Яуапһыҙлыҡ бәләһеҺауа ҡапҡаларының эше һәр ваҡыт һауа торошона бәйле. Кисә көн ифрат йәмле, ҡояшлы ине – самолеттар бер ҡаршылыҡһыҙ оса алды. Мәгәр, аэропорт етәкселегенә улай тойолмағандыр – уларҙың баш осонда болоттар ҡуйыра: терминалдағы эште тейешенсә ойоштора алмаған өсөн "Өфө" аэропорты директорына эштән бушатыу ихтималлығы янай.
Билдәле булыуынса, күңелһеҙ ваҡиға 18 августа башланғайны. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Мостафина инвалид сабыйы менән Мәскәүҙән ҡайтҡан. Церебраль фалиж менән яфаланыусы балаға илдең баш ҡалаһында ортопедик операция яһағандар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Геннадий Букаевты республика Президенты советнигы итеп тәғәйенләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү тәмен таба эшенәнУҡытыусы үҙ эшен яратып, бала күңелен аңлап, уның һәр осҡонон ялҡынға әүерелдереп ижади эшләй икән, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу арта. Мәктәп өсөн бындай уҡытыусы — оло табыш.
Был йәһәттән беҙҙең Сосновка мәктәбе уҡыусылары бәхетле, сөнки рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен юғары категориялы белгес, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Зәлифә Хәйривара ҡыҙы Ҡаһарманова алып бара. Юғарыла әйтелгән бөтә сифаттар ҙа уға хас.
Үҙенең хеҙмәт юлын 1979 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, районыбыҙҙың Ниғәмәт мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүҙән башлай. Йәш уҡытыусы ата-әсәләрҙең, уҡыусыларының ихтирамын тиҙ яулай. Уларҙың ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәрен хеҙмәтенә оло баһа булараҡ ҡабул итә. Тап ошо ауылда үҙенең тормош иптәше Рәсүл Фәсхетдин улын осрата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә журналистар өсөн “Һөнәри союзды нығытыу: Рәсәй һәм Европа тәжрибәһе” тигән ике көнлөк семинар үтте. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Журналистар союзы секретарҙары Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий һәм Хорватия журналистар профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович килде.
Дүшәмбе “Ирәмәл” ҡунаҡханаһының матбуғат конференциялары залында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендә союз вәкилдәре, республикалағы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Семинарҙа Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
30 августа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем Борай районы хакимиәте бинаһында (Борай ауылы, Ленин урамы, 66) Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Владимир Путиндың Халыҡ штабы ағзаларына Рәсәй Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ил башлығынан рәхмәт хаттарын Владимир Путиндың Башҡортостандағы Халыҡ штабы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтахов, партия рәйесенең төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин, шулай уҡ президентлыҡҡа кандидаттың Башҡортостандағы ышаныслы кешеләре Надежда Крылова менән Рәшиҙә Солтанова алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 837 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү буйынса совет рәйесе Илдар Ғималетдинов граждандарҙы ҡабул итте. Уға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 17 кеше мөрәжәғәт итте.
Мәҫәлән, ағас эшкәртеү өлкәһендә эшләүсе “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” етәкселәре (союз 14 эшҡыуарҙы берләштерә) ер участкалары алыуҙа ярҙам һорай. Былтыр көҙ булдырылған союз төбәктә ошо йүнәлеш буйынса индустриаль парк булдырыуҙы күҙаллай. Ул үҙ эсенә ағасты ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү буйынса сәнәғәт объекттарын аласаҡ. Әле предприятиеларҙа райондың 1,5 мең кешеһе эшләй. Ағас күмере етештереү буйынса завод төҙөлгән, үҫентеләр питомнигы булдырылған. Тик ошо сәнәғәтте артабан да үҫтереү өсөн ер алыу ҙур проблемаға әйләнгән. Илдар Ғималетдинов был мәсьәләне төпләп өйрәнәсәген, яҡын арала үҙе Йылайыр районына сығасағын белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҡтың тәүге көндәренән үк кемуҙарҙан сәмләнеп эшләгән хужалыҡтарҙан килгән “ҡыҙыл ылау”ҙар заманы, үкенескә ҡаршы, онотолоп бара. Элек тулы ҡеүәтенә эшләгән элеваторҙар ярым буш бөгөн. Һуңғы йылдарҙа ашлыҡ тапшырыу күләме бермә-бер кәмегәс, күптәренең кәмәһе ҡомға терәлде.
— Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында колхоздарҙан килгән иген уңышы илле мең тоннаға еткән ине. Былтыр Краснокама, Ҡалтасы районы хужалыҡтарынан 10 мең тонна ашлыҡ тапшырҙылар. Быйылғыһын әйтергә телем әйләнмәй, бик аҙ, — тип борсола “Камский” элеваторы директоры Хәмит Ситдиҡов.
Утыҙ алты мең тонна ашлыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә предприятие үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй. Үҙ дәүерендә төньяҡ-көнбайыш төбәктә иң ҡеүәтле элеватор бушап ҡалһа ла, ҡорамалдарҙың эшһеҙ тутығыуына, хеҙмәт коллективының тарҡатылыуына юл ҡуймағандар. Предприятиеның елгәреү, киптереү агрегаттары төҙөк эшләй, келәттәрҙә лә тәртип. Әйткәндәй, буш келәттәрҙе тауар һаҡлау өсөн төрлө ойошмаларға, эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирәләр, етештереүҙә һаҡсыллыҡ күҙәтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”. Рәсәй балалар фондының Башҡортостандағы бүлексәһе һәр уҡыу йылы алдынан ойошторған акция шулай тип атала.
Сараның маҡсаты — балалар йорттарында, социаль приюттарҙа, патронат, опекун, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә кейем, уҡыу кәрәк-ярағы менән ярҙам итеү. I класҡа барасаҡ кескәйҙәргә айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн 7 сентябрҙә байрам да ойоштормаҡсылар.
— Фонд ҡарамағында балалар әйбере һәм китаптары банкы ла бар, — ти бүлексә рәйесе Нина Федянина. — Изге күңелле кешеләр ҡатнашлығында уны даими тулыландырабыҙ. Фонд балаларға кәрәкле һәр төрлө әйбер, уҡыу кәрәк-ярағы, аҡсалата ярҙам ҡабул итергә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яҡ тәбиғәттең бысраныуына күпселектә кеше ғәйепле. Ләкин фараз итеп, күҙаллап булмаған хәлдәр ҙә осрай. Ни тиһәң дә, тормошобоҙ индустрия менән бәйле, ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланабыҙ.
“Өфөнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең торба үткәргестәрендәге авария һөҙөмтәһендә дизель яғыулығы ағыуы ла — ошоларға миҫал. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районына ҡараған Никольский ҡасабаһы менән Бөрө трактындағы һәләкәт тураһындағы хәбәр Экология министрлығының оператив-диспетчер хеҙмәтенә Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһынан килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына