Ҡояш менән бергә торһаң...Баҡсасы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Бигерәк тә быйылғы ҡоролоҡ йылында. Алик Ғәниевтең биләмәһенә юлланыр алдынан ошо хаҡта уйландыҡ. Киң баҫыуға һибелгән баш күтәрмәй тир түккән кешеләргә Хоҙай үҙе ярҙам бирһен. Уларға ҡарап ҡына ла бында эштең ни тиклем мәшәҡәтле булыуын асыҡ тойомларға мөмкин.
– Ҡоролоҡ, тиҙәр, яуым-төшөмдөң булмауы уй-ниәттәремдең күбеһен селпәрәмә килтерҙе тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм бөгөн, – тине фермер Алик Ғәниев. – Беренсенән, кескәй генә шишмә буйында урынлашыуым осраҡлы түгел. Үҙ көсөм менән бынамын тигән быуа төҙөнөм. Йәшелсә-емеште һуғарыу өсөн ул тулыһынса етә. Икенсенән, тормоштоң үҙгәреүе күп нәмәгә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте. Хәҙер эш хаҡын ваҡытында һәм тейешенсә түләмәһәң, һиңә берәү ҙә килмәйәсәк. Элекке кеүек бушҡа эшләүҙе оноторға ваҡыт. Минең өсөн төп көс һаналған хеҙмәткәрҙәрем – иң беренсе урында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 918 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырайТыуған республикабыҙҙың баш ҡалаһы йылдан-йыл матурлана. Быны өфөләр, ҡала күренештәренә күҙҙәре өйрәнеп, бик күреп тә бармайҙыр. Әммә Октябрь проспектында һәм башҡа төп урамдарҙа ҡалҡып сыҡҡан йәмле йорттар, башҡа объекттар, ғөмүмән, һәр яңылыҡ ситтән килгәндәрҙең күҙенә шунда уҡ ташлана.
Эйе, беҙ, өфөләр, һәр нәмәгә күнеккәнбеҙ. Әйтәйек, “ҡыҙыл һыҙат”тағы тәртипкә, таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә. Шул уҡ ваҡытта ошо һыҙыҡтан арыраҡ, йәғни күп ҡатлы йорттар ихаталарында, балалар майҙансыҡтарында, тыҡрыҡтарҙа, ҡойма буйҙарында аҙым һайын осрап торған яман күренештәргә, насар хәл-ваҡиғаларға, алама ғәҙәттәргә, әҙәпһеҙлеккә. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙың Совет районының Галле округы менән Степан Халтурин урамдары араһында урынлашҡан биш ҡатлы йорттар ихатаһына күҙ һалыу ҙа етә: беренсе фотоһүрәттә сүп-сар контейнерҙары эргәһендәге ошондай тәртипһеҙлек бер көндәге генә күренеш түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлебашта — яңы башлыҡСтәрлебаш район Советы ултырышында Фәнүр Зөфәр улы Туҡтаров контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.
Фәнүр Зөфәр улы Туҡтаров 1960 йылдың 15 ноябрендә Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылында тыуған. Юғары белемле, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын “Искра” колхозының баш агрономы булып башлай. “Ашҡаҙар”, “Спутник” колхоздары рәйесе булып эшләй. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп үрләтелә.
Оҙаҡ ваҡыт Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хат һалам ҺаралымаҺаумы, ауылым! Һағынам һине шул тиклем! Һирәк кенә ҡайтһам да, уйҙарымда йыш барып әйләнәм. Хәҙер бит һиндә яҡын туғандар ҙа юҡ тип әйтерлек, тыуған йортомдоң нигеҙе лә буш.
Ишеткәнең бармы һағышлы тауышымды? Иң элек күккә күтәреләм дә тирә-яҡ урман-тауҙарыңды сәләмләйем. Һаумы, Һаралым! Һинең шишмәләй саф һыуыңда ҡойоноп үҫкәнгәме, Һаралы ҡыҙҙары шундай зифа буйлы, оҙон сәсле була торғайны. Әсәйемдең — ошо ауыл ҡыҙы Мәфтуха Кинйәбулат ҡыҙының — күрше Баҡый ауылында йәшәгән йән әхирәте Хәлимә апай беҙгә ҡунаҡҡа килһә, иң элек Һаралынан һыу ташып сәсен йыуыр ине: “Их, ошо Һаралы һыуының йомшаҡлығы!” Толомдарын тағатып ебәреп, Һыуһылыуға әйләнгән Хәлимә апай һыуҙың тәм-ҡәҙерен яҡшы белә ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 807 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙе имлә, Ирәмәл!Ата-бабаларыбыҙ элек-электән тауҙарға табынған: мөһим йыйындарҙы тауҙа уҙғарған, шунда кәңәшләшкән, хөкөм дә сығарған, шулай уҡ дошмандан ышыҡланыр ҡалҡан да, һуңғы бишек тә булған сал тауҙарыбыҙ...
Мөғжизәле Ирәмәлгә барып ҡайтыуыма алты ай ваҡыт үтһә лә, әле лә шунда алған тәьҫораттар менән йәшәйем, һаман да Ирәмәлкәй йондоҙҙарының яҡтылығын тоям, уй-фекерҙәремде туплай алмай тынғыһыҙланам.
Беҙ Учалы районына еңел машиналарҙа килеп еттек. Унда ҡунаҡсыл, алсаҡ йөҙлө, танылған көрәшсе Йәҙгәр ағай менән киң күңелле, шиғри йөрәкле Әҡлимә апайҙарҙың йортонда туҡтап, ял итеп алғандан һуң, йөк машинаһында юлыбыҙҙы дауам иттек. Гармунсы Сәлиә Ғатауллина уйнаған көйгә ҡушылып, күңелле йырҙар башҡарабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙе оҙатыусы Ирәмәл патриоты — Марс Сәхийәр улы һәр уба, һәр йылғаның атамаһы менән таныштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет — лайыҡлылар өлөшө...Әҙәм балаһына бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме? Бик күп кәрәк. Хәйер, һәр кем был төшөнсәне үҙенсә күҙаллай. Сырхап яфа сигеүселәр өсөн бәхет — һаулыҡ, аслы-туҡлы көн иткәндәргә — өҫтәлдәге икмәк, өйһөҙҙәргә — баш өҫтөндәге ҡыйыҡ, хеҙмәткәрҙәргә — һәйбәт эш хаҡы, ғалимдарға, моғайын, асыштыр, сәхнә әһелдәренә — яҡшы ролдәр уйнау һәм башҡалар.
Исемлекте тағы дауам итеп булыр ине. Әммә бөтәһе ата-әсәһенең, тормош юлдашының, бала-сағаһының, ейән-ейәнсәренең, йән дуҫтарының яратыуына мохтаж. Яҡындары иҫән-һау, эштәре уңышлы барһа, бер-береһен аңлап, терәк булып көн итһә, тормоштарын әләф-тәләфләмәйенсә, изге маҡсатҡа ынтылып һәм уларға өлгәшеп йәшәһә, һәр кем үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп хис итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхет һәр кемгә лә бирелмәй. Йыш ҡына быға үҙебеҙ ғәйепле. Уйлауымса, бәхет — көслөләр, намыҫлылар, кешелеклеләр өлөшө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүге тапҡыр — мәктәпкә!“Быйыл улыбыҙ беренсе класҡа бара. Һәр ата-әсә кеүек, балабыҙҙың тырыш, тәртипле уҡыусы булыуын теләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илгиздең мәктәпкә барғыһы килмәй. Уны яңы тормошҡа нисек өйрәтергә?
Алина М.
Ейәнсура районы”.

Гәзит уҡыусының һорауына Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең “Ышаныс телефоны” хеҙмәте мөдире, психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА яуап бирә:
— Мәктәп тормошоноң тәүге йылы — баланың ғүмерендәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Тап ошо осорҙа уҡыуҙағы уңыштарға нигеҙ һалына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1237 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Комендант сәғәте” ниңә боҙола?Йәйге каникул етеү менән ауыл олатай-өләсәйҙәренә ялға ҡайтҡан бала-саға тауышына күмелә. Ололар уларға гел күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй алмай, сөнки хужалыҡта эш етерлек. Үҫмерҙәр шунан файҙаланып, тәмәке, иҫерткес эсемлектәр менән “шаяра” башлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны өлкәндәр белмәй. Кем үҙ балаһы тураһында насар уйларға теләһен инде! Дөрөҫөн әйтһәң, ғәзиздәрен яҡлаша башлайҙар.
Шул уҡ ваҡытта, көн ҡараңғылана башлағас та, ауыл магазиндары 13-16 йәшлек үҫмерҙәр менән тула. Яҡындары кәрәк-яраҡҡа тип биргән аҡсаға һыра, тәмәке һатып алалар.
Күптән түгел үҙем ошондай күренешкә шаһит булдым. Төнгө сәғәт ике. Урамда өйкөм-өйкөм мәктәп уҡыусылары шаулаша. Ҡулдарында — шешә, ауыҙҙарында — тәмәке.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туғандың да була төрлөһөКредитҡа машина алыу, йыһазлы булыу, кейенеү... “Еңел” аҡсаға тиҙ өйрәнеүселәр ямғырҙан һуң бәшмәк кеүек күбәйгән банктарҙың ҡолона әүерелде. Йылдар үткәс кенә кредиттың үтә ҡиммәткә төшөүен аңлағандар был аҙымдан баш тарта башланы. Шулай ҙа, банктан аҡса алғаным юҡ тип йәшәһәгеҙ, хаталаныуығыҙ ихтимал. Таныштарығыҙҙың ғына түгел, хатта бер табаҡтан ашап йөрөгән туғандарығыҙҙың ғәйебе, намыҫһыҙлығы арҡаһында сираттағы ҡорбанға әүерелеүегеҙ бар...
Кескәй балаһы менән декретта ултырған Асия банктан хат килеп төшөүенә аптырай. “Айлыҡ түләүҙе индермәнегеҙ”, тиелгән унда. Шуныһы ғәжәп: конвертта исем-шәрифе дөрөҫ яҙылған, әммә адресы икенсе. Шулай ҙа хат тап уның өйөнә килгән. Ҡатын, яңылышҡандарҙыр тип, был хәл тураһында бөтөнләй онота
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетлеләр йәшәй парлашыпОктябрьский ҡалаһының 500-ҙән ашыу кеше көн иткән ҡарттар һәм инвалидтар йортонда һоҡланғыс ғаилә йәшәй. Гөлнур менән Юрий Вишевтар, әҙәм балаһын һындырырҙай һынауҙарҙы еңеп, бәхет кисергән.
Гөлнур Учалы районының Илсеғол ауылында донъяға килә. Ғаилә башлығы Салауат Йәғәфәров йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә, йәмәғәте Зөһрә өс бала менән тороп ҡала. Гөлнур ҡыҙы, балалар церебраль фалижы менән ауырығанлыҡтан, айырым иғтибарға мохтаж була. Уҡытыусы Зөһрә ханым Гөлнурҙы 22 йәшенә тиклем тәрбиәләй, урта белемле итә.
Әсәһенең юлында бергә донъя көтөрҙәй кеше осрағас, Гөлнур ризалығын бирә. Шулай ҙа ҡәҙерле кешеһенең бәхетенә кәртә булырмын, тип борсола, сөнки үгәй атайҙың ауырыу ҡыҙҙы үҙһенеүе икеле
Ком: 0 // Уҡынылар: 965 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына