Әҙиптәр иғтибар үҙәгендәЯҙыусы йәмғиәтте тәрбиәләй, тиҙәр. Ысынлап та, нисәмә быуын өлгөлө әҫәрҙәр уҡып үҫте, ыңғай геройҙарҙан үрнәк алып оло тормошҡа юл ярҙы. Бар ғүмерен кешенең күңелен дауалауға бағышлаған ижадсының бөгөнгө хәле нисек? Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов әҙиптәр менән осрашыуында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов ижади ойошмаға тейешле күләмдә аҡса бүленмәүен, яҙыусыларҙың шифаханаларҙа ял итә алмауын билдәләп үтте.
Рөстәм Зәки улы шунда уҡ әҙиптәр күптән ишетергә теләгән фекерҙе еткерҙе:
— Был осраҡта аҡса мәсьәләһе мәсьәлә түгел. Һеҙ бары тик өлгөлө әҫәрҙәр яҙығыҙ.
Айҙар Хөсәйенов иһә республикала йәш ижадсыларға иғтибарҙың етмәүенә ризаһыҙлығын белдерҙе. Быны ул китаптарҙың оҙаҡлап сиратта ятыуы менән аңлатты.
— Ҡырҡ йәште уҙып та үҙеңде һаман йәш яҙыусы тип атау оят инде!
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салғыны алдан әҙерләп ҡуйғас...Бураҙнаға бәрәкәтле орлоҡ төшөрһәң дә, ҡомһоу тупраҡтан еңел генә мул уңыш алырмын, тимә. Малсылыҡ, игенселек тармағында бер йыл да һынатмаған краснокамалар быны яҡшы белә. Шуға күрә айырыуса һуңғы йылдарҙа район хужалыҡтарында орлоҡ сифатына, заманса ер эшкәртеү алымдарына иғтибар бермә-бер көсәйҙе.
Районда мал аҙығы культуралары 20 мең гектар майҙанды биләй. Ашығып ашҡа бешмәҫ өсөн күп хужалыҡтарҙа бесәнгә төшөргә ҡабаланмайҙар — үләндең һуты тулышмаған әле. Ә бына иртә өлгөрөүсе бер йыллыҡ үләндән сенаж, силос әҙерләү дәррәү башланған, айырыуса “Алға”, “1 Май”, “Мир”, “Колос”, “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативтарында эш ырамлы бара. “Мир” хужалығында ойошторолған мал аҙығы әҙерләү технологияларына ҡағылышлы район семинар-кәңәшмәһендә лә сифатлы аҙыҡ туплау, орлоҡ яңыртыу, һәр культураны үҙ ваҡытында йыйып алыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 882 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәт ун томлыҡ буласаҡБөгөнгө заманда бер нисә телде белеү зарур. Тимәк, һүҙлектәрҙең дә баһаһы арта. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н тап ошо талапты күҙ уңында тотоп сығара башланы.
Хеҙмәт ун томлыҡ буласаҡ. Әле тәүге икәүһе донъя күрҙе.
— Йыл һайын ике томды сығарып, проектты 2016 йылда тамамларға ниәт бар, — тине китаптарҙың исем туйында институт директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. — Әле тағы ла дүрт китаптың ҡаралама варианты әҙер.
Академик һүҙлектең файҙаһы ифрат ҙур буласаҡ. Унда һәр һүҙҙең аңлатмаһы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелгән. Баш һүҙ иһә — башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мал көткән ашҡа туйыр“Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә булған, бер үк ваҡытта продукция эшкәртеү тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Бигерәк тә малсылыҡ тармағындағы ҡаҙаныштары менән улар хаҡлы ғорурлана. Шуны телгә алыу ҙа етә: Шаран районында бөгөн күмәк хужалыҡтарҙа етештерелгән һөттөң 38 проценты ошо предприятиеның өлөшөнә тура килә.
— Беҙ төп килемде малсылыҡ тармағынан алабыҙ, шуға фермаларҙың продуктлылығын күтәрергә ынтылабыҙ, — ти предприятие етәксеһе Тимерғәле Тимеркәев. — Һуңғы осорҙа хужалыҡтың икенсе һулышы асылды тип әйтергә мөмкин. Быйыл һөт һәм ит етештереүҙе былтырғы кимәлгә ҡарағанда арттырҙыҡ. Йылдың тәүге биш айында һәр һыйырҙан 2500 килограмға яҡын һөт һауып алынды. Мал йәйләүгә сығарылғандан һуң “һөт шишмәһе” тағы ла тулылана төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алмаш әҙерләйбеҙ“Бүздәк агросервисы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғылыҡты бирмәй. Директор Мөхәмәт Нурғәлиев хужалыҡ тураһында һөйләй.
– Әлбиттә, төп көс – хеҙмәткәрҙәрем, һәммәһенең дә ҡулы оҫта, техникаға барымы бар. Фидрат Ямалетдинов – иретеп йәбештереүсе, ул үҙенең янына Евгений Овод, Андрей Геримадзе һәм Эдуард Халиҡовты алды. Алмаш үҫеп килә, тимәк. Роберт Ғилванов менән Владимир Николаев – водителдәр. Шулай уҡ Фидрат Насибуллин, Тәлғәт Ялалов, Альберт Дәүләтбаев кеүек тырыштар эргәмдә булғанда күңелем тыныс.
Беҙҙә эшселәр өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Үҙебеҙҙең ашханабыҙға икенсе ғүмер биреп оттоҡ. Ашнаҡсылар тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, өҫтәүенә беҙҙә туҡланыу күпкә арзан. Дөйөм ятағыбыҙ тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел: кемдең йәшәргә урыны юҡ, рәхим итһендәр! Вахта ысулы менән эшкә йөрөүселәр ҙә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартайып та ауған солоҡ ҡарағайы...Йәш саҡта “КамАЗ”-ға ултырып, Стәрленән ҡайтып киләбеҙ, Таҙлар ауылына еткәс, йәнәшәмдәге ир, машина тәҙрәһенән сыға яҙып, тирә-яҡты күҙәтеп килде лә, ҡайһылай матур тәбиғәт, тип һоҡланыуын белдерҙе. Нимәгә иҫе китте икән, тип аптырап ҡуйғайным. Баҡһаң, ошо йәмле мөхиттә тыуып үҫеп, уны көн дә күреп күҙ өйрәнгән, матурлыҡты тоя белмәйбеҙ. Ишембайҙан дуҫтарыбыҙ килһә лә, һауабыҙҙы һулап, ялан-тауҙарыбыҙҙы күҙәтеп туя алмай.
Ана-а-а, күрәһегеҙме урман ситендә ултырған ҡарағайҙы — унда солоҡ булған.
Һораулы ҡарашымды күреп, ул һүҙен дауам итте:
— Йәш ҡарағайҙың осон ҡырҡһаң, ул буйға түгел, арҡырыға үҫә. Солоҡ булдырыу өсөн ағастың башын махсус киҫеп ташлар булғандар. Бер йылды беҙгә танылған профессор килгәйне, уны ул ваҡытта ошо тауҙың аръяғында урынлашҡан умарталығыбыҙға алып килдем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1159 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пионерҙар бар әлеЯңауыл ҡалаһындағы Пионерҙар йортона быйыл 60 йыл тула. Ошо дәүер эсендә ул йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур көс һалды.
Һуңғы йылдарҙа Пионерҙар йортон матди-техник йәһәттән нығытыуға күп көс һалына. Бүлмәләр иркен, яҡты. Һәр ҡайһыһы заманса техник сара, кәрәкле әсбап менән йыһазландырылған. Ифрат бай китапханала һәр кем үҙ йәшенә, зауығына ярашлы китап, гәзит, журнал таба ала.
Тәрбиә усағында бихисап түңәрәк эшләй: кемдер ҡурай, пианино, гитара уйнарға, икенселәре бейергә өйрәнә, һүрәт төшөрә, һын яһай, бәйләм серҙәрен үҙләштерә. Бынан тыш, өҫтәмә белем биреү ҙә бар: балалар тәбиғәт-фәнни, художество-эстетика, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экология-биология, спорт-һауыҡтырыу, социаль-педагогик һәм бүтән йүнәлештәрҙә белем ала. Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә лә өйрәнәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзит-журнал һуңламайГәзит-журналдарҙың уҡыусыға ваҡытында барып етеүе почтальондың тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының 1-се почта элемтәһе бүлексәһе беҙҙең гәзиттең күптәнге дуҫы, уларҙың эшһөйәрлеге һөҙөмтәһендә районда “Башҡортостан”ды алдырыусылар йылдан-йыл арта.
Бүлексәлә бөгөн алты кеше эшләй. Дүрт почтальон иртә менән гәзит-журналды уҡыусыларына тапшыра. Коллектив татыу, уңған, бер-береһенә улар һәр саҡ таяныс, эш айырып ултырыусы юҡ. Халыҡҡа хат, открытка, башҡа төрлө түләүҙәрҙе лә еткереү улар иңендә. Почта хеҙмәткәрҙәре сауҙа эшен дә йәнләндергән. Халыҡ аҙыҡ-түлеген дә, көнкүреш тауарҙарын да бында һатып ала, теләгәндәргә онон, шәкәрен тоҡлап алып киләләр. Бынан тыш, еңел автомобилдәрҙе, һаулыҡты, фатирҙы страховкалау хеҙмәтен дә башҡаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуынған табынХәтфә ханым шаршауҙы ҡыҫып ҡына халыҡ шығырым тулы залға күҙ һалды. Бер генә буш урын булһасы! Хатта рәт араларына ултырғыстар ҡуйылған. Ян-яҡ стена буйҙарында йәштәр теҙелгән. Ҡыуаныстан халыҡ актрисаһының йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы: уны, уны хөрмәтләргә йыйылған бит шулай халыҡ! Утыҙ йылға яҡын ижад дәүерендә был тиклем дә тулҡынланып-баҙап ҡалыуын хәтерләмәй ул. Ниндәй ауыр ролдәр башҡарғанда ла был ҡәҙәре ҡаушамағанды. Кит инде, бигерәк, бөгөн бит уға ни ҡыланһа ла килешә торған көн: 50 йәшлек юбилейы! Роль ятлайһы, эргәңдәге партнерыңдың яңылышынан йә һүҙен онотоп ҡуйыуынан ҡурҡаһы юҡ. Кемдеңдер тормошо менән дә йәшәү кәрәкмәй. Үҙең булыу, ижад юлыңды байҡау, ҡотлауҙар ҡабул итеү шулай уҡ ауырмы икән ни? Сәхнәлә уйнай торғас, әллә үҙ фиғелен, үҙ асылын юғалта башлағанмы? Ана, ҡайһылай күп йыйылған тамашасылары, был бит оло бәхет артист өсөн. Ул ҡарашын үҙе саҡырған яҡындары рәтенән йүгертте. Дуҫтары, туғандары...
Ком: 0 // Уҡынылар: 798 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайҙа барһаң да, дуҫтар кәрәк...Ысынлап та, был тормошта дуҫтарһыҙ йәшәү еңел түгел. Әбйәлил районының Сиҙәм урта мәктәбе коллективы ла “Башҡортостан” гәзитенә барлыҡ коллектив менән яҙылып, дуҫтарыбыҙ һанын арттырҙы.
Сиҙәм мәктәбе — районда иң ҙур һәм өлгөлө белем усаҡтарының береһе.
Элек-электән мәктәп, данлы сиҙәмселәр традицияһына тоғро ҡалып, үҙ уҡыусыларын ауыл хужалығы һөнәрҙәренә йүнәлтеүҙе маҡсат итеп алған. Бөгөн дә бында өҫтәлмә дәрестәр нигеҙендә уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе, өлкән класс егеттәрен механизатор һөнәренә уҡытыуҙы ла дауам итәләр. Күптәре артабан ошо йүнәлештә белемен камиллаштырып, ватан һәм сит ил техникаһын “ауыҙлыҡлап”, тора-бара үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Араларында фермер булып киткәндәре лә, хужалыҡ етәкселәре лә юҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 559 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына