Өфөлә үҙенсәлекле үҙәк асыласаҡБашҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән "Роснано" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Анатолий Чубайс Өфөлә иң заманса ҡаҙаныштар нигеҙендә эшләйәсәк медицина үҙәгенә нигеҙ һалды. Күптәр уны "ПЭТ-үҙәк" тип атарға ла өлгөрҙө.
Позитрон-эмиссион томография, радиохирургия һәм диагностикалау өсөн радиофармацевтика препараттарын етештереүҙе берләштерәсәк үҙәк Республика клиник онкология диспансеры биләмәһендә урынлаша. Төҙөлөш 2013 йылдың икенсе кварталында тамамланырға тейеш. Йылына 5 000 кешене диагностикалау, 100 мең доза етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ.
— Һәр 100 мең кешегә онкологик сиргә дусар булған 278,5 кеше тура килә, — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, үҙәккә ихтыяждың ҙур булыуын һандар менән иҫбатлап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 948 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҡ-2012Башҡортостанда ужым культураларын йыйыу тамамланды тиерлек. Республика Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, 684 мең гектар майҙандағы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған (40 %), 636 мең гектарҙа иген һуғылған (37 %).
Гектарынан уртаса 11,7 центнер уңыш алына, Дүртөйлө, Илеш һәм Стәрлетамаҡ райондарында күрһәткестәр юғарыраҡ. Бында игенселәр бер әйләнештә 17 центнер иген йыйып ала. Республика буйынса йәмғеһе 3 миллион гектарҙан ашыу майҙанда урып йыйыу эштәрен тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 950 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыш бар, тик игенгә хаҡтар крәҫтиәнде ҡәнәғәтләндерерме?“Агро-Марс” йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафаэль Мусинды мин барыһынан элек эш өсөн янып йөрөгән, тынғыһыҙ етәксе булараҡ беләм. Уңыш яҙмышы хәл ителгән ҡыҙыу осорҙа уға диспетчер ролен дә үҙ иңенә алырға тура килә.
– Тиҙ генә Илдар Сәләховтың “Нива”һын Наратаѕтыға, күршеләге “Сервис” крәҫтиән-фермер хужалығына ебәрегеҙ. Яҫмаларҙы йыйып һуғыуҙа уларға беҙҙең ярҙам кәрәк. Шуны онотмағыҙ: уларҙың “Магдон” сапҡысы беҙҙә бер нисә көн эшләне, – тип, етәксе машина-трактор паркындағы техник хеҙмәткәрҙәргә күрһәтмәләр бирҙе.
– Шулай үҙ-ара ярҙам итешмәйенсә булмай. Әле беҙ яуып үткән ямғырҙан һуң ҡайһы бер яландарҙа ашлыҡтың өлгөргәнен көтәбеҙ, сөнки иген урыуҙың да үҙ тактикаһы бар, уны ҡоро килеш йыйып алырға кәрәк, – тип өҫтәне һуңынан Рафаэль Хәтип улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 973 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли китапханала “тәгәрмәстәр тыҡылдай”Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Тимер юлсылар көнөнә арналған күргәҙмә асылды.
Йыл һайын илебеҙҙең ҡорос магистрале эшсәндәре августың тәүге йәкшәмбеһендә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Поездар, вокзалдар һәм станциялар менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы өсөн дә Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре йыл һайын күргәҙмә ойоштора.
Быйыл был сараға 50-ләп баҫма йәлеп ителде. Темаһы буйынса экспозиция ике өлөшкә бүленгән. Тәүгеһе тимер юлдың үҫеш тарихы менән таныштыра, икенсе өлөшөндә ҡорос магистралдең эше тураһында һөйләгән китап, журналдар тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡорт Уралы” — донъя киңлегендә“Башҡорт Уралы” биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары селтәрен тулыландырҙы. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Парижда “Кеше һәм биосфера” программаһының Халыҡ-ара координация советы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителгән.
“Башҡорт Уралы” Көньяҡ Уралдың көнбайышында урынлашҡан һәм 345,7 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Уның эсенә федераль һәм республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре — “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым” тарлауығы, “Алтын солоҡ” һәм “Эйек” заказниктары инә. Биорезерват үҙенең биологик күп төрлөлөгө менән айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлфис ҒАЯЗОВ: “Яңы алымдарҙы тәнҡитләргә түгел, камиллаштырырға кәрәк”Кәңәшмә быйыл “Республика мәғарифы: кешегә һәм төбәктең киләсәгенә инвестиция” исеме менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтә. Фекер алышыу өсөн биш майҙан булдырылып, уларҙа белем биреү тармағының иң киҫкен мәсьәләләре, киләсәге, үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барасаҡ.
