“Башҡортостан” гәзите — изгелекле, ғәҙел, кешелекле, ярҙамсыл баҫма. Шуға ла һеҙгә ышанып, үтенеп ярҙам һорайбыҙ. Әбйәлил районының Әхмәт ауылы тәбиғәттең йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан. Һаҡмар башы яҡын булғас, төрлө ауыл, райондар һәм ҡалаларҙан беҙгә күптәр килә.
Бай тарихлы ул беҙҙең ауыл. Белеүебеҙсә, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди беҙҙә бер аҙна буйы Һаҡмар һыуын тәмләп кинәнгән. Мәктәпкә лә Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелгән. Бала сағымды һағынып, түҙә алмайынса, йыш ҡына ауылыма ҡайтам. Әммә юл ғазабы күреп, саҡ барып етәм тыуған яғыма. Миңә 60 йәш, һаулыҡ юҡ, йәйәү атлап булмай. Шуға ла Асҡар ауылы осонда ҡулыңды күтәреп транспорт көтөргә тура килә. Көнө буйы интегеп, ҡояш байыуға ғына ҡайтып етәһең...
Ком: 0 // Уҡынылар: 925 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Илдең стационар учреждениеларында, норматив менән сағыштырғанда, 152 мең табип етешмәй”, — тигәйне Рәсәйҙең элекке һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова Владимир Путиндың “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тигән һайлау алды мәҡәләһендәге бурыстарҙы бойомға ашырыу буйынса кәңәшмәлә. Аңлашылыуынса, бындай шарттар беҙҙе дауалаусы табиптарҙан айырыуса ҙур сыҙамлыҡ, фиҙаҡәрлек талап итә. Ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн төн йоҡоһон, күңел йылыһын йәлләмәүсе “аҡ халатлылар” барҙа халыҡтың иртәгәһе көнгә ышанысы ла юғалмаҫ, тигән фекер уята редакцияға килгән ҡайһы бер хаттар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ҡатын һайлауҙа тауыш биреү алдынан теркәлергә килә.
— Тыуған көнөгөҙ?
— 20 май.
— Йылы?
— Йыл һайын, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул итә. Премиялар журналистарға, коллективтарға 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклем донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн биреләсәк.
Комиссияға репортаждар, очерктар, документаль повесть, публицистик мәҡәләләр, теле- һәм радио тапшырыуҙар, республика, Рәсәй сит ил баҫмаһы йәки электрон мәғлүмәт сараһында баҫылып сыҡҡан фотолар шәлкеме, айырым китап булып нәшер ителгән материалдар ебәрелә ала.
Әҫәрҙәр Башҡортостан Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит, журнал редакциялары, теле- һәм радио студиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары, башҡа ижади коллективтар тарафынан тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баланы тәрбиәгә алыусыларға түләүҙе арттырасаҡтар, ә улар үҙ сиратында махсус әҙерлек үтергә тейеш. Кесе йома, 28 июндә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында депутаттар халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһен камиллаштырыуға йүнәлтелгән байтаҡ закон проектын ҡараясаҡ.
Көн тәртибендәге закон проекттарының береһендә Башҡортостандың Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Яңылыҡтар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләгә тәрбиәгә алыусылар өсөн психологик-педагогик һәм хоҡуҡи әҙерлек үтеүҙе күҙ уңында тота. Сит ил кешеләренә, гражданлығы булмағандарға ла ошондай уҡ талап ҡуйыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
("Әллә яңы аяҡ үҫер тиҙәрме икән?", 2012 йыл,1 июнь, № 106)
Гәзит биттәрендә уҡыусыларҙа һорауҙар тыуҙырған, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләр донъя күреп тора. Билдәле, хат авторҙары теге йәки был проблема буйынса компетентлы органдарҙан яуап көтә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы ваҡытта тейешле ойошмаларҙың баҫмалағы сығыштарға битараф ҡалмауы, яуап биреүҙә әүҙемлеге күҙәтелә. Әлеге яуап та оҙаҡ көттөрмәне.
“Хөрмәтле редакция!
К. Ишбулдинаның "Әллә яңы аяҡ үҫер тиҙәрме икән?" тигән мәҡәләһенә яуап итеп, түбәндәгеләрҙе еткерәбеҙ.
Шәхесте инвалид тип таныу тәртибе һәм шарттары 2006 йылдың 20 февралендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең "Шәхесте инвалид тип таныу тәртибе һәм шарттары тураһында"ғы 95-се ҡарары тарафынан билдәләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы билдәле булды. Ҡануниәткә ярашлы, уның ағзаларының яртыһын Башҡортостан Президенты, ҡалғандарын республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләй. Хәҙер, яңы закон буйынса, комиссияның вәкәләттәре биш йылға һуҙыласаҡ.
Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, уның урынбаҫары һәм секретары һайланды. Был сараға Мәскәүҙән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров килде. Ойоштороу ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Волга буйы федераль округының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Петр Капишников та ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты. Унда һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, илдең һайлау системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре, ошоға бәйле үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар тикшерелде. Шулай уҡ Рәсәй субъекттарындағы һайлау комиссиялары менән сәйәси партияларҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеген булдырыу зарурлығы хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мылтыҡтың тейеүе түгел, шартлауы шарт
Белгестәр фекеренсә, был ваҡиға ике күрше илде дошманлаштырыу ғына түгел, ә улар араһында ысын мәғәнәһендә оло яу ҡуптарыуға тәүге сәбәп булып тора. Оппозиция вәкилдәре Сүриә президенты Бәшәр Әсәдте властан алып ташларға тырышҡас, АҠШ һәм ЕС илдәре етәкселәре уларға теләктәшлек белдереп, булышлыҡ итеү яғында булды. НАТО ғәскәрҙәре Сүриәне лә Ливия кеүек бомбаға тота башлар ине, ярай әле, Рәсәй менән Ҡытай яҡлап сыҡҡас туҡтап ҡалдылар. Әле килеп Төркиә истребителенең Сүриә дәүләт сиген күрәләтә боҙоп инеүе сираттағы провокация ғына булыуы бар. Эйе, ниәтте — ғәмәл, ғәмәлде сәбәп тыуҙыра, тиҙәр. НАТО-ға ла Сүриәгә ҡаршы һуғыш башлау өсөн тик сәбәп кәрәк. Ә Төркиә — НАТО ағзаһы һәм Сүриә хәрби көстәренең үҙ биләмәһенә үтеп ингән самолетты бәреп төшөрөүе төньяҡ альянс хәрби көстәренә лә һөжүм итеү булараҡ баһалана. Хәҙер Сүриәгә Төркиәнең яуабын көтөргә ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе булыуыма ғорурланам. 1993 йылда гәзиттең 75 йыллығы уңайынан иң әүҙем авторҙар исемлегенә индерелгәнмен, махсус бүләккә лә лайыҡ булдым. Ә 2010 йылда гәзиттең Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылына арнап үткәрелгән “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә...” ижади конкурсында беренсе урынды яуланым. Редакцияның Маҡтау грамотаһын, гәзит ойошторған шахмат конкурстарында еңгән өсөн бирелгән китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1017 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Башҡортостан» гәзитен 1951 йылдан бирле алдырам. Институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эш башланым. Бер юлы дүрт-биш гәзит һәм журналға яҙыла инем. Шуларҙың иң мөһиме «Башҡортостан» гәзите булды. Уны алдырыуыма 60 йыл булып китте.
Үҙемә 85-се йәш. Оло булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарҙы ҡарап-уҡып сығам, ҡайһы бер мәҡәләләргә шатланам, ҡайһы берҙәренә көйөнәм...
Гәзит дәрес, ата-әсәләр менән класс сәғәттәре үткәргәндә ышаныслы ярҙамсы булды. Республика иҡтисадына, мәҙәниәтенә бәйле бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫыла. Төрлө фестивалдәрҙең, күргәҙмәләрҙең, спорт ярыштарының даими яҡтыртылып барыуы гәзиттең абруйын күтәрә. Йөкмәткеһе, ҡыҙыҡлы материалдары, биҙәлеше менән үҙенә ылыҡтыра. Шуға күрә тәүге битенән һуңғыһына тиклем уҡып сығам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 989 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вәғәҙә

Халыҡ һүҙҙәре Халыҡ көйө

Таң атҡанда, һалҡын шишмә буйында
Осраштыҡ беҙ иркәм менән тағы ла.
Күктә болот тулған ине,
Һандуғас та тынған ине,
Беҙ айырылып киткән сағында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1064 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миңә, эшҡыуар булараҡ, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына йомош-юл менән йыш йөрөргә тура килә.
Таныш-тоноштарым Башҡортостандан булыуымды белһә:
— Һеҙҙә халыҡ йәшәй белә, — тип һоҡланыуын йәшермәй.
Улар дөрөҫ әйтә. Ысынлап та, бөтөн нәмә сағыштырғанда беленә. Илебеҙҙең башҡа урындарында төҫһөҙ, емерек ауылдарҙы күреп күңел өшөһә, тыуған республикабыҙға килеп инеү менән уның бүтән төбәктәрҙән күпкә айырылып тороуы күҙгә ташлана. Һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 874 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыштың сере бик ябайҠыҙыу осор яҡынлашты – айырыуса ауыл хужалығы эшсәндәре ошо ваҡытты файҙалы итеп үткәреүгә бар көсөн һала. Мәҫәлән, Дүртөйлө районының “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең уңған хеҙмәткәрҙәре йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән әйтемде онотмай.
– Төп маҡсат – малсылыҡты үҫтереү, был тармаҡтан мөмкин тиклем күберәк килем алыу, – тип һөйләй “Уңыш” хужалығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Ҡорбанов. – Беҙҙә бөтәһе 1 200 баш һыйыр малы бар, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры. Көтөү тәүлек әйләнәһенә ойошторолғас, һауым да юғары. Һөттө Дүртөйлө һөт комбинатына оҙатабыҙ.
Ғәҙәттә, бәғзе берәүҙәр ниндәй ҙә уй-ниәте тормошҡа ашмаһа, тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә йәки ҡайҙандыр ярҙамдың булмауына һылтана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1054 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еләк — йәйҙең йәмеЙәйгә айырыуса бер йәм, йылылыҡ һәм сағыулыҡ өҫтәй еләк-емеш муллығы. Халыҡ: “Шөкөр, еләк-емеш быйыл да емерелеп уңды”, — тип һөйөнә. Күптәр мәлен оҫта файҙаланып, татлы тәбиғәт бүләген йыйып өлгөрөргә тырыша. Егәрлеләр һәм аҡса йүнләп ҡалырға теләүселәр оло юл буйҙарында ҡыҙарып бешкән татлыҡайҙарҙы әллә ҡасан уҡ тәҡдим итә башланы.
Өфөнөң Үҙәк баҙарындағы еләк-емеш һәм йәшелсә хаҡтары менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ. Баҙар баҙар инде, йәнең теләгән барлыҡ тәғәм бар. Һатыусылар ҙа ваҡытын юҡҡа сарыф итмәй, алыусылар ҙа туҡтауһыҙ килеп-китеп тора. Баш ҡалаға яҡын ауылдарҙан һәм райондарҙан йәшелсә тәҡдим итеүселәр артҡан. Мәҫәлән, Чесноковка, Зубов, Кушнаренко һәм Иглин яҡтарынан тауарҙарын тәҡдим итеүселәр байтаҡ. Шулай ҙа көньяҡ халҡы беҙҙән һаман йылдамыраҡ, өлгөрөрәк, картуфты ла, кәбеҫтә менән кишерҙе лә үҫтереп өлгөргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына