Ғүмерҙәр алда әлеҒүмер уҙған һайын әҙәм балаһы үткәндәргә әйләнеп бағыусан, хәтирәләргә бирелеүсән. Кино таҫмаларындағы ише барлыҡ тормош юлы күҙ алдына баҫа шул саҡта — ни генә күрелмәгән дә ни генә кисерелмәгән. Кеше өсөн уларҙың барыһы ла ҡәҙерле. Алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған ғүмер миҙгелдәре һағыштарға ла һала, ғорурлыҡ хистәре лә уята. Һағыштары — аҡҡан һыуҙай кире ҡайтмаҫлығы, ҡабатланмаҫлығы; ғорурлығы — ерҙә йәшәүеңдең, ҡылған эштәреңдең асылы һәм ҡиммәте.
Ильяс Вәлиев эшенән бушағаныраҡ мәле булғанда хистәргә бирелеп, үткәндәргә ҡараш ташларға ғәҙәтләнгән. Әле лә, форсаты сыҡҡанда, хәтерләүҙәргә төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала сағы ла, мәктәп йылдары ла, күңелле студент саҡтары ла бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Бына ул юғары белем тураһында диплом алып ҡыуана, дәртләнеп, һөнәре буйынса эшкә йыйына... Туҡта! Ғүмер юлының иң етди, иң яуаплы осоро шунан башланды түгелме ни? Нәҡ шулай...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1055 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моңло күңел — йырлы ғүмерУл көндө Хәфиҙә менән Уйылдан Шәриповтар йортона балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының тыуған көнө хөрмәтенә йыйылды.
Тантана гөрләп торҙо. Беҙ, бер төркөм ҡунаҡтар, туғандар, ғаилә альбомы ҡарайбыҙ. Улар араһында ҡалын-ҡалын дәфтәрҙә шиғыр шәлкемдәре. Ҡайһы берҙәребеҙ һаҡсыл ғына тотоп, уларҙы уҡый башланы. Ейәнсуранан килгән кейәүебеҙ Марат Ғайсин бер нисәһен үҙе менән алып китте, һәм күп тә үтмәй Иҫәнғол типографияһынан “Аманат” исемле 150 дана китап ҡайтып төштө. Шатлығы эсенә һыймаған яугир, был уңыштан ҡанатланып, тиҙҙән “Көҙгө балҡыш” тигән икенсе китабын Нияз Алсынбаевтың ярҙамы менән Өфөлә нәшер итте.
Бер аҙҙан “Тауҙарҙа үтте йәшлегем”, “Ергә ереккән ғүмер”, балалар өсөн “Миҙаллы ҡайын” шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1385 тапҡыр // Тотош уҡырға
Остазыбыҙҙың премияһы бирелдеБеҙ, М. Исҡужин исемендәге башҡорт башланғыс мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәһе, балаларыбыҙҙың ҙур, яҡты, уңайлы шарттарға эйә, заманса йыһазландырылған уҡыу йортонда белем алыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Бында балаларыбыҙ рәхәтләнеп туған телендә белем ала, шул уҡ ваҡытта башҡа фәндәр буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй — һәр төрлө олимпиада, конкурс, ярыш һөҙөмтәләре быға аныҡ дәлил. Мәктәп өҫтәмә белем биреү йәһәтенән дә өлгөлө. Бында аэробика, бейеү, информатика, квиллинг, милли көрәш, йыр, һынлы сәнғәт, шашка, шахмат менән бушлай шөғөлләнергә мөмкин.
Уҡыусыларҙың йылдан-йыл артыуы һөйөндөрә. Иң мөһиме — балаларыбыҙ мәктәпте ярата, бында үҙен ысын хужа итеп тоя. Уҡытыусыларҙың ата-әсәне төрлө сараға йәлеп итеүе, йыйылыштарҙың йыш булыуы йәш быуынды берҙәм фекерҙә тәрбиәләү мөмкинлеген бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зиләйлүк хәл итер“Әсәйем, бәғерем, һиңә улың Ярбулланан суҡтин-суҡ сәләм. Бына тағы ла күпме ваҡыт үтте, яныңа ҡайта алған юҡ, замана еле хут бирмәй ҙә ҡуя. Әле бер телевизор тапшырыуын ҡарағас, һине һағынғанымды белдем. Эйе, һағыныуымдың сиге юҡ, хатта төштәремә килеп керҙең. Кисә генә бер төш тулҡынландырҙы. Һин мәрхүм атайым менән бер соҡор янында баҫып тораһың, имеш, тим. Икегеҙ ҙә йылмаяһығыҙ. Эйе, гел шулай йылмайып йәшә, әсәкәйем. Ауыр-фәлән күтәреп имгәнә күрмә бер үк. Утынды ла ябай балта менән яраһыңдыр әле. Һин уны калун балта менән тураҡла. Магазинға барып та ауыр күтәреп ҡайтаһыңдыр. Улай итмә, лутсы ике тапҡыр барып кил. Тағы ла шуны әйтәйем: магазинға барғанда бер шампан да ал әле. Зиләйлүк киленең тик шампан ғына ярата.
Әсәкәйем, онота яҙғанмын, тағы бер үтенесебеҙ бар: беҙгә тигән ҡаҙ түшкәләрен һыуытҡыста һаҡла, көҙгө ҡарға ышаныс юҡ, ирей ҙә ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусылар Мәскәүгә юлландыБашҡортостан Яҙыусылар союзы делегацияһы кисә Мәскәүгә юлланды. Рәсәй тарихы йылы саралары сиктәрендә ойошторолған был сәфәргә республикабыҙҙың башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә ижад итеүсе егерменән ашыу танылған ҡәләм эйәһе йәлеп ителде.
28 июндә Рәсәй Яҙыусылар союзы бинаһында мәскәүҙәр менән берлектә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә. Ә кисен тамаша залында шиғриәт кисәһе ойошторола. Унда баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың да ҡатнашыуы көтөлә. Иртәгәһен Башҡортостан әҙиптәре, Ҡыҙыл майҙанда йыйылып, Мәңгелек утҡа сәскә һаласаҡ.
30 июндә иһә хәрби дан урындарын, айырыуса Бородино һуғышы панорамаһын тамаша ҡылыу күҙҙә тотола.
Илебеҙ баш ҡалаһындағы ошо тантаналарға бәйле унда ҡатнашыусы ҡайһы бер шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 960 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите — изгелекле, ғәҙел, кешелекле, ярҙамсыл баҫма. Шуға ла һеҙгә ышанып, үтенеп ярҙам һорайбыҙ. Әбйәлил районының Әхмәт ауылы тәбиғәттең йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан. Һаҡмар башы яҡын булғас, төрлө ауыл, райондар һәм ҡалаларҙан беҙгә күптәр килә.
Бай тарихлы ул беҙҙең ауыл. Белеүебеҙсә, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди беҙҙә бер аҙна буйы Һаҡмар һыуын тәмләп кинәнгән. Мәктәпкә лә Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелгән. Бала сағымды һағынып, түҙә алмайынса, йыш ҡына ауылыма ҡайтам. Әммә юл ғазабы күреп, саҡ барып етәм тыуған яғыма. Миңә 60 йәш, һаулыҡ юҡ, йәйәү атлап булмай. Шуға ла Асҡар ауылы осонда ҡулыңды күтәреп транспорт көтөргә тура килә. Көнө буйы интегеп, ҡояш байыуға ғына ҡайтып етәһең...
Ком: 0 // Уҡынылар: 861 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Илдең стационар учреждениеларында, норматив менән сағыштырғанда, 152 мең табип етешмәй”, — тигәйне Рәсәйҙең элекке һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова Владимир Путиндың “Ғәҙеллеккә өлгәшеү. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тигән һайлау алды мәҡәләһендәге бурыстарҙы бойомға ашырыу буйынса кәңәшмәлә. Аңлашылыуынса, бындай шарттар беҙҙе дауалаусы табиптарҙан айырыуса ҙур сыҙамлыҡ, фиҙаҡәрлек талап итә. Ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн төн йоҡоһон, күңел йылыһын йәлләмәүсе “аҡ халатлылар” барҙа халыҡтың иртәгәһе көнгә ышанысы ла юғалмаҫ, тигән фекер уята редакцияға килгән ҡайһы бер хаттар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ҡатын һайлауҙа тауыш биреү алдынан теркәлергә килә.
— Тыуған көнөгөҙ?
— 20 май.
— Йылы?
— Йыл һайын, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул итә. Премиялар журналистарға, коллективтарға 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклем донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн биреләсәк.
Комиссияға репортаждар, очерктар, документаль повесть, публицистик мәҡәләләр, теле- һәм радио тапшырыуҙар, республика, Рәсәй сит ил баҫмаһы йәки электрон мәғлүмәт сараһында баҫылып сыҡҡан фотолар шәлкеме, айырым китап булып нәшер ителгән материалдар ебәрелә ала.
Әҫәрҙәр Башҡортостан Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит, журнал редакциялары, теле- һәм радио студиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары, башҡа ижади коллективтар тарафынан тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баланы тәрбиәгә алыусыларға түләүҙе арттырасаҡтар, ә улар үҙ сиратында махсус әҙерлек үтергә тейеш. Кесе йома, 28 июндә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында депутаттар халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһен камиллаштырыуға йүнәлтелгән байтаҡ закон проектын ҡараясаҡ.
Көн тәртибендәге закон проекттарының береһендә Башҡортостандың Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Яңылыҡтар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләгә тәрбиәгә алыусылар өсөн психологик-педагогик һәм хоҡуҡи әҙерлек үтеүҙе күҙ уңында тота. Сит ил кешеләренә, гражданлығы булмағандарға ла ошондай уҡ талап ҡуйыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 45 Алға
Бит башына