Еңеүҙәр алда әлеВолейболды күптәр яратып уйнай. Айырыуса быйылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәйҙең йыйылма командаһы спорттың был төрө буйынса алтын миҙалға лайыҡ булғас, уның популярлығы бермә-бер артты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та республикала волейбол үҫешенә ҡағылышы булған кешеләр менән осрашыу ваҡытында уйынды теләгән бөтә кешенең дә рәхәтләнеп уйнай алыуына баҫым яһаны. Һис шикһеҙ, спорттың был төрөн республикала үҫтереү кәрәк. Ә бының өсөн нигеҙ юҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙгө байлыҡ мул түгелКраснокамалар 5 мең гектарҙан ашыу майҙанда арыш йыйып, бураларға һалды, һоло баҫыуҙарында ла эш тамамланды. Әле хужалыҡтарҙа бойҙай, арпа урыла.
Игенселектә иң алдынғыларҙан һаналған “Заря” ауыл хужалығы кооперативында ла арышты йыйып бөтөп, бойҙайға төшкәндәр. Баҫыуҙы һигеҙ комбайн иңләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙҙе һис онотмабыҙ...Залда үҙәкте өҙөрҙәй шомлоҡ хөкөм итә. Ана, кескәй генә бала үкһей-үкһей әсәһенә һырына. Ә ҡатындың ҡыҙарып бөткән күҙҙәре алдындағы табутҡа төбәлгән... Ошо хәсрәт бер юлы дүрт ғаиләне сорнап алған. Был фажиғә тотош республика халҡын тетрәндерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә милекте хосусилаштырыу енәйәти ғәмәл тип баһалана
Илебеҙ тарихының егерме-егерме биш йыллыҡ сәхифәләрен ҡабаттан аҡтара башлағанда, күҙ йәшенә быуылып көлөрлөк тә, хайран ҡалып һуштан яҙырлыҡ та ваҡиғалар йәнә пәйҙә була. Тормошта ниндәй ҙә булһа хәл йөрәкте бер килке дарҫлатып ала ла, ваҡыт томанына сорналып, үҙенең әселеген дә юғалта, мәжбүри ғәмәл булыуын хатта оноттора башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телебеҙҙең үҙ асылынан — үҙенә генә хас үҙенсәлектәрҙән айырыла барыуы, телгә хас булмаған күренештәрҙең баҫып инеүе, әлбиттә, башҡорт кешеһен борсоуға һалмай ҡалмай. Ябай халыҡта: “Ниңә улай яҙалар икән? Башҡорт шулай һөйләмәй ҙә инде?” — тигән һорау тыуа.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1426 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылар байрамға әҙерләнәБашҡортостан умартасылары тәҡдим иткән тауарға Рәсәйҙә генә түгел, АҠШ, Кувейт, Монголия, Япония кеүек сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. “Башҡорт балы” бренды донъяла йылдан-йыл киңерәк таныла бара. Шуға ла “Башҡортостан — Рәсәйҙең баллы төбәге” фестиваленә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндермәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1057 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала мәғлүмәт технологиялары индустрияһын үҫтереү өлкәһендә тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эш төркөмөн ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 978 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә, Рәсәй флагы көнөндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары һәм уның яҡлылар Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап күмәк автоуҙышта ҡатнашты. Рәсәй флагы менән биҙәлгән автомашиналар колоннаһы төш ваҡытында юлға сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, инвалидтарға ҡарата ихтирамлы булайыҡ, иғтибарыбыҙҙан мәхрүм итмәйек тигән саҡырыу-өндәүҙәрҙең туҡталғаны юҡ. Әммә кеше ҡайғыһы төштән һуң, тигәндәй, ХХI быуатта ла быға өлгәшеп булмай. "Уңайлы мөхит" программаһы ҡабул ителеп тормошҡа ашырыла башлағас, боҙ урынынан ҡуҙғалды ла кеүек ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо категория кешеләренә ҡарата мөнәсәбәт барлыҡ урында ла ыңғай түгел. "Өфө" аэропортындағы хәл — шуға бер миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылайырҙан аяныслы хәбәр килде: 19 августа ауылдың Беренсе Май урамында янғын сыҡҡан. Көслө ел иҫеү сәбәпле, "ҡыҙыл әтәс" тиҙ арала йорт-ҡураларҙы ялмап алған, башҡа йорттарға ла тоҡанған.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә тиклем ут өс ихатала дөрләгән инде... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндөң эҫе, ҡоро тороуы, көслө ел үҙенекен иткән: афәт һөҙөмтәһендә һигеҙ йорт янып көл-күмергә әүерелгән. Бер ҡыуаныс: ҡорбандар юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урып йыйыу эштәре тамамланып та бөтмәй, игенселәр арыш сәсеүгә тотона. Был культура һис ҡасан үҙен һынатҡаны юҡ. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ һағайтып та ҡуйҙы. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәйҙә уны алдағы йылдарҙағынан 30 процентҡаса аҙыраҡ сәсергә кәрәк, тигән тәҡдимдәр ҙә ишетелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лондонда Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһауға, тәүге өсәү рәтенә инмәүгә рәсәйҙәргә һәм, әлбиттә, яҡташтарыбыҙға нимә ҡамасауланы? Күнекмәләрҙең тейешенсә үткәрелмәүеме, әллә тренерҙарҙың үҙ вазифаһына һалҡын ҡарауымы? Бәлки, спортсыларҙың үҙҙәренә ныҡ ышаныуы көслө булғандыр...
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 августа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем Салауат ҡалаһында (Ленин урамы, 2, 33-сө бүлмә) Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 620 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙгә яуап килде
«Башҡортостан» гәзитенең 27 июнь һанында (№124-125) Рәсимә Яхинаның ауыл халҡы исеменән яҙған «Ярҙам көтәбеҙ» тигән мәҡәләһе баҫылды. Унда автор Әбйәлил районындағы Әхмәт ауылының ташландыҡҡа әйләнеүе, юлдарҙың насар булыуы, клубтың йүнләп эшләмәүе, медпункттың ябыҡ тороуы тураһында әсенеп яҙғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 776 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙур әҙәбиәттең офоҡтары киңКем киңәйтә уны? Нисек? Ниндәй юлдар менән? Был осраҡта беҙгә М. Горький әйткән өс шартҡа (тел, тема, сюжет) иғтибар итергә кәрәктер. “Әҙәби тел халыҡ теленә нигеҙләнә. Ләкин яҙыусының маҡсаты әҙәби телде халыҡ теле кимәленә төшөрөү түгел, халыҡ телен әҙәби тел дәрәжәһенә күтәреү” (А. Пушкин). М. Горькийса әйтһәк: “Халыҡ теле — сей тел, әҙәби тел — һүҙ сәнғәте оҫталары тарафынан эшкәртелгән тел”. “Башҡа телдәрҙе белмәгән яҙыусы үҙ теленең байлығын аңлай алмай” (Гете) йәки: “Һүҙҙең эсе — алтын, тышы — көмөш” (Абай).
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына