Эште дөрөҫ ойошторғас...Ҡырмыҫҡалы — республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән райондарҙың береһе. Быйыл иген һәм ҡуҙаҡлылар — 38 мең ярым, мал аҙығы культуралары 18 мең гектарҙа үҫтерелде.
Ҡырмыҫҡалылар күптән шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү оҫталары булараҡ танылған. Плантациялары 6200 гектар майҙанды биләй. Техник культураларҙан йәнә 1500 гектарҙы көнбағыш алып тора.
Ауыл хужалығы ерҙәре ни ҡәҙәр генә киң, иркен булмаһын, дәрт-теләгең ташып торһа ла, техникаһыҙ бер нәмә лә ҡырып булмай. Бөгөн уңышты уның нисек эшләүе билдәләй.
Иртә яҙҙан алып ҡояш ҡыҙҙырыуы, көйҙөрөүе һөҙөмтәһендә иген иртә өлгөрҙө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1031 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәмәке — ҙур "сабакы"Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тәмәке етештереүселәре тәмәке ҡабына тартыуҙың эҙемтәһен сағылдырыусы һүрәт төшөрөргә тейеш. Бының өсөн уларға бер йыл ваҡыт бирелгән. 10 майҙа Рәсәйҙең Юстиция министрлығында теркәлгән яңы бойороҡ шуны талап итә.
Ҡайһы бер сит илдәрҙә ҡаптарға ҡот осҡос һүрәттәр төшөрөлә башлағас, тәмәкеселәрҙең 67 процентында алама ғәҙәтте ташлау теләге тыуған, 50 проценты никотиндың һаулыҡ өсөн зарарлы булыуына инанған. Рәсәйгә был тәжрибәне күптән үҙләштерергә кәрәк ине. Өлкәндәр араһында ойошторолған глобаль һорау алыу һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, тәмәке тартыу буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында — 43,9 миллион кеше (халҡыбыҙҙың 39,1 проценты) төтөн һура. Йыл һайын 400 мең самаһы ватандашыбыҙ тәмәке тартыу арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙән вафат була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?Тау башҡорттары йыйыны
* * *
Етенсе быуын хаҡында кәлимә... Ике йөҙ йыл дауамында шәшке-ҡамаға, бәрҙе-бағрыға бай Бәләкәй Шишәнәк буйлап һигеҙ саҡрым өҫтәрәк, Бәштин менән Ҡапыу итәктәре араһында, Ирмәк ауылы булған. Тора-бара ирмәктәр, мәҫәлән, ағай-энеле Ҡарабай менән Һарыбай заттары Еҙемгә яҡыныраҡ, йәғни хәҙерге Баҡый ҡышлауына күсенгән, ә хозур Ирмәк ултырышы йәйләүгә әйләнә. Ундағы нигеҙҙәр, зыярат әле лә һәйбәт шәйләнә. Хәҙер бында — сабынлыҡ. Бирерәк ике йәйенке туғай — Һыртлан, Көсөкәй — Ирмәктең уландарын иҫләтә.
Ирмәк батырҙың Ҡапыу-Айры, Ҡолғона старшиналары менән бергәләп ырыу тупрағына суйын иретеү заводы һалдыртмаҫ өсөн ҡырталашҡаны тураһында урыҫ крайсылары мәҡәләләрендә лә мәғлүмәттәр осрай. Иң мөһиме, тау башҡорттары капиталистарҙан ерҙәрен тәләфләтмәй!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1312 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әрмеләме тип уйларһың...Ысынлап та, йәш спецназсы костюмы кейгән, ҡулдарына автомат тотҡан малай һәм ҡыҙҙарҙы тәү күргәс, аптырап та ҡуяһың?! Әрмеләме, әллә мәктәптәме улар? Баҡтиһәң, Төйәләҫ ҡасабаһындағы мәктәп базаһында йыл һайын “Хеҙмәткә саҡырылыш” хәрби-патриотик лагеры эшләй икән.
Лагерҙың етәксеһе Ислам Исламбаев әйтеүенсә, өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараға үҫмерҙәр бик теләп йөрөй. Хатта араларында ҡыҙҙар ҙа осрай. Афған һуғышын үтеп, әрме тормошо өсөн тәүге күнекмәләрҙе мәктәптә алырға кәрәклеген үҙ елкәһендә татып аңлаған, балаларға мәктәптә хәүефһеҙлек нигеҙҙәренән белем биргән Ислам Исрафил улы бындағы тәртипте тап хәрбиҙәрсә ойошторған. Төп маҡсат — уҡыусыларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы яман ғәҙәттәрҙән ҡурсалау, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү һәм хәрби әҙерлектең тәүге күнекмәләрен өйрәтеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 829 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмышын үҙе яҙғанЯҙ етеп, тәбиғәт йәшәреү менән совхоз малдары йәйләүгә сығыр, йәй буйына көрәйер һәм һөт күләмен арттырыр ине. Тик уларға төпкөлдә йыртҡыс йәнлектәрҙән генә тынғы юҡ, бигерәк тә айыу йыш ҡазалай торғайны. “Тайыш табан” йыҡҡан малын бер аҙ еҫләнгәс кенә ашарға килеүсән. Бына шул мәлде һағалай ҙа инде һәүәҫкәр һунарсылар. Ошо хәлгә бәйле ауыл халҡы араһында лаҡапҡа әйләнгән бер күренеш тә таралғайны. Ирәнеш йәйләүенә айыу килеп еткәс кенә ағас башында ултырған ферма мөдире сөскөрөп ебәрә һәм эште боҙа. Әммә Мәхмүтйән Абдуллин бер нисә көндән урман “хужаһын” барыбер атып ала. Баш зоотехниктың ошо юл менән күп мәртәбә совхоз малын ҡурсалауы билдәле.
Мәхмүтйән 1932 йылдың башында Гөльямал менән Мөхәмәт Абдуллиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шау-гөр килде Сөн буйҙары“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы халҡыбыҙҙың күркәм йолаларынан һанала. Ошондай матур сара күптән түгел Яңы Илек ауылында үтте: Туғайлыҡ урамының
100 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр.
Тәбиғәттең иҫ киткес күркәм урынында — Сөн буйында урынлашҡан Яңы Илек ауылы. Халҡы эшһөйәр, берҙәм, ҡунаҡсыл булыуы менән дан тота. Ауылдың 300 йылға яҡын бай тарихы бар. Район үҙәге Баҡалыға хәтлем асфальт юл һалынған, урамдары көҙгөләй ялтырап ята. Халыҡ газ ҡуллана, йорт-ҡуралары ҡараулы, һәммә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Кешеләр тырышып донъя көтә. Бында ике ҡатлы яңы мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто бар.
Һәр нәҫел үҙ табынын ҡорҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙналыла сағыла ауылдар яҙмышы, йәки Хәлең нисек, Ҡурған аҫабаһы?Журналист һуҡмағы ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та бит ул. Донъя ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигәндәй, күпмелер ваҡыттан һуң бер йөрөгән ерҙәрҙе тағы үтергә, әллә нисәмә йыл элек осратҡан кешеләр менән күрешергә тура килә. Тик был юлы хәтереңә уйылған хәтирәләрҙе яңыртып, әле күреп йөрөгәндәре араһындағы айырмалыҡтарҙы эҙләйһең. Үҙгәрештәр яҡшы яҡҡа булһа — һөйөнәһең, ә инде кирегә китһә...
Ҡурған яғында тәү тапҡыр 1995 йылда булғайным. Ул саҡта Сафакүл районында йәшәгән халыҡ колхоз-совхоз тәртәһенә егелеп, ал-ял белмәй, хужалыҡтарҙың меңәр-меңәр баш һыйыр малын, һарыҡ-ҡуйын, йылҡыһын, ҡош-ҡортон ҡарай, күлдәр араһында бормаланып-бормаланып ятҡан баҫыуҙарҙа иген игә ине. Заманында (заман — ниндәй алыҫ һымаҡ) бер нисә йыл эш хаҡы күрмәһәләр ҙә, уңған милләттәштәр йорттар күтәрә, үҙгәртеп ҡороуҙарҙың сатҡылай ғына яҡтылығына ҡыуана, дәртләнеп яңы таңға баға торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырҙарым — елкән киреп офоҡта йөҙгән карапАуылым биҙәктәре

Арып-талсыҡҡан сағымда
Тәбиғәтте күҙәтәм.
Гүзәллек ул — тыуған яҡта,
Һәр тарафҡа күҙ атам.

Һандуғастар менән тороп,
Табынам ал таңдарға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 837 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Йәйҙең иң йәмле, арыш башаҡтары тулышып ергә башын эйгән мәлдә Йылайыр районының (элекке Матрай) Юлдыбай ауылында донъяға ауаз һалған Кинйәғәле Амантаев.
Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең ветераны Кинйәғәле Яҡуп улы мәртәбәле юбилейын билдәләй — 80 йәш тула.
Оҙаҡ йылдар баҫмабыҙҙа эшләп, һәр һандың ваҡытында гәзит уҡыусы ҡулына барып етеүенә, биҙәлешенең зауыҡлы булыуына тос өлөш индергән хеҙмәттәшебеҙ ул. Оло яуаплылыҡ тойоуы, йөкмәтелгән бурысын намыҫлы атҡарыуы, теүәллеге кеүек матур сифаттары менән абруй ҡаҙанды, йәштәргә өлгө була белде.
Бөгөн, юбилейы көнөндә, хеҙмәттәшебеҙгә, милләтебеҙҙең аҡһаҡалына ныҡлы һаулыҡ, имен тормош һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикалағы иген майҙанының 7 проценты урылған, 6 проценты һуғылған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 557 мең гектарҙа (33 %) ужым арышы, борсаҡ, арпа урылған, 513 мең гектарҙа (30 %) — һуғылған. Һәр гектарҙан 11,9 центнер уңыш алынған, йәмғеһе 610 мең тонна иген тупланған.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Артур Ноғоманов әйтеүенсә, быйыл ураҡ былтырғыға ҡарағанда ике аҙнаға иртәрәк башланды. Һауа шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, төбәктә игенгә ҡытлыҡ көтөлмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 857 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына