Халыҡҡа ла етә, һатырға лаЙәрмәкәй районының “Тарҡаҙы” йәмғиәте быйыл халыҡҡа бесән һатыуҙан 1 миллион һумдан ашыу килем алырға йыйына
Ырымбур өлкәһе менән сиктәш дала зонаһында урынлашҡан “Тарҡаҙы” ауыл хужалығы предприятиеһы эшсәндәре бөгөн йәшел ураҡты ойошҡанлыҡ менән үткәреү, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы запасын күберәк туплау хәстәре менән яна.
— Беҙҙең хужалыҡта сабынлыҡтар, тәбиғи көтөүлектәр иркен. Күп йыллыҡ үләндәрҙең майҙаны ғына ла 1800 гектарға яҡын. Шифалы ямғырҙар һуңлатыбыраҡ яуып үтһә лә, быйыл һыйлы мал аҙығын мул әҙерләргә мөмкинлек бар, — ти хужалыҡ етәксеһе Ләбиб Насриев. — Әле бер звено техника Ыҡ буйындағы болонда эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсионер — донъя чемпионы!Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел тип әйткәнде йыш ишетәбеҙ. Пенсия йәшенә еткәс, донъяның тотош йәмен юғалтҡандай көн күреүселәр ҙә бар. Ә бына Бөрйән ҡыҙы Сәмәрә Хәлитова үҙ миҫалы менән киреһен иҫбатлай.
Яңыраҡ Беларусь Республикаһында үткәрелгән гер күтәреү буйынса донъя беренселегендә еңеү яулап ҡайтты ул. Был ярышта тик оло йәштәгеләр генә ҡатнаша. Үҙ көсөн һынап ҡарарға чемпионатҡа төрлө илдәрҙән киләләр. Сәмәрә Әхәт ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан. Ғүмеренең күп өлөшөн балаларҙы физик культуранан уҡытыуға бағышлаған. Уның дөйөм педагогик стажы — 30 йылдан ашыу. Республикабыҙҙа уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла еңеүсе булған.
Сәмәрә Хәлитова хаҡлы ялға сыҡҡас, гер күтәреү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күләүектә Йыһан сағылаБашҡорт мәктәптәре өсөн “Башҡорт мәҙәниәте” (“Тормош һабаҡтары”) предметы халыҡ педагогикаһы, йолалары, ижады, тәрбиәүи ҡанундар нигеҙендә яҙылды. Йөрәгендә рух йөрөткән педагогтар уны ихласлап, яратып уҡыта.
“Тормош һабаҡтары” буйынса йыл да олимпиадалар үткәрелә. Предметтың программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе булараҡ, һәр сарала жюри ағзаһы сифатында ҡатнашам.
Быйылғы олимпиада үҙенсәлеклерәк булды — яҙма эштәргә ҙур иғтибар бирелде. Һөҙөмтә халҡыбыҙҙың “күләүектә Йыһан сағыла” тигән әйтемен иҫкә төшөрҙө һәм әлегәсә күңелгә тынғылыҡ бирмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөҙөмтә юғары түгел, әммә ышаныслыБДИ-ның төп этабы тамам. Рәсәйҙең барлыҡ субъектында, шулай уҡ 49 сит дәүләттә (вәкиллектәр ҡарамағындағы мәктәптәр, хәрби частар һәм башҡа урындарҙа) үткәрелгән һынауҙа 843 меңдән күберәк кеше ҡатнашты. Уларҙың 786 меңдән ашыуы — быйылғы сығарылыш уҡыусылары.
Имтихан элеккегә ҡарағанда күпкә тыныс үтте. Уҡыусылар һынауҙарҙы еңелерәк атҡарып сыҡты, ҡағиҙә боҙоу осрағы ла кәмерәк. Был белем сифатының күтәрелеүеме, яңы алымға өйрәнә барыумы, әллә йәшерен “ҡоралланыу”ға оҫтарыумы? Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса федераль ведомство етәксеһе Любовь Глебова әйтеүенсә, төп сәбәп — һынауға етди әҙерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ юйылмайБөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһындағы мәғлүмәттәр әленән-әле табылып тора. Мәғлүмәттәр менән Рәсәй Оборона министрлығының “Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941—45 гг.” сайтында танышырға мөмкин. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем уның бөтөн михнәттәрен үҙ иңендә кисергән Шәмсүтдин Көнәфин ағайҙың Иҫке Монасип ауылында йәшәгән балалары ошо сайт буйынса аталарының билдәһеҙ ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәтте асты.
“1941 йылдың 8 ноябрендә Дьяково ауылы янындағы ҡаты бәрелештә иптәш Шәмсүтдин Көнәфин үҙенең ҡул пулеметынан дошмандың ҡырҡлап һалдат менән офицерын юҡ итте. Үҙ ҡоралын таҙа, яҡшы торошта тотҡанлыҡтан, уның пулеметы тотҡарлыҡһыҙ эшләне. Ике тапҡыр ҡулы яраланып, күп ҡан түгеүгә ҡарамаҫтан, батыр пулеметсы Көнәфин ҡоралын ташламай дошманға үлемесле ут асыуын дауам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1183 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар менән ауыл йәмлеҮрге Ҡарғауылдан Хәбибуллиндарҙы районда йәшелсәселек менән күңел биреп шөғөлләнгән ғаилә булараҡ беләләр.
Гөлназ менән Венерҙың тормошо һәм егәрлелеге күптәргә өлгө булырлыҡ, уңғанлыҡтарына күҙ теймәһен.
— Йорт хужаһы бөтөн яҡлап өлгөр кеше, — ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимерйән Нәбиев. — Ауылыбыҙҙың старостаһы булараҡ, һәр ваҡыт эштең уртаһында ҡайнай. Төрлө кәңәше менән дә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта шәхси хужалығына ла етешә.
Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмаған Венер йәшелсә, үҫентеләр һата.
— Был эште атайымдан күреп үҫтем, ул агроном булды. 20 йәшемдә эште бәләкәй генә майҙандан башлап ебәргәйнем. Башта ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтерергә тотондом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 743 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихы дауам итһенИглин районының Тау ауылы халҡы үҙенең 90 йыллығын билдәләргә йыйына. Әллә ни ҙур түгел ул, 70-ләп шәхси хужалыҡ, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб һәм башланғыс мәктәп бар. Пенсия йәшендәгеләр байтаҡ, әле башланғыс мәктәптә ни бары алты бала уҡый. Әммә йәштәрҙең тыуған ерендә төпләнеүе һәм киләсәккә өмөт менән ҡарауы демография мәсьәләһендә асыҡ күренә. Балалар һаны арта, әле мәктәпкәсә йәштәге 30-ҙан ашыу сабый иҫәпләнә. Ауыл төҙөк, йорттар ҙа бында оҫта ҡулдар йәшәүен аңғарта, уларҙы үҙенсәлекле итеп биҙәп-һырлап һалалар.
Исеме Тау тип аталһа ла, ошо исемгә нигеҙ бирерҙәй бейек тауҙар юҡ. Ауылдың тарихын 77 йәшлек Мәсҡүҙә Шафиҡова яҡшы белә. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан булғанмы, әллә хәтере шәплектәнме, әсәһе Мөбинә Зиннәт ҡыҙы һөйләгәндәрҙе күңел дәфтәренә теркәп барған. Әйткәндәй, Мөбинә инәй иҫән-һау, оҙаҡламай уға 100 йәш тула.
Ком: 0 // Уҡынылар: 799 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр — илдең киләсәгеБыл көндә ауыл янындағы аҡланға килгән һәр кем шатлығын йәшерә алманы. Шулай булмай ни! Тотош ике ырыу йәштәрен берләштергән сара һәр ерҙә лә һәм йыл да үткәрелмәй.
— Сәләм, курсташ! Һин бында нисек килеп сыҡтың? Үҙең икенсе райондан бит!
— Сәләм! Мин Әйле ырыуыныҡы ла баһа. Байрам үтәсәген ишеткәс, елеп килеп еттем.
— Ә мин — Ҡатай ырыуынан. Ошолайтып Ҡыйғы ерендә осрашырбыҙ тип кем уйлаған...
Ҡыйғы районының Алағуз ауылы янында үткәрелгән ҡатай һәм әйле ырыуы йәштәренең йыйынында ошондай шатлыҡлы осрашыуҙарҙы, ихлас йылмайыуҙарҙы, дуҫтарса ҡосаҡлашыуҙарҙы йыш күрергә мөмкин ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 964 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олатайҙар даны мәңгелек!27 – 30 июндә Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте көндәре булып үтте
Рәсәй тарихы йылына һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған был көндәр унда ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сәфәребеҙ Рәсәй әҙәбиәте өсөн изге урын — Переделкинонан башланды. Башҡорт яҙыусылары өсөн дә ҡәҙерле һәм иҫтәлекле был төйәк, йәғни “Переделкино” ижад йорто. Беҙҙе, әҙәбиәт көндәрендә ҡатнашыусы яҙыусыларҙы, үҙ ҡосағына алды был илһамлы йорт. Барып урынлашыу менән урыҫ совет балалар әҙәбиәтенең классигы Корней Чуковскийҙың йорт-музейына йүнәлдек. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ һалынған ике ҡатлы ағас йорт. Тирә-яғында уҡтай төҙ ҡарағайҙар, сәскә түтәлдәре. Һулап туймаҫлыҡ саф һауа. Ошондай уҡ әллә нисәмә бүтән классиктарҙың йорт-музейҙары бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан игенселәре иртә өлгөргән иген культураларын йыйыуға төштө, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һәм “Ергән” МТС-ының Ейәнсура районындағы Инәк бүлексәһе игенселәре ужым арышын тәүгеләрҙән булып ура башланы. Дүртөйлө районының Вәлиев исемендәге кооперативында борсаҡ йыйыуға төштөләр.
— Ураҡ былтырғыға ҡарағанда 20 көнгә алдараҡ башланды, — тинеләр министрлыҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 957 тапҡыр // Тотош уҡырға
6 июлдә сәғәт иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Күгәрсен районының Мораҡ ауылында (Ленин урамы, 15, 19-сы бүлмә) Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Милли футбол лигаһы беренселеге алдынан үткәрелгән уҡыу-күнекмәләр йыйынындағы йомғаҡлау ярышында “Өфө” командаһы Мәскәү яны “Химиг”ынан көслөрәк булып сыҡты.
“Родина” стадионында өфөләр уйынды дәррәү башланы. Тәүге 15 минутта уҡ Андрей Смирнов менән Михаил Маркосов мөмкинлектән файҙаланып ике гол индерҙе. Эльдар Мамаев айырманы бер мәрәйгә генә ҡыҫҡарта алды.
9 июлдә Нальчикта беҙҙең команда урындағы “спартак”сыларға ҡаршы уйнаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө – Екатеринбург маршруты буйынса “Руслайн” авиакомпанияһы аҙнаһына дүрт тапҡыр — шишәмбе, кесаҙна, йома һәм йәкшәмбе — осоштар яһаясаҡ. Пассажирҙарҙы 30 урынлыҡ Embraer-120 самолеты ташыясаҡ.
“Өфө” аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө менән Екатеринбург араһындағы өҫтәмә рейстар сәйәхәт итеү өсөн яңы мөмкинлек асасаҡ. Йәштәр һәм пенсионерҙар өсөн социаль тарифтар ҙа ҡаралған.
Ә “ЮТэйр” авиакомпанияһы Өфөнән Екатеринбургка аҙнаһына биш рейс яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
Межгорье ҡалаһынан 12 йәшлек Эльвина Мөфтәхетдинова Көньяҡ Кореяла ЭКСПО-2012 Бөтә донъя махсус күргәҙмәһендә Рәсәй экспозицияһының эш программаһына ярашлы ойошторолған “Арктиканың һәм Төньяҡ Боҙло океандың хайуандар донъяһы” тигән балалар һүрәттәре конкурсында беренсе премияны алды.
Йәш рәссам был наградаға “Балыҡ тотҡан пингвин” эше өсөн лайыҡ булды.
Ижади ярышта Мурманск, Владивосток, Калининград, Якутск, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән балалар ҡатнашты. Йәмғеһе 500-гә яҡын эш тәҡдим ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республикала Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәктәрен ойоштороу буйынса проектты тормошҡа ашыра башланы. Улар төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, бизнестың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән хеҙмәт күрһәтеү өсөн тәғәйенләнә.
Палата президенты Юрий Пустовгаров журналистар менән осрашыуҙа түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
— Беҙ Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәген Сауҙа-сәнәғәт палатаһының бүлендек структураһына әүерелдерәсәкбеҙ. Уның филиалдарында (республика буйынса 30-ға яҡын) юғары уҡыу йорттары студенттары, уларҙы тамамлаусылар эшләйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына