Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙИлебеҙҙең баш ҡалаһында ҙур һабантуй уҙҙы. Унда яҡынса 10 мең кеше йыйылды. 1990 йылдарҙан башлап Мәскәүҙең төрлө парктарында үткәрелгән был байрам “Коломенское” дәүләт музей-ҡурсаулығында быйыл икенсегә ойошторолдо.
Байрамды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Мәскәү ҡала Думаһы Рәйесе Владимир Платонов ҡатнашты. Улар Башҡортостан менән Татарстан Президенттарының, шулай уҡ Мәскәү мэрының сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 973 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ямғырҙар кинәндерҙеРеспублика хужалыҡтарында йәшел ураҡ дәррәү һәм ойошҡан бара. Баҫыу-яландарҙа көнө-төнө трактор тауышы тынмай, хуш еҫле бесән еҫе әллә ҡайҙарға таралған. Фермаларға ылау-ылау булып мал аҙығы ҡайта. Көндәр ҙә матур тора бит, шуға ла ауыл эшсәндәре барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа күберәк мал аҙығы тупларға тырыша.
– Тәбиғәт шарттары үтә ҡырыҫ булһа ла, йыл ауыл хужалығы өсөн уңайлы килә, ваҡытында яуған ямғырҙар ҙа шифалы булды, – ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фаяз Хәлилов. – Был көндәрҙә бөтөн көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтәбеҙ, бесән дә баҫыуҙарҙа ҡуйы булып үҫкән.
“Иҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә иң тәүгеләрҙән булып бесәнгә төшкән. Бөгөн бында сенаж һалыу тамамланған, уны быйыл 350 гектарҙа әҙерләгәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1057 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайғы күрһәтмә, Хоҙай...Хәбәр итеүебеҙсә, 1 июлдә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәткә ун йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты.
Делегация составына “Башҡортостан һауа юлдары”ның “Мәскәү — Барселона” маршруты буйынса осҡан “ТУ-154М” самолетында һәләк булған пассажирҙарҙың туғандары инде. Дөйөм алғанда, Юберлинген менән Брахенройтта үткәреләсәк матәм сараларында Башҡортостандан 150 кеше ҡатнашты. 1 һәм 2 июлдә Башҡортостан менән Боден-Вюртембергтың рәсми делегацияларының осрашыуҙары үткәрелде. Ошо уҡ көндө авиаһәләкәт ҡорбандарының туғандары һәм яҡындары “Өфөгә дуҫлыҡ күпере” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, урындағы власть органдары вәкилдәре менән аралашты, Брахенройттағы матәм митингында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотмайыҡ батырҙарҙы...Легендар летчик, Башҡортостандан сыҡҡан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Илеш районында тыуған, Өфөләге Еңеү паркында ерләнгән...
Уңайһыҙ булһа ла, танымайынса булмай: баҡтиһәң, ошонан башҡа ҡаһарман яҡташыбыҙ Муса Гәрәев тураһында артыҡ нәмә белмәйбеҙ икән дә. Айырыуса йәш быуын. Эйе, һуғыш тамамланыуға инде етенсе тиҫтә йыл ваҡыт үтеп бара, әммә батырҙарыбыҙ онотолорға тейеш түгел.
Был йәһәттән әлдә музейҙар бар. Республиканың Хәрби Дан музейында Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмәнең экспонаттары менән танышып йөрөгәндә, башҡа ошондай уйҙар килде. Күргәҙмә бер нисә бүлектән тора: “Муса Гәрәевтең бала сағы”, “Үҫмерлек”, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдары”, “Ғаиләһе, ата-әсәһе, хәрби дуҫтары”, “Һуғыштан һуңғы йылдар, ДОСААФ-та эшләүе”, “Осрашыуҙар. Сығыштар. Хәтирәләр”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 768 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зыярат ҡылыу — изге ғәмәлИюнь айының йәмле көнөндә Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы сәхәбәләр ерләнгән изге Нарыҫтауға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, сит тарафтарҙан йәнә халыҡ ағылды. Быйыл да кеше күп булды — өс меңгә яҡын мосолман Аллаһ ризалығы өсөн изге ергә сауап алырға килде.
Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн ебәрелгән һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм Ислам динен таратыу өсөн үҙенең сәхәбәләрен (сәхәбәләр — пәйғәмбәребеҙҙе күргән һәм уның менән бергә хаҡ дин өсөн көрәшкән заттар, уның яҡын дуҫтары, арҡаҙаштары) донъяның тәрлө тарафтарына ебәргән. Тарихсы Салауат Таймаҫов был хаҡта бына нимә тип яҙа: “Тарихи сығанаҡтар Башҡорт ерендә әле Ибн Фаҙлан килгәнгә тиклем үк Исламдың тарала башлауы хаҡында һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1367 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урғып сыҡҡан шишмә кеүекНефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, “Урал” төбәк-ара башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының үҙ хәбәрсеһе, Нефтекама дәүләт филармонияһының әҙәбиәт һәм эстрада бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре... Былар — барыһы ла бер шәхес — Нефтекамала ғына түгел, республикала ла исеме яңғыраған Зилә Рамазан ҡыҙы Аҙнабаева хаҡында.
Тәбиғәттең күркәм төбәгенән урғылып сыҡҡан инеш, юлындағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, көсәйә барып, оло йылғаға ҡушыла. Күпме көс-ҡеүәт, ғәйрәт, сәм был шишмәлә! Мөһабәт тауҙар, йүгерек шишмә-йылғалар төбәге булған Белорет районы ҡыҙы Зилә Аҙнабаева тотош булмышы менән тыуған яғын һынландырған кеүек тә инде.
Ком: 1 // Уҡынылар: 955 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙә матур йола бар— “Автограф көнө”н үткәреү хәҙер беҙҙә матур йолаға әйләнде, — ти Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева. — Бөгөн иһә балалар өсөн сыҡҡан китаптарҙың авторҙарын йыйҙыҡ. Сөнки һуңғы ярты йыл эсендә генә бәләкәстәргә тәғәйенләнгән 20 китап донъя күрҙе. Бындай һөҙөмтәгә нәшриәттә балалар редакцияһын булдырыу арҡаһында өлгәштек. Элек, нәфис редакцияла балалар әҙәбиәте бүлеге генә эшләгәндә, улай күпләп сығарыу мөмкинлеге юҡ ине. Хәҙер хатта махсус проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ.
“Китап” нәшриәтенең махсус магазинында үткән “Автограф көнө”нә был юлы алты автор саҡырылғайны. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән таныштырып, балалар әҙәбиәте редакцияһының бүлек мөдире, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина тәүге һүҙҙе Илдар Шәйәхмәтовҡа бирҙе. Ул быйыл нәшриәткә ике проект тәҡдим иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яугирҙәрҙең рухы шатланғандыр...Баҡраҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергән мемориаль комплекс асылды. Ошо бәләкәй генә ауылдан һуғышҡа 90 кеше китеп, уларҙың 36-һы ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, 54-е ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән.
Әлбиттә, баҡраҡтар был иҫтәлекле көндө оҙаҡ көттө, ябай ғына булһа ла обелиск ҡуйыу, атай-олатайҙарҙың исемен мәңгеләштереү хыялын йөрөттө. Күренекле ауылдаштары ярҙамында был уй-ниәт, ниһайәт, тормошҡа ашты. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Әхмәтша улы Күскилдинға айырыуса рәхмәтле Баҡраҡ халҡы. Ауыл уртаһындағы иң күркәм урында мемориаль комплекс төҙөү идеяһы ла уныҡы. Был ҙур эште тулыһынса атҡарып сығыуҙа уның ярҙамы һәм хеҙмәте хәл иткес булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1510 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨБеҙҙә уңған, егәрле халыҡ йәшәй
Хакимиәт башлығы Ринат ХӘЙРУЛЛИН:
— Дүртөйлө — элек-электән алдынғы, абруйлы, мәҙәни һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк. Беҙҙә эшкә уңған, егәрле һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Уларҙың емешле хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһендә район республикала алдынғы урындарҙы биләй. Эшсәндәргә оло ихтирам һәм иғтибар күрһәтелә, хеҙмәттәре юғары баһалана.
Уңғандар, йүнселдәр бөгөн ауыл ерендә лә гөрләтеп донъя көтә. Беҙҙә йәш ғаиләләр күп, улар йорт һала, балалар үҫтерә, күпләп мал-тыуар аҫрай. Һәр кем үҙ баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерергә тырыша, умартасылар һаны арта.
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тармағы тәшкил итә. Тоҡомло малдар үрсетеү һөҙөмтәһендә ит, һөт етештереү артты. Бар урында ла машина-трактор паркы яңыртыла. Хужалыҡтар социаль өлкәгә лә үҙ өлөшөн индерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1329 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” партияһы республика эшҡыуарҙары мәнфәғәтен яҡлаясаҡ
“Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе сәйәси советы ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү буйынса совет үҙенең яңы етәксеһен һайланы. Ул — “Трансинтер” компанияһы президенты, Рәсәй Дәүләт Думаһының элекке депутаты Илдар Ғималетдинов. Совет составына республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Сауҙа ассоциацияһы, Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәре, Башҡортостан Республикаһындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил, партияның төбәк бүлексәһе, “Йәш гвардия”, йәмәғәт ойошмалары һәм республикалағы эшҡыуарҙар союздары вәкилдәре инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда прокурор тикшереүе барышында банктар тарафынан граждандарҙың хоҡуҡтарын даими боҙоу осраҡтары асыҡланды, тип хәбәр итә республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Етешһеҙлектәрҙең күбеһе клиенттар менән төҙөлгән килешеүҙәргә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙған шарттар индереүгә бәйле. Мәҫәлән, банктан алынған кредитты ваҡытынан алда түләү өсөн ҡулаҡсаһыҙ ғына иҫәпләшергә мөмкин. Йыш ҡына банк килешеүҙе бер яҡлы тәртиптә тарҡатыу йә иһә кредит буйынса процент ставкаһын үҙгәртеү, йөкләмәне ваҡытынан алда үтәүҙе талап итеү хоҡуғына эйә.
Клиенттарға өҫтәмә хеҙмәтте көсләп тағыу осраҡтары ла асыҡланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты Геннадий Месяц һәм академияның Урал бүлексәһе етәкселеге менән осрашты.
Унда Башҡортостандағы инвестиция проекттарын фәнни яҡтан үҫтереү, шулай уҡ иҡтисад өлкәһендәге бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәрен республикабыҙға йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Осрашыу барышында Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм Урал бүлексәһе араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Hindustan Aeronautics Limited (HAL) авиатөҙөлөш компанияһы вәкилдәре менән осрашты.
Унда “Оборонпром” корпорацияһы генераль директорының Һиндостан менән хеҙмәттәшлек буйынса урынбаҫары Игорь Чечиков, Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының идарасы директоры Дмитрий Колодяжный, “Рособоронэкспорт” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Александр Михеев, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры Александр Артюхов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Марат Хафизов менән Юлай Әбсәләмов авторлығында “Милли рухиәт үҙәге” тигән яңы китап донъя күрҙе. Ул милли рухиәтебеҙ тарихында әһәмиәтле урын тотҡан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын астырыуҙың хәсрәтле һәм данлы юлы хаҡында. Үҙем шул көсөргәнешле хәрәкәттә бер ни тиклем туранан-тура ҡатнашҡас, китапты бик тулҡынланып уҡыным һәм уны замандаштарыбыҙ, килер быуындарыбыҙ иғтибарына еткереүҙе кәрәк тип һанайым.
Билдәле булыуынса, 1937 йылғы ҡаты баҫлығыуҙан һуң, “милләт”, “милли тел” тигән төшөнсәләр хәүефле тубаға әүерелеп, баш ҡалабыҙ урамдарында ғына түгел, хатта үҙ-ара башҡортса һөйләшергә баҙнатһыҙҙар күбәйҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Февралдә башланған

Ҡулына диплом алған Рәлисте район гәзитендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар.
— Как раз бер кеше кәрәк ине, — тип уны ауыл хужалығы бүлегенә ултыртып ҡуйҙылар.
Бер нисә көндән районда яҙғы баҫыу эшен йомғаҡлау йыйылышы булды. Унда Рәлисте ебәрҙеләр.
— Иғтибар менән тыңлап ултыр, арыу ғына мәҡәлә яҙырһың, — тип мөхәррир ҡолағына киртеп ҡуйҙы.
Сығыш яһаусының һәр һүҙен блокнотына элеп ултырҙы егет. Айырыуса “Быйыл баҫыу эштәре былтырғыға ҡарағанда бер аҙнаға алдан тамамланды” тигән һүҙҙәрҙе Рәлис кәртәләп үк ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына