Юлдарҙы ҡояш батареяһы яҡтыртасаҡТәүгеләрҙән булып ҡояш көсөн электр энергияһына Архимед әүерелдергән, тиҙәр. Легендаға ярашлы, римдар диңгеҙ аша уның тыуған Сиракузаһына инергә ниәтләнгәс, ул ярҙа ҡеүәтле алты ҡырлы көҙгө ҡуйҙырта. Улар, ҡояш нурын фокуслап, түҙеп торғоһоҙ эҫелек булдыра, хатта йөҙөп килеүсе дошман караптары көл-күмергә әйләнә, имеш.
Бөгөн федераль трассаларҙа ҡуйылған заманса яҡтыртыу приборҙарының эше лә ошо принципҡа таянып ҡоролған. М-7 "Волга" юлында монтажлау тамамланып килә, ә М-5 "Урал"да башланып ҡына тора. Уның принцибы ябай — махсус фотоэлектрик модулдәр иҫәбенә туранан-тура ҡояш энергияһы электр энергияһына әүерелдерелә. Автоном яҡтыртыу системаһының төп ыңғай яғы — инженер селтәрҙәренә һәм коммуникацияларға ихтыяж юҡ. Тәү сиратта, электр тапшырыу линияларына сығым булмаһа, икенсенән, уларҙы үткәреү өсөн дә аҡса түгеү кәрәкмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡта башлыҡ үҙгәрҙеСтәрлетамаҡ район Советының 20 июлдәге ҡарарына ярашлы, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Раэль Рәхмәтуллин тәғәйенләнде.

***
Рәхмәтуллин Раэль Әҙһәм улы 1967 йылда Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Стәрлетамаҡ районындағы “Искра” колхозында эшсе булып башлай. 1992 — 1993 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ районының “Мир” совхозында баш бухгалтер урынбаҫары. 1993 — 1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы буйынса баш һалым инспекторы булып эшләй. 1998 йылдан 1999 йылға тиклем “Хоҡуҡ” йәмғиәте директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары, “Дисконт” күсемһеҙ милек агентлығы директоры урынбаҫары була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ожмах үҙебеҙҙә икән!Йәй етеү менән күптәр сит төбәктәргә сәйәхәткә ашҡына башлай. “Былтыр Төркиәлә булғайныҡ, быйыл Мысырҙы күреп килмәксебеҙ”, — тигән кеүек һөйләшеүҙе һуңғы йылдарҙа айырыуса йыш ишетергә тура килә.
Ысынлап та, диңгеҙле ерҙәр матур шул. Әммә был һоҡланыуҙың ғүмере ҡыҫҡа — бер нисә көндән туйҙыра. Сит ер бит, үҙеңдеке түгел. Гүзәллектең мәңгелеге — тыуған төйәктә генә. Бында һәр шишмә, йылға, үҙән күңелдәге моңдо һуҙа, ҡоштар ҙа үҙебеҙсә йырлай, ел-ямғыр ҙа йөрәктәге тойғолар менән бергә шаша, күҙ йәшен ҡоя кеүек.
Әммә күп осраҡта ошо аһәңде әһәмиәткә алмайбыҙ. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, коллектив менән Ғафури районында булғанда быға тағы ла бер инандыҡ.
Йырҙарҙа данланған Еҙемле, Мағашлы ер беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Сәфәребеҙҙе Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәге Еҙем-Ҡарандан башланыҡ. Бәләкәй генә, тыныс, күркәм ауыл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1042 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Динозавр» балалар паркы асылдыАсыҡ һауала урынлашҡан динопарктың Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Әбйәлилдә асылыуы юҡҡа түгел. Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы, күлдәрҙең күп булыуы төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итә.
Магнитогорск эшҡыуары Владимир Родионовтың, ҡасандыр балалар лагеры урынлашҡан, һуңғы йылдарҙа ташландыҡ хәлгә әйләнгән Үләндегүл янындағы ерҙе ҡуртымға алып, тиҙ арала «Динозавр» балалар паркы төҙөүе – ҡыуаныслы күренеш. Барлығы 700 миллион һум һалынасаҡ проекттың әлегә 250 миллионы ҡулланылып, динопарктың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, шәхси эшҡыуар үҙе һәм башҡалар ҡатнашты.
Бала саҡтың мөғжизәле донъяһына алып ҡайтҡан күңелле йырҙар яңғыраған парк был көндө бәләкәстәрҙең сағыу тауыштарынан гөрләп торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1038 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был сараны үҙендә үткәреү өсөн Өфөгә Владивосток һәм Санкт-Петербург менән ярышырға тура килде. Әммә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй философтар йәмғиәте президиумына хат менән мөрәжәғәт итеүе, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Б. Ғәлимовтың төплө сығышы конгреста ҡатнашыусыларҙы төбәгебеҙҙең баш ҡалаһын һайларға мәжбүр итте. Әйткәндәй, конгресс милли республикаларҙың береһендә тәүгә үткәрелә.
Рәсәй философтарының вәкиллекле йыйынында Башҡортостан үҙен лайыҡлы күрһәтте. Конгресс материалдарында 90 автор телгә алынды, 30 кеше уның эшендә ҡатнашты, төп секцияларға республикабыҙҙан дүрт ғалим етәкселек итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Указы менән Амур Хәбибуллин Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Хәбибуллин Амур Ғәбиҙулла улы 1974 йылдың 21 авгусында Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1995 йылда Силәбе дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 2002 йылда Урал дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай. 1995 йылдан Арғаяш районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһында, унан һуң Арғаяш район хакимиәтендә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге мөдире, маркетинг һәм ҡулланыусылар баҙарын координациялау буйынса комитет рәйесе булып эшләй, “Агропромснаб” йәмғиәтенең генераль директоры итеп һайлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлехановҡа телеграмма ебәрҙе. Унда ул, Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың фажиғәле һәләк булыуы сәбәпле, туғандары һәм яҡындарының, Татарстандағы барлыҡ мосолман өммәтенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
“Ул дини һәм тарихи хеҙмәттәр авторы, әүҙем публицист һәм исламды популярлаштырыусы, экстремизмға ҡаршы аяуһыҙ көрәшсе булды. Вәлиулла хәҙрәт конфессия-ара татыулыҡты, дәүләт менән дини ойошмалар араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылғаларҙың йылдан-йыл һайығыуы халыҡты борсоуға һала. Элек ат йөҙҙөргән урындарҙың тәрәнлеге хәҙер “баш түбән торһаң, муйындан”. Өфөгә көньяҡтан ингән юл буйлап күпер аша үткәндә Ағиҙелдең ни тиклем мөшкөл хәлдә ҡалыуын күреп әсенәбеҙ: йылға уртаһында ҙур-ҙур утрауҙар барлыҡҡа килгән, һыу инерлек урын юҡ тиерлек. Ни сәбәп икән быға: йәйҙәрҙең ҡоро килеүе генәме, әллә?..
— Һыу кимәленең түбәнәйеүе мәсьәләһе быйыл айырыуса киҫкен. Хәлдең хатта 2010 йылдағынан да насарыраҡ булыуын билдәләргә мәжбүрбеҙ, — тине Президент Рөстәм Хәмитов республика биләмәһендә йылға транспортын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә. — Йылғаларҙы, ҡоролоҡтан тыш, һыу төбөнән ҡом һәм таш сығарыусылар һайыҡтыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Көньяҡ Кореяла 10 – 17 июлдә уҙған 46-сы Халыҡ-ара балалар уйындарында илле илдән ике меңдән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Программаға ете төр буйынса ярыштар индерелеп, ун ике – ун биш йәштәге 18 Башҡортостан вәкиле шуларҙың дүртәүһендә: теннис, йөҙөү, еңел атлетика һәм тхэквондола тиңдәштәре менән көсөргәнешле алышҡа сыҡты.
— Шундай ҙур кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Бигерәк тә миҙал яулағандар ҡыуандырҙы. Һәммәгеҙ ҙә булдыҡлы, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 669 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең магистраль газ үткәргестәре линиялы идаралығы объекттарында булды.
Республика башлығы эргә-тирәләге райондарҙа йәшәүселәрҙе “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеүсе “Уренгой—НовоПсков” маршруты буйынса газ ҡыуҙырыусы компрессор станцияһы эше менән танышты. Аҙаҡ ул Өфө моторҙар етештереү берекмәһе сығарған газ ҡыуҙырыусы ҡоролмалар агрегаттарын ҡышҡы осорҙа файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, мөһим объекттарҙың ышаныслы эшләүен яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралған кәңәшмә үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
19 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районында ҡайһы бер социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты һәм ураҡ барышы менән танышты.
Машина-технологик станцияһының “Үҙәк” бүлексәһе баҫыуында республика башлығы уңыш менән ҡыҙыҡһынды. Бында ул гектарынан 17 — 20 центнер тәшкил итә. Эш иртәнге 8-ҙә башлана һәм ҡара төнгәсә дауам итә.
Кушнаренко ауылында Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһын ҡарап сыҡты. Был бүлек капиталь ремонттан һуң быйыл мартта ғына асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юпитер Игеҙәктәр йондоҙлоғо тәңгәлендә булғанда, быға тиклем йыйған бар тәжрибәгеҙҙе лә туплап, һәр аҙымды үлсәп эш итергә кәрәк буласаҡ. Аҙнаның беренсе яртыһы көсөргәнешле булмаҡсы. Яңы бейеклектәр яулау, яңы киңлектәр асыу теләге менән янырһығыҙ, киң эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрерһегеҙ. Шулай ҙа, ашыҡмағыҙ. Был осорҙа йәрәхәтләнеү ихтималлығы көслө. Ут, шартлатҡыс матдәләр, электр йыһаздары менән иғтибарлы булығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы иһә тыныс үтер. Күптәнге хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Аҙна аҙағына планлаштырған сәйәхәтегеҙ уңышлы буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Августа ниндәй эштәр көтә?
Емеш-еләк иғтибар ярата
Августа ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник, һырғанаҡ емештәре йыйып алына. Еләге өлгөргән мәлдә ҡыуаҡтарға һыу ҡойоуҙы туҡтатырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына емеш ҡоро һәм татлы буласаҡ. Ҡарағатты, крыжовникты йыйып алғандан һуң ҡыуаҡтарға мотлаҡ һыу ҡойоғоҙ, фосфорлы-калийлы ашлама менән туҡландырығыҙ. Ҡарт һәм имгәнгән ботаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ.
Ағас еләгенең емеш бирмәгән үренделәренән дә ҡотолорға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ваҡыт ике дуҫҡа бер нисә көн буйына сүл буйлап үтергә тура килгән. Ниңәлер ныҡ бәхәсләшеп китеп, ҡыҙыулыҡтан, береһе икенсеһенең битенә һуҡҡан. Уныһы бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ҡомға: “Бөгөн иң яҡын дуҫым сикәмә һуҡты”, — тип яҙып ҡуйған.
Дуҫтар һөйләшмәйенсә генә юлын дауам иткән. Бер нисә көндән һыулы урын табып алғандар. Йөҙөп йөрөгәндә сикәһенә һуғылғаны саҡ батмай ҡалған — дуҫы уны ҡотҡарған.
Үлемдән ҡалғаны, иҫенә килгәс, ташҡа: “Бөгөн иң яҡын дуҫым ғүмеремде һаҡлап ҡалды”, — тип яҙып ҡуйған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алла балсыҡтан кешене әүәләгән. Ҡулланылмаған өлөш ҡалғас:
— Һиңә нимә эшләп бирәйем? — тип һораған.
— Бәхет әүәләп бир, — тигән кеше.
Алла, бер нәмә лә өндәшмәйенсә, балсыҡ киҫәген кешенең усына һалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 29 Алға
Бит башына