“Бөгөн мәғариф тармағы ифрат тотороҡһоҙға әйләнде. Аҙым һайын үҙгәреш. Был яҡшыға алып барырмы?” — тигән борсолоуҙарҙы йыш ишетергә мөмкин. Ысынында иһә яңы алымдар ниндәй маҡсаттан сығып башҡарыла? Уларҙан ҡурҡырға кәрәкме? Үҙгәрештәрҙең тәүге һөҙөмтәләре ниндәй? Ҡаҙаныштар бармы? Белем биреү өлкәһе алдында тағы ла ниндәй хәл итәһе бурыстар тора? Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ менән әңгәмәбеҙ, нигеҙҙә, ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 967 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фермерҙың “аҡ” үә “ҡара” көндәреТормошта төрлө саҡтар була. Тәбиғәттәге төн менән көн һымаҡ, әле ҡара таҫмалай уңышһыҙлыҡтары башлана, уларҙы яҡтылары — аҡтары алмаштыра. Франгил Вәлиуллиндың тормошо ла нәҡ шундай көндәр булыуын раҫлай.
— Нимә тип кенә минең хужалыҡты яҙаһың инде, бына, ҡарағыҙ, өр-яңы “Беларусь” тракторым ултыра. Обкатканан һуң, ни бары 30 сәғәт кенә эшләне. — Фермер йорт алдында өйөрөлдө, ҡулдарын һелтәй-һелтәй, төрлө запчасть һибелгән яҡҡа күрһәтте. — Ана, тегендә коробкаһы ята, бында — двигатель...
Баҡһаң, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн ҡаралған “Президент программаһы” буйынса Вәлиуллин трактор юлларға ҡарар итә. Тейешле документтарҙы тултырып, тәүге иғәнә — 70 меңде түләгәс, ай һайын 17-шәр мең күләмендә түләп барыу шарты менән ул “Россельхозбанк”тан 700 мең һум кредит ала. Шулай итеп, трактор миллионға баҫа, 200 меңен Хөкүмәт кире ҡайтарырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1054 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уларҙы һаҡлау өсөн нимә эшләйбеҙ?“Мираҫ” тигән һүҙгә бик тәрән мәғәнә һалынған. Эйе, ата-бабанан ҡалған матди һәм рухи байлыҡты бер һүҙ менән генә лә аңлатырға мөмкин. Шулай уҡ мираҫ килер быуынға оло ышанысты үҙ эсенә ала һәм үткәндәр тураһында яҡты хәтирә булып та күҙаллана, халыҡҡа йәшәү һуты биреүсе бер көс тә ул.
Хәйбулла районында йыл буйы барасаҡ “Мираҫ” телевизион конкурсының маҡсаты ла изге, тап ошо мөҡәддәс һүҙебеҙ аша ул әле әйтелгәндәр тураһында нығыраҡ уйланырға саҡыра. Күңел ынтылышын уятыусы сара булараҡ, ысынлап та, ул уйландыра ла, илһамландыра ла. Әйтергә кәрәк, был фәһемле бәйгелә районда йәшәүселәр ихлас ҡатнаша. Быға ғәжәпләнергә лә түгелдер, сөнки тыуған ер менән ғорурланыу, үткәнгә хөрмәт менән ҡарау — халыҡтың ҡанында. Ярыштың тәүге баҫҡысында йыр-моңға ҙур урын бирелһә, икенсеһендә ғәзиз төбәктең үҙенсәлеген сағылдырыу бурысы тора ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1084 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Гөбөргәйел” аҡса эшләнеБыл хәл 2009 йылда булғайны. Беҙҙе, бер төркөм студентты, Башҡорт дәүләт университеты Украинаның Одессаһына ебәргәйне.
Ҡара диңгеҙҙә туйғансы йөҙөп, ҡояшта ҡыҙынып, күңелле ял итеп ҡайтҡайныҡ унан.
Көндәрҙең береһендә пляжда ҡыҙынып ятабыҙ. Бүтәндәргә ҡыҙыҡ булһын тип ҡомға күмелергә тигән уй килде. Тәүҙә тәрән соҡор ҡаҙҙыҡ, шунан мине шунда күмделәр. Башым ғына һерәйеп ҡалды. Гөбөргәйел кеүек күренһен тип, егет-ҡыҙҙар панцирь ҙа эшләп ҡуйҙы. Әлбиттә, гөбөргәйел бик шәп килеп сыҡты.
Беҙҙе халыҡ шунда уҡ уратып алды. Кескәйҙәр ҙә уның менән фотоға төшкө килә тип, ата-әсәһенә тынғылыҡ бирмәй. Ярҙа былай ҙа маймыл, ишәк, айыу балаһы, тутыйғош, хатта дөйә эйәртеп, аҡса эшләүселәр күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1066 тапҡыр // Тотош уҡырға
Файҙалы кәңәштәрҺаулыҡты алдан хәстәрләгеҙ!
Ниһайәт, отпуск алдығыҙ, ти. Күптәр был осорҙа диңгеҙ буйында ял итергә ашҡына. Әммә юлда йә иһә сит тарафта ниндәй генә хәлдәр тыумай. Шуға ла һаулыҡты алдан хәстәрләү зарур.
Әгәр хроник сирегеҙ бар икән, юлға сығыр алдынан табипҡа күренергә онотмағыҙ. Үҙегеҙҙең хәлегеҙгә күрә, юл аптечкаһын да булдырығыҙ. Унда түбәндәге дарыуҙарҙы таба алһағыҙ, бик тә шәп:
шешеүҙе туҡтатыусы;
ашҡаҙан ауыртыуҙан һәм эс китеүҙән;
аллергиянан;
Ком: 0 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына