Заманға яраҡлашыу фарыз“Яҙҙың йәме — сәскә менән, көҙҙөң йәме – көлтә менән”, тигән боронғолар. Ысынлап та, алтын көҙҙө барыһынан да элек байлыҡ-муллыҡ миҙгеле итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Крәҫтиән хеҙмәтенең көҙгөһө шул: һәр өйҙәге һыйлы өҫтәл, оло келәттәрҙәге мул уңыш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 646 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һау бул, Рамаҙан!Баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында мосолмандар Рамаҙан айының һуңғы көнөн оҙатты.

– Бер ай дауамында ғүмеребеҙҙең матур миҙгелен үткәрҙек. Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәләнең, ваҡыттың, ризыҡтың ҡәҙерен белеү, үлгәндәрҙе иҫкә алыу, балаларҙы тәрбиәләү мәҙрәсәһен үттек. Бер нисә көндән уҡыусыларыбыҙ ғилем юлына төшә. Балаларға белемле булыуҙа уңыштар насип итһен, илебеҙҙә бәрәкәт булһын, – тине, байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 912 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең “Йәш гвардия”сылары башланғысы менән ойошторолған “Мин — граждан” йәштәр форумын үткәреү республикала матур йолаға әүерелде. Быйыл ул тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы кимәлендә уҙғарыла. Унда республиканан, сит өлкәләрҙән йыйылған биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт йыйыуҙың да рәте бар
Һөт йыйыусы, минеңсә, Миңлегөл Кәримова кеүек булырға тейеш: уңған, иғтибарлы, ғәҙел, кешелекле, кеселекле. Ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләп, бына ун бер йыл инде һөт йыя был ҡатын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәрҙәренең Чечен Республикаһында хеҙмәт итеүенә, уларҙың төбәктә тәртип, тыныс тормош урынлаштырыуҙа ҙур өлөш индереүенә, ҡыйыу яҡташтарыбыҙҙы ололап оҙатыу һәм тантаналы ҡаршылауҙарға күнегеп тә бөткәйнек. Был юлы ла егеттәребеҙҙең һынауҙы уңышлы үтеп, имен-аман тыуған яҡҡа ҡайтыуына өмөтләндек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батша заманында мосолман дине вәкилдәренә “Георгий тәреһе” билдәһен тапшырырҙан алда, артына ай төшөргәндәр. Губернатор урындағы халыҡтың телен белһә, уның эш хаҡына 15 процент өҫтәп түләгәндәр. Был Батша Рәсәйенең милләттәргә һәм диндәргә ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы тураһында һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө башлығы Питер Кайндл республикала ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур предприятие төҙөү тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Яңы производство Өфө районында урынлашасаҡ һәм 2014 йылда продукция сығара башлаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
18 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районына эш сәфәре барышында “Алексеевка” совхозында булды. Унда республика етәксеһе йәшелсә үҫтереү һәм һөт ризыҡтары етештереү технологияһы менән танышты, ике мең баш малға иҫәпләнгән комплексты, хеҙмәткәрҙәр өсөн профилакторийҙы ҡарап сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бородино башҡорт яугирҙәрен көтәДонъя төрлөлөгө менән йәмле. Шул иҫәптән кешеләрҙең дә. Кемдер күҙ етмәҫ бейеклектән һикерергә, ә кемдер диңгеҙ төбөнә төшөргә, икенселәр аш-һыу төрләндерергә, дүртенселәр баҡса үҫтерергә ярата. Ә бына күңелендә ватансылыҡ тойғоһо ашып-ташып торған Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһына. Ошо мауығыуы уны тарих ғилеме юлына илткән. “Беренсе башҡорт атлылары полкы (“Төньяҡ амурҙары”)” клубы етәксеһе үҙе кеүек юғары рух менән һуғарылған бер нисә кеше менән ай аҙағында Мәскәү өлкәһенә юлланырға ниәтләй. Маҡсаты ниндәй илһөйәрҙәрҙең?
Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1158 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икмәк һалыу — ҡатын-ҡыҙҙың уңғанлығын, булдыҡлылығын күрһәтә торған төп сифаттарҙың береһе. Ҡулынан эш килмәгән ҡатынды тасуирлау өсөн ауылда бер һөйләм етә: “И-и, икмәк һала белмәгән башы менән...”
Байрамдың иң ҙуры ине беҙгә икмәк һалған көн. Ауыл өйҙәрендә бала-саға уянғанда мейестә инде сытырҙап ҡайын утыны яна. Икмәкте көн дә бешерергә кәрәк, сөнки һәр ғаиләлә кәм тигәндә өс-дүрт бала үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 896 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына