Ауыҙ осоноу
Ышаныуҙар буйынса, ауыҙға яман заттар тейһә (үпһә, ҡағылһа, һуҡһа) йәки улар тәмләгән аш-һыуҙы, ҡағылған һауыт-һабаны ауыҙға тейҙергәндә бөрсөк-бөрсөк сабыртма сыға. Был ауырыуҙы, ғәҙәттә, ат ауыҙлығын тешләтеп имләйҙәр.
Башҡорттарҙың ауыҙ осоноуға ҡаршы иҫкәртеү саралары булған. Мәҫәлән, ололар ит ашағандан һуң мотлаҡ ауыҙ-морондо сайҡатырға ҡуша. Сайҡатмаһаң, ен-шайтан ауыҙыңды ялай икән. Бигерәк тә ауыҙҙы сайҡатмайынса урамға сығыуҙы тыялар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
1Ауыҙ ҡыуышлығын санацияларға (теш таштарын алыу, дөрөҫ эшләнмәгән теш протездарын һәм пломбаларҙы алмаштырыу, боҙолған теш тамырҙарын һурып алыу, кариесты һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү);
2Әсе йәки ҡайнар аштарҙы, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметергә, тәмәкенән баш тартырға;
3Һәйбәт итеп туҡланырға, йәшелсә, емеш-еләк һәм көрпәле ҡамыр ризыҡтарына өҫтөнлөк бирергә;
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буталсыҡ аҙна. Пландарығыҙ үҙгәрер, эштең башлаған нөктәһенә кире әйләнеп ҡайтырға, хаталарҙы төҙәтергә тура килер. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғанан "ҡоро" сығам тип өмөтләнмәгеҙ – барыһы өсөн дә яуап бирәсәкһегеҙ.
Власть органдары, полиция хеҙмәткәрҙәре менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы ихтимал.
Был арала ҡабул ителгән закон-ҡағиҙәләр ҡаршылыҡҡа осрар, ауыр ҡабул ителер.
Иғтибарлы булырға, һыуҙан һаҡланырға кәңәш ителә. Башҡаларҙың хатаһын ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 691 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Ниңә беҙ отпускты мотлаҡ ауылда, һинең атай-әсәйең янында үткәрергә тейешбеҙ? — тип һорай йәш кәләш иренән.
— Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөнсәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!
— Ә улар хаҡында Ҡара диңгеҙ йәки Урта диңгеҙ ярында уйлап булмаймы ни?
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тән зиннәте — кейем, аҡыл зиннәте — ғилем.
Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ.
Аҡса-мал — бер көнлөк, ғилем-һөнәр — ғүмерлек.
Ҙурлыҡ кәүҙә менән түгел, ғилем менән.
Байлыҡ боҙға яҙған, ғилем ташҡа яҙған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Ҡәҙерле әсәйебеҙ Саймә Харис ҡыҙы менән атайыбыҙ Рәшит Хужиәхмәт улы Фәйзуллиндарҙы тантаналы мәлдәре — “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” өсөн миҙал алыуҙары менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Июль айы — беҙҙең ғаилә өсөн иҫтәлекле ай. 58 йыл элек йәй уртаһында ҡауышып, бер-береһен ихтирам итеп, мөхәббәтле ғүмер юлын үткән атай-әсәйебеҙгә алдағы көндәрҙә лә именлектә, һаулыҡта, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһа ине утыбыҙ.
Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
30 ИЮЛЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ


05.00 “Доброе утро”
09.00 Новости
09.05 “Контрольная закупка”
09.40 “Женский журнал”
09.50 “Жить здорово!”
10.55 “Модный приговор”
12.00 Новости (с субтитрами)
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәктәп ябырға мохтажлыҡ юҡ”Киләһе уҡыу йылын Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһы яңыртылған бинала ҡаршылаясаҡ.
— Ремонт эштәре өсөн 5 миллион 100 мең һумдан ашыу аҡса бүленде, — ти хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов. — Гимназия ике корпустан тора, былтыр уларҙың ҡыйығы алмаштырылды, яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Әле ике ҡатлыһында медицина кабинетын, спорт залын яңыртып ҡороу бара. Уҡыу бинаһының өсөнсө ҡаты реконструкциялана. Йылылыҡ системаһы тулыһынса яңыртыла.
Эштең ҡыҙыу мәленә тап килдек. Төҙөүселәр барыһы менән дә ҡәнәғәт, хеҙмәт хаҡының тотҡарлыҡһыҙ бирелеүен билдәләйҙәр.
— Гимназия сентябрҙә 600-гә яҡын баланы ҡабул итәсәк, — ти Ғарифулла Шәрифулла улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 890 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетте ерҙән эҙләйҙәрЙәштәр бер-береһе менән ҡауышҡан саҡта, никах уҡыр алдынан мулла буласаҡ ғаилә башлығынан былай тип һорай: “Ғаиләңде ҡурсаларға, матди яҡтан тәьмин итергә әҙерһеңме?” Егет үҙенә ошо мәлдә оло бурыс ала. Ҡайһы саҡта уны, шаярып, ҡамыт кейә, тиҙәр. Нисек тә ярайҙыр, донъя йөгөн егелеп тартыр өсөн ҡамыты ла кәрәк. Асылда иһә был — егеттәрҙең тәүге ирлек бурыстарының береһе.
Батыр ауылы егете Зөфәр ҙә кәләш алғанда күңеленән булһа ла ошолай уйлай. Юҡ, ул Миләүшәгә алтын тауҙар ҙа, күктән йондоҙҙар сүпләп бирергә лә вәғәҙә итмәй. Ысын ирҙәрсә ғаилә ҡалҡаны булырына ғына ышандыра. Яратҡан ҡыҙының ата-әсәһенән ризалығын һорай.
Ир кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята, тиҙәр бит. Төрлө ойошмала эшләп ҡарағас, тәжрибә туплағас, Зөфәр Багаев та төпкә йәшерелгән хыялын ҡатынына еткерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәрәңгеле яҡ, тиҙәр беҙҙең тарафтарҙы...Бәрәңге уңа, халыҡ теле менән әйткәндә, ишелеп уңа беҙҙең төбәктәрҙә. Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында, ҡайһы ғына колхозды алма, бригада һайын утыҙар, ҡырҡ-иллешәр гектарҙа үҫтерәләр ине “икенсе икмәк”те.
Уны ултыртыр мәл етһә, ауылдың эш көсөндәге бөтә ҡатын-ҡыҙы бәрәңге һаҡлағыста, йәғни “ҡарбаҙ”ында мәж килә. Йыш ҡына колхозсыларға бухгалтерия, мәҙәниәт йорто, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Улар көноҙоно бүлбеләрҙе урталайға ярып, баҫыуға оҙатыу менән мәшғүл.
Шәхси хужалыҡтар көтә әле. Сәсеү тамамланғас ҡына, тракторҙар халыҡ баҡсаһын һөрөргә сыға. Кешеләр бәрәңгене өмә яһап, байрам төҫө индереп ултырта.
Йәй ҙә үтә. Бәрәңге алыр мәл етә. Колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарға тоҡтар таратып бирелә. Ә эш фронты ҙурҙан: һәр кешегә гектарлап майҙанда уңышты йыйып алырға тура киләсәк. Шулай, ауыл апайҙары, килен-еңгәләре иртәнән алып кискә тиклем “копатель” артынан йүгереп-йүгерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1034 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына