
Был мөһабәт, бай тарихлы ҡаланы бик ярата Хаким Ҡарға. Әле йомортҡаһын ватып, яҡтылыҡҡа күҙе сағыла-сағыла ошо донъяға аяҡ баҫҡан ваҡытында уҡ был ҡаланың тын алышын һиҙә ине кеүек. Унан, көндәр үтә биргәс, оя ситенә килеп, әле нығынып етмәгән тәпәйҙәренә ослайып ҡына баҫып, тирә-йүнен күҙәткәндә, был ер уның хакимлығында буласағын да тойҙо. Әсәләренең ем алып ҡайтҡанын көтөп, ауыҙҙарын ипһеҙ асып ултырған туғандарына ҡарап, сирҡанып ҡуйыр ине: юҡ, ул бейектә, юғарыла осор ҡош... Әсәһен бары тамағын туйҙырыусы, киләсәген хәстәрләүсе итеп күрһә, атаһы менән һоҡланды: ул һәр ваҡыт ҡайҙалыр оҙаҡ-оҙаҡ юғалып тора, арманһыҙ булып ҡайтып йығыла, әммә эргәләге бар ҡоштар унан шөрләй, уның алдында ҡойолоп төшә... Ҡорған оялары иң бейектә: ҡаланың ҡап уртаһына төҙөлгән бөйөк, мөһабәт йорт, үҙенең ҡупшылығына маһайып, күктәргә олғашырға тырыша кеүек... Иртән моңланып ҡына ҡояш ҡалҡҡанда, Ҡарға әсә ҡуйынынан кинәт айырыла ла, мышнап йоҡлаған туғандарын этә-төртә, ҡанат-тәпәйҙәренә баҫа-баҫа оя ситенә ашыға.