Матурлыҡ өләшеүсеУңған, тырыш халыҡ йәшәй Яңы Ҡыйышҡы ауылында. Күмәк хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас та, юғалып, ҡаушап ҡалмайҙар. Һәр кем үҙенә юл яра, үҙаллы донъя көтөргә өйрәнә. Кемдер Өфөгә, кемдер вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләй. Ҡыйышҡылар матур тормошҡа ҡыҙығып ҡына ҡалмай, ә муллыҡ, байлыҡты үҙ ҡулдары, үҙ көстәре менән тыуҙыра.
Ришат Ғарипов урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡтағы төҙөлөш техникумында белем ала. Диплом алғас, туған колхозында юл мастеры булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ төрлө ойошма-предприятиеларҙа газ индереү буйынса инженер, энергетик, электр монтеры сифатында тырышлыҡ һала.
Бер заман кемдер әйткәнде үтәү, кемдер ҡушҡанды башҡарыу Ришатты биҙҙерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 974 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дүртенсе урынға өмөт бар8 августағы Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары дүрт миҙал алды.
Йүгереүсе Наталья Антюх төрлө ҡаршылыҡлы 400 метр араны беренсе булып үтеп, алтын миҙал яуланы. Көмөш миҙал —бейеклеккә һикереүсе Елена Соколованыҡы. Тхэквондосы Алексей Денисенко (58 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә) менән алышсы Любовь Волосова (63 килограмға тиклем) "бронза" алыуға өлгәште.
Ике кешелек кәмәлә 1000 метрлыҡ араға уҙышыусы яҡташыбыҙ Илья Первухин (һүрәттә) менән Алексей Коровашков бронза миҙал яуланы. 11-12 августа Олимпиаданың биш төр ярыштарында (пятиборье) Өфөлә тыуып үҫкән өс спортсының сығышын күрергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рим Хәсәнов маҡтаулы исемгә лайыҡӘле “Йәмәғәт электрон гәзите” сайтында “Өфөнөң рәсми булмаған гимны авторы, композитор Рим Хәсәнов “Өфөнөң почетлы гражданы” исеменә лайыҡмы?” тигән һорау бирелә.
Ошоға бәйле, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенкоға онлайн-конференция барышында “Өфөнөң почетлы гражданы” исеменә кандидатураны тәҡдим итеү сараһы нисек тормошҡа ашырыла, тигән һорау ҡуйылды.
— Композитор Рим Хәсәнов — ҡалабыҙҙағы абруйлы кешеләрҙең береһе. Ул, әлбиттә, бындай исемгә лайыҡ, — тине Евгений Семивеличенко. — Уны биреү өсөн ҡала Советына коллектив мөрәжәғәт кәрәк. Президиум ошо исемде биреүҙе юллау хоҡуғына эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еләкле йәй артта ҡала, урынын ҡауын-ҡарбузлыһы алаБаҙар ҙа миҙгелгә бәйле үҙгәреп тора. Шулай ҙа быйыл йәйҙең ике аҙнаға иртәрәк килеүе сауҙаға бер аҙ үҙгәреш индерҙе: ҡайһы бер емеш-еләк һәм йәшелсә йылдағынан алдараҡ тәҡдим ителә башланы.
Әле Өфөнөң барлыҡ сауҙа майҙандары ҡарбуз һәм ҡауын менән тулған. Былтырғы менән сағыштырғанда, хаҡы артмаған. Баш ҡалаға яҡын ауылдарҙан һәм баҡсаларҙан килтерелгән еләк-емеш һәм йәшелсә хаҡтары ла үткән миҙгелдәгенән әллә ни айырылмай. Шәхси ихатала үҫтергән тауарҙарын тәҡдим итеүселәр араһында алманың артыҡ эҫелектән ҡойола башлауына зарланыусылар ҙа бар, хаҡы әлегә юғарыраҡ.
Картуф менән сауҙа итеүселәр күп. Элеккесә тауыҡ, өйрәк һәм индоутка түшкәләренең йәнең теләгәнен һайлап була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сауҙаға рөхсәтең бармы?“Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау (Халыҡ контроле) партия проектына ярашлы “Берҙәм Рәсәй” ағзалары Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре менән берлектә ҡарбуз, ҡауын һатҡан урындарҙа рейд үткәрҙе.
Тикшереүселәр иң элек Дим районына юлланды һәм шунда уҡ йәшелсә, емеш-еләк һатыусыларға осраны. Һатыусының сауҙа итеүгә рөхсәт иткән документтары булмай сыҡты. Дим районында бер сәғәт эсендә ошондай өс нөктә асыҡланды.
— Барлыҡ сауҙа нөктәләрендә бер үк етешһеҙлектәр күҙәтелә. Ҡарбуз, ҡауын ҡумталарҙа, йәшниктәрҙә түгел, ә ерҙә ята. Аҫтына кескәй ҡатырға түшәлгән. Һатыусыларҙың санитария кенәгәләре, сауҙа нөктәһенең хужаһы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ҡарбуз, ҡауынды киҫеп һаталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егәрленең абруйы ла, баһаһы ла юғарыИлеш баҫыуҙарында комбайндар тауышы бер минутҡа ла тынмай.
Райондың XXII партсъезд исемендәге ауыл хужалығы кооперативы бөгөн бар көсөн ураҡҡа йүнәлткән. 5030 гектар һөрөнтө ерҙең яртыһынан ашыуында иген культуралары үҫә. Әле урып йыйыу эштәре хужалыҡтың арпа баҫыуында ҡыҙыу бара. Бында өс комбайн яланды иңләй. Миңлетдин Ғибәҙуллин, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтә. “Комбайнһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым”, – ти ул. Бай тәжрибәле игенсе йәштәргә файҙалы кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Улы Илнур Ғибәҙуллин алдынғылар сафын етәкләй. Комбайнсы Фәнүс Сәғәбиев тә юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Шоферҙар Назифулла Кәлимуллин, Станислав Ислибаев яңы уңышты ырҙынға ташый, улар көнөнә 10 – 12 рейс яһарға өлгөрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 836 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын да ғына икән был донъя...Ауылды һыртлап үткән берләм юл һаман төпкә, йәм-йәшел күлдәген кейгән эреле-ваҡлы ҡыуаҡтарҙы ситләп, бейек-бейек уҫаҡ, ҡарама, өйәңке, һирәк-һаяҡ ҡына күренгеләгән имән ағастары үҫкән йылға буйына алып китте. Өйөнән сыҡмай ултырған кеше генә йәйге сәхрәнең хозурлығын күрмәй ул. Аяҡ аҫтындағы ҡуҙғалаҡ өйөмдәрен тапауҙан ҡурҡып, машина ишегенән сыҡҡан ерҙә үк туҡтап ҡалдыҡ. Аллы-гөллө сәскәгә күмелгән бәләкәй генә аҡланда ғына ла күҙе таныған кеше мең төрлө дарыу үләнен йыйыр.
Сеү! Сут-сут, сут-сут... Кә-күк, кә-күк... Эй, тыуған яҡҡайымдың ошо ғәзиз ҡошҡайҙарының һайрауы ғына ла ни тора! Форсат булһа, сәғәттәр буйы тыңларға мөмкин уларҙы. Тик... эш көтмәй. Ошо хозур тәбиғәт мөйөшөнә һыйынған умарталыҡтарында үҙҙәренең бал ҡорттарынан бер ҙә кәм эшләмәгән хужалар көтә бит беҙҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү өсөн көрәшКөн шул тиклем эҫе булды, хатта айыу балаһы кискә хәтлем соҡорҙан сығырға баҙнат итмәне. Моронон саҡ ҡына күтәрә лә ята. Эргәһендә иһә әсәһе ауыр тын ала ине, ул бәләкәсен һис күҙҙән ысҡындырмай. Ә уныһы эҫелеккә түҙмәй, ни эшләргә белмәй. Шулай ята торғас, көн кискә ауышты, ошоно ғына көткәндәй, айыу балаһы моронон күтәреп, һауаны еҫкәне лә өңөнән сыҡты. Артҡы аяҡтарына баҫып, тирә-йүнде байҡап алғас, тиҙ генә йылғаға төшөп китте. Бер нисә йыл элек кенә йылға мул һыулы ине, хатта балығы ла булды, ә бөгөн һай ғына. Йәйҙәр ҡоро килде шул. Үләндәр ҙә ваҡытынан алда кибеп, көҙгө мәлдәге кеүек аяҡ аҫтында шытырҙап ята.
Инә айыу теләр-теләмәҫ кенә торҙо, тегеләй ҙә былай һикергеләп, уйнарға саҡырырға тырышҡан балаһына асыулы итеп ҡарап алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙҙарҙан йылынған шағирАлдымда Әхмәт Сөләймәновтың 2003 йылда нәшер ителгән “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” тигән йыйынтығы ята. Ул шағир һәм прозаик, сатирик һәм юморист, Ишембай районының Кинйәбулат ауылы егете Риф Мифтаховтың ижади портретын байҡауға арналған.
Авторҙың әйтеүенсә, Риф үҙенең ижад юлын етенсе класта уҡығанда уҡ башлаған икән. Хатта ул саҡтағы Маҡар районының “Алға” гәзитендә бер шәлкем шиғырҙарын баҫтырып сығарыуға ла өлгәшә. Артабан Өфөләге “Пионер” журналына юл яра башлай. Әммә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, ижады туҡталып ҡала, сөнки студенттар төркөмөндә Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов кеүек күптән ҡәләм тибрәткән егеттәр аҙ булмай, һәм Риф бер аҙға баҙап ҡала ла, шиғырҙарын ситкә ҡуйып, уҡыуға етди тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1078 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратҡан ғәҙәт— Һәр кемдең яратҡан ғәҙәте булалыр инде. Бына мин магазинда матур сумка күрҙениһәм, шуны алмайынса күңелем булмай.
— Сумка, тиһеңме? Ә бына мин кеше сумкаһын бутарға ғәҙәтләнгән берәүҙе беләм.
— Китсәле, ят кеше әйберендә соҡоноу бөтөнләй ярамай.
— Ҡайһы берәүҙәрҙең “улай ярамай, быға берүк тотоноп ҡуймағыҙ” тип тыйылған нәмәләргә йоғонаһы килеп тик тора, ти. Хатта ғәҙәтенә инеп китә, имеш. Ана, беҙҙең йорттағы Федор Галкин да шундайға яман өйрәнеп ала.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә шундай ғәжәп хәл тураһында ишеттем мин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1018 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына