Ҡайын еләгенән кеҫәл

Таҙартылған, йыуылған еләктә иләктә ыуып, марля аша һөҙөргә — һыуын һығып алырға. Айырым һауытҡа шәкәр ҡомо һалып һыу ҡайнаталар һәм һалҡын һыуҙа ебетелгән картуф онон (крахмал) ҡушып болғатып бешерәләр. Ҡуйырғас, уттан алып, әҙер ҡайын еләге һыуын һалып болғаталар һәм кеҫәлде һауытҡа ҡойоп һалҡын урында һыуыталар.
1 стакан кеҫәл өсөн 50 г ҡайын еләге, 10-15 г крахмал, 25 г шәкәр ҡомо алына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 676 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йүнсел ҡайһы яҡҡа эйелһә лә аҡса табаРаил Мирхәйҙәров менән осрашып күрешкәс, халыҡтың ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә тигән әйтеме иҫкә төштө. Уның ауыҙынан ҡала менән ауылды маҡтаған йәки сағыштырған бер һүҙ ҙә ишетеүен-ишетмәнек, ләкин ауылдың күңеленә яҡын булыуын эшҡыуарҙың булмышынан уҡ күрергә мөмкин ине.
Раил Ғәлимйән улы армия хеҙмәтенән һуң Өфөлә эшкә урынлаша. Әммә егеткә шаулы баш ҡала тормошо оҡшап етмәй. Шуға ла ул, икеләнеп тә тормай, ҡуйы урман итәгенә һыйынып ҡына ултырған тыуған ауылы Оло Ҡарамалыға ҡайта. Өйләнеп, йорт һалып, үҙ донъяһын ҡора. Урман хужалығында бригадир-мастер булып 12 йылдан ашыу эшләй. Әммә, һәр ҡайҙағы кеүек, был хужалыҡ та тарҡала. Шулай ҙа Раил баҙап ҡалмай, тәжрибәһенә, дәрт-дарманына таянып, ҡулы белгән эшкә үҙаллы тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1099 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 июлдән хаҡтар арта…- Йылылыҡҡа. Халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар өсөн тариф 6 процентҡа күтәреләсәк. 1 сентябрҙән иһә йылылыҡ өсөн түләү 4,5 процентҡа, ә коммуналь хеҙмәттәргә 5,3 процентҡа күтәреләсәк.
- Газға. Халыҡты газ менән тәьмин итеү 15 процентҡа артасаҡ.
- Электр энергияһын ҡулланыусылар өсөн 6 процентҡа. Газ мейесе менән файҙаланған ҡала халҡы өсөн сәғәтенә бер киловаты 2 һум 20 тин торасаҡ. Электр мейесе менән ҡулланыусыларға һәм ауылда йәшәүселәргә ул 1 һум 41 тингә төшәсәк.
- Араҡыға. Әле араҡының бер яртыһының (0,5 литр) уртаса хаҡы — 98 һум. 1 июлдән иһә ул 125 һумға етәсәк. Араҡыға хаҡты арттырыу иҫерткес башҡа төр продукцияға ла хаҡтың артыуына ишара. Ул бер градусҡа 3,125 һумдан иҫәпләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ – бай яҡИрәндек тауҙарында һоҡланғыс урындар бик күп. Уларға алыҫтан күгәреп күренеп торған ҡая ташлы түбәләр — Ҡоҙғон ташы, Күсем ташы, Ҡараташ, Яманташ, Тағанташ, Йүнгүҙәй инә. Шуларҙың араһынан бер нисәүһен Баймаҡ районының мөғжизәләре тип атарға мөмкин.
Күсем ташы
Күсей ауылы тапҡырында Ирәндек тауҙарының Күсем ташы тигән түбәһе бар. Күсем ташы — Ирәндек тауҙарының иң гүзәл һәм иң матур урындарының береһе. Уның көньяҡ һәм төньяҡ итәгенән урғылып шишмәләр сыға. Был тирәлә ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағас үҫә, төрлө емеш-еләккә лә бай урын. Һутлы үләнле туғайлыҡтарҙа, аҡландарҙа мал утлай. Күптәр, Күсем ташының тарихын билдәле Күсем батыр менән бәйлеме, тип тә һорар, әммә улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2680 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диплом алғас, эшһеҙ ҡалмаясаҡтарӨфө урамдарының береһе ни өсөн Степан Кувыкин исеме менән аталыуын баш ҡала халҡының күбеһе белмәйҙер ҙә, моғайын. Ә бына Октябрьский нефть колледжында белем алыусылар өсөн ул яҡшы таныш. Был ғына ла түгел, улар нәҡ ошо шәхес өлгөһөндә тәрбиәләнә. Һөнәри белем биреүсе уҡыу йорто ла Степан Иванович Кувыкин исемен йөрөтә.
Кем һуң ул Степан Кувыкин? Республикала ғына түгел, тотош илдә билдәле нефть сәнәғәтен үҫтереүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Октябрьский ҡалаһын төҙөүселәрҙең береһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техник эшмәкәре. Шуға ла 1975 йылда СССР Нефть сәнәғәте министрлығы приказы менән Октябрьский нефть техникумына С.И. Кувыкин исеме бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Башҡортостанда нефть сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарған ул. 1943 йылда Өфөлә Мәскәү нефть институты филиалын ойоштороуын билдәләп үтеү ҙә быға яҡшы дәлил.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1173 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әбйәлилемә хыянат итмәйем!”Йырсының йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моң, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп, һағышҡа күмә, берсә, йәшәүҙең ҙур бәхет икәнлеген аңлатып, күңелде ҡанатландыра, йылмайта, юҡһындыра... Әбйәлил һандуғасы Садиҡ Шаһыбаловтың һәр сығышы тап ошондай тойғо-кисерештәр бишегендә бәүелтә, уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел.
Садиҡ Фәтих улының репертуарында 40-ҡа яҡын халыҡ йыры бар. “Буранбай”, “Ҡолой кантон”, “Йәмәлекәй”, “Азамат”ты айырыуса яратып башҡара ул.
— Йыр — йәшәү рәүешем һәм булмышым, — ти мәҙәниәт өлкәһендә 30 йылға яҡын хеҙмәт итеүсе Садиҡ Шаһыбалов. — Уны тамашасының күңеленә барып етерҙәй итеп башҡарыу өсөн ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Сәхнәгә еңел-елпе йырҙарҙы сығармаҫҡа тырышам. Көйө оҡшап та, һүҙҙәре күңелгә ятмағандары була. Халыҡ йырҙарының һирәк башҡарылғандарына өҫтөнлөк бирәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерҙе яратырға өйрәттеКөйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы йылдан-йыл үҫә, төҙөкләнә. Меңгә яҡын халҡы булған төйәктә эшҡыуарлыҡ киң ҡолас йәйә, игенселек, малсылыҡ алға киткән. Яҡшембәттәрҙең илһөйәрлегендә, ер эшен яратыуында ауылдаштары, заманында өс тиҫтә йыл колхоз рәйесе булып эшләгән Тәлғәт Аҙнабаевтың да роле ҙурлығы бәхәсһеҙ. Күптән түгел уның тыуыуына 100 йыл тулды.
1912 йылда тыуған малай ҡатмарлы быуаттың барлыҡ ауырлығын күреп-кисереп үҫә. Ул ваҡытта бәләкәй генә булһа ла, Совет власын өлкәндәр менән бергә шатланып ҡаршы ала, 16 йәшендә комсомол сафына инә. Яңы тормошҡа әйҙәүселәрҙең береһе булараҡ, халыҡҡа аң-белем таратыу, сәйәси уҡыуҙар үткәреү бурысын ихлас башҡара, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. “Ул осорҙағы күңелле тормошто, дәрт-дарман ташып торған йәшлек йылдарын һағынып һөйләргә генә ҡалды, — тип хәтерләр ине Тәлғәт Әхмәтғәлим улы. — Эшкә йырлап бара, йырлап ҡайта торғайныҡ”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерҙә яралған йәнемде мөхәббәтем итте нурҙайМәхмүт Һибәт
* * *
Мин ҡалдырған ғаләм иңендә
Таңдар мөғжизәһе һүрелһә,
Эңерҙәрҙең сихри өнөндә
Тыуыр нуры тынлыҡҡа күмелһә, —

Минең йөрәгемдән ағылған
Ғашиҡ уты етмәй, белегеҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Фәниә Ғәбиҙуллинаның “Күңел емештәрем” китабын уҡығас)
Шағирәнең бер шиғырында шундай юлдар бар: “Бәхетлеләр халәтенең тәмен белмәйем...” Фәниә шулай тиһә лә, китабындағы шиғырҙарын бер тында тәмләп сыҡтым. Бер тында уҡыуҙың сәбәбе: күңелемә һеңгән, һәйбәт шиғырҙарға һыуһау. Юҡһа, шиғриәт донъяһында ни аҡылға, ни йөрәккә инмәгән шиғырҙар күбәйҙе, уларҙы уҡып, “шиғыр ене ҡағылғандар” күпләп шиғыр яҙа башланы. Әгәр ҙә ул “шағирҙар” күңелде ҡуҙғатырлыҡ әҫәр тыуҙыра ала икән, бының өсөн заман барлыҡҡа килтергән фекер азатлығына рәхмәт кенә әйтәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
2012 йылға социаль тур маршруттарына тәҡдимдәр ҡабул итеү буйынса эксперт советы ултырышында пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн маршруттар исемлеге булдырылды. Быға тиклем Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 31 майындағы ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаның 2012 йылға иҫәпләнгән ярҙамсы программаһы раҫланғайны.
Эксперт советына республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм, Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеттары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Өфө ҡала хакимиәте, Туриндустрия союзы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы вәкилдәре инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 45 Алға
Бит башына