҡтисады финанс пирамидаларына таянған: бер бурысты ҡаплау өсөн икенсеһен алалар. Күреүебеҙсә, әле ошо ҡоролош емерелә...”

Испандар бығау кейергә теләмәй
Ошо көндәрҙә халыҡ-ара кимәлдә иң абруйлыларҙан һаналған “Standard & Poor’s” агентлығы 2014 йылға тиклем АҠШ-тың кредит рейтингын кәметеүе ихтималлығын белдерҙе. “Moody’s” агентлығы иһә Европа илдәрен дә ошондай яҙмыш көтөүе хаҡында иҫкәртте. Көрсөктөң сираттағы тулҡыны ысынлап яҡынлашамы әллә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 964 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарындаМатбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро. “Башҡортостан” гәзите лә, 95 йәшлек ҡартмын бит әле, тип билен йылы мейескә терәп ултырырға уйламай, республикабыҙҙың йә теге, йә был тарафтарына елдереп сыға ла китә. Бәй, шулай булмайса, “Башҡортостан”ды ҡулығыҙға алып ҡарағыҙ әле, ниндәй рухи дәрт-дарман, уй-фекер оһоллоғо бөркөлөп тора уның биттәренән. Ә инде гәзит менән дуҫлашаһығыҙ икән, ошо илаһи ҡөҙрәт һеҙҙең йөрәгегеҙгә лә күсәсәк!
Күптән түгел генә “Башҡортостан” гәзите Нефтекама ҡалаһы филармонияһының сәхнәһен дер һелкетеп ҡайтҡайны. Был юлы илһам ҡанаттары уны милли батырыбыҙ исемен йөрөткән Салауат ҡалаһына алып осто.
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының хужабикәһе (директоры) Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова яҡты йөҙ, татлы һүҙ, киң күңел менән ҡаршы алды “Башҡортостан”дарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 974 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер буйы әҙәм көлдөрҙөФәтихә инәй өтәләнә-өтәләнә Өфөгә әртислеккә уҡырға китергә йөрөгән Юнирын оҙатырға әҙерләнә, аҙаҡҡы кәңәш-төңәштәрен бирә:
— Эй, балаҡайым, йүнле генә йөрө инде, үҙеңде лә, мине лә бер үк көлкөгә ҡалдырма. Ул ҡала тигән ерҙә теләһә ниндәй шалапайҙар өйөрө менән йөрөй, ти. Шуларҙың арбаһына ултырып ҡуйма! Ишетһен ҡолағың!
Шундай матур теләктәр менән оло юлға оҙатҡан ғәзизенең ғүмер буйы әҙәм көлдөрөп йөрөрө башына инеп тә сыҡмай әсәнең. Хәҙер инде барса халыҡ Юнир САЛАУАТОВТЫҢ исемен ишетеү менән үк шарҡылдап көлә башлай.
— Юнир ағай, көлкөнөң тылсымлы шифаһын нисек белеп ҡалдығыҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1055 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәр һайлағандаЮмореска
— Мин врач булам!
— Әртис!
— Бизнесмен!
— Мин — банкир!
Класс етәксеһе Зөлфиә Мөхтәровна уҡыусыларының бындай ҙа ҙур хыялдар менән йәшәүенә һоҡланып, ғорурланып ултырҙы. Һәр береһенең теләген:
— Бик шәп, бик мәслихәт, — тип йөпләне, ҡанат ҡуйҙы. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул! Ун бер йыл буйы йыр, физкультура дәрестәренән генә “дүртле”ләр күргән Римустың да институт тип атлығып тороуы насармы ни! Замана балалары серек мейе түгел шул. Ата-әсәләре тураһында һүҙ ҙә юҡ. Элек кенә ул, хәҙер телгә алыуы ла ғәрлек, кластан бер-ике бала вузға барып морон төртһә, мәктәп өсөн ауыҙ тултырып һөйләрлек олоғара ваҡиға була торғайны. Хатта анау йылды бер ҡыҙҙары шау “бишле”гә бөтөп тә, институтҡа инә алмай, мәсхәрәгә ҡалдырғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
АждаһаФельетон
Тамам теңкәне ҡоротто бит шул ғифрит!
— Ҡуй инде, ҡуй. Шуны еңерҙәй берәй батыры булманы инде, исмаһам.
Ауыл халҡының ҡот-йәнен алып, Иглиндә аждаһа пәйҙә булды. Аждаһа тигәс тә, нишләптер туғыҙ-ун башлы ла түгел, ә ҡәҙимге кешегә оҡшап тора үҙе. Кем белә инде, бәлки, ул әкиәттәрҙәге ҡәрҙәштәре һымаҡ 500-1000 йылдан артыҡ йәшәп, кеше ҡиәфәтенә инә торғандыр. Ундайҙарҙы бигерәк яман була, тиҙәр. Ә бының тотош фиғеле, барлыҡ ҡыланышы хәс тә әҙәм балаһыныҡы ише. Ауыҙы араҡы тип кенә шапылдап тора, ә үҙен Мансуров тип йөрөтәләр икән.
Аждаһа хаҡында уйлай-уйлай кешеләрҙең йөрәге бөттө тамам. Хәҙер улар ишектәрҙе, ҡапҡаларҙы төндәрен генә түгел, хатта көндөҙөн дә ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләп, урамға сығырға ла ҡурҡышып ултыра. Ә бер-ике көнгә бүтән ауылға йәки ҡалаға ҡунаҡҡа китеүҙе башыңа ла килтермә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 898 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төркиҙәр ниндәй сифаттарға эйә?Совет дәүерендә азербайжан ғалимы А. Мамедов Ленинград университеты профессоры Л.Н. Гумилев менән осрашып, унан боронғо төркиҙәргә бәйле ҡыҙыҡһына башлауының сәбәбен һораша. Тәүге төрки ҡағанатын студент сағында уҡ өйрәнә башлаған, аҙаҡ “Боронғо төркиҙәр” тип аталған нигеҙле хеҙмәттең авторы булып танылған арҙаҡлы ғалимдың яуабы бик ҡыҙыҡлы. Бына нимә ти ул әңгәмә барышында: “Боронғо төрки һәм ҡытайҙар араһында йыш ҡына бәрелештәр булып торған, ләкин һөжүмгә ынтылыусыларҙың дала яғынан түгел (йәғни күсмә төрөктәр яғынан түгел), ә ултыраҡ халыҡ яғынан (был осраҡта ҡытайҙар яғынан) икәненә иғтибар иттем. Ә төркиҙәр бик боронғо замандарҙан уҡ шундай дәррәү һәм уңышлы һаҡлана белгән. Ул саҡта Ҡытайҙа бер нисә миллион халыҡ йәшәһә, төркиҙәр 300 мең самаһы ғына булған. Ошо бер нисә мең миллиондарға ҡаршы тора алған. Тимәк, уларҙың азатлыҡты һаҡлап ҡала торған ниндәйҙер айырым бер сифаты булған...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 962 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусым, уҡыу кәрәк... йәки Xаталар өҫтөндә эшБөгөнгө асыҡ дәрестә уҡытыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәһе һүҙҙәр бик күп. Бында мин башҡорт теле уҡытыусыларын күҙ уңында тотам. Билдәле булыуынса, улар мәктәптә төп урынды биләне һәм шулай ҡаласаҡ та. Белем биреү йорттарында балаға милли үҙаң, рух сифаттарын бары тик улар ғына бирә ала. Уҡыусыны ысын шәхес итеп тәрбиәләүҙә, үҫтереүҙә бары тик улар ғына үҙ өлөшөн, үҙ көсөн һалалыр.
Мәктәптәге барлыҡ мәҙәни сараларҙа, кластан тыш эштәрҙә, гәзит сығарыуҙа, түңәрәктәр эшен йәнләндереүҙә, хатта ата-әсәләр йыйылышын үткәреүҙә лә башҡорт теле уҡытыусыһы йүгергеләп йөрөй. Ә бит былар өсөн, баҙар заманы булһа ла, бер тин дә эш хаҡы түләнмәй. Тимәк, улар — мәктәптең йөҙө, намыҫы. Мәктәп хакимиәте башҡорт теле уҡытыусыларының эшмәкәрлегенә күңел күҙе менән ҡарамай. Ә мәғариф идаралыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Бер районда башҡорт теле уҡытыусыларының семинарын үткәрәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1765 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация етәксеһе сифатында Беларусь Республикаһына юлланды. Минск аэропортында төбәк етәксеһен Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Андрей Кобяков, архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡаршы алды.
Ике көнлөк сәфәрҙә Беларусь Президенты Хакимиәте, Министрҙар Советы, эшлекле даирәләр вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреләсәк, сәнәғәт предприятиеларына сәфәр ойоштороласаҡ.
Рөстәм Хәмитов “Белкоммунмаш” холдингының идарасы компанияһындағы етештереү майҙансыҡтарында булды. Республика башлығы яңы автобустар, троллейбус, трамвай, йөк машиналары етештереү технологияһы менән танышты, йыйыу линияһын, әҙер продукция өлгөләрен ҡараны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 933 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль миграция хеҙмәте етәксеһе Константин Ромодановский менән осрашыу ваҡытында миграция буйынса 2025 йылға тиклемге дәүләт сәйәсәтенең концепцияһын раҫлауын белдерҙе. Дәүләт башлығы был тәңгәлдә ҡатыраҡ закондар тәҡдим итеүҙе һәм йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүҙе үтенде.
Рәсәйҙәрҙең ил буйлап йөрөүенә, эшсе мигранттарҙың ағымына бәйле тәртиптең булмауы халыҡта ризаһыҙлыҡ уята. Миграция өлкәһендәге закондар аңлайышлы, ябай һәм ҡайһы саҡта ҡәтғи булырға тейеш.
Әлеге мәлдә миграция хеҙмәте Рәсәйгә эшкә килгән сит ил граждандарының махсус ҡабул итеү урындарынан, үҙәктәрҙән ҡасыу осраҡтары булған хәлдә уларға ҡарата ниндәй сара ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1007 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙ футбол буйынса Европаның иң көслө командалары араһындағы ярышты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур байрам булырға тейешле сара көйәрмәндәрҙең алышына әүерелә бара. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, яңыраҡ Рәсәй көйәрмәндәрен Польшала туҡмап киткәндәр. Ғөмүмән, бөгөн Интернет был хаҡта яҙмалар менән тулы: бер ҡунаҡхана алдында икәүҙе бәргесләгәндәр, ниндәйҙер кафела телевизор аша уйынды күҙәткән Рәсәй менән Англия кешеләренә ныҡ ҡына эләккән... Битлек кейгән мыҡты кәүҙәле поляктар ҡайҙандыр килеп сыға ла, бер сәбәбен дә әйтмәй, йоҙроҡларға тотона, ти.
Варшавалағы власть әһелдәре менән алдан килешеү буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһын ҡеүәтләү йөҙөнән ойошторолған марш та һуғышһыҙ үтмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
16 июндә иртәнге сәғәт 10-да Бөрйән районы хакимиәте бинаһында (Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т. Сәғитов,
19 июндә көндөҙгө сәғәт 2-лә Ҡариҙел районы хакимиәте бинаһында (Ҡариҙел ауылы, Ленин урамы, 24) Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х. Иванова,
20 июндә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Бүздәк районы хакимиәте бинаһында (Бүздәк ауылы, Ленин урамы, 4) Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Р.У. Кинйәкәев
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзын – 55 йыллыҡ юбилейы, шулай уҡ барлыҡ ҡәләмдәштәребеҙҙе Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Мәғлүмәт — йәмғиәт тормошона тәьҫир итә алырлыҡ мөһим ҡорал, шуға күрә журналистар һүҙ көсөн тейешенсә баһаларға, яуаплылыҡ тойорға, үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға тейеш. Шуныһы һөйөнөслө: был йәһәттән республиканың ҡәләм оҫталары үҙҙәрен һәр саҡ ыңғай яҡтан күрһәтеп килә.
Еңел булмаған, абруйлы һөнәрҙе һайлаған барлыҡ ҡәләмдәштәребеҙгә, ауыл хәбәрселәренә артабан да ижади ҡомар, ҡыйыулыҡ, әүҙемлек, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Илһам шишмәгеҙ бер ваҡытта ла һайыҡмаһын! Байрам менән, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙәге эшлекле осрашыу барышында Владимир Путин менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәл тураһында фекер алышты, тип хәбәр итте Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан етәксеһе ил башлығын төбәктәге төп эш күрһәткестәре менән таныштырҙы.
— Быйыл биш айҙағы һөҙөмтәләр насар түгел. Был тулайым төбәк продуктына ла, сәнәғәт етештереүе индексына ла ҡағыла, — тине республика башлығы. — Сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил итте. Өҫтәүенә инвестициялар ҙа арта. Был ыңғай күренеш айырыуса эшкәртеү сәнәғәтендә күҙәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ, баҡсасылар, нисә йыл металл урлаусыларҙан зыян күрәбеҙ. Уғрылар һыу торбаларын киҫеп ала, ҡоймаларҙы емерә, будкаларҙы талай, бәләкәй тимер ҡапҡаларҙы, хатта инеп-сығып йөрөгән дөйөм ҡапҡаларҙы алып китә. Күп баҡсасылар һыу булмағанлыҡтан һәм талауҙар арҡаһында баҡсаларын ташлай.
Мин шәхси кешеләргә металл йыйыуҙы тыйыу һәм ҡабул итеүселәрҙең лицензияһын тартып алыу үтенесе менән ил Президентына, республика Хөкүмәтенә, “Аргументы и факты” гәзитенә хат яҙҙым. Яуап биреүсе табылманы. Бер нисә тапҡыр баҡсасылар күмәкләп урындағы хакимиәткә һәм ҡасабалағы полицияға мөрәжәғәт иттек, ләкин улар беҙҙең проблемаға битараф ҡалды. Власть вәкилдәренең ошондай башбаштаҡлыҡҡа нөктә ҡуйырлыҡ көсө юҡмы икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1070 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына