Өфөлә, ниһайәт, аквапарк буласаҡ!Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфө көндән-көн үҫә, матурлана, һуңғы осорҙа Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендәге фән, ғилем, тарих, сәнәғәт, мәҙәниәт, спорт үҙәгенә әүерелә бара. Төрлө тарафтан килгән ҡунаҡтар күңелендә баш ҡалабыҙ, һис шикһеҙ, һәр яҡлап һоҡланыу тыуҙырырға тейеш.
“Республикабыҙ тормошонда Өфөнөң әһәмиәтен һәр саҡ аңланыҡ һәм аңлайбыҙ. Уға ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ. Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһы булһын өсөн тырышасаҡбыҙ”, — тигәйне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Уның әйткәне һүҙҙә генә ҡалмай, аныҡ, эҙмә-эҙлекле эштәр, проекттар менән нығытыла. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың командаһынан ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Бөгөн Өфөлә ҡайҙа ҡарама — йүнәтеү, яңыртыу эштәре, киң ҡоласлы төҙөлөш...
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихҡа һаҡсыл ҡараһаҡ инеФәнзил САНЪЯРОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф комиссияһы рәйесе, БДУ доценты:
— Мәғариф буйынса республика кәңәшмәләренең төбәктә белем биреү өлкәһен үҫтереүҙә әһәмиәте һәр саҡ ҙур булды. Сараға әҙерлек мәлендә райондарҙа яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары барлыҡҡа килә, юлдар төҙөкләндерелә. Кәңәшмәлә республика етәкселәренең, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының, төрлө ойошма вәкилдәренең ҡатнашыуы мәғарифтың өҫтөнлөклө йүнәлеш икәнлеген, уның мәсьәләләре барыбыҙ өсөн дә уртаҡ булыуын тағы ла бер раҫлай.
Өлкәләге үҙгәрештәргә килгәндә, улар һәр заманда ла булды. Тормош бер урында тормай, тимәк, белем биреү ҙә уның менән йәнәш атларға тейеш. Әммә, минеңсә, барыһын да аҡсаға бәйләп, үткәндәр менән бәйләнештең өҙөлөүенә юл ҡуйыу дөрөҫ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Лимузин”дар төйәге“Рассвет” ауыл хужалығы етештереү кооперативы уртаса хәлле хужалыҡтарҙан һаналды — һыйыр малы иҫәбенең 4200 башҡа еткән саҡтары булды. Керәүле-Илюшкин ауылында һөтсөлөк комплексы уңышлы ғына эшләп килде. Бында меңгә ҡәҙәр һауын һыйыры тотолдо.
Ни тиклем тырышмаһындар, ҡырағай баҙар шарттарына ҡаршы тороуы еңел түгел. Хужалыҡ бер заман бөлгөнлөк сигенә етә. Баҫыу, фермаларҙа эш туҡтала. Шундай ауыр, ҡатмарлы саҡта Мәскәү эшҡыуары Рөстәм Зартдинов ауыл эшсәндәрен үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырырға ҡарар итә. Ул нәҫел тамырҙары менән Дәүләкән яҡтарынан.
Рөстәм Фәнәүи улы бизнес буйынса партнерҙары Борисов, Иванов менән бергәләп бушап ҡалған биналарҙы һатып ала һәм “лимузин” тоҡомло һыйырҙар үрсетеү менән шөғөлләнергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлгө алырлыҡ етәксеКешене йәшәгән йылдары түгел, ә эштәре биҙәй. Туған мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуын дауам итеп, юғары белемгә эйә булған һәм хеҙмәт юлын ябай уҡытыусы булып башлаған Яугилде ауылы мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов тураһында һүҙем.
Ул мәктәп коллективына ун биш йылға яҡын етәкселек итә. Итәғәтле, өлгөр, һәр кешегә ихтирамлы, йомшаҡ, кәрәк саҡта талапсан да була белгән Рауил Ғәбдрәшит улының ҡулы аҫтында 12 уҡытыусы эшләй. Бында 54 бала белем ала.
Мәктәбебеҙ – район күләмендә алдынғыларҙың береһе. Уҡыусыларыбыҙ олимпиадаларҙа, төрлө конкурста һәм башҡа сараларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бөтә Рәсәй «Олимпус», «Инфознайка» олимпиадаларында тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ ҡатнашып, бер нисәһе лауреат исеменә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1020 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаланың ҡап уртаһында... соҡорға!Шулай ҙа була икән, йәмәғәт! Өфөнөң ҡап уртаһында көпә-көндөҙ автомобиль юлда ҡайҙандыр хасил булған соҡорға “сумһын” әле?! Октябрь проспекты менән Бессонов урамы киҫешкән урында (“Мир” сауҙа үҙәге янында) тап шундай хәл булған. Белгестәр әйтеүенсә, юлдың асфальт ҡапланмаһы эҫегә түҙмәгән, өҫтөнән йөк машинаһының үтеүе лә кире тәьҫир иткән һәм һөҙөмтәлә соҡор барлыҡҡа килгән. Арттан килеүсе “ВАЗ-2114” тап шунда эләккән дә инде.
Хасил булған соҡорҙоң тәрәнлеге – дүрт метр тирәһе. Машина эсендәгеләр йәрәхәт алмаған, тип белдерә шаһиттар. Бер аҙҙан “14-сене” экскаватор менән сығарғандар.
Шуныһы үкенесле: хужалары машинаны ике көн элек кенә һатып алған булған, шуға күрә страховкалап та өлгөрмәгәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 791 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лайыҡлы алмашБөтөн донъяны ялмаған иҡтисади көрсөк шауҡымында “Башптицепром” акционерҙар йәмғиәтенең “Илеш инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы” филиалы эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа һүлпәнләнеп, эш урындарының күпләп бушауына юл ҡуйылғайны. Был ауырлыҡтан ҡотолоу, барыһынан элек, мәшғүллекте арттырыу, халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, район хакимиәте тарафынан махсус программа ҡабул ителеп, уның нигеҙендә филиал шәхси эшҡыуар ҡулына тапшырылып, “Смена” йәмғиәте барлыҡҡа килде.
Уны үҫеш юлына баҫтырыу өсөн бында тәүге көндәрҙән үк күләмле эш йәйелдерелде. Әле буш торған 1300 квадрат метрлыҡ бинаның эсен таҙартып, реконструкция үткәрергә йыйыналар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә берҙән-берАкадемик Борис Заводовский етәкселегендәге Рәсәй ғалимдары төркөмө был препаратты ХХ быуат башында уйлап таба. Ул ветеринарияла бығаса күрелмәгән һөҙөмтәләр бирә. Әммә, беҙҙекеләр иҫбатлағансы, өлгөр немец ғалимдары 1929 йылда ошо асыш өсөн Нобель премияһына лайыҡ була. Советтар Союзы ваҡытында барлығы 35 урында етештерелгән препарат бөгөн Рәсәйҙә “Башагроген” биофабрикаһында ғына сығарыла.
Илдә ветеринария дарыуҙары сығарыуға тос өлөш индергән “Башагроген” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Кушнаренко районының Иҫке Ҡамышлы ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Тәү ҡарамаҡҡа ябай йылҡы фермаһы булып күренгән был хужалыҡ тотош ғилми ойошма эшмәкәрлеген алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туған мөхитте татып...Быйыл гәзитебеҙҙең 5 июль һанында “Күләүектә Йыһан сағыла” тигән мәҡәләм баҫылғайны. Унда халҡыбыҙ яҙмышына ҡарата күрәғарау булмайыҡ, тип әйттем. Ошо фекеремде “Йәйләү”ҙә ял итеүсе балалар тағы бер тапҡыр иҫбат итте.
Быйыл ун дүртенсе тапҡыр “Йәйләү”гә һәләтле балалар йыйылды. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы үҙ ҡанаты һәм хәстәрлеге аҫтына алған был ял үҙәгендә республикабыҙҙың 48 районынан, 20 ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Мәскәүҙән йәмғеһе 118 бала кинәнде. “Йәйләү”, “Башҡорт мәҙәниәте” программаһы нигеҙендә төҙөлөп, Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланды һәм йыл һайын республикабыҙҙың берәй районында үткәрелә. Быйыл был яуаплы һәм үтә лә ҡатмарлы, әммә изге бурыс Ейәнсура районы хакимиәте иңенә төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Ашығыҙ тәмле булһын! — Комбайнсылар менән водителдәрҙең ҡояштың ҡыҙыуынан “ЗИЛ” автомашинаһы артына йәшенеп төшкө табын ҡорған мәленә тура килдек.
Йор һүҙле игенселәр:
— Айнур, бында төп кеше булараҡ әңгәмәне һин бирәһең инде, — тип иптәштәренә сәй таратҡан егеткә ҡарап йылмайышты.
Айнур Бәхтийәров, ысынлап та, бында иң ҙур вазифалыһы булып сыҡты. Стәрлетамаҡ районының Явнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы агрономынан ураҡҡа ҡағылышлы бына ниҙәр ишеттек:
— Быйылғы ҡоролоҡта арыш үҙен аҡланы: гектарынан 15-17 центнер уңыш бирҙе. Район буйынса был күрһәткес яҡшынан һанала. Ләкин яҙ сәселгән игендең уңышы бик түбән булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге электрохимия станоктары етештереүсе “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә предприятиеның үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Бында металл эшкәртеү буйынса заманса технологиялар файҙаланыла. Заводта сығарылған станоктар ярҙамында төрлө ныҡлыҡтағы ҡатнашмаларҙан деталдәр етештерергә мөмкин. Бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла бындай технологияға ихтыяж ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына