Республикала демографик хәлде яҡшыртыу буйынса алып барылған күләмле эштең һөҙөмтәһе бар. Был быйылғы ярты йылда хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында вафат булыусыларҙың кәмеүе миҫалында ла асыҡ күренә.
Ошо күрһәткес 8,2 процент тәшкил иткән. Мәҫәлән, ҡан әйләнеше системаһы ағзалары сирҙәренән, яман шештән, бәлә-ҡазаға тарыуҙан, үҙҙәренә ҡул һалыуға, кеше ғүмерен ҡыйыуға һәм спиртлы эсемлек эсеп ағыуланыуға бәйле үлеүселәр аҙайған.
Был мәғлүмәттәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән коллегия ултырышында яңғыраны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 696 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптәр гастриттан яфалана, ә мин был сирҙе еңдем. Унан ҡотолоу сараһын һеҙгә лә еткерергә теләйем.
Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәм лимонды йыуып, әрсемәйенсә генә ваҡ ҡырғыстан үткәргәндән һуң, бер стакан бал менән бутарға кәрәк. Ошо массаны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан берәр балғалаҡ ҡабығыҙ.
Ҡатнашма бөтһә, бер аҙналыҡ тәнәфес яһағыҙ ҙа йәнә дауаланыу курсын ҡабатлағыҙ. Һөҙөмтәһе булһын өсөн өс тапҡыр ошолай эшләргә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элегерәк дауаханала ятырға тура килде. Палатаға битенә һыҙлауыҡ сыҡҡан бер ҡыҙҙы индерҙеләр. Табип, шеште ярырға кәрәк, тигән. Шул саҡта оло ғына йәштәрҙәге бер апай ҡыҙға: “Битеңде йәрәхәтләргә риза булма, һыҙлауыҡтан халыҡ дауаһы ярҙамында ҡотолоп була ул, туғандарың кипкән ҡайын япрағы килтерһен”, — тине.
Ҡыҙҙың яҡындары уны алып килде. Апай алты-ете япраҡты 1 минут самаһы ҡайнар һыуҙа тотҡандан һуң кер һабыны һөрттө лә шешкә ҡуйып бәйләне. Ике сәғәттән шеш асылып, эрен аға ла башланы. Бер нисә көндән һыҙлауыҡ урынында кескәй генә яра ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дүртенсе класта уҡыған улымдың танауы йыш ҡанай торғайны. Шул арҡала уңайһыҙ хәлдә ҡалған саҡтар ҙа йыш булды.
Бер ваҡыт автобус туҡталышында торғанда, танауынан ҡан китте. Шул мәл йәнәшәләге ҡатын ярҙамға ашыҡты. Кәңәше өсөн уға оло рәхмәтлемен.
Ә ул ябай ғына: өҫкө теш ҡаҙнаһы менән ирен араһына төрөлгән ҡағыҙ киҫәге ҡуйырға. Ҡағыҙ киҫәгенең киңлеге өҫкө тештәр киңлегендә булырға тейеш. Ирендәрҙе ҡымтып бер аҙ торғандан һуң, танауҙан ҡан килеү туҡтай. Ошо сараны бер нисә тапҡыр ҡабатлағас, улымдың танауы ҡанамай башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автомобиль шиналары етештереүсе Ҡытай компанияһының Башҡортостанға эшкә килеүе бар. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Triangle холдингы етәкселеге осрашыуында тап ошо турала һүҙ барҙы.
Әгәр шарттар ҡәнәғәтләндерһә, Triangle беҙҙә шиналар етештереүсе завод төҙөүҙе планлаштыра. Был турала уның президенты Дин Юйхуа хәбәр итте. Әгәр ҡарар ҡабул ителһә, ҡытай компанияһының инвестицияһы күләме 250 миллион евроға тиклем тәшкил итәсәк. Төҙөлөш майҙаны өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында ике урын ҡаралған, бәлки, завод Өфөнөң эргәһендә төҙөлөр. Тәүге осорҙа ул дүрт — алты миллион шина етештерәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа телевизорҙан сальмонеллезға бәйле ауыр хәлгә тарыусыларҙы йыш күрһәтәләр. Дауаханаға эләкмәү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Ошо инфекция хаҡында ентеклерәк аңлатһағыҙ ине.
Камила СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Сальмонеллез — сальмонелла бактериялары тыуҙырған эсәк инфекцияһы төркөмөнә ҡараған сир.
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дондағы Ростовта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев ике төбәк хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
1999 йылда төҙөлгән әүәлге килешеү күп йәһәттән иҫкергән. Төбәк-ара хеҙмәттәшлектә яңы бурыстар һәм мөмкинлектәр барлыҡҡа килгән. Билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡтар урта оҙайлыҡтағы ваҡытҡа килешеүҙе тормошҡа ашырыу саралары программаһын эшләү һәм уға аныҡ проекттар индереү хаҡында һөйләште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырыуға диагноз, ҡағиҙә булараҡ, мотлаҡ анализдарҙы тапшырғас ҡына ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле табип кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап та сирҙе билдәләй ала. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен белеү ҡамасауламаҫ, моғайын.

Аҡ халатлылар ошондай күренештәргә күҙ һалырға кәңәш итә
Аяҡтар көн дә ҙур көсөргәнешлек кисерә. Үксәнең тиреһе ҡата йәки ярыла икән, тимәк, быуындарҙа йәки хәрәкәт ағзаларында етешһеҙлектәр булыуы ихтимал. Мәҫәлән, үксәнең тышҡы яғында тире ҡатһа, умыртҡа һөйәгенә, эскеһе ҡатһа, эсәктәргә иғтибар итергә кәрәк. Баш бармаҡтың тиреһе тупаҫланһа, эндрокринолог ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ата-әсә балаһының һимерә башлауын, кәүҙә ауырлығының саманан тыш булыуын һиҙмәй, тип раҫлай Австралия ғалимдары.
Улар быға һигеҙ меңдән ашыу ғаиләне күҙәткәндән һуң инанған. Биш-алты йәшлек балалы ата-әсәнең — 89 проценты, 10-12 йәшлек үҫмерҙәр тәрбиәләгәндәренең 63 проценты ул-ҡыҙҙарының кәүҙә ауырлығының тейешле кимәлдән артыуын белмәгән, 77 проценты һимереүҙе үҫмер сәләмәтлеге өсөн хәүефле тип иҫәпләмәгән.
Ғалимдар фаразлауынса, күп кенә ата-әсәнең балаһының күҙгә күренеп йыуанайыуын һиҙмәүе — үҙҙәрен көйөндөргөләре килмәүҙән йәки һөйөклөһөн рәнйетергә теләмәүҙән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәҫелдән күсәме?

Эпилепсиянан тулыһынса дауаланып буламы? Сирҙең нәҫелдән нәҫелгә күсеү осрағы йыш күҙәтеләме?
Д. Моратов.
Өфө ҡалаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 700 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына