Көнбайышҡа ла сынығырға ваҡыт
Әлеге мәлдә евро зонаһында, шул иҫәптән Германия менән Францияла ла эшҡыуарҙарҙың дәрте һүрелеүе күҙәтелә. Был тәү сиратта валютаға ышаныстың кәмеүенә һәм Европа илдәре башлыҡтарының иҡтисади үҫеш өсөн шарттар тыуҙыра алмауына бәйле.
Белгестәр иҫәпләүенсә, Германиялағы инвестиция әүҙемлеге индексы июндә плюс 10,8-ҙән минус 16,9-ға тиклем түбәнәйгән. Халыҡ банк секторының, автомобилдәр эшләү һәм ҡорос ҡойоу сәнәғәтенең, төҙөлөш тармағының артабанғы яҙмышы өсөн айырыуса борсола. Яҡшыға өмөт итеүселәр бер айҙа ун процентҡа аҙайған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәсет бер йылда һалынған

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Иҡсан ауылында мәсет асылған.
Ауыл халҡы мәсет төҙөү хаҡында күптән хыялланған. Йәмәғәт эшмәкәре Нуриәхмәт Шахов был эшкә ихлас тотонған. Мәсет бер йыл эсендә ҡалҡып та сыҡҡан. Төҙөлөш өсөн аҡсаны ауыл халҡы, шәхси эшҡыуарҙар, меценаттар йыйған. Ғибәҙәтхана манараһын биҙәгән ярым ай Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральск ҡалаһында ҡойолған. Килгән ҡунаҡтар мәсеткә ҡиммәтле бүләктәр тапшырған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1266 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киренән теркәлеп булырмы?

— Мин атай-әсәйемдең фатирында теркәлгәнмен, беҙҙән тыш унда бәлиғ булған ағайым да йәшәй. Атай-әсәйемә дәүләттән субсидия алыу өсөн миңә тиҙ генә прописканан төшөргә кәрәк. Әле фатир хосусилаштырылмаған, шулай ҙа оҙаҡламай быға өлгәшербеҙ тип көтәбеҙ. Был осраҡта фатирҙа өлөшөмдө юғалтмаҫ өсөн ни эшләргә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙер йәмәғәт урындарында ғына түгел, шәхси йорттарҙа ла юлға плитә һалалар. Тик күп осраҡта улар араһынан үлән үҫеп сығыусан. Бөтөнләй үҫмәһен тиһәгеҙ, плитә араларына концентрацияланған тоҙ иретмәһе һибеп сығығыҙ, әгәр үҫеп сыҡҡан икән, шул уҡ иретмәне ҡайнар сиккә еткереп йылытылған килеш һибергә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш бүрәнәләрҙең ҡабығын әрсегәндә балта ҡулланыу мәшәҡәтле, күп көс, уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Бының өсөн көрәкте алып, осон ҡырҡып ташларға, һабын ҡалдырырға кәрәк. Эш тә ырар, етештереүсәнлек тә бер нисә тапҡырға артыр. Көрәк осон үткерләргә ярамай, юғиһә, ул ағасҡа инеп китә. Иң яҡшыһы — эйелергә түгел, билгә лә көс төшмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быяла стаканға бер аҙ һыу ҡойорға ла порошок өҫтәргә, бер киҫәк бешерелгән йомортҡа ағы ла һалырға. Ҡатнашмаларҙы бер тәүлеккә ҡуйырға кәрәк. Әгәр ошо ваҡыт эсендә йомортҡа ағы һалғандағы килеш ҡала икән, был порошок сифатһыҙ. Иреп бөтә яҙһа, икеләнмәгеҙ: ул иң ауыр таптарҙы ла юҡ итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылының аҫыл егете Альберт Илүс улы Ханов менән Өфө ҡалаһы һылыуы Эльвира Рәйес ҡыҙы Баһауетдинованы ғүмерҙәрендәге иң күркәм байрамдары — законлы никахтары менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙа кеше ғүмерендә бер генә тапҡыр булырға тейешле иң ҡыуаныслы, бәхетле һәм яуаплы миҙгел — йәш йөрәктәрегеҙ мәңгелеккә ҡауышҡан көн! Көтөп алған бәхетегеҙҙе ғүмерегеҙ буйына ҡәҙерләп, пар аҡҡоштар кеүек йәшәргә насип итһен Хоҙай. Тормош елдәренә бирешмәйсә, аҫыл ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, туғандар, дуҫтар менән бергә-бергә атлағыҙ. Йөрөгән юлдарығыҙҙы бәхет ҡояшы, һөйөү йондоҙо яҡтыртһын! Бәхетле булығыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәй көнө, эҫе мәлдә, өйҙә иҙән буянығыҙ, ти. Әсе еҫ тарала, форточканы асыу ҙа ҡотҡара алмай. Төндә йоҡлау ҙа мөмкин түгел, сөнки буяу еҫенән баш ауырта. Унан ҡотолоуҙың бер ысулы бар. Ике тасҡа һалҡын һыу ҡойорға ла һәр ҡайһыһына 150-200 грамм тоҙ һалып, иретергә, аҙаҡ йоҡо бүлмәһенә ҡуйырға. Бер-ике сәғәттән еҫ кәмейәсәк. Һуңыраҡ быны тағы ла ҡабатларға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диетологтар киске сәғәт алтынан һуң туҡланыуҙы тыя. Тик тап ошо ваҡытта эштән ҡайтып, тәмле ризыҡ ашағы килә. Ғаиләгә табын әҙерләйһең, ә үҙеңә бер ҡалаҡ та ҡабырға ярамай. Был серле һан ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң?
Кис организм әүҙем түгел, калорияларҙы тиҙ “яндыра” алмай. Шуға күрә ябығырға теләүселәргә кисен ашау ҡәтғи тыйыла. Был — диетологтарҙың фекере. Ә бына табиптарҙың белдереүенсә, сәғәт алтынан һуң асығыу – сәләмәт кеше өсөн тәбиғи күренеш. Бары тик киске ашты йоҡлар алдынан өс сәғәт алда ашарға кәрәк. Киске сәғәт туғыҙҙан һуң организм ашау теләге тураһында ялған сигналдар ебәрә башлай. Нәҡ шул ваҡытта һыуытҡыс эргәһенә барыуҙан тыйылығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәнге аштан ярты сәғәт алда бер стакан йылы һыуға бер аш ҡалағы бал болғап эсеүҙе ғәҙәткә индерһәң, бер-ике аҙна эсендә артыҡ килограмдарҙан арынырға була. Бал организмда тупланған майҙы сығарырға булышлыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайын еләгенән кеҫәл

Таҙартылған, йыуылған еләктә иләктә ыуып, марля аша һөҙөргә — һыуын һығып алырға. Айырым һауытҡа шәкәр ҡомо һалып һыу ҡайнаталар һәм һалҡын һыуҙа ебетелгән картуф онон (крахмал) ҡушып болғатып бешерәләр. Ҡуйырғас, уттан алып, әҙер ҡайын еләге һыуын һалып болғаталар һәм кеҫәлде һауытҡа ҡойоп һалҡын урында һыуыталар.
1 стакан кеҫәл өсөн 50 г ҡайын еләге, 10-15 г крахмал, 25 г шәкәр ҡомо алына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йүнсел ҡайһы яҡҡа эйелһә лә аҡса табаРаил Мирхәйҙәров менән осрашып күрешкәс, халыҡтың ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә тигән әйтеме иҫкә төштө. Уның ауыҙынан ҡала менән ауылды маҡтаған йәки сағыштырған бер һүҙ ҙә ишетеүен-ишетмәнек, ләкин ауылдың күңеленә яҡын булыуын эшҡыуарҙың булмышынан уҡ күрергә мөмкин ине.
Раил Ғәлимйән улы армия хеҙмәтенән һуң Өфөлә эшкә урынлаша. Әммә егеткә шаулы баш ҡала тормошо оҡшап етмәй. Шуға ла ул, икеләнеп тә тормай, ҡуйы урман итәгенә һыйынып ҡына ултырған тыуған ауылы Оло Ҡарамалыға ҡайта. Өйләнеп, йорт һалып, үҙ донъяһын ҡора. Урман хужалығында бригадир-мастер булып 12 йылдан ашыу эшләй. Әммә, һәр ҡайҙағы кеүек, был хужалыҡ та тарҡала. Шулай ҙа Раил баҙап ҡалмай, тәжрибәһенә, дәрт-дарманына таянып, ҡулы белгән эшкә үҙаллы тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1320 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 июлдән хаҡтар арта…- Йылылыҡҡа. Халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар өсөн тариф 6 процентҡа күтәреләсәк. 1 сентябрҙән иһә йылылыҡ өсөн түләү 4,5 процентҡа, ә коммуналь хеҙмәттәргә 5,3 процентҡа күтәреләсәк.
- Газға. Халыҡты газ менән тәьмин итеү 15 процентҡа артасаҡ.
- Электр энергияһын ҡулланыусылар өсөн 6 процентҡа. Газ мейесе менән файҙаланған ҡала халҡы өсөн сәғәтенә бер киловаты 2 һум 20 тин торасаҡ. Электр мейесе менән ҡулланыусыларға һәм ауылда йәшәүселәргә ул 1 һум 41 тингә төшәсәк.
- Араҡыға. Әле араҡының бер яртыһының (0,5 литр) уртаса хаҡы — 98 һум. 1 июлдән иһә ул 125 һумға етәсәк. Араҡыға хаҡты арттырыу иҫерткес башҡа төр продукцияға ла хаҡтың артыуына ишара. Ул бер градусҡа 3,125 һумдан иҫәпләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ – бай яҡИрәндек тауҙарында һоҡланғыс урындар бик күп. Уларға алыҫтан күгәреп күренеп торған ҡая ташлы түбәләр — Ҡоҙғон ташы, Күсем ташы, Ҡараташ, Яманташ, Тағанташ, Йүнгүҙәй инә. Шуларҙың араһынан бер нисәүһен Баймаҡ районының мөғжизәләре тип атарға мөмкин.
Күсем ташы
Күсей ауылы тапҡырында Ирәндек тауҙарының Күсем ташы тигән түбәһе бар. Күсем ташы — Ирәндек тауҙарының иң гүзәл һәм иң матур урындарының береһе. Уның көньяҡ һәм төньяҡ итәгенән урғылып шишмәләр сыға. Был тирәлә ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағас үҫә, төрлө емеш-еләккә лә бай урын. Һутлы үләнле туғайлыҡтарҙа, аҡландарҙа мал утлай. Күптәр, Күсем ташының тарихын билдәле Күсем батыр менән бәйлеме, тип тә һорар, әммә улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диплом алғас, эшһеҙ ҡалмаясаҡтарӨфө урамдарының береһе ни өсөн Степан Кувыкин исеме менән аталыуын баш ҡала халҡының күбеһе белмәйҙер ҙә, моғайын. Ә бына Октябрьский нефть колледжында белем алыусылар өсөн ул яҡшы таныш. Был ғына ла түгел, улар нәҡ ошо шәхес өлгөһөндә тәрбиәләнә. Һөнәри белем биреүсе уҡыу йорто ла Степан Иванович Кувыкин исемен йөрөтә.
Кем һуң ул Степан Кувыкин? Республикала ғына түгел, тотош илдә билдәле нефть сәнәғәтен үҫтереүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Октябрьский ҡалаһын төҙөүселәрҙең береһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техник эшмәкәре. Шуға ла 1975 йылда СССР Нефть сәнәғәте министрлығы приказы менән Октябрьский нефть техникумына С.И. Кувыкин исеме бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Башҡортостанда нефть сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарған ул. 1943 йылда Өфөлә Мәскәү нефть институты филиалын ойоштороуын билдәләп үтеү ҙә быға яҡшы дәлил.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына