Һайрай-һайрай осто һандуғасТөш
Ҡыҙыҡ ҡынамы һуң,
Мөғжизә был! —
Төштәремә килеп инеүең:
Йәшел ялан,
Йәшел һуҡмаҡ буйлап,
Үҙ йортоңа алып килеүең.

Һин шундай йәш, имеш,
Егет сағың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Замана үҙгәргән һайын милләтебеҙгә ят булған әллә күпме күренеш менән осрашабыҙ. Демократия елдәре иҫә башлағас, яман ғәҙәттәрҙе быуып торған быуа йырылдымы ни! Элек никахтағы ҡатындар менән йөрөгән, һөйәркәһе булған ир-атты партия ойошмаһына, бюроға саҡырып тетмәһен тетһәләр, партия билетын тартып алһалар, юғары вазифа биләгәндәрен урынынан алһалар, хәҙер — хөрриәт. Дүрт һөйәркә тотмайһыңмы — бер кемдең дә шәхси тормошоңа ҡағылырға хаҡы юҡ! Сал сәсле бабай 18 йәшлек ҡыҙ менән ғишыҡ тота икән, уға бер кем дә һүҙ әйтә алмай, киреһенсә, маҡтап уҡ ҡуялар әле. Йәнәһе, булдыра бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҙа байрамы 19 авгусҡа, йәғни йәкшәмбегә тура килә.
Ял һәм байрам көнө тап килгән осраҡта ял киләһе эш көнөнә күсерелә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тимәк, ял көнө 19 августан дүшәмбегә, йәғни 20 авгусҡа күсерелә. Йома, 17 августағы эш көнө оҙайлылығы ҡыҫҡармай. Башҡортостан халҡы, тимәк, Ураҙа байрамы менән бәйле 18, 19 һәм 20 августа ял итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл башынан алып Башҡортостанда 1 032 686 тонна һөт һауып алынған, шуның 393 296 тоннаһы — ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына, ҡалғаны шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда 30 799 тоннаға күберәк һөт алынған. Тулы булмаған ете айҙа 410 983 тонна һөт һатылған. Иң ҙур күрһәткестәр Стәрлетамаҡ (26 434 тонна), Саҡмағош (24 593), Дүртөйлө (20 479), Илеш (18 282) һәм Ауырғазы (14 645) райондары хужалыҡтарына тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала хәйриә эшмәкәрлеге тураһындағы закон проектын йәмәғәтселек тарафынан тикшереү дауам итә. “Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте.
Закон проекты менән ошондай ойошмаларға дәүләт ярҙамының хоҡуҡи нигеҙҙәре, принциптары билдәләнә. Шулай уҡ бындай ярҙам күрһәтеү өсөн нигеҙ булған эшмәкәрлек төрҙәре һанап үтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” тигән мәҡәләһен (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 13 ғинуар) уҡығас, фекеремде белдерергә булдым. Профессор Зифҡәт Сәйетғәлиевтең, Фуат Толомбаевтың, Рәфит Зәйнишевтың һәм башҡаларҙың шул уҡ темаға яҙмалары уйландыра. Рәсәйҙә бер ҡасан да ауыл кешеһенә еңел булмаған, тыныс ваҡытта ла, һуғыш барған осорҙа ла бөтөн ауырлыҡ крәҫтиән иңенә төшкән. Ләкин ауыл хужалығы йәшәргә, аҙыҡ-түлек етештерергә тейеш. Тик артабан нисек үҫер һуң был тармаҡ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Шәхси именлек идаралығы оперативниктары Өфөнөң Орджоникидзе районындағы 5-се полиция бүлеге хеҙмәткәрен ҡулға алған. Ул 150 мең һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Баш ҡала полицияһы офицеры Ҡырмыҫҡалылағы хеҙмәттәшенән аҡса даулаған булған.
— Ул Ҡырмыҫҡалылағы коллегаһына, Архангел районында Инйәр йылғаһы буйында ял итеүселәр араһындағы ыҙғышта ҡатнашҡанһың тип, енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 октябргә тиклем аныҡ ҡарарға килергә онотмағыҙ
Федераль льготаға эйә граждандар социаль йыйылманан нисек файҙаланырға теләүе хаҡында 1 октябргә тиклем яҙма рәүештә белдерергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙән өлөшләтә лә, тулыһынса ла файҙаланырға йә булмаһа аҡсалата компенсация алырға мөмкин.
Элеккесә, йәғни быға тиклем алып килгәнсә ҡалдырырға уйлағандарға Пенсия фондының урындағы идаралыҡтарына ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
1. Әҙәбиәт өлкәһендәге Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия (артабан — М. Буранғолов исемендәге премия) Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары булған яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, шулай уҡ әҙәбиәтсе һәм фольклорсыларҙың Башҡортостан халыҡтары тормошон һәм хеҙмәтен сағылдырыуға, башҡорт әҙәбиәте, тәнҡите һәм фольклористикаһындағы мөһим проблемаларға арналған, йәмәғәтселектә танылыу яулаған талантлы, юғары художестволы әҫәрҙәре өсөн бирелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1188 тапҡыр // Тотош уҡырға
1. Конкурсты ойоштороусылар
— Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы,
— Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.

2. Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары:
— республика халҡының ижади өлөшөн, айырыуса һәләтле йәштәрҙе, ижади сағылыш төрө булараҡ нәфис әҙәбиәткә йәлеп итеү;
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына