Еҙ ҡыңғырау — йүнселдәр ҡулындаБыйыл Ауырғазы районының Үтәймулла мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау яңғырамаған, сөнки IХ класта уҡыусылар булмаған. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тыуымдың кәмеү һөҙөмтәһе был. "Тора-бара боронғо башҡорт ауылы мәктәбенә йөрөрлөк уҡыусылар бөтөнләй ҡалмаҫмы икән?!" тигән борсоулы уй беҙҙе шул тарафтарға илтте.
— Мәктәптә балалар һанының кәмеүе — ваҡытлыса күренеш. Уҡыусылар бөтөр тип ҡурҡырға ярамай, — тип беҙҙе тынысландырырға ашыҡты Нуғаҙаҡ ауыл Советы рәйесе Рәфис Баязитов. — Бында 350-нән ашыу кеше йәшәй, туғыҙ йыллыҡ белем усағы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, балалар баҡсаһы уңышлы эшләй. Йылдан-йыл яңы эшҡыуарҙарҙың барлыҡҡа килеүе Үтәймулланың киләсәген тағы ла өмөтлөрәк итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1268 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өҙөклөк булғаны юҡ“Михайловка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уңғандары “Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра” тигән халыҡ мәҡәлен эш девизы итеп алған һәм бөгөн, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ең һыҙғанып мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл.
Беҙ килгәндә баҫыу бал ҡорто күсендәй гөжләй ине. Хужалыҡ етәксеһе Илдар Бәҙретдинов, ваҡыт табып, эш барышы менән таныштырҙы. Үлән сабыуҙа Олег Кольцов менән Александр Слободин тырышлыҡ күрһәтә. Андрей Аракчеев, Рөстәм Мостафин, Павел Михайлов йәшел массаны ферма янына өҙлөкһөҙ ташый. Бында ла эш ҡайнай: тәжрибәле тракторсы Сергей Ғәлимов үләнде яҡшылап тығыҙлай, ә Рәмил Фәррәхов килгән машиналарҙың иҫәбен алып бара.
— Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәр, дәртләндереү саралары ла бар. “Тимер ат”ым һынатмай, бары тик ваҡытында ҡараштырып торорға кәрәк, — ти Андрей Аракчеев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1016 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоролоҡтоң ауыр эҙемтәләреАуыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн иң киҫкен һәм яуаплы мәл – ураҡ ваҡыты етте. Быйыл улар 1 миллион 700 мең гектар ерҙә игенде урып һуғырға тейеш. Йәйҙең ҡоро килеүе, әлбиттә, уңыш күләменә кире йоғонто яһай, шуға ла ул былтырғынан аҙыраҡ булыр тип көтөлә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы иҫәпләүгә ярашлы, быйыл иң яҡшы осраҡта бураларға ике миллион тоннаға яҡын иген һалынасаҡ. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә һүҙ булды.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Коваленко әйтеүенсә, 19 июлдән 52 район ураҡҡа төшкән, бөгөнгә 200 мең гектарҙа иген урылған. Район һәм хужалыҡ етәкселәренә техниканың төҙөклөгөнә етди иғтибар бүлергә ҡушылды, сөнки йыш ҡына тап ошо арҡала эш тотҡарлана икән.
"Гидрометүҙәк" күҙаллауы буйынса, республикала яҡын арала һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, көндәр һаман эҫе торасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көрсөк тип төшөнкөлөккә бирелергә ярамай”Күптәрҙе донъя иҡтисады борсомай ҡалмай. Беҙ бөгөн шундай шарттарҙа йәшәйбеҙ, илдәр был йәһәттән бер-береһенә бик тығыҙ бәйләнгән. Улар араһындағы алыш-биреш, һәр береһенең тотҡан урыны халыҡтарҙың көнкүрешенә туранан-тура йоғонто яһай, күпмелер кимәлдә иҡтисади ғына түгел, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын да уртаҡ итә. Шуға Европа илдәрен ялмап ала барған иҡтисади көрсөккә битараф ҡала алмайбыҙ. “Донъя иҡтисади көрсөгө тағы ҡабатланырмы?” Күңелдәрҙе өйкәгән ошо һәм башҡа һорауҙар менән иҡтисад фәндәре докторы Вил НОСРАТУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.
— Вил Ҡасим улы, бөгөн күп сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар араһында донъя иҡтисади көрсөгөнөң ҡабатланыуы тураһында бәхәс тынмай. Тәүгеһенән әллә ни алыҫ та китмәнек шикелле, 2008 йыл артта ҡалып, эҙемтәләре бөтөп тә өлгөрмәгән. Һеҙҙеңсә, көрсөктөң ҡабатланыуы, хатта тәүгеһенән дә нығыраҡ булыуы мөмкинме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет үҙе алдыңа сығып ятмай шул...1993 йылдан Вәсилә ханым мөдир булып тәғәйенләнгәс, бина тулыһынса үҙгәртеп ҡорола, заманса төҙөкләндерелә, йыһаздар алына, өҫтәмә кабинеттар булдырыла, яңы ҡулланма материалдар туплана, уҡыу-методика эше камиллаштырыла. Бөгөн кафедрала белем биреүҙең яңы технологиялары, компьютер класы, уҡытыуҙың техник саралары кабинеты, заманса микроскоптар, гистология, фото лабораториялары, эксперименталь операция бүлмәһе бар. Улар тикшеренеүҙәрҙе иң юғары фәнни кимәлдә алып барыу мөмкинлеге бирә. Анатомия музейы майҙаны 130 квадрат метрға тиклем киңәйтелгән, студенттар уҡыу барышында ҡулланһын өсөн препараттар, күргәҙмә материалдар йыл һайын яңыртыла.
Ныҡлы, эшсән кадрҙар туплауға айырым әһәмиәт бирә Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы. Бында дүрт профессор (барыһы ла медицина фәндәре докторы) эшләй, ике доцент, өлкән уҡытыусылар, ассистенттар медицина фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғайМоңло тауыш — кешенең ҙур байлығы. Ошондай оло һәләткә эйә булған яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимов — башҡорт халҡының мәшһүр йырсыһы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, башҡорт опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Композиторҙар ижад иткән һәм халыҡ йырҙарын иҫ киткес оҫта башҡарыуы менән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған. Сәхнәгә тәү башлап сығыуы менән үҙен оҫта башҡарыусы итеп күрһәткән ул.
Оҙон ижади ғүмер кисергән моң эйәһе Хәбир Ғәлимовтың талантын баһаламаған кеше юҡтыр. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Мәсәлим Вәлиев, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин кеүек композиторҙар үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы нәҡ беҙҙең яҡташыбыҙ башҡарыуында ишетергә теләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәндең тормош фәнеУҙған быуаттың ҡанлы утыҙ етенсе йылында тыуған, Хоҙай Тәғәлә ғүмер биреп ошо көндәргә хәтле йәшәргә насип иткән кешеләр һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлай. Бала саҡтарынан ауыр һуғыш заманының аслығын татыған, аҡыл һәм рухи ҡиммәттәрҙе ғүмерҙәре буйы туплаған замандаштарыбыҙға һоҡланып, дан йырлағы килә.
Йәмғиәтебеҙ замандың төрлө яман сирҙәренән тонсоғорҙай булып йонсоғанда, һәр ауылдың йөҙөн билдәләгән, яҡташтарын иманға, яҡшылыҡҡа саҡырған, хеҙмәттә лә, тормошта ла уларға үрнәк булып йәшәгән ғаиләләр, Аллаға шөкөр, бар әле.
Шундай ғаиләләрҙең береһе — Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында көн итеүсе Фәриҙә менән Фән Әлмөхәмәтовтар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабый тыуҙы, исеме — ҺәҙиәБашҡорт ерендәге ҡылғанлы дала, бары тик был яҡтарҙа ғына үҫкән әрем, матур Ырғыҙ буйҙары... Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Рәшит Ниғмәтиҙәр ижады аша таныш беҙгә был күренештәр. Бына күпме арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән башҡорт әҙәбиәтенә Һамар ере!
Бында илленән ашыу милләт вәкиле — урыҫ, башҡорт, татар, украин, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ һәм башҡа халыҡтар үҙ-ара татыу йәшәй. Оло Чернигов районында һигеҙ башҡорт ауылы иҫәпләнә. Ырғыҙ, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Хәсән ауылдарын үҙ эсенә алған Украинка ауыл биләмәһенең яртыһын башҡорттар тәшкил итә. Шуға күрә, әсә теле булараҡ, мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнелә.
Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған йыйында Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнашҡан Дүртөйлө районы вәкилдәре башта Украинка дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 902 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауаттың шиғырҙары — эстон телендәТөрлө сәбәп арҡаһында Башҡортостандан ситтә төйәкләнгән яҡташтарыбыҙ бихисап. Шундайҙарҙың береһе — Эстониялағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте йәмғиәтенең етәксеһе, уҡытыусы Флүзә ханым Хәйруллина.
Бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ йөрәген наҙлаған хистәрен, тәбиғәткә, ғәзиз әсәһенә, тыуған ауылына булған һөйөүен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Яҙғандарын ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” (хәҙер “Йәншишмә”) гәзитендә, “Пионер” (“Аманат”) журналына ебәргеләп тора, күптәре баҫылып та сыға.
Мәктәпте тамамлағас, “Башҡортостан пионеры” гәзитенең баш мөхәррире Сафуан Әлибаевтың кәңәшен тотоп, Ҡазан университетының журналистика факультетына уҡырға инә, ләкин юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған илендә эшләргә насип булмай. Ирен, моряк булараҡ, Эстонияның диңгеҙ пароходствоһына эшкә ебәрәләр. Бер-бер артлы балалары Эльвира менән Илнур тыуа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 685 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һағыш бәхеттең артынан йөрөйҙөр ғүмер баҡыйЗөфәр Вәлит

Һәләт булһа...

Бәхет менән тулһа ҡан тамыры,
Бәхетһеҙлек шашып аҡһа ла,
Хоҙай биргән һәләт әгәр булһа,
Шиғыр тыуа, йылан саҡһа ла...

Көсәнеүҙән тыумай шиғри юлдар,
Буш күңел ул һәр саҡ шығырҙай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 992 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына