23 ИЮЛЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ


05.00 “Доброе утро”
09.00 Новости
09.05 “Контрольная закупка”
09.40 “Женский журнал”
09.50 “Жить здорово!”
10.55 “Модный приговор”
12.00 Новости (с субтитрами)
Ком: 0 // Уҡынылар: 875 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙ булып балҡыныларХалыҡ-ара Өфө аэропорты. Журналистар, фотографтар, операторҙар, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан ҡыҙ һәм егеттәр… Кемгә шулай хөрмәт күрһәтелә тиһегеҙме? Үҙебеҙҙекеләргә! Башҡортостан, Өфө йондоҙҙарына! Йәш спортсыларға!
Хәбәр итеүебеҙсә, Көньяҡ Кореяла уҙған Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында баш ҡалабыҙҙың “Өфөлө” мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тхэквондо буйынса ҙур уңышҡа өлгәште. Алты көрәшсенән торған команда иҫәбендә – дүрт призлы урын, дүрт миҙал: ике алтын, көмөш һәм бронза. Афарин, Айҙар, Эльвина, Эвелина һәм Иван!
Бөгөн иртән Башҡортостан спортсылары тыуған ҡалаһына ҡайтты. Оҙон юлдан арығандар, әммә йөҙҙәре көләс, күңелдәрендә – шатлыҡ. Ишектән сығыу менән уларҙы хәбәрселәр һырып алды. Мин дә, уңайын тура килтереп, йәш йондоҙ, алтын миҙал эйәһе Эльвина Хәкимова менән әңгәмәләшеп алырға ашыҡтым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фиҙаҡәр хеҙмәтенә баһаБашҡортостан Президенты Указы менән республикабыҙҙың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде.
Рәшиҙә Солтанова Башҡортостан Республикаһының III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса даими комитет рәйесе урынбаҫары була. 1998 йылдың апрелендә “Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе итеп һайлана.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. 2002–2009 йылдарҙа — “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе президиумы, 2005 йылдан — Башҡортостан Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашыҡ, игенсе!Башҡортостанда бындай эҫелек күптән булғаны юҡ ине. Бөтөн культуралар ҙа бер үк ваҡытта өлгөрә башланы. Белгестәрҙең фекеренсә, ураҡ осоро 15–20 көнгә алға күсте.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Артур Ноғоманов барлыҡ уңышты әлеге кеүек бер үк ваҡытта йыйыу осрағын хәтерләмәй.
— Ауыл халҡына шуны әйтергә теләйем: ашығырға кәрәк! Бөгөн яҡшы ойошторолған, тәүлек әйләнәһенә алып барылған урып йыйыу эштәре генә уңышты ҡотҡарып ҡаласаҡ. Ураҡҡа барыбыҙға ла ҡушылыу зарур, юғиһә һуң буласаҡ, — ти ул.
Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Вадим Соколов уның һүҙҙәре менән тулыһынса килешә. Хатта ул да, уңышлы эшләгән ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе, ураҡтың һуңға ҡалыуын таный.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1048 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур яҙырға өйрәтеү мөмкинме?Йыш ҡына ата-әсәне балаһының хаталы яҙыуы, почеркының насар булыуы борсой. Балаға нисек ярҙам итеп була, тигән һорауға яуап таба алмай ыҙалана күбеһе. “Улыма алты йәш, киләһе йыл уҡырға төшә. Логопед: “Мәктәптә малайығыҙҙың проблемалары башланасаҡ, хәрефтәрҙе көҙгөләге кеүек яҙа”, — тип ҡурҡыуға һалды”, — тип яҙа Рәйсә ханым.
Белгестәр әйтеүенсә, биш-алты йәштә күп кенә бала хәрефтәрҙе ауырлыҡ менән яҙа. Үҫеш осоронда был — тәбиғи күренеш. Яҙыу күнекмәһе юҡ. Балағыҙға дисграфия диагнозы ҡуйыусылар менән ризалашмағыҙ. Яҙыу — ул бит бармаҡтарҙың хәрәкәтләнеүе генә түгел, ә бик ҡатмарлы, төрлө яҡлы эш. Бала хәрефтең нисек яҙылыуын аңларға, ҡулды дөрөҫ тоторға, ҡайҙа туҡталырға икәнде үҙләштерергә тейеш. III – IV класҡа етмәйенсә, унда дисграфияның булыу-булмауын асыҡлау мөмкин түгел. Яҙыуҙа ауырлыҡ тыуыуын йыш ҡына нервы системаһы һәм башҡа сирҙәр менән бәйләү ҙә урынһыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Психологтан ҡурҡырға ярамайКеше күңеле — үҙе бер донъя. Ҡайһы саҡ яҡындарыңды, үҫтергән балаңды ғына түгел, үҙеңде лә аңлап бөтөп булмай. Бәләкәй генә аңлашылмаусанлыҡ тора-бара юҡ ерҙән дә әллә ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләр тыуҙыра башлай. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағындағы Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге (директоры — Анжелика Нурмөхәмәтова) күңел донъяһында аҙашыусыларға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Учреждениеның “ышаныс телефоны” хеҙмәте халыҡта айырыуса киң танылыу яулай. Уның мөдире Ғәлиә СӘЛИХОВА менән әңгәмәнән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт табыр.
— Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәрҙең йылдан-йыл күбәйеүе нимәгә бәйле?
— Сит илдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән психологка мөрәжәғәт итеү ғәҙәти һәм бик кәрәкле сара һанала. Бындай мәҙәниәт Рәсәйҙә үҫешә генә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма ағасынан алыҫ төшмәйКүптән түгел миңә Архангел районының Тирәкле ауылында булырға тура килде. Унда Фазыловтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе менән таныштым.
Аталары фронтҡа киткәс, әсәләре Хәмдиә апайға дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Кесе йәштән барыһы ла хеҙмәттә сынығып үҫә. Хәбир Әғзәм улына ауыл мәктәбенән ары китеп уҡырға насип булмай. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, колхозда төрлө эштәр башҡара. Ат ҡараусы ла, хисапсы ла, бригадир ҙа булырға тура килә. 1950 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта дүрт йыл да дүрт ай илебеҙҙең сиген һаҡлай. Аҙаҡ колхозда тракторсы булып эшләй, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә, юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурсаҡтар хәүефлеме?Ҡурсаҡтар элек-электән ҡыҙ баланың яратҡан уйынсығы һанала. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҙа ғүмере буйы уларға ғашиҡ булып йәшәй. Балалар уйнаған ҡурсаҡ XV быуатта ғына барлыҡҡа килә. Быға тиклемге ҡурсаҡтар тик ҡара магия өсөн, төрлө ҡырын эш, йола башҡарғанда ғына ҡулланылған.
Хәҙер төрлө төҫтәге күлдәккә төрөнгән ҡурсаҡтар яңынан модаға инә башланы. Улар бигерәк матур, бәләкәстәрҙең генә түгел, хатта ололарҙың да күҙен ҡыҙҙырырлыҡ итеп яһала. Етештереүселәр уларҙы ысын кешегә оҡшатып эшләй, шуға ла һатып алғың килмәгән осраҡта ла, ҡайһы саҡта кеҫәңдән аҡса сығарырға тура килә. Әммә ошо гонаһһыҙ күренгән матурҡайҙар гел генә ҡыҙсыҡтарға ҡыуаныс килтермәй икән. Кешеләр ҡурсаҡтарҙың бер үк ваҡытта балаларҙың һаулығына, уларҙың аңына зыян килтереүен күрә, һиҙә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәскә атыр театрБер шаршаулы “пьеса”- әңгәмә
Инеш
Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының доценты Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов театр һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул сәхнәләштергән әҫәрҙәр, тыуҙырған образдар театрыбыҙ донъяһына яңы һулыш өрҙө.
Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткән был әңгәмәне башлар алдынан, шундай уй килде. Туҡтале, сәнғәт кешеһе, режиссер тураһында яҙам икән, сәнғәтсәрәк булһын тип, әңгәмәне драматургия жанрында ҡорорға булдым.
Ҡатнашалар: Азат Нәҙерғолов — Башҡортостандың халыҡ артисы.
Салауат Әбүзәров — “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!Кисә ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары Рамаҙан айын ҡаршыланы. Башҡортостан мәсеттәрендә ошо изге айҙа ураҙа, тәүге тәрәүих намаҙҙары башланды.
Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, тыйылған күренештәрҙән ситтә тороу, рухи һәм физик яҡтан сафланыу мөмкинлеген бирә. Ул — исламдың биш ҡанунының береһе. Һау-сәләмәт булған мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур.
Бер ай буйы изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне йышыраҡ телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иманлы кешеләр менән осрашырға, намаҙ уҡырға кәрәк. Изге ай барышында һәр мосолман фәҡирҙәр менән мохтажлыҡ кисергәндәргә фытыр саҙаҡаһы таратырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына