Халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы мөһимБашҡортостан халыҡ хужалығының күп тармағы буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Нефть, нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән беҙҙә ҙур мөмкинлектәр бар, инвесторҙар йәлеп итеү һөҙөмтәһендә хәҙерге көндә ошо йүнәлештәрҙә мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Ләкин ныҡлы үҙләштерелмәгән өлкәләр ҙә бар: электроника, программалаштырыу менән бәйле эшмәкәрлек.
Нәҡ ошо тармаҡты үҫтереү буйынса фекер алышырға килде Башҡортостан Президенты “Солитон” фәнни-тикшеренеү ойошмаһына.
Башта Рөстәм Хәмитов предприятиела етештерелгән, бығаса Рәсәйҙә тиңе булмаған заманса ҡорамал – мобиль элемтә үҙәге менән танышты. “Урал” машиналарына урынлаштырылған уникаль система төрлө урында тиҙ арала күп каналлы һанлы элемтә булдырыуҙы тәьмин итә. Ҡоролманың өҫтөнлөктәре бик күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәттең үҙ ҡанундарыЭҫелектән илергән, ҡоролоҡтан ҡорғаҡһыған ергә август еләҫлек килтерер, көндәр бер аҙ һыуыныр, тип өмөтләнһәк тә, томра ашыҡмай, ҡыҙҙыра бирә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә урмандар дөрләй. Башҡортостанға килгәндә, быйыл, шөкөр, 2010 йылдағы кеүек меңәрләгән гектар урман яныу осраҡтары булғаны юҡ, шулай ҙа тынысланырға иртә әле. Республикала индерелгән янғындарға ҡаршы режим – үҙ көсөндә, әлегә бөтә йәйҙе тиерлек урманда үткәргән урмансылар, янғын һүндереүселәр ял тураһында хыяллана ғына ала.
Йыл башынан республикала 131 урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 773,61 гектар тәшкил иткән. Һуңғы көндәрҙә Ғафури, Йылайыр, Учалы, Белорет райондарындағы янғындар һүндерелгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, фажиғәнең төп сәбәптәре – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуында, ағас әҙерләгән урындарҙы ташландыҡ хәлдә ҡалдырыуҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көрәш көсөргәнешле булмаҡсыБашҡортостанда муниципаль һайлау кампанияһына ярашлы урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү дауам итә. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев брифингта хәбәр итеүенсә, 7 авгусҡа 296 кандидат күрһәтелгән, шуларҙың 295-е — муниципаль район Советтарына.
Урындарҙа был һайлауға ҡыҙыҡһыныу ғәйәт ҙур. Депутат мандаттары өсөн көрәш көсөргәнешле булмаҡсы. Балаҡатай районында 15 мандатҡа 30 кандидат дәғүә итә. Шуларҙың яртыһы тиерлек “Берҙәм Рәсәй” партияһынан күрһәтелгән. Дүртөйлө районында 19 мандат өсөн 40 кандидат көрәшмәксе. Уларҙың 19-ы — “Берҙәм Рәсәй”, икәүһе — Рәсәй Коммунистар партияһы ағзаһы. Кушнаренко районында 18 мандатҡа — 41 кандидат, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй”ҙән — 18, Коммунистар партияһынан өс вәкил дәғүә итә. Хәйбуллала 28 кеше 18 мандат өсөн алышасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ табырбыҙ, дәүләт түләһенСабый балаға түләнергә тейешле һәр төрлө пособие күләмен аныҡлауҙы һорап йыш мөрәжәғәт итәләр редакцияға. Ғаиләнең матди нигеҙен булдырырға ярҙам итеүсе был мәсьәләгә беҙ битараф ҡала алмайбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙҙың ошо йүнәлештәге һорауҙарына түбәндәге яуапты әҙерләнек.

Бала тыуғас та күпме бирәләр?
Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан алып һәр балаға тыуғас та бер тапҡыр бирелеүсе пособие 14 266,12 һум тәшкил итә. Ул ата-әсәнең береһенә (йәки уларҙы алмаштырыусы кешегә) эш урыны буйынса түләнә. Ата-әсәнең береһе лә эшләмәһә, был пособиены йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау органы бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Почтальон булыуы анһат түгел— “Башҡортостан” гәзитен 50 йылдан ашыу алдырам, ләкин һуңғы ваҡытта баҫманың һуңлап килеүе күңелде ҡыра, аҙна-ун көнгә тотҡарланған мәлдәре лә йышайҙы, — тип шылтыратты редакцияға Сибайҙан Фәхрислам Байышев.
Был һорауға Сибай почтамты етәксеһе Азамат Юлдашбаевтың яуап биреүен үтендек, сөнки уҡыусыларыбыҙҙан гәзитте һуң алыуы тураһындағы хәбәр күп райондарҙан килеп тора. Бының сәбәбе нимәлә?
— Хат ташыусыларҙың етешмәүендә, — тине Азамат Мырҙағәле улы. – Беҙҙә лә почтальондар йыш алмашына. Ҡалаға улар утыҙлап самаһы кәрәк булһа, бөгөн бер нисә урын буш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы мәсет ниндәй буласаҡ?Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында төҙөләсәк яңы мәсет тураһында мәғлүмәт матбуғатта байтаҡ баҫылды. Шуға күрә гәзит уҡыусыларҙан уның ниндәй буласағына, ҡасан төҙөлөп бөтәсәгенә ҡағылышлы һорауҙар килеүен дауам итә. Яңыраҡ беҙ төҙөлөштөң яҙмышы менән ҡабат ҡыҙыҡһындыҡ. Монументаль күренешкә эйә буласаҡ был ҡорам әлеге проспекттың Коммунистик урамды киҫеп үткән урынында төҫмөрләнә башланы ла инде. Тик ул бик аҡрын төҙөлә һымаҡ...
— Төҙөлөш башланды, ләкин мәсеттең проекты буйынса һаман уртаҡ фекергә килмәгәнбеҙ, бының үҙ сәбәптәре бар, — тип аңлаттылар Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында. – Күҙ алдына килтерегеҙ: ниндәйҙер йомарт кеше һеҙгә йорт һалып бирергә булды, ти. Һеҙ быға шатланып ризалаштығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуҙар аға, йылдар уҙа, изгелектәр генә мәңгелекГүзәл затты Хоҙай Тәғәлә тормошто матурлау, йәмләү, нәҫел ебен дауам итеү өсөн яралтҡан. Тәбиғәттән йомшаҡ телле, үҙенсәлекле фекерләү ҡеүәһенә, дипломатияға, кешеләр менән аралашҡанда һығылмалылыҡҡа эйә ҡатын-ҡыҙ. Аҡыллы ҡатындар иңендә тағы ла бер мөһим бурыс ята: ғаилә мөхитендә лә, йәмәғәт кимәлендә лә улар тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ, именлек урынлаштырыу, яҡындарының күңел бөтөнлөгөн ҡайғыртыу менән мәшғүл. Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнешен уңышлы атҡарыуы, бар ғәме, уй-ниәте ғаиләһенең ҡотон арттырыуға, өйөн бөтәйтеүгә йүнәлтелеүе менән бәхетле лә, бөйөк тә улар.
Ғафури районының Һабай ауылында йәшәүсе Сәкинә Басирова ла ана шундай һоҡланғыс заттарҙан. Тормош иптәше Рәсүл ағай менән улар 44 йыл иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәй, биш бала үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырған. Бөгөн дә уларға терәк-таяныс булып, 11 ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әсәһе Алмасты кеше итергә тырышты”...Испанияға эшкә киткән яҡташыбыҙ — 33 йәшлек Альбина Алиулованың фажиғәле вафат булыуы, 12 йәшлек Алмас улының сит-ят ерҙә япа-яңғыҙ тороп ҡалыуы тураһындағы хәбәр күптәрҙе тетрәндерҙе. Республика халҡы үҫмерҙең олатай-өләсәһе янына ҡайтыуын борсолоп көттө. Ниһайәт, кисә Фәнүзә Салауат ҡыҙы ейәне Алмас менән "Өфө" аэропортына килеп төштө.
Мәрхүмәнең әсәһе ергә аяҡ баҫыу менән ни иларға, ни ҡыуанырға белмәне. Ул арала журналистар төрлө һорау яуҙыра башланы. Фәнүзә Салауат ҡыҙының әйтеүенсә, Альбина улы Алмасты белемле, аҡыллы итеп үҫтерергә хыялланған, ул етеш тормошта үҫһен тип тырышҡан. "Йылайыр" совхоз-техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш бухгалтер Сибай ҡалаһында шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп ҡараған, тик уңмаған. Ғаилә тормошонда ла бәхет тапмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алан, Әлиә һәм Юлиә илен ҡыуандырҙыОлимпиаданың унынсы көнө Рәсәйгә бер юлы өс алтын миҙал алып килде. Илебеҙ командаһы, Италия, Ҡаҙағстан һәм Германияны уҙып, алтынсы урынға күтәрелде. Ҡытай — 31, АҠШ — 29, Бөйөк Британия — 18, Корея — 11, Франция 8 алтын миҙал менән алда бара.
Гимнаст Әлиә Мостафина бруста күнекмәләрҙе оҫта һәм тел тейҙергеһеҙ итеп башҡарҙы, һөҙөмтәлә судьяларҙың иң юғары балл ҡуймайынса сараһы ҡалманы. Сиднейҙағы Олимпиадала ошо спорт төрө буйынса алтын миҙалды Светлана Хоркина яулағанға 12 йыл үткәс, Мостафина Рәсәй гимнастарының көслө булыуын йәнә бер ҡат иҫбатланы.
Икенсе "алтын"ды грек-рим стиле көрәшсеһе Алан Хугаев 84 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә яуланы. Үҙенән күпкә мыҡтыраҡ һәм бейегерәк Мысыр спортсыһы Карам Мөхәммәт Габер Ибраһимды еңеү Төньяҡ Осетия егетенә еңел булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер портретҡа — 30-60 аҡбур...Салауат ҡалаһы егете Рөстәм Вәлиев, йәш булыуына ҡарамаҫтан, һынлы сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштар яулай. Әле ул — Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Стәрлетамаҡ филиалында дизайн факультеты студенты.
Рөстәмдең төп ижади йүнәлеше — портрет төшөрөү. Тәүге картиналарын ул ҡәләм, ретуш, сепия ярҙамында төрлө ҡағыҙға, обойға, хатта гипс-ҡатырғаға төшөрә башлай. Беренсе портретында ҡәләм менән актер Гери Олдманды һынландыра.
Ваҡыт үтә килә Рөстәм арт-стрит (урам һынлы сәнғәте) менән мауыға башлай, тәүҙә асфальтта француз актеры Жан Реноның портретын яһай. Бының өсөн ҙур түҙемлек кәрәк, бер портретты төшөрөү 3-5 сәғәт ваҡытты ала, шулай уҡ 30-60 киҫәк аҡбур китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына