Алға әйҙәр телебеҙ булғанда...“Тел — милләттең тере йәне, йөрәк тибеше”.
Рәшит Шәкүр.

Туған тел аша донъяны таныйбыҙ. Уның менән үткәнебеҙгә барып әйләнәбеҙ. Киләсәгебеҙ тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Беҙ генә түгел. Мәшһүр эпостарыбыҙҙы өйрәнеп, йырҙарыбыҙҙы тыңлап ҡына ла башҡорт халҡына ғашиҡ булғандар сит милләт вәкилдәре араһында аҙ түгел. Эйе, ижад ҡомартҡылары аша телебеҙҙе, тарихты өйрәнеүселәр ҙә бар. Улар яҙған хеҙмәттәр менән танышырға тура килгеләне. Былар бөтәһе лә күңелдә ғорурлыҡ уята. Донъяла халыҡтар аралашыуы — шулай уҡ ғәжәп бер күренеш. Бына ошо рәүешле танышып, кешелек, ғөмүмән, үҙ рухиәтенең сикһеҙлеген тәрәнерәк төшөнә бара. Ләкин бер яҡлы ғына мәнфәғәтте күҙәтеп, бөгөнгөнөң файҙаһын ғына эҙләп, туған телде ситкә этәреү аша тормош еңеллеген тәьмин итергә маташҡан бәғзе әҙәмдәр бар әле арабыҙҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1247 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ Урал ғорурлығыСибай ҡалаһында урынлашҡан “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәре һөнәри байрамын юғары рух, тос хеҙмәт емештәре, күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала.
2003 йылда 42 кешенән торған коллектив нигеҙендә ойошторолған йәмғиәт бөгөн Көньяҡ Урал төбәгендә генә түгел, бөтә республикаға киң билдәле. Хатта сит өлкәләрҙә лә Сибай төҙөүселәрен абруйлы, ҡеүәтле ойошма тип таныйҙар. “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте — хәҙер ҡалала төп эш биреүселәрҙең береһе, бында 900-ҙән ашыу кеше мәшғүл. Күркәм, уңайлы мәктәптәр, балалар баҡсалары, күп ҡатлы торлаҡ йорттар, дауаханалар, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, бассейндар, мәҙәниәт һарайҙары... Ошо йылдар эсендә сафҡа ингән һәм тормошобоҙҙо йәмләгән объекттар бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ут аяуһыҙҺәр аңлы кеше шундай һығымта яһарға тейеш: “Туҡта әле, урманға барып, усаҡ яғып, сүп-сар туҙҙырып ял итергә хоҡуғым бармы? Бигерәк тә бынауындай селләлә, "ҡыҙыл әтәс"кә бәйле көсөргәнешле хәл һаҡланғанда...”
Республикала урман янғындары йышайыу сәбәпле, ошо көндәрҙә 19 районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Был хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе күҙаллай. Әбйәлил, Асҡын, Балаҡатай, Бөрйән, Белорет, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Нуриман, Ишембай, Учалы һәм башҡа райондарҙағы хәл һаман да киҫкен ҡала, тиҫтәгә яҡын төбәктә урмандар дөрләй, уттың ҡойроғо ла, самаһы ла юҡ. Дәүләт тарафынан һаҡланған уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, ошо тарафтарҙағы ауыл-ҡасабаларға ла, тимәк, хәүеф янай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алданған өлөшсөләрҙең тәүге һөйөнөсөУларҙы “Прогресс” компанияһы үҙ ҡурсауына алды
Баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамында ҡалҡып сыҡҡан 11 ҡатлы мөһабәт йорт эргәһенә ашыға-ашыға йыйылыусыларҙы шул тирәлә йәшәүселәр ҙә, үтеп-һүтеп йөрөүселәр ҙә ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ҡулдарына шарҙар тотҡан, йөҙҙәре балҡыған өс тиҫтәнән ашыу кеше ни сәбәпле шулай иғтибар йәлеп итте һуң?
Танышып ҡына түгел, дуҫлашып уҡ бөткән алданыусылар, ниһайәт, иркен тын алды — уларға фатирҙары асҡысын алырға насип булды. Шулай итеп, алданған өлөшсөләрҙең 33-ө тиҙҙән өй туйлаясаҡ.
Араларында тулҡынланыусылар ҙа, һаман ышанып етмәүселәр ҙә бар ине. Һорауҙарының күп булыуына ла ғәжәпләнәһе түгел. Был көндө улар алты йыллап көткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Дошмандар” һәр кемде һағалайҠояшлы, еләк-емешле миҙгелгә ҡыуанып йөрөгән мәлдә күҙгә күренмәҫ дошмандар хаҡында ла оноторға ярамай. Дизентерия, сальмонеллез, ҡорһаҡ тифы, ваба, иерсиниоз кеүек эсәк ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүсе бактериялар беҙҙе йыл әйләнәһенә һағалай, әммә йәй айырыуса шашыналар.

Бер йәбешһә...
...йоғошло сир кешене бик ныҡ ыҙалата. Ул күңел болғаныуҙан, эс ауыртыуҙан, тән температураһының күтәрелеүенән башлана, һуңынан йыш эс китә. Балаларҙың тәне тартышыуы ихтимал. Тәүге билдәләр, ғәҙәттә, ауырыу йоҡҡандың икенсе-өсөнсө көнөндә һиҙелә. Ҡайһы берҙә зарарлы бактериялар бер нисә сәғәттән үк йәки аҙна үткәс кенә үҙҙәренең барлығын белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Помидор бештеБаҡсала помидор ҡыҙара, ә баҙарҙа көндән-көн хаҡ төшә. Тимәк, томат консервалау өсөн иң яҡшы мәл етте. Ҡыҙыл йәшелсәнән ниҙәр генә әҙерләп булмай: кетчуп, салат, икра һәм башҡалар. Был ризыҡтарҙың һәр ҡайһыһы табынығыҙға йәм бирер, аштарығыҙҙы тағы ла тәмлерәк итер.

Помидор икраһы
4 килограмм помидор, 0,5 килограмм кишер, 0,5 килограмм һуған, 1 стакан шыйыҡ май, 100 грамм аш һеркәһе, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 4-5 лавр япрағы, 4-5 йоморо ҡара борос.
Йәшелсәләрҙе ит турағыстан үткәреп, ҡалған нәмәләрҙе өҫтәп, дүрт сәғәт ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға ябырға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 813 тапҡыр // Тотош уҡырға
Болот араһында, таш йылға буйында...Ирәмәл — Уралдағы иң матур һәм бейек тауҙарҙың береһе. Ул Башҡортостандың дүрт йылғаһына башланғыс бирә. Диңгеҙ кимәленән 1582 метрға олғашҡан тауҙың хозурлығы ғына түгел, уның тирәләй йәшәгән бихисап серле хәбәрҙәр ҙә күптәрҙе ылыҡтыра. Берәүҙәр тау башына “осоусы тәрилкә”ләрҙең төшөүен, икенселәр “ҡар кешеһе”н осратыуын һөйләй, өсөнсөләр Ирәмәлгә күтәрелгәндән һуң ауыр сирҙәрҙән ҡотолоуын бәйән итә. Башҡорттарҙың изге тауының ҡөҙрәтен беҙ ҙә тойҙоҡ.
Ирәмәлдең башына өс юл буйлап менергә мөмкин: улар Учалы районының Байһаҡал, Белорет районының Николаевка һәм Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылдарында башлана. Беҙ Силәбенең Эҫем ҡалаһы аша Төлөккә юлландыҡ. Өфөнән машинала өс сәғәттән ашыу барырға тура килде. Ял көнө ауыл туристар менән тулғайны. Күптәр тау итәгендә палатка ҡорған, ҡырағай шарттарҙа йәшәргә күнекмәгәндәр туристик базаларҙағы бөтөн уңайлыҡтары булған йорттарға урынлаша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әммә йөрәк һаман йәп-йәш көйө...Рәмил ЙӘНБӘК

Үҙ йыры бар
Һәр замандың — үҙсән хәҡиҡәте,
Һәр быуындың була үҙ йыры.
Минең быуын хаҡ йәшәне төҫлө,
Һәм йыры ла мәңге булғыры.
Беҙҙән алдағылар хаталарын
Беҙ төҙәттек буғай, теш ҡыҫып.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һыуғояр”ҙар һыулы ла итә, йылыта лаШифаханаларҙа эшселәрен ял иттереүе лә уйҙырма түгел

Эсәр һыуға ҡытлыҡ тыуыуын дәлилләү өсөн миҫал эҙләп әллә ҡайҙа юл тотаһы түгел. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың ҡайһы бер район үҙәктәрендә һәм ауылдарында ла ошо киҫкен проблема менән осрашалар.
Ниндәй төбәктә эсәр һыуға мохтажлыҡ ҙурыраҡ икәнен иң яҡшы белеүсе, һис шикһеҙ, Ҡырмыҫҡалылағы “Һыуғояр” йәмғиәтелер. Предприятие халыҡты һыулы итеү, өйҙәргә һәм социаль биналарға йылылыҡ үткәреү менән 2004 йылда шөғөлләнә башлаған. Ошо ваҡыттан алып уның хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ҡала һәм райондарҙың арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡҡан тип әйтергә мөмкин. Ойошманың исеменән үк күренеүенсә, улар, нигеҙҙә, һыуға ҡайҙа ҡытлыҡ кисерелә — шунда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә Төҙөүселәр көнө бына ярты быуаттан ашыу билдәләнеп килә. Был һөнәри байрам СССР Юғары Советы Президиумының 1955 йылдың 6 сентябрендәге Указы нигеҙендә булдырылған.
Билдәле, кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ төҙөй һәм ижад итә. Төҙөүсе һөнәре лә, табип, уҡытыусы кеүек, донъяла иң тыныстарҙан һәм кәрәклеләрҙән һанала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙар шарттарына күскәндән һуң иҡтисадты күтәреп килеүсе тармаҡта элекке матур йолалар һүрелде, төҙөүсе һөнәренең бәҫе юғала төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 559 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына