Ауыл яңы һулыш кисерәПрибельский халҡы икеләтә шатлыҡ кисерҙе: ауылда, реконструкциянан һуң, мәктәп менән дауахана сафҡа инде. Биналарға капиталь ремонт күптән кәрәк булған. Республика Хөкүмәте һәм “Башнефть” йәмғиәтенең хәстәрлеге менән был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде.
Хәҙер Прибельский халҡы, 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә йөрөмәйенсә, үҙ ауылының стационарында тулы кимәлдә дауалана ала. Кабинеттар заманса йыһазландырылған. Инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләрҙә лә барлыҡ уңайлыҡ бар. “Хәҙер һәр төрлө анализды, дауаланыуҙы ла үҙебеҙҙә үткәрә алабыҙ”, — тип һөйөнә дауахана хеҙмәткәрҙәре. Бында, Прибельскийҙың алты меңгә яҡын халҡынан тыш, күрше ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерәсәктәр. Дөйөм алғанда, дауахана 14 мең тирәһе кешенең һаулығы һағында тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1316 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәтте һаҡлау шарты шулНияз МӘЖИТОВ,
Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы:
— Мин үҙемде белә башлағандан беҙҙең ғаилә “Башҡортостан” гәзитен алдырҙы. 1941 йылдың сентябрендә Ғафури районы Туғай ауылы башланғыс мәктәбенә беренсе класҡа барҙым. Оҙаҡламай, октябрь айында уҡытыусым — атайым һуғышҡа китте. Хәтеремдә, өләсәйем беҙгә килә лә гәзитте тотоп миңә: “Йә, улым, нимә яҙалар?” — тип ҡысҡырып уҡырға ҡуша. Хәрефләп уҡыу осорон, күрәһең, мин тиҙерәк үткәнмендер инде, һәм был күренеш (ҡысҡырып уҡыу) 1942 йыл буйы барҙы. “Шул ерҙәрҙә фашистар шунса ҡырылды, шунса танк яндырылды”, — тип яҙылған урындарҙы уҡығанда өләсәйем: “Былай булғас, улым, һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ”, — тип күңелен йыуата ине.
Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы, донъя яңылыҡтарын ул саҡта тик “Башҡортостан”ыбыҙ аша ғына белеп барҙыҡ (ауылда радио юҡ ине).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Театрыбыҙҙың “Диуана”һыБәһлеүәндәй кәүҙәле был актерҙы тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһендә күрҙем. Эргәлә ултырған дуҫым: “Ана, һинең яҡташың уйнай”, — тине. Баҡһаң, Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән икән. Аҙағыраҡ иһә уның менән осрашып, һөйләшергә лә насип булды. Илфат Йомағолов менән танышлығыбыҙ шулай башланды. Шаян, йор һүҙле был ағайҙың Һауа десанты ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткәнен белгәс, аптырабыраҡ ҡалдым: бөтә ҡиәфәтенән көс-ғәйрәт урғылып торған кеше лә шундай йомшаҡ күңелле, хискә бирелеүсән булһынсы әле!..
Бына бөгөн тағы осраштыҡ Илфат ағай менән. Үҙ мәшәҡәттәребеҙгә сумып, күптән һөйләшеп ултырған юҡ ине. Байтаҡ йылдар үтеп киткән икән дә баһа! Ләкин сәстәренә йылдар ҡары һибелеп, ҡараштарына көҙгө һағыш нуры яғылһа ла, элекке шаянлығын юғалтмаған ул.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан ун йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндә ике самолет бәрелеште. Уларҙың береһе “Башҡорт авиалиниялары” самолеты ине. Был фажиғәлә 69 кеше һәләк булды, шуларҙың 52-һе – балалар. Һәләкәт Рәсәй халҡын ғына түгел, бөтөн донъяны тетрәтте. Ошо көндәрҙә Юберлинг ҡалаһында Хәтер көнө үтәсәк. Бында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” һәйкәле ҡуйылған. Сарала беҙҙең республиканан 150-нән ашыу кеше — һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, туғандары ҡатнашасаҡ. Рәсми делегацияны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1482 тапҡыр // Тотош уҡырға
8 июлдә Силәбенең Цвиллинг урамындағы 36-сы йортта Көньяҡ Уралда көрәш мәктәбенә нигеҙ һалған, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Силәбе ҡалаһының почетлы гражданы Харис Монасип улы Йосоповҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыла.
Сара билдәле спортсының улдары — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов һәм Бөтә Рәсәй Билбаулы көрәш федерацияһы президенты, Силәбенең “Башҡорттар ҡоролтайы” өлкә йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосоповтың башланғысы менән ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм “Ваня” радиоһы ярҙамында Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Бөтә донъя атайҙар көнөнә арналған байрам ойошторҙо.
— Ғаилә байрамына баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар саҡырылды. Сараға килгән атайҙар үҙҙәренең таһыллығын, ҡыйыулығын һәм батырлығын һынап ҡараны, балалар менән бергә конкурстарҙа ҡатнашты. Был көндө викториналар, ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, — тине Волонтерҙар үҙәге директоры урынбаҫары Алина Трусова.
Атайҙар көнө йыл һайын донъяның бик күп илдәрендә июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1607 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе йыл Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ҡалаға 75 йыл тула. Юбилейға әҙерлек республика Президенты Указына һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған саралар планына ярашлы алып барыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов рәйеслегендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында тәү сираттағы бурыстар ҡаралды.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, ҡала биләмәһендә тормошҡа ашырылған саралар уның социаль-мәҙәни, етештереү базаһын нығытыу һәм үҫтереү, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1225 тапҡыр // Тотош уҡырға
7 июлдә Силәбе өлкәһенең Красноармейский районындағы Дубровка ауылында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтә. Киң күләмле милли байрам Көньяҡ Уралда тәүге тапҡыр ойошторола, һәм ул илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе туплаясаҡ.
Абруйлы ҡунаҡтарҙан Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревич, өлкә Хөкүмәте һәм ҡала хакимиәте, Рәсәй Федерацияһы субъекттары вәкилдәре, шул иҫәптән Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан делегациялар ҡатнашасаҡ.
Һабантуйға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың килеүе көтөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер юлы ике министр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 53-сө ултырышында отчет менән сығыш яһаны. Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев ауыл хужалығы үҫеше программаһының тормошҡа ашырылыуы, ауыл хужалығы тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал баҙарын көйләү мәсьәләләре тураһында һөйләне.
Был программа тармаҡтың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә — ауыл хужалығын яңыртыу, финанс тотороҡлолоғона өлгәшеү, ауылда йәшәүсе халыҡтың тормош кимәлен күтәреү һәм мәшғүллеген тәьмин итеү, ауыл хужалығы тауарҙары баҙарын көйләүҙе тотороҡло үҫтереүгә арналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1244 тапҡыр // Тотош уҡырға
29 июндә Пензала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты.
Унда “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Федераль закондың үтәлеше хаҡында һүҙ барҙы. Законға ярашлы, быйыл 1 июлдән башлап власть органына рәсми базала булған мәғлүмәтте граждандарҙан һоратып алыу тыйыла. Тимәк, был дәүләт, муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе тиҙләтәсәк һәм граждандарҙы төрлө инстанцияла белешмә йыйыуҙан ҡотҡарасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1203 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙҙарҙың торошо өҫтәмә мөмкинлектәр вәғәҙә итһә лә, хәл-ваҡиғаның кинәт үҙгәреп китеүенә лә ишара яһай. Шишәмбенән йомаға тиклем Зөһрә йондоҙ Игеҙәктәр градусы аша үтәсәк. Был һеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла, бәйләнештәрегеҙ менән файҙаланып, байтаҡ эште тормошҡа ашырырға форсат бирә һымаҡ. Тик шаршамбынан кесе йомаға тиклем Марс Үлсәү йондоҙлоғо аша үтәсәк. Тап ошо планета башланғыстарығыҙҙы селпәрәмә килтерәсәк көскә эйә.
Дүшәмбе – әүҙем һәм бик уңышлы көн. Килешеүҙәр төҙөү, милек һатып алыу, уҡыу, фәнни эш менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы мәл. Шишәмбе шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡалығыҙ. Өй эштәре менән булығыҙ. Көндөң икенсе яртыһында төрлө йәрәхәт алыу ихтималлығы арта. Һаҡ булығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 811 тапҡыр // Тотош уҡырға
КроссвордГоризонталь буйынса: 4. Ҙур ағас һауыт. 7. Тартыштырып, һушты алып, ҡапыл йыға торған ауырыу. 8. Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. 9. Ҡатын-ҡыҙҙың мәңгелеккә вәғәҙәләшеп, “теге донъя”ға киткәнсе дуҫы. 11. Хеҙмәттән аҡсалата төшкән файҙа. 14. Ҡатын-ҡыҙ менән йөрөгән “орденлы” ир-ат. 21. Ҡыҙыл ҡыҙым ер аҫтында, сәскенәйе ер өҫтөндә. 23. Сәғәттең телдәре йүгергән “стадион”. 24. Егеттәргә кәңәш: (...) алғанда йөрәгең менән кәңәшләш. 25. Бәләкәй генә малай, ағас төбөн ялай. 26. Кешенең кәйефен, тойғоларын тәшкил иткән эске рухи донъяһы, күңел. 28. Карап, самолеттар йөрөтөүсе белгес. 30. Ҡартаймай, үлмәй, кешенең эшен ғәмәл дәфтәренә теркәп бара торған ҡанатлы йән эйәһе. 32. Иренең атаһы. 33. “Адидас” фирмаһының символы булып торған туҡранбаш. 34. Үтәлеше мотлаҡ итеп ҡуйылған ҡәтғи һорау.

Вертикаль буйынса: 2. Көлкөгә ҡоролған тамаша. 3. Үгеҙ килә уң яҡтан, өс мөгөҙөн тырпайтҡан, бесәнгә күҙен аҡайтҡан. 5. Берәй темаға ҡараған шиғырҙар йыйынтығы. 6. Яҙын яҙыла, көҙөн йыйыла, йәй һыуына, ҡыш йылына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1672 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ир ҡалала ҡатынын юғалта. Таба алмағас, полицияға мөрәжәғәт итә.
— Ҡатыныңдың айырым билдәләре бармы? — тип һорай дежурный.
— Ниндәй айырым билдәләре?
— Мәҫәлән, минең ҡатыным зифа буйлы, зәңгәр күҙле, сәстәре бөҙрә...
— Ә минеке ҡарт, кәкре аяҡлы, холоҡһоҙ, — тип һүҙгә ҡушыла ҡатынын юғалтҡан ир. — Һинекен генә эҙләһәк, яҡшыраҡ булмаҫмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Быны ошо көндәрҙә Ишембай районының Кесе Байыҡ ауылында йәшәүсе өс туған ағалы-ҡустылы
13 йәшлек Айнур Ғәлиев һәм 16 йәшлек Илшат Мөхәмәтшин тағы бер иҫбатланы.
Ял көндәре ауыл эргәһендәге быуа янында алма төшөр урын булмай. Ниңәлер өлкәндәр ете һәм биш йәшлек балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырған. Тегеләр иһә оҙаҡ уйлап тормай, тын тултырмалы матрасҡа ултырып йөҙөп тә китә. Балаларҙың күл уртаһына барып еткәнен ярҙағылар аптырап күҙәтә. Ҡапыл көслө ел иҫеп, матрасты түңкәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1099 тапҡыр // Тотош уҡырға