Әүҙем аҙна көтөлә. Өҫтөгөҙгә мәғлүмәт ҡойоно ябырылыр. Нимәгә ышанырға? Эске һиҙемләүегеҙгә таянығыҙ. Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе яңылыштырып, көсһөҙ урындарығыҙға баҫым яһауҙары ихтимал. Тәүҙә барыһы ла яҡшы тойолһа ла, һуңыраҡ ауырлыҡтар тыуыр. Ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһаларға тырышығыҙ. Идея һәм проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырмай тороғоҙ, һөҙөмтәләре шикле булыр. Был осорҙа авариялар ихтималлығы арта. Дүшәмбе коллективҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңышлы. Шишәмбе романтик осрашыуҙар өсөн уңайлы. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә көндөң беренсе яртыһын һайлағыҙ. Шаршамбы вәғәҙәләр бирергә ашыҡмағыҙ, барыбер үтәй алмаҫһығыҙ. Кесе йома эшлекле сәфәрҙәр өсөн уңышһыҙ. Йома етәкселегегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡ тыуыр. Үҙегеҙ һәйбәт башҡарған эштәргә генә тотоноғоҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Ошо көндәрҙә Учалы районының Өргөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – инәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Зәнифә Ғәли ҡыҙы Рәсүлева оло байрамын – 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Инәйебеҙ күркәм холоҡло, күптәргә өлгө булырлыҡ ихлас, алсаҡ кеше. Ул — рух ныҡлығын, күңел таҙалығын һаҡлап ҡалыусы, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеүсе, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүсе шәхес. Атайыбыҙ Салауат Хәйретдин улы менән 35 йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп, уртаҡ маҡсатлы, бер уйлы булып тормош юлынан бергә атлайҙар.
Ҡәҙерлебеҙҙе оло байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанда беҙҙең күңел тыныс, донъябыҙ бөтөн, изге кәңәштәрең, фатихаларың тормошобоҙға йәм өҫтәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәнғәттең юғары өлгөһөнә дәғүә итмәгән, ябай ғына картинаға “йән өрҙөрөү”, балҡытып ебәреү өсөн ниндәй рам һайлар инегеҙ? Ғөмүмән, әҙерлекһеҙ һәүәҫкәрҙәр тарафынан ижад ителгән һүрәтте “сәнғәт өлгөһө” итеп күрһәтергә баҙнат итерһегеҙме?
Ыңғай яуап биреүегеҙ һөйөнөслө, тимәк, күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙ файҙағыҙға бора, йүнәлтә һәм үҙгәртә алаһығыҙ, бындай һәләт һәр кемгә лә тәтемәй. Заман психотерапевтары йәһәт кенә яраҡлашыу, ҡарар ҡабул итеү оҫталығына эйә кеше талғын ғына аҡҡан тормошона, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә генә түгел, ә хатта...
Ком: 0 // Уҡынылар: 558 тапҡыр // Тотош уҡырға
Судоку сисеп ҡарағыҙ әлеБына уның шарты: буш шаҡмаҡтарҙы 1-ҙән 9-ға тиклемге һандар менән тултырығыҙ. Һәр юлда горизонталь буйынса ла, вертикаль буйынса ла, шулай уҡ ҡалын һыҙыҡтар менән билдәләнгән барлыҡ туғыҙ блокта ла бер иш ике һан булырға тейеш түгел. Ябай һәм ауырыраҡ ике вариант тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына