Көнсығыш телдәре берләшәМ. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында Көнсығыш телдәре кабинеты асылды. Тантанала “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.
Аҡмулланың васыятына тоғролоҡ һаҡлап, педагогия университетында элек-электән телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, унда үткән быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт-төрөк бүлеге булдырылып, уңышлы эшләгәйне. Төркиәнән килгән йәштәр биш йыл буйына башҡорт тиҫтерҙәре менән бергә белем алды, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашты. Һөҙөмтәлә улар беҙҙең телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, тормош шарттарын үҙенекеләй ҡабул итеп, һәр яҡлап һәләтле белгес булып сыҡты. Башҡорт студенттарын Төркиәгә сәйәхәткә алып бара торғайнылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов иҡтисади форумда ҡатнаштыХәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың рәсми делегацияһы етәксеһе сифатында Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форум эшендә ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе Куба Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хуан Вальдес Фигероа менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда иҡтисад өлкәһендә мөнәсәбәттәр булдырыу мөмкинлеге тикшерелде. Илсе Рөстәм Хәмитовты 4 – 10 ноябрҙә Гаванала үткәреләсәк халыҡ-ара “FIHAV-2012” йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡырҙы.
Республика Президенты ла Куба делегацияһын Башҡортостанда көтәсәктәрен белдерҙе.
— Берлектәге проекттарҙы башлау өсөн был яҡшы аҙым буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ табиптарына ышаныс ҙурОшо көндәрҙә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында айырыуса йәнлелек — абруйлы медицина учреждениеһы 85 йыллығын билдәләне.
Ә ғилми-тикшеренеү институты менән ентекле таныштырып тороу кәрәкме икән? Юҡтыр, моғайын. Республикабыҙҙа йәшәүселәр генә түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә уның тупһаһы аша атлап ингәндәр байтаҡ. Һәр кемде һауығыуға өмөт һәм ышаныс әйҙәй. Шуныһы һөйөндөрә: өмөттәре аҡлана, ышаныстары нығый. Шуға ла институт поликлиникаһына йылдың барлыҡ миҙгелендә лә иртә таңдан ашығыусылар бихисап. Элегерәк күҙ сирҙәренән нигеҙҙә өлкән йәштәгеләр яфаланһа, һуңғы осорҙа йәштәр араһында ла насар күреүселәр ишәйә. Ә был ғалимдарҙы айырыуса хәүефләндерә. Шуға ла дауалауҙың һөҙөмтәле алымдарын йылдамыраҡ табырға ынтылалар, ә эҙләнеүҙәре офтальмология өлкәһендәге яңы асыштарға килтерә. Мәҫәлән, былтыр Рәсәй клиникаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған нанотехнология, йәғни күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәрҙе дауалауҙа ҡулланылған “УФалинк” аппараты менән “Декстралинк” препараты сираттағы ҙур ҡаҙаныш булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1161 тапҡыр // Тотош уҡырға
Почта эше камиллашаЗаман заңы башҡа – ҡосаҡ тултырып гәзит-журналдар, ҡалын хаттар ташыған осор тарихта ҡалды тиеүселәр хаталана. Ауыл тормошон почтальонһыҙ әле лә күҙ алдына килтереп булмай, ҡалала ла уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Әммә заман талаптарынан артта ҡалырға ярамай – “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы етәксеһе Ирек Миңлевәли улы Ғәлимов менән ошо хаҡта ғына түгел, ә хеҙмәттең үҙенсәлектәре, көндәлек проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары һәм башҡа һөнәри ғәмәлдәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Дөйөм дәүләт сәйәсәте – оптимизация һеҙгә лә ҡағылды: райондарҙың почта бүлексәләре берләште. Был төбәктәрҙә уларҙың һаны кәмей тигәнде аңлатамы, кешеләрҙең көндәлек ғәмәлдәрендә сағыламы? Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү өсөн күрше районға, ҡалаға барып йөрөү бәғзеләрҙең тормошон ҡатмарлаштыра түгелме?
– Почталарҙы ҡушыу, тәүге сиратта, административ аппаратты тотоуға киткән сығымдарҙы кәметеү һәм бер үк хеҙмәттәрҙе ҡабатламау йәһәтенән тормошҡа ашырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 969 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәМәҙәниәтебеҙ күгендә «Ҡош юлы»ның барлыҡҡа килеүен беҙ, йәш быуын вәкилдәре, ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул иттек. Гитарала уйнап йырлаусыларҙың республика күләмендәге беренсе асыҡ конкурсы, өс ай самаһы элек кенә иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн халыҡ араһында яҡшы билдәле. Бүтән бәйгеләрҙән ҡайһы яғы менән айырылып тора ул, уңыш сере ниҙә икән?
Шуныһына иғтибар итәйек: «Ҡош юлы» башланғанға тиклем унда үҙенең һәләтен, ижади ҡеүәтен һынап ҡараған алтмыштан ашыу егет һәм ҡыҙҙың бер-икәүһе генә киң йәмәғәтселеккә ниндәйҙер кимәлдә таныш ине. Ейәнсура районының Һүрәм йылғаһы буйына республиканың төрлө ауыл һәм ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән ике меңдән ашыу кешене йыйған гала-концертҡаса бәйгеселәрҙең күптәре йөрәктәрҙе әсир итеп, «йондоҙ»ға әйләнеп өлгөрҙө.
“Шоңҡар” журналы редакцияһы менән Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған бәйгенең шарттары ябай ғына: гитарала уйнап, башҡортса йырлағаныңды видеоға төшөрәһең дә Интернеттағы «Бәйләнештә» сайтында урынлаштыраһың.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1178 тапҡыр // Тотош уҡырға
22 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов менән осрашыу үткәрҙе. Унда мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, атап әйткәндә, Башҡортостанда төрки телле халыҡтар сәнғәте фестивалдәрен үткәреү, әҙәби әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Донъя әҙәбиәте институты директоры Александр Куделин менән осрашты. Ул Өфөгә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллыҡ тантанаһына килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быға тиклем әллә ни ишетелмәгән, үҙенең барлығын белгертеп тә бармаған Тәүәкәс ауылы (Архангел районы) һуңғы ике-өс аҙна эсендә Интернет селтәрендә, матбуғатта йыш телгә алына. "Комсомольская правда" гәзитендәге "Өфө ҡалаһынан биш ғаиләне Инйәр йылғаһында урындағы халыҡ туҡмаған" тигән мәҡәләне (http://kp.ru/online/news/1170726) башҡа баҫмалар тағы ла ҡабартып ебәрҙе.
...2 июндә тәүәкәстәр һабантуйға йыйылған. Көн эҫе булғас, Илдар Усманов һәм уға ҡунаҡҡа ҡайтҡан Әбйәлил егете Иҙел Әхмәтҡужин йылға буйына төшә. Унда ситтән бер төркөм кеше ял иткән була, араларынан берәү кәмәлә балыҡ ҡармаҡлаған. Ошо урында ике яҡтың да һөйләгәндәре бер-береһенән ҡырҡа айырыла.
"Комсомольская правда" гәзитендә шулай тип яҙалар: "Беҙ, биш ғаилә, балаларыбыҙ һәм ҡатындарыбыҙ менән ял итергә килдек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1015 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер көнө йылды туйҙырған ҡыҙыу мәлдә сәйәсмәндәр ҙә тик ятмай. Яңыраҡ Мексикала “Ҙур егерме” сираттағы саммитҡа йыйылды. Эйе, иҡтисади йәһәттән алға киткән, сәйәси яҡтан тотороҡло, башҡа илдәргә йоғонто яһай алырҙай дәүләт етәкселәренең донъя күләмендәге проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүе — бик тә кәрәкле һәм мөһим эш. Ә һорауҙар, ысынлап та, етәрлек. Европалағы финанс көрсөгө, Сүриә, Иран, Афғанстан, Ҡытай кеүек башҡаларға тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәгән илдәр етди уйланырға мәжбүр итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙна һәр йәһәттән көсөргәнешле булыр. Эшлекле даирәлә лә, шәхси тормошта ла араларҙы көйләү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Хис-тойғоларға ирек бирмәҫ өсөн үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Тормошҡа ашырҙай ғына эшкә тотоноғоҙ. Сәмләнеп башлаған проектығыҙ тәүҙә бик уңышлы барыр, ләкин хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл үҙгәреүе барлыҡ пландарығыҙҙы ла селпәрәмә килтерер. Шуға алдағы көндәргә план ҡорғанда тормошҡа ашыра алмаҫтайҙарына тотонмағыҙ.
Дүшәмбе – әүҙем көн. Ҡарашығыҙҙы үҙгәртеү, уйланыу өсөн уңайлы мәл. Көтмәгәндә хыялдарығыҙ тормошҡа ашасаҡ. Шишәмбе көндөң беренсе яртыһында хәл итәһе мөһим мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ, уларҙы төштән һуң хәл итеү хәйерлерәк. Электр йыһаздары һәм ут менән һаҡ булығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
25 ИЮНЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ


05.00 “Доброе утро”
09.00 Новости
09.05 “Контрольная закупка”
09.40 “Женский журнал”
09.50 “Жить здорово!”
10.55 “Модный приговор”
12.00 Новости (с субтитрами)
12.25 “Женский доктор”. Сериал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн беҙ, яңы быуат кешеләре, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре менән ғорурлана алабыҙ. Быуындан быуынға күсә килгән эпостар һәм дастандар, йырҙар һәм таҡмаҡтар, легендалар һәм риүәйәттәр, әкиәттәр һәм көләмәстәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, шәжәрәләр һәм тәүарихтар — былар барыһы ла ғалимдар тарафынан бөртөкләп йыйылған хазина. Әгәр ҙә экспедицияға йөрөп ошо рухи ҡиммәттәрҙе халыҡтан йыйыусы, боронғо яҙмаларҙы өйрәнеүселәр булмаһа, бындай уңыштарға өлгәшер инекме? Был йәһәттән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хеҙмәте айырыуса ҙур.
Абруйлы ғилми ойошманың 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолған тантанала юғарыла әйтелгән фекер йәнә раҫланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында йәшәгән хөрмәтле Фәүҡәт Ғәлләм улы Ҡотлошинды 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ул ғүмере буйы тыуған ауылы Иҫке Ҡалҡашта йәшәй. Тормош иптәше Сәлимә Ҡотлошина менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һәр ҡайһыһына юғары белем алырға, айырым донъя ҡорорға ярҙам иттеләр.
Фәүҡәт Ҡотлошин бала сағынан уҡ тырыш, етеҙ, тәүәккәл булып буй етә. Тыуған ил алдындағы бурысын теүәл үтәй. Ауылдаштары, дуҫтары, туғандары, ҡыҙҙары-кейәүҙәренә һәр ваҡыт иғтибарлы.
Ҡәҙерлебеҙ оҙаҡ йылдар Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Үҙен ойоштороу эштәренең оҫтаһы итеп күрһәтә. Йәштән үк йыр-моңға, шиғриткә ғашиҡ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Насретдиндың ҡатыны ауырып киткән. Хужа һәр көндө эштән ҡайта ла сәғәттәр буйы уның янында ултырып илай икән. Ауырыуҙың хәлен белергә килгән бер ҡатын:
— Хужа, уның ауырыуы ҡурҡыныс түгел бит. Бөгөн йәки иртәгә һауығыр, ниңә шул тиклем ҡайғыраһың? — тип һораған.
— Һеңлем, — тигән Хужа, — мин эштән бушамайым, өйҙә әҙ булам, үлеп китә ҡалһа, буш ваҡытымда илап ҡалайым, тим.

* * *
Өйгә эштәрен тикшергәс, уҡытыусы Ғәлиҙән ныҡышып-ныҡышып һорай:
— Ҡат-ҡат ҡараным, бер хата ла юҡ. Әйт дөрөҫөн: атайыңа был юлы кем ярҙам итте?
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы ҡырҡ йыл эсендә Японияла оҙаҡ йәшәүселәр 134 тапҡырға артҡан. Унда йөҙ йәштән уҙғандар — 20 мең тирәһе! Донъялағы иң ҡарт кеше лә Японияла йәшәгән.
Уларҙың оҙаҡ йәшәү сере нимәлә икән? Япондар тән һәм рух сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә. Беҙ ҙә уларға ҡолаҡ һалайыҡ!
- Йәшелсә ашағыҙ. Туҡланыу рационында көн һайын аҙ ғына булһа ла йәшелсә йәки емеш булырға тейеш. Асыҡ йәшел йәки ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә (салат, шпинат, кишер) файҙалыраҡ һанала.
- Оло йәштәге кешеләрҙең организмы өсөн май бик кәрәк. Үҫемлек һәм зәйтүн майында ғүмерҙе оҙайтыу өсөн файҙалы матдәләр бар.
- Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк ял итергә тырышығыҙ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли музейҙа “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” китабы авторҙары “ТӨРКСОЙ”-ҙың почетлы билдәләре менән бүләкләнде. Бүләкте халыҡ-ара ойошманың генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы.
— Китап авторҙарына ошо почетлы билдәләрҙе тапшырыу минең өсөн оло мәртәбә, сөнки Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостан өсөн генә әһәмиәтле шәхес түгел. Уның исеме бөтә донъяла билдәле, — тине ул.
Бүләкләнеүселәр араһында Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының уҡыу үҙәге директоры Тәлғәт Сәғитов, яҙыусы Ғәлим Хисамов, мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова, китаптың дизайнеры, “Белая река” нәшриәте хеҙмәткәре Юрий Илингин һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге этносәйәсәт бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре Салауат Ҡасимов бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 591 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына