Әлмөхәмәттәрҙең шатлығы ҙурӘлмөхәмәт һәм Гусев ауылдары халҡы күптән түгел оло шатлыҡ кисерҙе: уларҙа өр-яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары үҙ ишектәрен асты.
Сибай ҡалаһының “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәре тиҙ арала сафҡа индергән фельдшер-акушерлыҡ пункты замансалығы менән отошло. Сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн яҡты һәм иркен бүлмәләр, медицина ҡорамалдары, һыуҙың эстә булыуы ла уңайлы. 24 йыл Әлмөхәмәттә фельдшер булып эшләгән Рима Йосопованың ҡыуанысы, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ике ауылды хеҙмәтләндергән Рима Мәхмүт ҡыҙын бигерәк тә акушер кабинетының булыуы һөйөндөрә. Уның ҡарамағында — 800-гә яҡын кеше. Фельдшерға һәр көн төрлө ауырыуҙарҙы ҡабул итергә тура килә: ауырлы ҡатындар, оло йәштәгеләр, ата-әсәһенә ялға килеүсе йәштәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 671 тапҡыр // Тотош уҡырға