Яңы һулыш алды БелоретРеспубликабыҙҙың бай тарихлы ҡалаларының береһе — Белорет уҙған шәмбелә үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был көн металлургтарҙың һөнәри байрамы менән дә тап килгәс, урындағы халыҡ икеләтә шатлыҡ кисерҙе. Оло байрам уңайынан бик күп төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, ҡала яңы һулыш алғандай тойолдо. Белореттарҙы иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде.
— Бөгөн ошондай күркәм ҡалала булыуыма шатмын, — тине Рөстәм Зәки улы. — Белорет һуңғы йылдарҙа ныҡ үҙгәрҙе: урамдар төҙөкләндерелә, йорттар төҙөлә, яңы объекттар сафҡа инә. Ҡаланың төп предприятиеһы — металлургия комбинаты коллективының фиҙаҡәр хеҙмәте лә ҡыуандыра. Дөйөм алғанда, Белорет — республикабыҙҙың иң яҡшы ҡалаларының береһе, уның киләсәге яҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш көйҙөрмәҫ элекҺуңғы йылдарҙа һауа шарттары ауыл эшсәндәрен бер ҙә иркәләмәй. Былтыр яҙҙан көҙгә тиклем ямғыр туҡтамай ҡойоп, иген культураларының байтаҡ өлөшө ерҙә ятып ҡалғайны. Быйыл, киреһенсә, ҡайнар ҡояш игенгә баш күтәрергә лә ирек бирмәй, көйҙөрөп бөтөп бара.
Республика райондары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыуҙы ғәҙәттәгенән ике аҙна тирәһе алдан башларға мәжбүр булды. Дәүләкәндә лә биш хужалыҡ ураҡҡа тотонған. Шуларҙың береһе — “Ҡаҙанғол” тәжрибә хужалығының елгә елберҙәп ултырған арыш баҫыуына килеп төштөк.
— Башаҡ туҡ булһа, ергә эйелер ине, — тип көрһөндө ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рафиҡ Гәрәев. — Урылған арышҡа ҡарағыҙ: ҡуҙағы һарғайған, еме ҡойолоп тора, һабағы иһә — йәм-йәшел. Өлгөрмәгән, ә шулай ҙа йыйып алырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ берҙәмлеге менән көслөОшо көндәрҙә Өфөнән Краснодар крайындағы һыу ташыуҙа зыян күргәндәргә өс мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам ебәрелде. Баш ҡала халҡы Цюрупа, 17 адресы буйынса урынлашҡан пунктҡа 009 июлдән йылы кейемдәр, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ алып килә башланы. Республика халҡы иһә зыян күргәндәргә ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә мөрәжәғәт итте.
Төбәктән Краснодар крайына беренсе гуманитар ярҙам 11 июлдә ебәрелде. Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, балалар өсөн кәрәк-яраҡ, дарыуҙар Рәсәй почтаһы хеҙмәте аша оҙатылған. Ҡаза ябырылған төбәктә эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуын иҫәпкә алып, был юлы “Янғантау” шифаханаһы менән “Башспирт” йәмғиәте 21 тонна минераль һыу бүлде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеүгә һөйөү“Һа-ай, был башҡорттар сәхнәгә түгел, йөрәккә баҫып бейей!” — тигәйне берәү, башҡорт бейеүен ҡарағанда. Ысынлап та, башҡорттоң бейеү сәнғәте иҫ киткес бай һәм киң ҡоласлы. Ошо хазинабыҙҙы халҡыбыҙға еткереү йәһәтенән Башҡортостан телевидениеһы ҙур эш башҡара: 2008 йылдан алып “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы уңышлы дауам итә. Был конкурста йыл һайын республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнаша.
Шуныһы һөйөнөслө: бейеү сәнғәтенә балалар күңелендә лә орлоҡ һалына. Күптән түгел Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында өcтән алып 15 йәшкә тиклемге балалар араһында “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быға тиклем Мәсетле, Йылайыр райондарында, Өфө ҡалаһында үткән һайлап алыу турында республикабыҙҙың бөтөн төбәктәренән 450-нән ашыу бала ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәтле кеше тайғаҡ юлға баҫмаҫӘле мәҙәниәт усаҡтарының ялға туҡтаған мәле. Тимәк, сираттағы ижад миҙгеленә тиклем көс тупларға ваҡыт бар. Ләкин йәй улар өсөн етди әҙерлек осоро ла. Артистар республикабыҙ буйлап, хатта сит өлкәләргә гастролдәргә юллана.
Форсаттан файҙаланып, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республикабыҙҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм АБУШАХМАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– "Әҙәм балаһының мәҙәни кимәле юғары булған һайын, уның хеҙмәте лә юғары баһалана", – тигән бер аҡыл эйәһе...
– "Ошо фекергә ҡарашығыҙ нисек?" – тип һорамаҡсыһың инде. Килешәм, уның киреһенсә булыуы мөмкин дә түгел. Мәҙәниәтле кеше менән әңгәмә ҡороу – үҙе бер кинәнес, ул төплө фекер йөрөтә, уның йәшәү девизы аныҡ, тормош позицияһы көслө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 850 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡауҙылары ла, аҡҡоштары ла барКөйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылы Өфө — Ырымбур юлында урынлашҡан — ауыр йөк машиналары, автобустар, еңел автомобилдәр уның аша үтә. Өйҙәр оҙон һәм киң бер урамға теҙелгән. Урындағы халыҡ үтеп йөрөүселәрҙе үҙенсә хеҙмәтләндереү ысулын уйлап тапҡан: ике яҡтан һәр унынсы йорт тапҡырында юлаусыларға бал, емеш-еләк, йәшелсә тәҡдим итәләр. Был ғаилә ҡаҙнаһына үҙенә күрә табыш килтерә.
Үтеп барышлай мин дә бер йорт алдына туҡтамайынса булдыра алманым. Ҡапҡа алды һәм ҡапҡаһы үҙенсәлекле биҙәлгән, үткенселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Бал һатып тороусы хужабикә, мине бик ихлас ҡаршы алып, үҙенең тауарын тәҡдим итте, шунан әңгәмәбеҙ үҙенән-үҙе ялғанып китте.
— Мин — уҡытыусы-пенсионер. Бабайым Геннадий Егорович менән умарта тотоуыбыҙға ҡырҡ йыл инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек кире ҡайтаНарыҫтауға мин 1930 йылдар уртаһынан башлап, оло ҡартинәйемә эйәреп, тәпәйләп йөрөнөм. Унда изге урын тип алыҫ ерҙәрҙән дөйәләрҙә киләләр ине.

Нарыҫтау итәгендә
Һуңғы йылдарҙа бында ерләнгән изгеләрҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тарафынан ебәрелгән сәхәбәләр (әүлиәләр) икәнлеге асыҡланды.
Күптән түгел Миәкә районында — Нарыҫтауҙа, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре ерләнгән урынды төҙөкләндереүгә бер йыл тулыу уңайынан төрлө тарафтан йыйылған бик күп дин әһеле, ябай халыҡ ҡатнашлығында юғары кимәлдә йыйын ойошторолдо.
Сәхәбәләрҙе Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ халыҡты мосолман диненә ылыҡтырыу өсөн ебәргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 841 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштән йәм табыпЯратып һайлаған һөнәреңә ғүмер буйы тоғро ҡалып, яҡты нур булып йәшәү, үҙеңә тиң парҙы һайлап, бына тигән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡылыу һәм йылылыҡ өләшеү — бәхеттең иң олоһо. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, бөгөн Төлгөҙбаш ауылында йәшәгән Венера Заһирова ысын мәғәнәһендә лайыҡ бындай бәхеткә!
Венера Фәйез ҡыҙы Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Лена Әхмәт ҡыҙы һәм атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйез Харис улы ла уҡытыусы була. Бәләкәй ҡыҙҙың йөрәгендә педагог һөнәренә һөйөү нәҡ уларҙан күсә лә инде. Шуға күрә бәләкәстән белемгә ынтылған Венера, мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында ла бик дәртле була: тырышып уҡыуынан тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, ҡул эштәре менән шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәмле булһын!Алма иҙмәһе
Ҡырмыҫҡалы районының “Ҡояшлы Боҙаяҙ” емеш-еләк совхозы беҙҙе йыл һайын яңы продукт — “ЭкоАлма” иҙмәһе менән ҡыуандыра. Химик саралар ҡулланмайынса үҫтерелгән алмаға шәкәр, консерванттар ҡушмайынса бик тәмле, файҙалы ризыҡ етештерә предприятие. Алма иҙмәһенән төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Алма иҙмәһенән соус
100 грамм майонезға 3 аш ҡалағы алма иҙмәһе, кәрәгенсә тоҙ һәм шәкәр һалып бутарға. Бер аҙ лимон һуты ҡушырға.
Бындай соусты табынға бешкән ит йәки балыҡ ризыҡтары менән бирергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәләмәт тәндә — сәләмәт рухСпорт мастерлығына кандидат Василий Калитовты мин башҡаса саңғы юлына баҫмаҫ тип уйлағайным, сөнки етмеш йәште уҙған, күптән олатай булған кеше. Әммә яңылышҡанмын. Уҡытыусылар араһында үткәрелгән ярышҡа Василий Калитович быйыл да килде, бөтәһен дә артта ҡалдырып, беренселекте яуланы.
Ветеран спортсының аралыҡты күпме ваҡытта уҙғанын иҫәпкә алһаң, ул йәш-елкенсәк, урта йәштәгеләр араһында ла иң етеҙ бишәү иҫәбенә инер ине, моғайын. Һоҡланырһың да, ғәжәпләнерһең дә Василий Калитовҡа. Бынамын итеп донъя көтөп ята, шул уҡ ваҡытта иртән йүгереүҙе, йәйге көндәрҙә велосипедта йөрөүен дә ташламай.
Альберт Миңлебаевты легендаға тиң кеше тиергә була. Кирҙә ауылында йәшәгән спортсы гер күтәреү буйынса ветерандар араһында күп тапҡыр донъя чемпионы исемен яулауға өлгәшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына