// Уҡынылар: 2051 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лайыҡлыларға — ҙур бүләктәрКисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Тик улар ябай түгел, ә Рәсәйҙеке! Тәүге тапҡыр илдең “Ата-әсә даны” ордены һәм ошо уҡ ордендың миҙалы Өфөлә бирелде. Әлеге наградаға Башҡортостан ғаиләләре быға тиклем дә лайыҡ булды, әммә уны Мәскәүҙән барып алалар ине.
— Награда тапшырыу — һәр саҡ күңелле, сөнки уларҙы алғандарҙың ысынлап та лайыҡлы икәнлеген беләһең, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн Рәсәйҙә күптән түгел генә барлыҡҡа килгән “Ата-әсә даны” ордены һәм миҙалы бирәбеҙ. Уларҙы алыусы ғаиләләр бар яҡтан да өлгөлө, улар балаларына тәрбиә генә биреп ҡалмай, ә ижади булмышына нигеҙ һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәйнә ырыуы халыҡ йолаларын онотмайХалҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, байрамдары араһында һабантуй айырым урын алып тора. Уны ҡайҙа ла ҙурлайҙар, илебеҙҙең бөтә мөйөштәрендә үткәрәләр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Владивосток, Түбәнге Новгород, Һамар, Екатеринбург... Хатта алыҫ Төркиәлә лә башҡорт һабантуйын үҙ итеп өлгөрҙөләр.
Күрше Пермь крайында ла һабан байрамын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Гәйнәләр — аҫаба халыҡ. Бынан 456 йыл элек батша уларға “Мөлкәт грамотаһы” бирә. Кама, Тол йылғалары буйҙарында йәшәүсе гәйнәләр башҡорт ҡәбиләләре араһында беренсе булып ултыраҡ тормошҡа күсә һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай. Был төбәктә 1784 йылда үткән һабантуй тураһында яҙмалар һаҡланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1026 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҫраған малыңдың мәнфәғәтен күрШәхси хужалыҡтарында һауын көтөүен 12 башҡа еткергән Миңнуллиндарҙың ғаилә ҡаҙнаһына һөт һатыуҙан көнөнә 2 мең һум тирәһе аҡса инә.
Туймазы районының Собханғол ауылы биләмәһендә булғанда, халыҡтың, байлыҡты хәләл көс менән табып, етеш тормошта йәшәргә ынтылғанын күрҙек.
— Бөгөн ауыл иҡтисадын үҫтереүҙә шәхси сектор алға сыға, — тип һөйләй урындағы хакимиәт башлығы Фәрит Сәйфуллин. — Күп кенә хужалыҡ ит, һөт етештерә. Ҡала янында ғына йәшәгәс, продукцияны үтемле хаҡҡа һатыу улар өсөн бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Егетәк ауылынан Миңнуллиндар ғаиләһе былтыр һөт һатыуҙан ғына йөҙ мең һумдан ашыу табыш алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл хужалығы белгесе булырға теләһәң...Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибайҙағы Урал аръяғы филиалы 2005 йылда асылды. Абитуриенттарҙы белем усағы менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында уҡыу йортоноң директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Төхфәт улы ҺӨЙӨНДӨКОВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Йәлил Төхфәт улы, һеҙҙең институтты һайлаған йәштәр ниндәй йүнәлештәр буйынса белем аласаҡ?
— Урал аръяғы филиалы алты йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә. “Агрономия”, “Зоотехния” бүлектәрендә ауыл хужалығы бакалаврҙары, “Ветеринария” бүлегендә — ветеринар врачтар, “Агроинженерия” буйынса — “Агробизнеста техник системалар”, “Агросәнәғәт комплексында техник сервис”, “Электротехнология һәм электр ҡоролмалары” специальностары, “Иҡтисад” йүнәлешендә “Финанс һәм кредит”, “Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит”, “Һалым һәм һалым һалыу” кеүек һөнәрҙәр бюджет
Ком: 0 // Уҡынылар: 948 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла  ҡәнәғәтҺуңғы йылдарҙа халыҡтың матди хәле яҡшырыуы, асфальт юлдар селтәренең киңәйеүе автомобилдәр һанының бермә-бер артыуына килтерҙе. Бөгөн һәр икенсе йә өсөнсө ғаиләнең еңел йәки йөк машинаһы бар тиһәң, һис арттырыу булмаҫ.
Дөрөҫ, бөтә кешенең дә өр-яңы транспорт сараһы алырға хәленән килмәй, шуға ҡулланылышта булғанын һатып алыусылар ҙа етерлек. Ә ундай машиналарҙы йыш ремонтларға, һәр ваҡыт көйләп-ҡарап торорға тура килә.
Мишкәлә автомобиль ремонтлаусы оҫталар байтаҡ. Ҡайһы берҙәре двигатель, йөрөү узелдарын ремонтлаһа, икенселәре кузов төҙәтә, тәгәрмәс алмаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөркөттәй сая ҡыҙ ине...Янып ҡалһын ғүмерең маяҡ булып,
Үҙеңдән һуң килгән быуынға...
Муса Йәлил.
Был донъяла үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған кеше байтаҡ. Мәңге һүнмәҫ йондоҙҙары ла бар. Күктә генә түгел, ерҙә лә нур сәсеп, бөгөн дә балҡый улар.
Шуныһы мәғлүм: республикабыҙҙы ғына түгел, илебеҙҙе данлап, гүзәл Башҡортостан ерендә берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы, полковник Муса Гәрәев һәм мосолман ҡатын-ҡыҙҙары араһынан берҙән-бер Советтар Союзы Геройы, шулай уҡ осоусы, өлкән лейтенант Мәғүбә Сыртланова тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлығы 93 ҡатын-ҡыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелһә, уларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ булыуы оло ғорурлыҡ түгелме ни?! Легендар Мәғүбә Сыртланова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моңо ҡалды йөрәктәБаймаҡ интернат-мәктәбендә 35 йыл урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән хеҙмәттәшем Мәүжидә Айытҡолова ике йыл элек арабыҙҙан китте. Үҙе янда булмаһа ла, йөрәгебеҙҙә моңо йәшәй.
Мәүжидә Рахманғол ҡыҙына балаларҙы уҡытыу эше аҙ тойола торғайны: күп йылдар мәктәптең профсоюз һәм методик ойошмаларына етәкселек итте. Ул оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара ине. Халыҡ йырҙарын уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә ихлас өйрәтте. 1982 йылда "Ҡомартҡы" ансамблен төҙөп, уны сит райондарға ла танытты. 2008 йылға тиклем коллективыбыҙ ике тапҡыр халыҡ ансамбле исемен яуланы, тәүгегә үткәрелгән Салауат көндәрендә лауреат булдыҡ. Йыш ҡына үҙ аҡсабыҙға автобус яллап, Өфө ҡалаһында, күрше төбәктәрҙә сығыш яһай торғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көй өрҙөләр КөйөргәҙеләБер быуаттан һуң, Ватан һуғышында еңеүгә арнап, тағы ҡурайсылар йыйыны үтте
— Ҡурайсылар парады башлана! — Аҡланға борсаҡтай һибелгән халыҡҡа, әйтерһең дә, был һүҙҙәрҙең тылсымы тәьҫир итте: олоһо-кесеһе тәғәйен майҙанға ашыҡты. Әлбиттә, был һүҙбәйләнеш, тәүгә ишетелһә лә, тантаналы ғәйрәте, ҡөҙрәте, һөйөүе һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән килеп ҡолаҡҡа инде лә, аҡлан өҫтөндә өйөрөлгән яҡты ла, көслө лә ватансылыҡ хис-тойғоһо урман-тауҙар аша гүйә бөтөн Уралға артылды, икһеҙ-сикһеҙ күктәргә олғашты.
Бына күптәр тулҡынланып та, ҡыҙыҡһынып та көтөп алған парад башланды. Иң алда марш ыңғайына тып-тып баҫып килгән ике юртаҡ уға айырым тантаналыҡ өҫтәне.
Тирә-яҡҡа нур булып таралған йөрәккә һыймаҫ хис-тойғо, күрәһең, малҡайҙарға ла йоғонтоһо яһаған. Ана бит, баштарын ниндәй ғорур тотоп, текә юртып килә улар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1205 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынғыһыҙлыҡ — уның булмышы“Ауыр мәлдә һис хыянат итмәҫ, яҡшы иптәш, зирәк, аҡыллы кәңәшсе, тоғро дуҫ булырҙай ысын-ысындан мөғжизәүи хазина бит ул китап. Йәнә килеп, уның тәжрибәле атай, мәрхәмәтле әсәй, уңған тәрбиәсе, һәйбәт уҡытыусы икәнлеге бәхәсһеҙ”. Яҙыусы Әмир Гәрәевтең был һүҙҙәре алдымда ятҡан, сағыу төҫлө буяуҙар менән биҙәлгән “Әсәйем ҡояш икән” китабы тураһында әйтелгән кеүек.
Уның авторы — балалар яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина. Рәссамы — Майя Зыяи.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның һәр яңы китабы — уҡыусылар өсөн шатлыҡ. Күҙ төбәп торған иң ҡәҙерле байлығыбыҙ, имен киләсәгебеҙ булған балаларыбыҙҙың күңелдәрен улар изгелек һәм мәрхәмәтлелек офоҡтарына әйҙәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1884 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рафиҡов Рәшит Ғәбделхәй улына, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Фазлетдинов Илгиз Йосопйән улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Саҡмағош районының “Алға” колхозы-ауыл хужалығы кооперативы тракторсыһы Әхмәҙуллин Мират Хәниф улына, Иглин район ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Ғәлиева Рима Миңнулла ҡыҙына, Туймазы районы “Бишенде” йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы мөдире Ғимаҙетдинова Рәшиҙә Нурмөхәмәт ҡыҙына, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Чижков Михаил Федоровичҡа, Мәләүез районының “Старт” крәҫтиән хужалығы башлығы Шәрипов Илдус Маркс
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ауылдың данын күтәргән, мәртәбәһен арттырған, йәшәйешенә ҡот-йәм өҫтәгән кешеләр була. Йылайыр районының Сәләх ауылында ғүмер итеүсе Таһировтар ҙа — ана шундай уңған, булдыҡлы ғаиләләрҙең береһе.
Йорт хужалары Ҡорманғәле Әбделғәләм улы менән Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы 44 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, терәк булып йәшәй. Ғаилә башлығы үҙе ошо төбәктеке. Армия хеҙмәтенән ҡайтыу менән Сәләх ауылы һылыуы Ғәлиәне яусылаған. Бер аҙҙан йәш ғаилә, йорт һатып алып, үҙ донъяһын ҡорған. Береһе тракторға ултыра, икенсеһе һатыусы булып эшләй. Тиҙҙән көнитмештәренә ҡот-йәм өҫтәп ҡыҙҙары Миңзифа донъяға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Уны асыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, байтаҡ мәғлүмәт менән таныштым, музейға нигеҙ һалыусы уҡытыусы Ғәйникамал Мирхәйеваның тормош юлына күҙ һалдым.
Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы 1927 йылда Ҡыйғы районының Ыйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Алағуҙ ауылында тыуа. Бала сағынан ураҡ урыу, ашлыҡ һуғыу, утын ҡырҡып ташыу кеүек ауыр эштәрҙе үҙ иңендә татып үҫә.
1942 йылда ғаилә ҙур юғалтыу кисерә: Әкрәм ағай Мәскәү янындағы фронтта һәләк була. Биш бала менән яңғыҙ ҡалған Мәхмүҙә апай балаларын тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Бисмиллаһи-рахман-рахим. Изге Рәжәб айында Башҡортостандың бик матур тарихи төбәге Хәйбуллала яңы тарихи бит асыла. Аҡъяр ауылында изге ай нуры балҡытып, мәсет манараһының ҡалҡыуы Хәйбулла районында иманлы, рухлы һәм хаҡ дин юлынан барыусы кешеләр йәшәүе тураһында бәйән итә. Мәсетте иманлы халыҡ ҙурлай — шатлыҡта ла, ҡайғыла ла Хоҙайҙан ярҙам һорап, иман йортона киләбеҙ. Ошонда дини байрамдар ойошторола, никах туйҙары үтә, сабыйҙарға исем ҡуштырыла. “Жәмиғ” мәсетенән кеше өҙөлмәҫ, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе, йәштәр өсөн тәрбиәүи көскә эйә булған иман йортоноң ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, — тип район мосолмандарын ҡотлаған Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың тәбрик һүҙҙәре руханиҙар күңеленә тантаналыҡ өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов арзан торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу маҡсатында Өфөләге биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Атап әйткәндә, Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Хөкүмәтенә төҙөлөш алып барыу күҙалланған биләмәләрҙе ташҡын хәүефе йәһәтенән тикшерергә ҡушты. Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур ташҡын булмаһа ла, 40–50 йылға бер тапҡыр Өфө янында һыу баҫыу осраҡтары күҙәтелә. Ошоға бәйле Башҡортостан Президенты һыу аҫтында ҡалған территорияларҙы комплекслы үҙләштереү планына индермәҫкә, шулай уҡ дамбаларҙың, башҡа гидротехник ҡоролмаларҙың торошон, халыҡҡа хәбәр итеү системаларының эшен даими тикшерергә ҡушты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1034 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына