Белорет районын беләһегеҙме?Горизонталь буйынса: 1. Фотоны ҡара. 3. Фотоны ҡара. 6. Юл төҙөү машинаһы. 11. Фотоны ҡара (исеме). 12. “Теле оҙон булмағандың (...) е оҙон”. 13. Оло юл. 14. Никахһыҙ йәшерен енси мөнәсәбәт. 15. Һерәйеп торған яңғыҙ ҡая. 18. Ҡабул итеү бүлмәһендә “ултырған” Африка ҡошо. 21. Фотоны ҡара. 26. Тартыштырып, һушты алып, ҡапыл йыға торған ауырыу; быума. 28. Ҡыллы музыка ҡоралы. 29. Кемгәлер яғылған ялған ғәйеп. 31. Шағирҙың үҙ әҫәрҙәрендә сағылдырылған эске тәрән кисереше, уй-тойғоһо. 33. Фотоны ҡара. 34. Күңелгә ҡәнәғәтлек, рәхәтлек бирер нәмә; ҡот, йәм. 35. Бартер түләүе. 36. АҠШ-тағы казинолар ҡалаһы Лас-Вегас, атом полигоны урынлашҡан штат. 37. Мин-минлек тойғоһо, намыҫ, ғәр. 39. Трибуналағы телмәр. 42. Ҡатыҡтың башланғысы. 45. Ҡамасау яһап, эш-хәлде ҡатмарлаштырған ҡыйынлыҡ. 47. Фотоны ҡара. 50. Межгорье ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан “бик насар” түбә. 55. Мосолман диненә хеҙмәт иткән уҡымышлы кеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 779 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөрөҫ юлдан барабыҙРаил ӘСӘҘУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры:
— Үткән уҡыу йылында республика мәғарифында бик күп яңы йүнәлешкә нигеҙ һалынды. Мәҫәлән, һөнәри белем биреү тармағын үҫтереү ысулдары билдәләнде. Кластерҙар булдырыу хаҡында айырым әйтеп үтергә мөмкин. Был алым мәғариф һәм сәнәғәт өлкәләрен берләштереү, уларға бер йүнәлештә, уртаҡ, аныҡ маҡсатта эшләү мөмкинлеген бирҙе. Тимәк, республика иҡтисадын яңыса үҫтереүгә юл һалынды.
Ике кимәлле белем биреү системаһына — бакалавр һәм магистрҙар әҙерләүгә — күсеүебеҙ ҙә етештереү тармағын үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ, тип иҫәпләйем. Был алым дәүләттең төплө белгестәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә етди аҙым булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ — ураҙалаИслам динендәгеләрҙең күпселеге Рамаҙан айын көтөп, әҙерләнеп ҡаршы алған һәм изге ғәмәлде атҡара — ураҙа тота.
“Мөбәрәк айҙың тәүге ун көнө — рәхмәт, урталағы унауһы — мәғрифәт йәки йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр”, — тигән пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был айҙа мосолмандарға: “Бер кеше урынһыҙға һуҡһа йәки башҡа төрлө хөсөтлөк ҡылһа ла, уның менән асыуланышма, ә “мин — ураҙала, мин — ураҙала”, — тип ҡушыла.
Ислам ҡанундарын үтәүселәр әйтеүенсә, Рамаҙан айы – изге ғәмәлдәр генә ҡыла торған ваҡыт. Динебеҙ был осорҙа боҙоҡ эштәрҙән, хәрәм аҙыҡтан тыйылырға өндәй.
— Шөкөр, мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәребеҙ араһында ихтыяр күрһәтеп, аныҡ ниәт менән ураҙа тотоусылар арта. Мәсеткә килеүселәр күп, хатта халыҡ йома көндәрендә иман йортона һыймай ҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡмарҙы кем һаҡлар?Беҙ үҫмер саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы, таҙа ине, яр буйҙары тал, муйыл, ерек ағастары, ҡыуаҡлыҡтарҙан торған әрәмәлектәре, тәрән ятыуҙары менән дан тотто. Биш-алты төр балыҡ бар ине. Кис етһә, Ҡара яр ятыуында ат йөҙҙөрөү үҙе бер кинәнес, шатлыҡ була торғайны.
Ул йылдарҙан бирле ярты быуаттан ашыу ғүмер уҙған. Кешеләр тәбиғәткә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти 50-се йылдарҙа беҙҙең районға килеп, Һаҡмар буйы ауылдарында була һәм аҙаҡ, алған тәьҫораттарына таянып, күренекле “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһын ижад итә. Унда шундай юлдар бар: “Һаҡмар һыуҙың һылыулығы күпме-күпме йырҙа йырланған, ләкин Һаҡмар буйын тағы йөҙ йыл, тағы мең йыл була йырларға”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә — фестивальБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 сентябрҙә Өфөлә “Һөт иле-2012” Бөтә Рәсәй фестивален үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Байрамдың төп маҡсаты — сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, һөт ризыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү һәм баҙарҙы урындағы етештереүселәрҙең сифатлы һөт продукцияһы менән байытыу.
Фестивалде Һөт етештереүселәрҙең милли союзы, шулай уҡ “Башҡортостандың һөтсөлөк союзы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, һөтсөлөк тармағы предприятиелары уҙғара. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эште көйләү бурысы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ кешеләрМөхәмәтнур менән Клара, өйләнешеп йәшәй башлағас, тыуған ауылдарында оҙаҡ тормай. Ул ваҡыттарҙа төбәктә тормош нисектер аҡрынлап һүрелә бара. Хатта кистәрен йыш яңғыраған тальян тауышы ла тынып ҡала. Йәштәрҙең күбеһе ҡалаларға юл тота.
Илһам, өмөт йәшәтә
Әсләмовтар ҙа, туғандары менән һаубуллашып, мауыҡтырғыс тормош һәм төшөмлөрәк эш эҙләп, Нижневартовск ҡалаһына барып урынлаша. Насар йәшәмәй улар унда. Мөхәмәтнур йөк машинаһын йөрөтә. Ғаиләгә дүрт бүлмәле фатир бирәләр.
Йылдар уҙа тора. Әсләмовтар ҡалала үҙ кешегә әүерелә. Ләкин ауылды, бала саҡта яланаяҡ йүгереп йөрөгән болон-сиҙәмдәрҙе, Ҡариҙел буйҙарын һағыналар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егерме-утыҙ "алтын", тинеләр ҙә ул...27 июлдән 12 авгусҡа тиклем Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонда барған юбилей Олимпиадаһының яртыһы үтеп тә китте. Уйындар башланыр алдынан Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко илебеҙ спортсылары 20-30 алтын миҙал яулаясағына ышаныс белдергәйне. Әлегә беҙҙең иҫәптә — 11 миҙал: ике алтын, дүрт көмөш, биш бронза.
"Алтын"дарҙы дзюдосылар бүләк итте: 28 июлдә 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта көрәшеүсе Краснодар егете Арсен Галстян япон Хироаки Хироаканы еңде, уның артынса Силәбе өлкәһендә шөғөлләнеүсе Дағстан егете Мансур Исаев 73 килограмға тиклемге ауырлыҡта шулай уҡ Япония көрәшсеһе Рики Накаяны йыҡты.
Уйындарҙың бишенсе көнө бер юлы өс миҙал алып килеүе менән иҫтәлекле булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былбылдың рәхмәт йырыБулған хәл
Кемдең инде баҡсалағы осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштең бер өлөшөн башҡарғандан һуң, еҙ самауырға саф шишмә һыуы һалып, сәй эсеп алғыһы килмәһен! Мин дә шул ниәттән самауыр тотҡаһына барып йәбешһәм, шишмә һыуым бөткән икән.
Тиҙ генә биҙрәмде эләктерҙем дә йылы, ҡояшлы еңел һауала осоп китерҙәй күтәренкелек менән урман ситендәге тарлауыҡҡа табан һуҙылған һуҡмаҡ буйлап йүгерә-атлай төшөп киттем. Һуҡмаҡ буйында үҫкән сәскә аралаш йәшел үләндәрҙең салбар балаҡтарым аша мине ҡытыҡлап ҡалырға тырышыуы күңелемә ниндәйҙер сихри наҙ өҫтәп, йылмайырға мәжбүр итә. Аллаһ барлыҡҡа килтергән тәбиғәттең шундай камиллығына, матурлығына һоҡланып, мәрхәмәтле ҡояш нурҙарында иркәләнә-иркәләнә, йомшаҡ ҡына тауыш менән моңло йыр һуҙып ебәргеһе килә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 683 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүленгәнде бүре ашарБашҡорт мәғрифәтселеге тарихын тикшереү барышында татар һәм башҡорт тарихи шәхестәренең биографияларында ифрат ҡыҙыҡлы факттарға тап булаһың. Билдәле, 1917 йылғы ихтилалдарға тиклем, атап әйткәндә, Октябрь большевистик түңкәрелешенә саҡлы, бар мосолмандарҙы төрлө “милләт”тәргә бүлә башлағансы, Иҙел һәм Урал буйы мосолмандары һәм уларҙың зыялы инсандары, йәғни мәғрифәтселәре, бер ваҡытта ла үҙҙәрен “башҡорт” һәм “татар” тип иғлан итмәгән. Мәржәни, Аҡмулла, Фәхретдинов, Камали, Туҡай, Ғафури, Вәлиди, Солтанғәлиев... Барыһы ла бер телдә ижад иткән, бер телдә аралашҡан, халыҡ булып, Урыҫ батшаһының рәсми хакимиәте тарафынан “инородец”тар тип танылып, тыныс ғүмер кисергән.
Ләкин Февраль ихтилалынан һуң Европанан үтеп ингән “милләттең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы” тигән әсасты (хикмәт: Европа демократияһының ошо бер принцибын ғына ныҡ үҙләштерәләр!) ҡулланып, һәр ырыу, һәр ауыл тигәндәй, үҙенең мөхтәриәтен иғлан итә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 881 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ һала гел халҡына...Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма...
Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың был шиғри юлдары һәммәбеҙгә яҡшы таныш. Ябай кешеләрҙең аһ-зарын йөрәге аша үткәреп, ҡағыҙға төшөргәнгәлер, улар ваҡыт үтеү менән әһәмиәтен юғалтмай.
Халыҡ араһынан сыҡҡан бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында төрлө йылдарҙа бихисап эш башҡарылған. Уларҙы һанап бөтөүе лә мөмкин түгел.
Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 132 йыл тулды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына