
— Ремонт эштәре өсөн 5 миллион 100 мең һумдан ашыу аҡса бүленде, — ти хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов. — Гимназия ике корпустан тора, былтыр уларҙың ҡыйығы алмаштырылды, яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Әле ике ҡатлыһында медицина кабинетын, спорт залын яңыртып ҡороу бара. Уҡыу бинаһының өсөнсө ҡаты реконструкциялана. Йылылыҡ системаһы тулыһынса яңыртыла.
Эштең ҡыҙыу мәленә тап килдек. Төҙөүселәр барыһы менән дә ҡәнәғәт, хеҙмәт хаҡының тотҡарлыҡһыҙ бирелеүен билдәләйҙәр.
— Гимназия сентябрҙә 600-гә яҡын баланы ҡабул итәсәк, — ти Ғарифулла Шәрифулла улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 971 тапҡыр // Тотош уҡырға