Таштар ҙа тарих һаҡлайТаштарҙы йәнһеҙ, тиҙәр. Әммә улар ҙа халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен ҡәҙерләп һаҡлай. Яуға киткән башҡорт ир-егеттәре, кейем-һалымын, аҙыҡ-түлеген, уҡ-һаҙағын, шулай уҡ тоғро юлдашы — атын хәстәрләү менән бергә, моҡсайына таш та һалып алыр булған. Ул яугиргә тыуған ерен хәтерләткән, бер талай һағышын баҫҡан, хәтәр алыш алдынан көс-ҡеүәт өҫтәгән, рух биргән. Борон-борондан ана шундай ырымы булған ата-бабаларыбыҙҙың. Мәхшәрҙән иҫән-һау ҡалғандары таштарын кендектәре киҫелгән Уралына ҡәҙерләп кире алып ҡайтҡан...
Бөрйән районының үҙәге — Иҫке Собханғол ауылында 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышының 200 йыллығы хөрмәтенә асылған стела-һәйкәл ана шундай уйҙарға тарыта ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1427 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Өфө" – тәүге баҫҡыста!Баш ҡалабыҙ исемен йөрөткән футбол командаһы көйәрмәндәрен бер-бер артлы еңеүҙәр менән ҡыуандыра. Һуңғы осрашыуҙа ул турнир аутсайдерын – "Химки" командаһын ҡабул итте.
Ҡунаҡтар тәүге минуттан уҡ көслө һөжүмгә күсте. Әммә өфөләрҙең һөжүме һөҙөмтәлерәк булып сыҡты, 11 минут үтеүгә иҫәп 1:0 ине. Тәнәфескә тиклем ул башҡаса үҙгәрмәне. Ә бына уйындың икенсе өлөшө үтә көсөргәнешле булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлил БАРЛЫБАЕВ: “Ауырлыҡтарҙың төп сәбәбе — ғәҙеллектең юғалыуы”Халҡыбыҙҙа бик матур йола бар: ҡунаҡты ҡаршылап, һый-хөрмәт күрһәтеп, матур итеп оҙатыу. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла беҙҙең тарафҡа юлы төшкән арҙаҡлы шәхестәрҙе, абруйлы белгестәрҙе саҡырып алып, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тура бәйләнештәр ойоштора, күптәрҙе борсоған, ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса әңгәмәләр үткәрә. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ — Мәскәүҙә эшләгән билдәле ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, профессор, гәзиттең даими авторы Хәлил БАРЛЫБАЕВ. Һөйләшеүҙә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов, дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Даян Мәжитов, иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе Рәлис Ураҙғолов ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 961 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләбәй районында үткән "Мин – граждан" төбәк-ара форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
Маҡсат илде граждандарҙың уңышлы проекттары һәм аныҡ эштәре ярҙамында үҫтереү ине. Шуға күрә республика етәксеһенең йәштәр янына килеүе осраҡлы булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәжәрәне барланылар
Асҡын районының мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Зағафуан Ибраһимовтың нәҫеленә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сараға йыйылған халыҡ шәжәрә, ғаилә альбомдарында һаҡланған фотолар, нәҫелдең йылъяҙмаһы менән танышты. Конференцияла тәҡдим ителгән материалдар бер ырыуҙың тарихын сағылдыра. Нәҫелдең шәжәрәһе тарихи документтарға таянып, 11-се быуынға тиклем өйрәнелгән. 8-се быуын вәкиле Зағафуан Ибраһимов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Уның башҡорттарҙан йыйылған аттарҙы Вильно ҡалаһына рус ғәскәрҙәренә илтеүе билдәле. Яҡташыбыҙ 5-се полкта хеҙмәт итеп, сотник чины алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1456 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй, тормош…
Ғүмер тауының түбәһен үтеп, түбәнгә тәгәрәгәндә, ирекһеҙҙән, уҙғандарҙы бөгөнгө менән сағыштырып, йәшәлгән йылдарыңа баһа бирәһең, үкенестәреңде һәм бурыстарыңды барлайһың.
Бала саҡты хәтерләйем. Тотош ауыл бер ғаилә булып йәшәй торғайныҡ. Эйе, ул ғаиләнең уңғаны ла, ялҡауы ла, ҡырын ҡылығы менән йәнгә тейгәне лә булғандыр. Әммә шуныһы хаҡ: ауылдың хәстәре лә, ҡыуаныс-шатлығы ла, хәсрәте лә бер, уртаҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Прозабыҙ ИрәмәлеТалха Ғиниәтуллин, уның әҫәрҙәре хаҡында әҙиптең юбилейҙарына ла, теге йәки был баҫмала хикәйә, повестарын баҫтырғанда ла, быға тиклем ике тапҡыр Салауат Юлаев премияһына тәҡдим иткәндә лә байтаҡ яҙғанмын икән. Иң мөһиме — башҡортса өс йыйынтығын сығарырға насип итте: “Тыуған тупһа янында” (1994), “Тау артында ниҙәр бар” (1997), “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007). Уларҙа Мәскәүҙә йәшәп урыҫ телендә ижад иткән яҡташыбыҙҙың байтаҡ хикәйә, повестары тупланды. Хәҙер дүртенсе йыйынтығын әҙерләйем. Шуға күрә ижадын яҡшы беләм тип иҫәпләйем. Был ижад шәхсән үҙемә Ирәмәл кеүек мөһабәт, бейек тау ише ҡабул ителә. Милләтемдә шундай прозаик булыуына ғорурланам, егерме йылға яҡын тәржемә итеү осоронда уны башҡорт уҡыусыһына ҡайтара алыуыма ифрат шатмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матбуғат-2013
Һеҙҙе “Башҡортостан”ға 31 авгусҡа ҡәҙәр 2013 йылдың тәүге яртыһына 2012 йылғы хаҡтар менән яҙылырға саҡырғайныҡ. Август тамамланыуға табан бара, ай аҙағына тиклем ни бары бер аҙна ваҡыт ҡалды. Был мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ тип йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының Архангел, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы райондарының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссиялары ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһы 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булған комиссияларҙың яңы ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 847 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шулай ҙа гәзитте ваҡытында уҡығы килә
“Матбуғат баҫмаларын һуңлап алған осраҡта тура беҙгә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайым”, — ти Сибай ҡалаһы почтамты начальнигы Азамат Юлдашбаев гәзит-журналдарҙың һуңлап килеүенә бәйле. Ошо яуап менән танышҡандарҙың күбеһе көрһөнөп ҡуйғандыр, моғайын. Бер Фәхрислам ағай Байышев ҡынамы ни “Башҡортостан”ды һуңлап алған кеше?! Сибай ҡалаһының почтальондары күптән инде гәзит-журналды аҙнаһына бер тапҡыр таратыуға күсте. Шуны белмәйме икән ни Азамат ҡусты?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1047 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европалағы көрсөк шауҡымы беҙҙең илгә ҡағылырмы?

Нисек уйлайһығыҙ, Рәсәйгә хәүеф янаймы?

Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор, Өфө ҡалаһы:
– Рәсәй бөгөндән көрсөктә. Артыҡ сығымдарҙан ҡотолабыҙ тигән булып кешеләрҙе эштән ебәрәләр, мәктәптәр ябыла – ошо көрсөк түгелме? Хәҙер балаларыбыҙ 15-20 саҡрымда ятҡан мәктәпкә ҡышҡы һалҡында йөрөп уҡырға мәжбүр. Ә юлда автобус боҙолоп ҡуйһа, уларҙың сәләмәтлеге өсөн кем яуап бирер? Беҙ бит XXI быуатта көн итәбеҙ, атай-олатайҙарыбыҙ шулай ыҙа сигеп уҡыған. Хәҙер шул замандарға кире ҡайттыҡмы ни? Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла мәктәптәрҙе ябыуға юл ҡуйылмаған. Иҫең-аҡылың китер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бесәнгә барғандаҠаранйылға халҡы бесәнде ауылдан ун-ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы тау араларында әҙерләй. Бер тауҙы төшәһең дә икенсеһенә артылаһың, унан — өсөнсөһөнә. Шуға ла атаһы бөгөн Әмирҙе йоҡонан ғәҙәттәгенән алдараҡ уятты.
— Йәһәтерәк булайыҡ, ҡояш ҡыҙҙыра башламаҫ элек барып етергә кәрәк. Әтеү аттарға ҡыйынға төшөр.
Мәндем йылғаһын сығып урман юлына инеүгә, улар ғәжәп күренешкә осраны. Ҡараһалар, Аҡбайҙары был яҡҡа ҡарай йән фарманға бер төлкөнө ҡыуып килә. Уларға етәрәк, табышын инде тотам тигәндә, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл булды. Төлкө кинәт кенә шып туҡтаны ла үҙе Аҡбайға ҡаршы ырғымаһынмы? Быны көтмәгән эт бер килке юғалып ҡалды хатта. Ә инде аҡылын йыйған арала төлкө ауышыраҡ ағасҡа ялп итеп менде лә китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалы районының Ҡоҙаш ауылында бөгөн күркәм туй тантанаһы. Изге йомала никахлашҡан ошо ауыл һылыуы Лидия менән Өфө егете Шәфҡәтте ғүмерҙәрендәге иң иҫтәлекле һәм сағыу ваҡиға айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һәр атҡан таңға шатланып, балаларының иғтибар-ихтирамына төрөнөп йәшәгән Дания менән Раил Баймырҙиндар бәхетле булыуҙарын йәшермәй. Хәйер, бәхетте йәшереп тә булмайҙыр: ул һинең йөҙөңдә, йәшәү рәүешеңдә сағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиктомалға башығыҙ ауыртып китһә, дарыуға үрелергә ашыҡмағыҙ. Тәбиғи дауалау ысулдарына өҫтөнлөк биргән Тибет медицинаһының ғилми-тикшеренеү үҙәге (директоры — Азат Фәйзуллин) белгестәре тәүҙә бер стакан таҙа һыу эсеп, тыныс урында ятып йә ултырып алырға ҡуша. Организмдағы һиҙгер нөктәләр серен белгән Ҡытай табибы Чжэнь Ченьсэнь үҙ-үҙеңде һауыҡтырыу буйынса өс кәңәшен дә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына