В связи с началом формирования команды интернет-телевидения 102.tv на условиях постоянной занятости приглашаются молодые креативные люди. Электронный адрес для резюме info_cikt@bashkortostan.ru (в теме указать «резюме на 102.tv» и свою фамилию).

В резюме необходимо указать:

Общие данные о себе.
Образование.
Опыт работы (если есть).
Личные достижения.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер аҫтынан юлдар бар– Һаумы, күрше. Нисек йөрөп ҡайттың? Баш ҡала гөрләйме?
– Аллаға шөкөр, бик арыу йөрөлдө. Өфө гөрләй инде ул. Быйыл бигерәк тынғыһыҙ унда: урамдарҙы киңәйтәләр, торбаларҙы алмаштыралар, ағастарҙы ҡырҡһындармы шунда. Тик юл аша сығыр әмәл юҡ, машиналар өҫкә менеп бара.
Белеүебеҙсә, Өфөлә миллиондан ашыу кеше йәшәй. Транспорт та ифрат күп. Шуға күрә урам аша сығыу бигүк хәүефһеҙ, тип әйтеп булмай. Йәйәүлеләрҙең машина тәгәрмәсе аҫтына эләгеү осрағы ла күбәйгәндән-күбәйә. Шуның өсөн ер аҫты үткәүелдәрен төҙөү ихтыяжы баш ҡалала йылдан-йыл арта. Сөнки ҡалала утыҙ йыл тирәһе бындай объект төҙөлмәгән. Бер-ике йылдан был проблема ла хәл ителер тигән ышаныс бар.
Күптән түгел "Уралмостострой" йәмғиәте Октябрь проспектындағы "Үҫмерҙәр китапханаһы" һәм "Дан бульвары" туҡталыштарында ер аҫты үткәүелен төҙөүгә тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалала ауыл-музей барлыҡҡа киләсәкӨфөнөң йөҙөн билдәләгән ағас йорттар һәм ҡоролмаларҙың киләсәге өсөн хәҙер борсолорға урын юҡ – улар тиҙҙән Өфөлә үҙенсәлекле музейға берләшәсәк. Был иң тәүҙә тарихи өйҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнһә, шулай уҡ республикабыҙға туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән дә отошло алым буласаҡ.
2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы советы ултырышы һәм БРИКС осрашыуы үтеүе көтөлә. Ошо һәм башҡа донъя кимәлендәге мөһим сараларға баш ҡалабыҙ бөгөндән әҙерләнә башланы. Ағас ҡомартҡылар музейы ла Өфөнөң йөҙөн сағылдырған, урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял урынына әйләнер тип өмөтләнә белгестәр.
Бындай асыҡ һауала урынлашҡан музейҙар сит илдәрҙә ныҡ таралған. Беҙҙеке лә уларҙан кәм булмаһын өсөн төҙөүселәр бөтөн көсөн һаласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарағайҙар һарғайҙы, Уралға һаҙағай килдеБөгөн 29 сентябрь, шәмбе. Көҙҙөң ғәҙәти бер көнө. Күк йөҙө аяҙ. Иртән ҡырау төшһә лә, йәйгесә йылы. Ағастар көҙгө күлдәген кейҙе: ҡайындар — һарыға, уҫаҡтар ҡыҙғылт төҫкә мансылды. Үләндәр ҡыуара башланы. Үҫеште, ғүмерҙе сағылдырған йәшел төҫ ярты йылға тәбиғәттән китә, тик шыршы-ҡарағайҙар ғына йәшеллеген мәңге һаҡлай. Ә ҡасандыр был ваҡытта Көньяҡ Уралда хатта ылыҫлы ағастар һарғайып, энәһен ҡойғайны.
Был хәл 1957 йылдың 29 сентябрендә, йәкшәмбе булды. Халыҡ көндәлек мәшәҡәт менән мәшғүл: картуф ҡаҙа, бесән ташый, ҡатын-ҡыҙ кер йыуа, бала-саға уйынға әүрәгән. Көтмәгәндә 16 сәғәт 22 минутта “Маяҡ” химия комбинатында көслө шартлау яңғыраны, һауаға ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге туҙан өйөрмәһе күтәрелде. Күктә һаҙағайҙағы кеүек төҫлө осҡондар сәселде. Шартлау шул тиклем көслө булды, хатта 160 тонналыҡ бетон плитә 25 метр арауыҡҡа осто. Был ни ғәләмәт һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейә һөтө тамсылап йыйылаБелорет районында ла яйлап ҡына халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө — ҡымыҙ етештереү тергеҙелеп килә. Ныҡлап тотонған һәм эштәрен уңышлы алып барған Әбсәләмов, Әҡсәнов, Мырҙағәлиндәр кеүек фермерҙар барлыҡҡа килде. Ә бына “Урал” хужалығы өсөн ҡымыҙ бешеү яңылыҡ түгел, сөнки колхоз гөрләп эшләп торған саҡта уҡ уны бында әҙерләнеләр.
Бөгөн дә йылҡысылыҡҡа, ҡымыҙ бешеүгә хужалыҡ ҙур иғтибар бирә. Йәйләү Аҙнағол ауылынан алыҫ булмаған Сатра яланында урынлашҡан. Беҙ барғанда бейәләр ҡолондары бикләнгән кәртә эргәһендә ине. Һауҙырырға үҙҙәре килә. Көтөүсе Ғәлип Ҡотлобаев кәртәне асыу менән ике бейә һауҙырыу урынына инеп тә торҙо. Ҡайҙа мал, шунда себен, серәкәй, күгәүен йыйыла. Шуға ла уларҙы ҡыуыу өсөн көтөүсе төтәнәк тоҡандырҙы. Бейә һауыусы Флүзә Мостафина ҙур көрөшкәһен тотоп һауа башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1034 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйыу мөхәррир1951 йылдың ғинуар башы, Өфөлә тәү тапҡырмын. Бында күҙ күреп белгән берәү ҙә юҡ. Хәйер, Арғаяш яҡтарынан байтаҡ кешенең баш ҡалала йәшәүен, ә Ғәли Зөлҡәрнәев менән Имел Ниғмәтуллиндың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләүҙәрен ишетеп белә инем.
Ниәт — гәзиткә эшкә урынлашыу. Редакция Карл Маркс урамындағы 25-се йортта икән. Иң тәүҙә Ғәли ағайҙы эҙләп табам. Кабинеты бер бәләкәй генә бүлмәлә. Мин барып ингәс, өҫтәл эргәһенән урын күрһәтте.
— Йә, ни йомош, ҡустым, һөйләп ебәр, — тине ул, мөләйем генә йылмайып.
Ниәтемде, элек ҡайҙа эшләүемде ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙем. Был ваҡытта ул гәзиттең пропаганда бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта мөхәррир урынбаҫары булып эшләй ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ирәндек” — ӘбйәлилдәӘбйәлил районында балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында төплө эш алып барыла. Әммә райондың үҙендә балалар лагеры булмауы төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Күрше Магнитогорск ҡалаһына йә Баймаҡ, Белорет райондары лагерҙарына мөрәжәғәт иткән мәлдәр күп булды. Заманса балалар лагеры төҙөү, йәй көнө балаларҙы үҙ төбәгендә рәхәтләнеп ял иттереү һәм сәләмәтлектәрен нығытыу маҡсатында район етәкселеге тарафынан ғәйәт ҙур эш атҡарылды.
Ҡасандыр район балалар лагеры урынлашҡан бина күрше Магнитогорск ҡалаһының “текә” хужалары тарафынан тартып алынып, ун йыл самаһы ташландыҡ хәлдә ҡала. Ҡайтанан ошо ерҙә райондың үҙ лагерын булдырыу тәҡдимен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хуплағас, район етәкселеге был юҫыҡта ентекле эш башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнлектәрҙең дуҫыЗөфәр Толомғужинды күптәр яҙыусы ғына түгел, ә йәмәғәт эшмәкәре, журналист булараҡ та белә. Ул республиканың “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә көнүҙәк мәҡәләләр менән сығыш яһай. Һуңғы ваҡытта уның тарафынан яҙылған “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” исемле өс китабы донъя күрҙе.
aЯңыраҡ “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге Торатау янында Зөфәр Толомғужиндың 70 йәшлек юбилейын үткәрҙе. Зөфәр ағайҙың дуҫтары, туғандары, йәмәғәтселек әһелдәре яҙыусыны, кеше, шәхес булараҡ, яҡшы хеҙмәттәрен билдәләп, уға һаулыҡ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп ҡотланы.
Бына шуға күрә лә ошо юбилей айҡанлы яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәре буйынса йәмәғәтселеккә уҡыусы фекерен еткерге килә.
2010 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Зөфәр Толомғужиндың “Олатайҙар эҙенән” исемле китабын баҫып сығарғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1028 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алдан алтыны” алтынға торошлоОҫта яҙылған мауыҡтырғыс китапты уҡығанда, үҙем өсөн яңы автор асыуыма һәр саҡ ҡыуанам. Оло йәштә китаптан алған кинәнесте, хис-тойғоно бер аҙ йәшерә белергә лә кәрәктер, бәлки. Әхлаҡ, рух, күңел байлығы, айырыуса йәштәр араһында, кәмегән, магазин кәштәләре сирҡаныс күренештәр, ҡанһыҙлыҡ, ҡырағайлыҡ менән һуғарылған китаптарҙан һығылып торған осорҙа яҡты, саф әҫәрҙәр шатландырып ҡына ҡалмай, Рәсәйҙең киләсәгенә, рус классикаһының һәм күп милләтле совет әҙәбиәтенең иң яҡшы йолаларын дауам иткән рәссамдар тыуыуына өмөт уята.
Уҡыған китаптарымдың илебеҙҙең баш ҡалаһында түгел, ә Уралда ижад ителеүен айырып билдәләргә теләйем. “Щедрый Буге”, “Боцман”, “Маха”, “Скитники”, “Золото Алдана” тигән мауыҡтырғыс китаптарҙың авторы Камил Фәрухша улы Йыһаншин Өфөлә йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1075 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике ултырғысҡа бер юлы ултырып булмайКем икмәкле, шул хикмәтле
Ауыл хужалығының бөгөнгө хәл-торошо береһен дә битараф ҡалдырмай. Редакция почтаһы ла был тема буйынса буш торғаны юҡ: хаттар килә, шылтыраталар, мәҡәлә, һүрәтләмә яҙалар, һорауҙар бирәләр. Ауылдарҙың яҙмышы, ер-һыу мәсьәләһе буйынса, ғөмүмән, халыҡтың киләсәге, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инер алдынан булған хәлебеҙ тураһында һөйләшеү өсөн ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры Ғарифулла ЯПАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Ғарифулла Хәбибулла улы, бөгөн ер мәсьәләһе, ауыл хужалығы торошо күптәрҙе борсой. Ил буйлап йөрөгәндә ташландыҡ баҫыуҙарҙың артыуын, ауылдарҙың яйлап юҡҡа сығыуын, көтөүҙәрҙең бәләкәйләнә барыуын күреп йөрәк әрней. Ирекһеҙҙән, ауыл хужалығы шул тиклем дә көрсөккә терәлгәнме икән ни, тип ҡуяһың...
— Донъя ер фонды ике төрлө ҡапма-ҡаршылыҡ кисерә. Бер яҡлап, ул кеше тарафынан үҙләштерелеп, хужалыҡ итеү, йәшәү өсөн киңәйтелә; икенсе яҡлап, ер әй
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына